НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

Тамырҙарымда башҡорт ҡаны аҡҡаны менән ғорурланам
Конкурстар / Булат Солтангәрәев исемендәге республика премияһы // 13-05-2016, 12:44


Тамырҙарымда башҡорт ҡаны аҡҡаны менән ғорурланам«Ата-бабам күптән донъя ҡуйған,
Көл-тупраҡҡа инде әйләнгән…
Әммә йәнем мең-мең быуат аша
Улар рухы менән бәйләнгән!» – тип яҙа Башҡортостандың халыҡ шағиры Абдулхаҡ Игебаев. Эйе, нисәмә йыл, быуат үтеп китһә лә, ата-бабаларыбыҙ рухы мәңгегә йөрәктәрҙә һаҡлана килгән....

Улар алдында баш эйәбеҙ
Конкурстар / Булат Солтангәрәев исемендәге республика премияһы // 13-05-2016, 12:22


Улар алдында баш эйәбеҙҺуғыш мәлендә тыуғандар
Барын иртә кисергән:
Түҙгәндәр – тере ҡалғандар
Тик үлән ашы менән.
Ат башында йөрөгәндәр:
Ер тырматҡан, ер һөргән.
Ололар нимә күрһәләр,
Барын да бергә күргән...
Үлсәмәгеҙ был быуынды
Ғәҙәти аршин менән.
Риф МИФТАХОВ.

Ошо шиғыр юлдарын уҡыйым да атайым менән әсәйемдең ата-әсәләре – ҡартатайҙарым, ҡартәсәйем менән өләсәйемдең бала сағы тураһында уйланам. Минең ҡәҙерлеләрем – һуғыш балалары. Ҡарт­атайҙарыма, ҡартәсәйемә атай наҙы күреп үҫергә яҙмаған....

Мин – россиянмын!
Конкурстар / Булат Солтангәрәев исемендәге республика премияһы // 10-05-2016, 14:54


Мин – россиянмын!«…Рус түгелмен мин, ләкин россиян мин,
Россиян мин – ниндәй ғорурлыҡ!
Ун ғүмерең миңә кәрәк түгел,
Бер яҙмышым шуға торорлоҡ!...»
«Россиянмын», Мостай Кәрим.

Минең ҡарт ҡартатайым: «Күкрәк киреп «Мин – кешемен!» тигән кешенең йөрәгендә өс нәмәгә һөйөү һәм хөрмәт булырға тейеш. Уныһы ла – атай, әсәй һәм Ватан», – тип йыш әйтер булған. Әлбиттә, заман шандарын кисергән, һуғыш үткән, оҙон ғүмере эсендә йәмғиәт өсөн бик күп эшләгән кешенең һүҙҙәре менән килешмәйенсә булмай.
Атай-әсәйгә һөйөү һәр бер бала күңелендә бишектә үк барлыҡҡа килһә, Ватаныбыҙға ҡарата ысын хөрмәт һәм тоғролоҡ – тәрбиә орлоғо. Һәм шуның турала һүҙем....

Батыр исеме ауылыбыҙҙы данлай
Конкурстар / Булат Солтангәрәев исемендәге республика премияһы // 1-04-2016, 13:32


Батыр исеме ауылыбыҙҙы данлайБөтә тәбиғәт балалары һымаҡ, мин дә үҙ ауылыма – Ишмәкәйгә ғашиҡ кешемен. Ул Учалы районының көнбайышында, тауҙар араһында урынлаш­ҡан. Ауылымды бик яратам һәм ғорурланам. Уны икегә бүлеп, ҡышҡы һы­уыҡтарҙа ла туңмаған Ҡарағайлы йылғаһы аға. Ишмәкәй янында Олотау исемле тау бар. Күптәрҙең унда менеп, тыуған төйәгенә, тәбиғәтенең хозурлығына ҡарап торғаны бар. Ошо бәләкәй генә ауылдың ғорурлығы, йәш быуынға өлгө булырлыҡ шәхесебеҙ даны ла йәшәй....

Туған телде һаҡлайыҡ!
Конкурстар / Булат Солтангәрәев исемендәге республика премияһы // 1-04-2016, 13:22


Туған телде  һаҡлайыҡ! Мин Айнур Марат улы Фәйзуллин булам. Салауат ҡалаһындағы 18-се мәктәптең 10-сы класында уҡыйым. Йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашам, еңел атлетика менән шөғөлләнәм. ҡала, республика һәм Рәсәй күләмендәге ярыштарҙа ҡатнашып, призлы урындар яуланым. Төрлө конкурста, олимпиадала үҙ көсөмдө һынарға яратам, сөнки улар кешенең үҫешенә ярҙам итә....

«Урал» мәңге тынмаҫ, мәңге яңғырар!
Конкурстар / Булат Солтангәрәев исемендәге республика премияһы // 25-03-2016, 12:26


«Урал» мәңге тынмаҫ, мәңге  яңғырар! Күгәрепкәй ятҡан Урал тауы-
Атай-олатайҙарҙың да төйәге.
Ерен-һыуын һаҡлап ҡорбан булып
Шунда ята батырҙар һөйәге.
Уралҡайым, һинең күкрәгең киң-
Ете лә ырыу илдең төйәге.
Һине генә һаҡлап яуҙар сапҡан-
Ҡуйыныңда ирҙәр һөйәге.
«Юлдаш» каналынан ағылған был йырҙы тын алырға ла ҡурҡып тыңлайым. Уның моңо, һүҙҙәре бөтә тәнемде, хатта йәнемде әллә ни эшләтте лә ҡуйҙы. Ҡалтыранам… Өшөүҙән, ҡурҡыуҙан түгел. Күҙҙәремдән сөбөрләгән йәштәр ҡайғы-һағыштан түгел. Йырҙан! Бына ни эшләтте мине был йыр! Тыуған ер йыры, халҡымдың бөйөк йыры «Урал»....

Гәзит исеме Өфө урамдарын йәмләй
Яңылыҡтар таҫмаһы / Булат Солтангәрәев исемендәге республика премияһы // 16-03-2016, 09:53


Гәзит исеме Өфө урамдарын йәмләй Гәзитебеҙ алып барылған ижади бәйге - Булат Солтангәрәев исемендәге уҡыусылар конкурсы алып барылыуын күрһәткән баннерҙар бына ошолай итеп Өфөнө биҙәй.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ - конкурсҡа эштәр ҡабул итеү дауам итә. Әле сағыштырмаса "иркен" ваҡыт, БДИ-ға мәшәҡәттәренән алда мәҡәләләр яҙып ебәрә алаһығыҙ.

Ижад емештәрен "В контакте" - "Бәйләнештә" социаль селтәренең Булат Солтангәрәев исемендәге уҡыусылар конкурсы йәки "ЙӘШЛЕК" гәзите - газета "ЙЭШЛЕК" төркөмдәренә ебәрегеҙ, йәки стенаһына һалығыҙ....

Милли байлыҡты онотмайыҡ
Конкурстар / Булат Солтангәрәев исемендәге республика премияһы // 5-02-2016, 12:13


Көн артынан көн төрлө ваҡ мәшәҡәт, ығы-зығы менән алға бара. Сеү! Туҡтап уйланайыҡ әле. "Заман башҡа – заң башҡа" тигән мәҡәл тап ваҡыт айышына һәм көнитмешебеҙгә тура килә. Заманалар үҙгәргән һайын, уның башҡа ҡанундарына, яңы технологиялар ебенә эләгеп, беҙ халҡыбыҙҙың ғөрөф-ғәҙәттәрен онотабыҙ. Быны аңлау ҙур хафаға һала. Ә үткәнен белмәгән халыҡты ниндәй киләсәк көтә?
Беҙҙең бәхетле киләсәгебеҙ өсөн күпме кеше, ата-бабаларыбыҙ үҙ ғү­мерен аямай, ҡорбан булған?!
Уйлап ҡараһаң, беҙ бик бәхетле тормошта йә­шәйбеҙ: эсәр һыуыбыҙ, һулар һауабыҙ бар....

Үткәндәрҙе буйлап, киләсәкте уйлап…
Конкурстар / Булат Солтангәрәев исемендәге республика премияһы // 22-05-2015, 13:55


Мин, Айнур Тунасов, Көйөргәҙе районының Таймаҫ ауылында тыуҙым. Күренекле яҙыусы Рәшит Солтангәрәев исемен йөрөткән гимназияның 10-сы синыфында уҡыйым. Теләгем – Башҡорт дәүләт аграр университетына уҡырға инеү, төплө белем алып, халҡыбыҙға хеҙмәт итеү. Ғаиләмә килгәндә, атайым – механизатор, әсәйем – уҡы­тыу­сы. Апайым Башҡорт дәүләт медицина университетын тамамларға йөрөй.
Ауылым Көйөргәҙе йылғаһы буйында, иҫ киткес йәмле төбәктә урынлашҡан. Уның тирә-яғын мең-мең төрлө үлән үҫкән туғайҙар, уңдырышлы иркен баҫыуҙар, ҡылғанлы убалар, ҡоштарға бай ҡайын сауҡалығы, сылтырап йылғаға ағып төшкән шишмәләр урат­ҡан. Таймаҫ һыуын ауылым халҡы ғына эсеп кинәнмәй, уны Өфөлә лә, башҡа ҡалалар­ҙа ла үҙ итәләр.
Ошо йәмле төбәктә, матур ауылда йәшәүемә ҡыуанам....

Тиҫтерҙәрем, һеҙгә әйтәм... Тыуған тупраҡтан көс алайыҡ
Конкурстар / Булат Солтангәрәев исемендәге республика премияһы // 22-05-2015, 13:54


Олатайым менән өләсәйем өйҙәрен, әкиәттә һүрәтләнгәнсә, бигерәк матур, хозур, мөғжизәле урынға һалған. Ҡапҡа алдынан ғына, берсә уйланып, берсә моңланып, ә ҡайһы саҡта дәртләнеп, дәһшәтләнеп Әй йылғаһы аға, артта – серле мәмерйәле мәғрур Тәшкеләт тауы. Бына ошо өйҙә үткән дә инде мәктәпкәсә саҡлы бәхетле, вайымһыҙ бала сағым. Өләсәйемдең әсәһе Вәҡифә ҡартәсәйемдең йылы ҡосағында ел-дауыл теймәйенсә телем асылған.
Ҡәртнәйем һамаҡлаған шиғыр, йыр, әкиәттәр һаман да ҡолаҡ төбөмдә яңғырап тора. Эйе, бала саҡта тәүге һүҙең әйтелгән туған телең бигерәк тә ҡәҙерле, яҡын, матур яңғырашлы була шул. Өй алдындағы ҡаҙҙар ҙа ошо телдә ҡаңғылдай, кәртәләге турғайҙар ҙа ошо телдә сыҡылдай, Тәшкеләттең ҡайынындағы кәкүктә лә ошо тел – “кәкүк-кәкүк”, өләсәйҙең тыңлауһыҙ кәзәкәйе лә – “мә-мә-мә”, минең иң яҡын дуҫым Аҡбай ҙа, ҡойроғон болғап, “һау-һау” тип башҡортса сәләмләй....


  • Исемең матур, кемдәр ҡушҡан, Һине күреп кем туйған…
  • Дилә ИШБАЕВА.
  • “Кеше үлемендә минең дә ғәйебем бар...”
  • Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?
  • Үҙҙәре «һауын»ға әйләнеп бара...
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (3.11.2017)
  • Донъяһына күрә түрәһе
  • Ләйсән Ҡаразбаева хәбәр итә:
  • Бала тәрбиәләүсе ғаиләләр өсөн ташламалар һәм пособиелар
  • Кешегә исем бүләк итәләр



  • Радио Юлдаш FM