НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

Бүләк тапшырылды. Ә конкурс дауам итә
Конкурстар / Булат Солтангәрәев исемендәге республика премияһы // 3-06-2016, 12:52


Бүләк тапшырылды. Ә конкурс дауам итә
Бүләк тапшырылды. Ә конкурс дауам итәБулат Солтангәрәев исемендәге уҡыусылар бәйгеһенең быйылғы этабы тамам!
Мәктәптәрҙә Һуңғы ҡыңғырау байрамдары шаулап-гөрләп үткән мәлдә, “Йәшлек”тәр Булат Солтангәрәев исемендәге уҡыу­сылар премияһына йомғаҡ яһаны, еңеүселәрҙе тәбрикләне. Ике лауреат – икенсе һәм өсөнсө премия алған Айһылыу Шәрипова менән Финат Замановҡа приздары саҡ ҡына һуңыраҡ барып етте.
Дыуан районы республика лицей-интернатының 10-сы класс уҡыусыһы Айһылыу Шәриповаға 27 майҙа “Йәшлек”тең баш мөхәррире Артур Дәүләтбәков тантаналы рәүештә бүләкте тапшырҙы....

Финат ЗАМАНОВТЫ оло еңеүе менән ҡотлайбыҙ!
Конкурстар / Булат Солтангәрәев исемендәге республика премияһы // 30-05-2016, 15:37


Финат ЗАМАНОВТЫ оло еңеүе менән ҡотлайбыҙ!Бөгөн Булат Солтангәрәев исемендәге уҡыусылар ярышында призлы урынға - өсөнсө премияға лайыҡ булыусы Финат ЗАМАНОВҠА бүләген тапшырҙыҡ.

Еңеүсе Саҡмағош ауылы гимназияһында 10-се класта уҡый. Финатты ҡотлайбыҙ!...

Дыуан ҡыҙы Айһылыу Шәрипованы оло еңеүе менән ҡотлайбыҙ!
Конкурстар / Булат Солтангәрәев исемендәге республика премияһы // 27-05-2016, 11:52


Дыуан ҡыҙы Айһылыу Шәрипованы оло еңеүе менән  ҡотлайбыҙ!
Бөгөн "Йәшлек" гәзитенең баш мөхәррире Артур Дәүләтбәков Дыуан районындағы республика лицей-интернатында булып, Булат Солтангәрәев исемендәге конкурста икенсе урын яулаған 10-сы класс уҡыусыһы Айһылыу Шәриповаға приз тапшырҙы.

Фотола Айһылыу уҡытыусыһы Гүзәлиә Баева менән....

Тарихымды онотмам, тамырымды ҡоротмам
Конкурстар / Булат Солтангәрәев исемендәге республика премияһы // 26-05-2016, 14:14


Тарихымды онотмам, тамырымды ҡоротмамЭлек-электән ысын башҡорт үҙенең ете быуын нәҫелен мотлаҡ белергә тейеш булған. Улар хаҡындағы мәғлүмәт ҡасандыр телдән-телгә күсеп килһә, хәҙерге ваҡытта шәжәрәләр ҡулъяҙма йәки баҫма рәүештә һаҡлана. Унда ата-бабаларыбыҙ исемлеге генә түгел, ә тормош-көнкүреше, ғөрөф-ғәҙәттәре, йолалары, ауыҙ-тел ижады тураһындағы мәғлүмәт тә тупланған. Әгәр ҙә беҙ ошоно онотһаҡ, ул ата-олатайҙарыбыҙҙы, быуындар буйлап һаҡланып килгән тарихыбыҙҙы ғына түгел, үҙеңде лә ихтирам итмәүҙе аңлата. Үткәнеңде белеп кенә киләсәккә ышаныс менән атлап була....

Ололарҙы ололайыҡ, кеселәрҙе кеселәйек!
Конкурстар / Булат Солтангәрәев исемендәге республика премияһы // 26-05-2016, 14:13


Көндән-көн замана үҙгәрә бара. Уға эйәреп, кешеләрҙе лә танып булмай. Тормош ҡануны шулайҙыр, күрәһең.
Элегерәк кешелеклелек, ғәҙеллек, инсафлыҡ сифаттары өҫтөнлөк алһа, хәҙер кешеләргә күберәк уҫаллыҡ, хәйләкәрлек, тәкәбберлек хас, мин-минлек, йәғни тик үҙҙәрен генә ҡайғыртып йәшәүҙе хуп күрәләр. Әгәр тормош артабан шулай дауам итһә, һәр кем көсө еткәндәргә көн күрһәтмәһә, бер-беребеҙҙе ашап, талаһаҡ, нимә ҡала? Кешелеклелек сифатын бөтөнләй юҡҡа сығарабыҙ түгелме?...

Башҡорт киноһы үҫешһен
Конкурстар / Булат Солтангәрәев исемендәге республика премияһы // 26-05-2016, 14:10


Башҡорт киноһы үҫешһенМин Башҡортостанда – көндән-көн сәскә атып, үҫешеп өҫкә күтәрелеүсе республикала йәшәйем. Баш ҡалабыҙ Өфөнөң бар ерҙә билдәле артистар, йырсы-бейеүселәр тәрбиәләгән ҡала булыуы күптәргә билдәле.
Хәҙерге йәмғиәт йәштәр өсөн бала саҡтан уҡ үҫешеү мөмкинлеге бирә. Был бик яҡшы күренеш. Һөҙөмтәлә башҡорт халҡы алға үҫеш ала, яңынан-яңы таланттар асыла....

Телебеҙҙән оялмайыҡ!
Конкурстар / Булат Солтангәрәев исемендәге республика премияһы // 26-05-2016, 14:08


Һәр кемдең үҙ тыуған ере һәм туған теле бар. Минең өсөн ул – урмандарға, йылға-күлдәргә бай Башҡортостан һәм башҡорт теле. Ошо телдә мин үҙемдең тәүге һүҙҙәремде әйттем. Улары ла ниндәй! Донъялағы иң яғымлы, йылы, матур һүҙҙәр – “әсәй” һәм “атай”. Минең өсөн телем бик ҡәҙерле һәм башҡортлоғом менән ғорурланам....

“Ерҙә кеше йәшәй икән, теле лә йәшәй…”
Конкурстар / Булат Солтангәрәев исемендәге республика премияһы // 26-05-2016, 13:42


“Ерҙә кеше йәшәй икән, теле лә йәшәй…”“Ерҙә кеше һөйәгенән
убалар үҫкән,
Тел – тере шишмә үлмәгән,
Бөгөнгә еткән!”
(Б. Бикбай. “Туған тел”).

“Замандаш! Телебеҙ, мил­­ләтебеҙ киләсәгенә хә­үеф һәр ваҡыт янаған, янай һәм янаясаҡ. Донъялар нисек кенә үҙгәрмәһен, телебеҙҙе һаҡлап ҡалырға тырышайыҡ. Беҙҙән һуң ҡалыр быуында туған телебеҙгә ҡарата һөйөү тәрбиәләйек. Быуаттар буйы һаҡланып, быуындан-быуынға күсә килеүсе рухи сылбыр – туған тел, милли рух төшөнсәһе һиндә өҙөлөп ҡалмаһын!” – ти Көйөргәҙе районының Таймаҫ ауылы егете, БР-ҙың атҡаҙанған юрисы Әмир Солтангәрәев “Таймаҫ” тигән китабында. Ул уны Башҡортоста­ны­быҙҙың арҙаҡлы шәхесе булып үҫерҙәй, ләкин 11-се класта уҡыған сағында фажиғәле үлемгә дусар булған улы Булатҡа, бөгөнгө һәм киләсәк быуынға арнаған....

Мин сәләмәт тормош яҡлы!
Конкурстар / Булат Солтангәрәев исемендәге республика премияһы // 26-05-2016, 13:35


Мин сәләмәт тормош яҡлы!Һәр замандың үҙ заңы бар. XXI быуатты мин, юғары технологиялар мәле, тип билдәләр инем. Сөнки беҙҙе яңынан-яңы техник мөғжизәләр уратып алған, киләсәкте уларһыҙ күҙ алдына ла килтерә алмайбыҙ. Уйлауымса, әгәр дөрөҫ, урынлы файҙалана белгәндә, уларҙың ыңғай яҡтары ла бик күп: кәрәкле мәғлүмәтте тиҙ табыу, белемеңде арттырыу, алыҫтағы дуҫтар, туғандар менән аралашыу, төрлө проекттар эшләү....

Әгәр ҙә Салауат Юлаев тере булһа...
Конкурстар / Булат Солтангәрәев исемендәге республика премияһы // 26-05-2016, 13:30


Әгәр ҙә Салауат Юлаев тере булһа...Матур көҙгө иртә ине. Мин әсәйемдең наҙлы тауышына уянып, тәҙрә- гә ҡараным. Көн ҡояштың көләс нурҙарына күмелгән. Уның яҡтылығына, матурлығына һоҡланып бөтөрлөк түгел! Тик репетицияға һуңға ҡалыу уйы ғына мине был гүзәллекте ташлап, Салауат Юлаев майҙанына барырға ашыҡтырҙы....


  • Балағыҙҙы артыҡ ҡурсаламағыҙ
  • “Бәйләнештә булайыҡ”
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (26.01.2018)
  • Азалия МЫРҘАҒӘЛИНА
  • Нәзифә АҠҠУЖИНА
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (16.02.2018)
  • Йондоҙнамә (29 ғинуар – 4 февраль)
  • БАЛУ (хикәйә)
  • Телебеҙ йәшәһен, үҫһен!
  • Ғаилә йылының эмблемаһы билдәле булд



  • Радио Юлдаш FM