НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

Тормош – һынауҙарҙы үтеү
Объявления / Булат Солтангәрәев исемендәге республика премияһы // 5-04-2017, 11:44


Тормош – һынауҙарҙы үтеүМин, Айзилә Сәғитова, таулы-ҡаялы Бөрйән районының Иҫке Собханғол ауылы урта мәктәбенең 11 «В» класс уҡыусыһымын. Тик дүртле-бишле билдәләренә генә өлгәшәм. Бигерәк тә башҡорт теле һәм әҙәбиәте, рус теле, тарих дәрестәре күңелемә яҡын. Мәктәп, район, республика кимәлендә үткән олимпиада- конкурстарҙан ситтә ҡалмаҫҡа тырышам. Районыбыҙҙың «Таң» гәзитендә мәҡәләләрем баҫылып тора. Әле тырышып имтихандарға әҙерләнәм. Ваҡытым тар булыуына ҡарамаҫтан, конкурс хаҡында ишетеү менән районыбыҙҙа ғына түгел, ә бөтә республикабыҙҙа, илебеҙҙә актуаль булған проблемаларҙы күрһәтергә, көсөмдө һынап ҡарарға булдым....

Конкурс тураһында мәғлүмәт - видеоэкрандарҙа
Объявления / Булат Солтангәрәев исемендәге республика премияһы // 16-03-2017, 16:27


Конкурс тураһында мәғлүмәт - видеоэкрандарҙаГәзитебеҙ алып барған ижади бәйге - Булат Солтангәрәев исемендәге уҡыусылар конкурсы тураһында Өфө халҡы видеоэкрандар аша белә ала. Махсус видео ролигы баш ҡалабыҙҙың 30 урынында урынлашҡан ҡоролмалар аша тәүлегенә 510 тапҡыр күрһәтеләсәк.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ - конкурсҡа эштәр ҡабул итеү дауам итә. Әле сағыштырмаса "иркен" ваҡыт, БДИ-ға мәшәҡәттәренән алда мәҡәләләр яҙып ебәрә алаһығыҙ.

Ижад емештәрен "Бәйләнештә"ге "Булат Солтангәрәев исемендәге уҡыусылар конкурсы" йәки "ЙӘШЛЕК" гәзите - газета "ЙЭШЛЕК" төркөмдәренә ебәрегеҙ ("Отправить сообщение") йәки стенаһына һалығыҙ.

Һүрәттәрҙә: "Үҙәк баҙар"ҙағы видеоэкрандан күренештәр...

Эҙем яҡшы булһын тип...
Объявления / Булат Солтангәрәев исемендәге республика премияһы // 13-03-2017, 10:21


Эҙем яҡшы булһын тип...Мин ябай кешемен. Атай-әсәйем, туғандарым, дуҫтарым, яҡын кешеләрем бар. Уларҙың бөтәһе лә мине бәхетле итә. Иртәнсәк ҡалҡҡан ҡояш, төндә тәҙрә аша төшкән ай нурҙары, йәшел келәм кеүек үлән, ләйсән ямғыр, төрлө төҫтә сағылған йәйғор, алтын япраҡтар, ҡоштар һайрауы, беренсе ҡар, яҡындарымдың йылмайыуы миңә бәхет өҫтәй…
...

Берҙәмлектә беҙҙең көс
Объявления / Булат Солтангәрәев исемендәге республика премияһы // 6-03-2017, 11:02


Берҙәмлектә  беҙҙең көсМин Малаяҙ башҡорт гимназияһының 11-се класында уҡыйым. Музыканы үҙ итәм: сәнғәт мәктәбенең баян һәм ҡурай класын тамамланым. Баян буйынса йәш музы­канттар­ҙың бөтә Рәсәй конкурсында өсөнсө урын алырға, Вәкил Шөғәйепов исемендәге ҡурайсылар бәйгеһендә еңеүсе булырға яҙҙы. Республика кимәлендәге ҡурайсылар байрамында ла ҡатнашыу бәхете тейҙе.
Быларҙы маҡтаныу өсөн әйтмәйем. Халҡымдың “Азамат”, “Иҫке Урал”, “Гөл­нәзирә”, “Ҡарабай” кеүек көйҙәрен уйнап, Аҡмулла, Байыҡ кеүек сәсәндәребеҙ менән ғорурланып, рухтарына тап төшөрмәй, тыуған еремдә йәшәү – минең өсөн оло бәхет....

Мине киләсәк борсой
Объявления / Булат Солтангәрәев исемендәге республика премияһы // 20-02-2017, 17:29


Мине  киләсәк борсойХыял... Хыял ҡанатландыра, уйға һала, әйҙәй, бейеклектәргә саҡыра, битараф булмаҫҡа өндәй… Хыял… Ниндәйҙәре генә юҡ улар­ҙың… Мин уны мамыҡ кеүек йомшаҡ ҡына, ҡабарып ҡына торған, ап-аҡ, сафлыҡ бөркөп торған итеп күҙ алдыма килтерәм. Хыялланып йәшәү, алдыңа маҡсаттар ҡуйып йәшәү шәп бит ул!

Бәләкәй генә саҡтан хыялланырға яратам. Өлә­сәйем: “Йәне бар кеше хыялланырға тейеш, хыял менән кеше йыһанға ла осто”, – тип әйтергә ярата. Ысынлап та, хыялланмаған, уйланмаған сәғәтем, минутым да юҡ бит ул! Көндөң аҙағы нисек булыр, ә иртәгә мине нимә көтә, алдағы аҙнала, ә киләсәктә?..
IX класс уҡыусыһы булараҡ, төрлө һорау борсой: киләсәктә ҡайҙа уҡырға барырға, кем булырға, хә­ҙерге заманда ниндәй һөнәр һайларға? Илемде, еремде, халҡымды киләсәктә ниндәй яҙмыш көтә?.....

Ижади бәйгебеҙ башланды!
Яңылыҡтар таҫмаһы / Булат Солтангәрәев исемендәге республика премияһы // 9-11-2016, 16:52


Ижади бәйгебеҙ башланды!Егеттәр һәм ҡыҙҙар! Булат Солтангәрәев исемендәге республика уҡыусылар премияһына эштәрегеҙҙе ебәрегеҙ, ҡатнашығыҙ!

Рәсәй Журналистар союзының “Бөтә Рәсәй – 2015” XIX матбуғат фестивале лауреаты, Булат Солтангәрәев исемендәге республика уҡыусылар премияһына конкурсты “Йәшлек” гәзите редакцияһы өсөнсө йыл рәттән үткәрә. Уҡыусыларҙы дәртләндереүгә, улар­ҙың ижади үҫешенә булышлыҡ итеүгә арналған акция, шулай итеп, гәзитебеҙҙең йыл да ҡабатланған бик матур йолаһына әйләнде....

Бүләк тапшырылды. Ә конкурс дауам итә
Конкурстар / Булат Солтангәрәев исемендәге республика премияһы // 3-06-2016, 12:52


Бүләк тапшырылды. Ә конкурс дауам итә
Бүләк тапшырылды. Ә конкурс дауам итәБулат Солтангәрәев исемендәге уҡыусылар бәйгеһенең быйылғы этабы тамам!
Мәктәптәрҙә Һуңғы ҡыңғырау байрамдары шаулап-гөрләп үткән мәлдә, “Йәшлек”тәр Булат Солтангәрәев исемендәге уҡыу­сылар премияһына йомғаҡ яһаны, еңеүселәрҙе тәбрикләне. Ике лауреат – икенсе һәм өсөнсө премия алған Айһылыу Шәрипова менән Финат Замановҡа приздары саҡ ҡына һуңыраҡ барып етте.
Дыуан районы республика лицей-интернатының 10-сы класс уҡыусыһы Айһылыу Шәриповаға 27 майҙа “Йәшлек”тең баш мөхәррире Артур Дәүләтбәков тантаналы рәүештә бүләкте тапшырҙы....

Финат ЗАМАНОВТЫ оло еңеүе менән ҡотлайбыҙ!
Конкурстар / Булат Солтангәрәев исемендәге республика премияһы // 30-05-2016, 15:37


Финат ЗАМАНОВТЫ оло еңеүе менән ҡотлайбыҙ!Бөгөн Булат Солтангәрәев исемендәге уҡыусылар ярышында призлы урынға - өсөнсө премияға лайыҡ булыусы Финат ЗАМАНОВҠА бүләген тапшырҙыҡ.

Еңеүсе Саҡмағош ауылы гимназияһында 10-се класта уҡый. Финатты ҡотлайбыҙ!...

Дыуан ҡыҙы Айһылыу Шәрипованы оло еңеүе менән ҡотлайбыҙ!
Конкурстар / Булат Солтангәрәев исемендәге республика премияһы // 27-05-2016, 11:52


Дыуан ҡыҙы Айһылыу Шәрипованы оло еңеүе менән  ҡотлайбыҙ!
Бөгөн "Йәшлек" гәзитенең баш мөхәррире Артур Дәүләтбәков Дыуан районындағы республика лицей-интернатында булып, Булат Солтангәрәев исемендәге конкурста икенсе урын яулаған 10-сы класс уҡыусыһы Айһылыу Шәриповаға приз тапшырҙы.

Фотола Айһылыу уҡытыусыһы Гүзәлиә Баева менән....

Тарихымды онотмам, тамырымды ҡоротмам
Конкурстар / Булат Солтангәрәев исемендәге республика премияһы // 26-05-2016, 14:14


Тарихымды онотмам, тамырымды ҡоротмамЭлек-электән ысын башҡорт үҙенең ете быуын нәҫелен мотлаҡ белергә тейеш булған. Улар хаҡындағы мәғлүмәт ҡасандыр телдән-телгә күсеп килһә, хәҙерге ваҡытта шәжәрәләр ҡулъяҙма йәки баҫма рәүештә һаҡлана. Унда ата-бабаларыбыҙ исемлеге генә түгел, ә тормош-көнкүреше, ғөрөф-ғәҙәттәре, йолалары, ауыҙ-тел ижады тураһындағы мәғлүмәт тә тупланған. Әгәр ҙә беҙ ошоно онотһаҡ, ул ата-олатайҙарыбыҙҙы, быуындар буйлап һаҡланып килгән тарихыбыҙҙы ғына түгел, үҙеңде лә ихтирам итмәүҙе аңлата. Үткәнеңде белеп кенә киләсәккә ышаныс менән атлап була....


  • Исемең матур, кемдәр ҡушҡан, Һине күреп кем туйған…
  • Дилә ИШБАЕВА.
  • “Кеше үлемендә минең дә ғәйебем бар...”
  • Үҙҙәре «һауын»ға әйләнеп бара...
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (3.11.2017)
  • Донъяһына күрә түрәһе
  • Ләйсән Ҡаразбаева хәбәр итә:
  • Бала тәрбиәләүсе ғаиләләр өсөн ташламалар һәм пособиелар
  • Кешегә исем бүләк итәләр
  • Иҙел бит ул...



  • Радио Юлдаш FM