НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

Аҙашмайыҡ болан балаһылай


Эй, еркәйем! Уттар үткән халҡым
Мәңгелеккә төйәк тапҡан ер.
Тынғы белмәҫ сиктәреңде һаҡлап,
Ир-егеттәр яуҙар сапҡан ер.
(Р. Бикбаев).
Башҡорт халҡы балаларында бәләкәй саҡтан уҡ Тыуған иленә, йәнтөйәгенә сикһеҙ мөхәббәт тәрбиәләргә ты­рыш­ҡан. Сөнки унан башҡа йәшәүҙең үҙ халҡыңдан, телеңдән, моңоңдан айырылыу икәнен яҡшы аңлаған. Уларҙан айырылдыңмы, тамырынан сабып ауҙарылған ағас һымаҡ булаһың. Әллә шуғамы икән теләһә кемде арбарлыҡ моң боронғо йырҙарыбыҙҙа?!
Ә беҙҙәге тәбиғәт һуң?! Аҫыл еркәйемдең гүзәл тәбиғәте ауыҙ-тел ижадында, йырҙарҙа сағылдырылған. Ошоларҙың бөтәһен дә ошо көнгәсә күҙ ҡараһылай һаҡлаған сая, ғорур халҡым! Ниндәй генә михнәттәр күрмәгән ул?! Ләкин һис ҡасан йәнтөйәген ташламаған.
Ысынлап та, тыуған Башҡортос­таныбыҙҙың именлеге өсөн күпме батырыбыҙ изге яуҙарҙа башын һалған. Ҡараһаҡал, Салауат, Вәлиди.. – был шәхестәр халҡыбыҙҙың оло ғорурлығы.
... Зәки Вәлиди Туған. Данлыларҙан данлы ғәййәр ир-егеттәребеҙҙең бе­реһе! Яҙмыш уны сит илдәргә ташлаһа ла, күңеле һәр саҡ тыуған төйәгендә була. Ҡыҙы Иҫәнбикәнең иҫтәлектәренә ҡарағанда, төн урталарында һикереп тороп, “Илсе Ғайса” йырын йырлар булған бит ул.
Аҙаштырған болан балаһылай,
Яңғыҙ башым ситтә интегәм.
Көндәрен дә, төнөн дә йөрәгем яна,
Иҫемә төшһә тыуған ил генәм...
Зәки Вәлиди илле йылға яҡын ғүмерен фәнгә бағышлай. Ҡиммәтле ғилми хеҙмәттәре менән бөтә донъяға таныла. Әммә ғүмере буйы тыуған яҡты һағыныу тойғоһо интектерә.
Юлай улы Салауат тураһында ла белмәгән кеше юҡтыр. Ул да Башҡор­тостанды азат итеү өсөн көрәшкән. Аҙаҡ Салауатты тотоп алалар. Китә язалауҙар, ҡамсы менән һуҡтырыуҙар, маңлайына ҡыҙған тимер менән баҫыу­ҙар. Ҡаты язаларҙан һуң уны ғүмерлеккә һөргөнгә оҙаталар.
Ошонда күңелгә бер һорау килә. Ә иң ауыр яза кемгә бирелгән һуң? Бер уйлаһаң, Пугачевҡа эләккән кеүек. Уның башын, ҡулын сабып өҙгәндәр. Ә шулай ҙа батшаның ярандары башҡорт халҡының данлы улы Салауатты иҫән ҡалдырып, мәңгелек һөргәнгә ебәреүҙе хуп күргән. Сөнки бәләкәйҙән үк тыуған иленә һөйөү тойғоһон йөрәгенә һеңдереп үҫкән батырҙы иленән, теленән, моңонан айырып йәшәтеүҙең иң ҡаты яза икәнен улар яҡшы аңлаған.
Ысынлап та, тәбиғәт балаһы башҡорт өсөн ил тойғоһо – иң мөҡәддәс тойғоларҙың береһе. Сөнки уны әсәйҙәр сәңгелдәк йырынан башлап ҡанға һеңдерә. Борон-борондан шулай булған. Тик һуңғы йылдарҙа «Ҡайҙалыр ситтә йәшәү еңел, бәхет мул, тик беҙҙә генә хөрт» тигән фекер ныҡ таралды. Шуға ла йәштәр тыуған еренән күпләп сит өлкәләргә тарала, ауылдың киләсәген күрмәй. Тамыры менән ауыл кешеләре ҡала тормошон үҙләштерә алмай, ерҙән дә айырыла. Ә балалары туған телде белмәй үҫә, хатта ата-әсәләренең ара-тирә башҡортса һөйләшеүҙәренән көлә. Тыуған тәбиғәтенең гүзәллеген күреп, ергә ерегеп үҫмәгән был балаларҙа бер ниндәй ҙә изге тойғо юҡ. Бының һөҙөмтәһе булып белемле, әммә рухи яҡтан ярлы кешеләр быуыны барлыҡҡа килде. Институт, университет тамамлаһа ла, улар илгә файҙа килтермәй. Кешене кеше иткән рухи байлыҡты матдиһы алмаштыра, ә тыуған төйәккә, тыуған телгә, ғөрөф-ғәҙәткә инаныу, тоғролоҡ бөтә. Бына Башҡортостанда туған телебеҙҙә уҡытыу өсөн ата-әсәләренән ғариза йыялар. Ә ни өсөн инглиз йә рус теленә ғариза йыйылмай?
Әммә нисек кенә булмаһын, беҙ, йәш быуын, ғәзиз илебеҙгә күтәрелергә ярҙам итергә, башҡорт телен, милләтен, рухын һаҡларға, үҫтерергә тейешбеҙ.

Салауат БАЙМЫРҘИН,
Т. Күсимов исемендәге Асҡар гимназияһының 11-се класс уҡыусыһы.

Әбйәлил районы.

Сығыу ваҡыты 18-05-2018, 14:32 | Ҡаранылар: 35
|
  • Телебеҙ киләсәге – беҙҙең ҡулда!
  • Телһеҙ халыҡ – тамырһыҙ ағас
  • Башҡорт теле – минең телем
  • Фекерҙәр. Афоризмдар. Назар Нәжми 3
  • Сихри гөлдө – башҡорт телен ҡоротмайыҡ!
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • “Балалар менән эшләүе оҡшай”
  • Ҡарғыш алма, алғыш ал!
  • Көнбағышлы пакет
  • Изгелек ерҙә ятып ҡалмай
  • Ҡурайсы, актер, йырсы, етәксе
  • Гимндар төрлө була…
  • Һәр саҡта, һәр урында уҡыла торған доға
  • Ураҙа айы мөбәрәк булһын!
  • Йондоҙнамә (21-27 май)
  • Ремонт эшләүселәргә кәңәштәр



  • Радио Юлдаш FM