НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

«Халҡым» тип янып йәшәйек!


Халҡыбыҙ элек-электән ҡыйырһытылыу, кәмһетелеүҙәргә дусар булған. Еребеҙҙе, телебеҙҙе, илебеҙҙе яҡлап, күпме башҡорт яуға күтәрелгән, ғәйрәтле, алдынғы ҡарашлы күпме баһадирыбыҙ азатлыҡ юлында ҡорбан булған.
Ҡылыс болғап, ирек даулар замандар үтте. Тик һаман ерем, илем, халҡым был ҡыҫымдан ҡотола алмай. Бигерәк тә һуңғы осорҙа телебеҙгә ҡағылышлы ығы-зығы күбәйҙе. Уҡыу йылы алдынан ата-әсәләрҙән балаларын туған телдәрендә уҡытыуға ризалыҡ биргән ғаризалар яҙҙыртыуҙары тотош йәмәғәтселек өсөн башҡа һыймаҫлыҡ бер хәл булды. Уйлаһаң, уйылып китерлек: республикаға исем биргән, дәүләт теле статусына эйә булған башҡорт теле мәктәптәрҙә ғариза буйынса өйрәнелергә тейешме? Юҡ! Ул белем усаҡтарында мотлаҡ уҡытылырға тейеш. “Бала үҙ телен ғаиләһендә өйрәнһен, туған тел аралашыу кимәлендә генә булырға тейеш”, – тиҙәр. Был төптө дөрөҫ түгел. Рухи ҡомартҡыларыбыҙҙы, бай мираҫлы мәҙәниәтебеҙҙе, шанлы тарихыбыҙҙы өй мөхитендә белеп бөтөп булмай. Тағы шуныһы, ата-әсәләр балаларына тел ҡағиҙәләрен, һөйләмдәрҙе дөрөҫ итеп төҙөү, хатаһыҙ яҙыу кеүек нескәлектәрҙе төшөндөрә аламы? Юҡ! Быны тик юғары белемле, үҙ эшен мөкиббән китеп яратҡан башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары ғына башҡара ала. Мәктәп программаһында туған телдәрҙе өйрәнеүгә сәғәттәр күберәк бүленергә тейеш, минеңсә. Юғиһә аҙнаһына бер-ике сәғәт эсендә нимә генә өйрәнергә мөмкин? Беҙҙең уҡытыусылар башҡорт теле һәм әҙәбиәтен ҡыҙыҡлы, мауыҡтырғыс итеп үткәрә, был дәрестәрҙе һәр саҡ көтөп алабыҙ. Хатта гимназиябыҙҙа рус балалары ла шатырлатып башҡортса һөйләшә, төрлө бәйгелә шиғыр йә әкиәттәрҙе шул тиклем оҫта һөйләп, урындар яулай. Был бит башҡортса бер ауыҙ һүҙ белмәгән ата-әсәһе биргән тәрбиә түгел, ә уҡытыусының хеҙмәт һөҙөмтәһе. Тимәк, ул уҡыусыларҙа телгә ҡыҙыҡһыныу, һөйөү уята алған. Шулай булғас, ошондай илһөйәр, һәләтле, ижади ҡарашлы, аң-белем таратыусы остаздарыбыҙ эшһеҙ ҡалһынмы ни?!
Телебеҙҙе яҡлап, ҡабат-ҡабат митингтар ойошторолоуы халҡыбыҙҙың бөтөнләй үк битараф булмауын, киләсәк өсөн яныуын иҫбатланы. Һәммәбеҙҙе шаңҡытҡан һуңғы ваҡиға – кәмитсе Руслан Белыйҙың ТНТ каналында милли батырыбыҙ Салауат Юлаевты бандит тип атауы, башҡорт телен мыҫҡыллап, иҫеректәр теле тиеүе йөрәктәрҙе әрнетте. Уға яуап итеп, күптәрҙең үҙ һүҙен әйтеүе, телде яҡлауы, хатта бер төркөм ысын ир-егетебеҙҙең Белый менән осрашыуға юлланыуы, геройыбыҙ һәйкәленә бихисап халыҡтың сәскә һалырға барыуы, социаль селтәрҙәрҙә Салауат Юлаевҡа арналған постар һалыныуы телебеҙҙе яманларға, кәмһетергә тырышҡан әҙәмдәрҙе һиҫкәндергәндер, моғайын. Тимәк, Салауатыбыҙ халҡын яҡлап, юҡҡа ғына яуға күтәрелмәгән, хәҙер уның вариҫтары милли геройыбыҙҙы яла яғыуҙан, яман һүҙҙән ҡурсалай.
Әлбиттә, башта әйткәнемсә, ҡылыс болғап, азатлыҡ даулар замандар уҙҙы. Беҙ милләтебеҙҙе, уның төп байлығы – телебеҙҙе һаҡлауҙа бөтөнләй башҡа “ҡорал”ға тотонорға тейешбеҙ. Ул да булһа – белем алыу, үҙ һүҙен әйтә алған, булдыҡлы, аҡыллы йәштәрҙе үҫтереү. Ҙур вазифаларҙа, етәксе урындарҙа башҡорт йәштәренең күберәк булыуына өлгәшеү. РФ Дәүләт Думаһына, БР Дәүләт йыйылышы – Ҡоролтайға беҙҙең милләт вәкилдәрен, айырыуса йәштәрҙе депутат итеп һайлауға өлгәшергә кәрәк. Улар аҫаба халыҡтың мәнфәғәтен күҙәткән, тел, ер ҡануниәтен камил­лаштыр­ған яңы закондар ҡабул итәсәк. Тап улар мәктәптәрҙә башҡорт телен нығыраҡ өйрәнеүгә этәргес биреп, математика һәм рус теле менән бер ҡатарҙан, башҡорт теленән дә мотлаҡ берҙәм дәүләт имтиханы тапшырыу кәрәклеге хаҡында белдерер тип ышанам. Дәүләт теле статусына эйә туған телебеҙҙән имтихан биреү артыҡ булмаясаҡ. Киреһенсә, уҡыусылар үҙ телен төптәнерәк өйрәнәсәк, беләсәк. Юғиһә йәш быуын араһында башҡортса һөйләшеүҙән тартынған, үҙ фекерен теүәл еткерә алмаған, хаталы яҙғандар булыуы ғәрлек бит. Беҙ үҙ илебеҙҙә, еребеҙгә хужа булып, аяғыбыҙҙа ныҡлы баҫып торорға, башҡаларҙан кәмһенмәй, һандуғас моңондай моңло, әсәй-өләсәйҙәрҙең бишек йырындай наҙлы, матур телебеҙҙә һөйләшергә, аралашырға бурыслыбыҙ. Шул саҡта ғына телебеҙ юғалмаясаҡ, киләһе быуындар: “Мин башҡорт!” – тип күкрәк ҡағасаҡ, йырҙарыбыҙҙы тыңлаясаҡ.
Тиҫтерҙәремә мөрәжәғәт итеп, илебеҙ өсөн кәрәкле шәхестәр булып үҫегеҙ, тип әйткем килә. Ҡыҫҡа ғына ғүмерендә әллә күпме изге эш башҡарып, атылған йондоҙҙай артынан сағыу эҙ ҡалдырған Булат Солтангәрәев һымаҡ ҡыйыу башҡорт, киң ҡарашлы, аҡыллы кешеләр булығыҙ. Ғүмеребеҙҙең ҡәҙерен беләйек, һәр көнөбөҙ файҙалы эштәр менән генә үтһен, ҡырын эштәрҙән, яман ҡылыҡтар­ҙан алыҫ торайыҡ. Милли рухыбыҙ һынмаһын тип тырышайыҡ: ғаиләлә генә түгел, мәктәптә, урамда саф башҡортса һөйләшәйек. Кү­ренекле әҙиптәребеҙҙең китаптарын уҡыйыҡ, халҡыбыҙҙың рухи хазинаһын – сәнғәтен, мәҙәниәтен яҡшы беләйек, бер һүҙ менән әйткәндә, белемле, зыялы булайыҡ! Кемдең тамырҙарында башҡорт ҡаны аға, күңелендә башҡорт рухы яна, бөтәһенең дә берләшеүе мөһим. Бер тамсынан диңгеҙ була алмағандай, иле, теле өсөн янып көйөүселәр берәм-һәрәм, тарҡау көйө эш сығара алмаясаҡ. Көсөбөҙ – берҙәм, белемле, уяу аҡыллы, ныҡ булыуыбыҙҙа. Шуны онотмайыҡ, милләттәштәр!
Лиана САФИУЛЛИНА,
Т. Күсимов исемендәге Асҡар гимназияһының 10 “Б” класы уҡыусыһы.
Әбйәлил районы.

Сығыу ваҡыты 11-05-2018, 11:56 | Ҡаранылар: 83
|
  • Телебеҙ киләсәге – беҙҙең ҡулда!
  • Телһеҙ халыҡ – тамырһыҙ ағас
  • Телебеҙ йәшәһен, үҫһен!
  • Тел кешенең зиһенен, рухи донъяһын байыта, мәҙәнилеген арттыра
  • Сихри гөлдө – башҡорт телен ҡоротмайыҡ!
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Ҡолаҡ һал!
  • Олатай иҫтәлеге
  • Бейей-бейей оҫтарған
  • Тыңлауһыҙ ҡыҙ
  • Ашыҡтырма, яҙмыш...
  • Рәзиләгә кейәү эҙләү
  • «Өнһөҙ һуғыш»ты оҙаҡҡа һуҙмағыҙ
  • Мәңге йәш булыу сере
  • Министр семьи и труда Башкирии Ленара Иванова и председатель местного Союза пенсионеров высказались о новой пенсионной реформе
  • Ғашиҡтар бер-береһен һүҙһеҙ ҙә аңлай



  • Радио Юлдаш FM