НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Выборы 2018 Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

Илеңдең кәрәкле кешеһе булыу – ҙур бәхет!


Һуңғы дәрес бөтөүен белдереп, ҡыңғырау шылтыраны. Шау-гөр килеп, курсташтарым кабинет ишегенән коридорға һибелде. Кемдер ашыға, кемдер һалмаҡ ҡына атлай... Егет-ҡыҙҙар бер-береһен көтөп, һөйләшеп кейенешеп, һаубуллашып, ҡайтыр юлға сыға.
Ғәҙәттә, колледждан хыялдарға бирелеп ҡайтырға яратам. Тиҫтерҙәремә, йәштәргә ҡағылышлы проблемалар борсой. Бәләкәй саҡтан миңә: «Барыһы ла – үҙ ҡулыңда, яҡшы уҡы, аҡыллы, тәрбиәле булыу һинең үҙеңдән тора», – тигәнде йыш ишетергә тура килде. Ә үҫә төшкәс, был һүҙҙәрҙең дөрөҫлөгөнә нығыраҡ ышана барам.
Һәр кемдең яҙмышы юғарынан билдәләнә, тиҙәр. Ысынлап ошолай булған хәлдә лә, кешенең һәр саҡ һайлау ирке бар. Тормошто мәғәнәле итеү, ер йөҙөндә һәм кешеләр хәтерендә үҙеңдән һуң яҡты эҙ ҡалдырыу тик һинән тора.
Беҙ – ҙур үҙгәрештәр заманы йәштәре. Тормош тулҡындары, үҙҙәренә эйәртеп, ваҡиғаларҙың төрлөһөнә алып барып ташлай. Кем булыуыңа ҡарамаҫтан, теләйһеңме-теләмәйһеңме, һин заман ағымына эйәрергә мәжбүр булаһың.
Уҡыу мәлендә тәнәфестә төркөмдәштәрем менән төрлө темаға әңгәмә ҡорорға яратабыҙ. Тәү сиратта барыбыҙ ҙа киләсәк тормош, уҡыу йортон тамамлау тураһында уйланабыҙ. Яңылыш аҙым яһамау, киләсәктә бәхетле, йәмғиәткә кәрәкле кеше булып йәшәү.
Кеше... Ул һәр ваҡыт төрлө ҡаршылыҡҡа юлығып йәшәй. Ғүмер юлында уларҙы еңергә өйрәнә, һынай-һынала. Һынау-һыналыу осоронда, әлбиттә, тәжрибә лә туплай, аңы ла үҫә, нығый. Көрәш ҡағиҙәһе буйынса, тормошта кемдер еңә, ә бәғзеләр еңелә, онотолғандары ла бар, данға күмелеүселәр ҙә осрай. Шулай итеп, әҙәм балаһы был тормошта үҙ юлын таба, оло бәхеткә ирешә. Ләкин ул, бәхеткә ирештем тип, үҙенең донъялағы иң ҙур байлығын – кешелеклелек сифаттарын юғалтмаҫҡа тейеш.
Кеше булыу ҡыйын түгел, кешелекле булыу ҡыйын. Кеше үҙ-үҙен хөрмәт итергә тейеш. Берәүҙәр матди байлыҡҡа ҡыҙығып, икенселәр эскелеккә бирелеп, кешелек сифаттарын юғалта.
Тормош ни ҡәҙәр ҡатмарлы булһа ла, кеше үҙ яҙмышына үҙе, бары үҙе генә хужа була ала. Йәшәйеше, эш-ғәмәле менән үҙенең исемен аҡлар­ға, ғүмер йылдарын барлағанда, тәрән ғорурлыҡ хисе тойорға тейеш.
Бөйөк шағирыбыҙ Рәми Ғариповтың «Кеше!» шиғырында әйтелгәнсә:
Кеше…
Кешеләргә кәрәк булhын,
Бер ҡайҙа ла артыҡ булмаhын.
Эшләгәндә янып эшләhен дә,
Ял иткәндә көлһөн, йырлаhын.
Һыҡранмаhын тормошонан кеше,
Үҙе биҙәп ҡорhон ул уны.
Ҡыуанhын ул яҡты эҙен күреп
аҡыллы hәм оҫта ҡулының.
Хыялланhын! Янhын!
Ҡанатланhын!
Тынғы белмәй алға ынтылhын.
Һөйhөн! Көйhөн! Күркәм булhын
кеше,
Халыҡ ғәме менән ул тулhын.
Үҙ ҡайғыhын кескәй ҡайғы итеп,
иң ҙур байрам көтөп йәшәhен.
Шундай бай, бәхетле итеп
күрәм киләсәктең матур кешеhен!
Кешеләргә йөрәк йылыһы өләшеп, тормошта үҙ урыныбыҙҙы табайыҡ. Халҡыбыҙға кәрәкле кеше булайыҡ. Тиҫтерҙәрем, белемгә ынтылайыҡ, юғары уңыштарға өлгәшәйек. Маҡсатлы йәшәйек. Ғүмеребеҙҙең ҡәҙерен беләйек. Иманлы булайыҡ.
Беҙ – милләттең киләсәге. Ә киләсәк өмөтлө һәм яҡты булырға тейеш. Уҡыуҙы тамамлап, ҡайҙа ғына эшләһәк тә, тәү сиратта, йәмғиәт, кешеләр һәм илебеҙ файҙаһына хеҙмәт итергә бурыслыбыҙ.
Ил, тел, халыҡ ғәме менән янайыҡ. Илебеҙҙең лайыҡлы шәхестәре булып үҫәйек һәм йәшәйек. Тормошта хәл итә алмаҫлыҡ проблемалар юҡ ул. Барыһы ла үҙебеҙҙең ҡулыбыҙҙа.
Беҙ – Башҡортостандың киләсәге. Был хәҡиҡәтте тиңдәштәрем хәтеренән сығармаһын ине!

Ғәзинур ИҪӘНАМАНОВ,
Салауат мәғариф һәм һөнәри
технологиялар колледжының
1-се курс студенты.

Үҙем тураһында

Мин, Ғәзинур Ғәлийән улы Иҫәнаманов, Салауат ҡалаһында тыуҙым. Тыуған ҡаламдағы мәғариф һәм һөнәри технологиялар колледжының 1-се курсында ғәмәли информатика бүлегендә уҡыйым.
Уҡыуҙа һәм йәмәғәт эштәрендә ҡайнап йәшәйем. Колледжда, республика һәм Рәсәй кимәлендә үткән олимпиадаларҙа ҙур теләк менән ҡатнашам.
Киләсәккә хыялым – белем алып, халҡыбыҙға хеҙмәт итеү.

Сығыу ваҡыты 10-05-2018, 13:07 | Ҡаранылар: 106
|
  • Ваҡыт ҡәҙерен беләйек!
  • Кеше ерҙе биҙәр өсөн тыуа
  • Минең киләсәгем
  • Тыуған еремә кәрәкле кеше булһам ине...
  • Барыһы ла беҙҙең ҡулда, йәштәр!
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


    Борьба с коррупцией

    [/aviable]

  • Ҡолаҡ һал!
  • Ҡорбанлыҡ урлыҡ менән килмәгәнме? Тикшерегеҙ
  • Организм нимә хаҡында иҫкәртә?
  • Һуңлап килгән аҡыл
  • Таңым нуры инең
  • Тәүге һөйөү шундай ҡыҫҡа булды
  • «Уҡыусың рәхмәтле булһын»
  • «Салауат Юлаев» - «Локомотив»! Кем-кемде?
  • Күп балалы бәхет
  • «Алтмыш ҡына»



  • Радио Юлдаш FM