НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

Өлкәндәр, беҙ һеҙҙән өлгө алабыҙ!


Ваҡыт ҡуласаһы алға тәгәрәй: көндәрҙе – айҙар, айҙар­ҙы – йылдар, йылдарҙы быуаттар алмаштыра. Ваҡыт, аҡҡан һыуҙай, һиҙҙермәй генә алға бара, бер дәүерҙе икенсеһе алмаштыра. Тарих үҙгәрә, һәр замандың үҙ йәшлеге, йыры, әҙәбиәте, мәҙәниәте, йолалары, герой­ҙары, шәхестәре була. “Заман башҡа, заң башҡа”, – тип юҡҡа ғына әйтмәгәндер ата-бабаларыбыҙ.

Беҙҙе, йәғни XXI быуаттағы йәш быуынды, тәртипһеҙлектә, ялҡаулыҡта, мәғәнәһеҙ тормош алып барыуҙа, илһөйәрһеҙлектә йыш тәнҡитләйҙәр. Ә быға кем ғәйепле һуң? Был насар ғә­ҙәттәр­ҙе бала кемдән отоп алған, кем уны шулай тәрбиәләгән? Уйлап ҡарағыҙ, хөрмәтле ата-әсәләр, һеҙ түгелме икән? Кемдән бала иң тәүҙә насар һүҙҙәр ишетә, кемдең иң тәүҙә эскәнен, тартҡанын күрә? Өл­кәндәр, матур тәбиғәт ҡосағына ял итергә сыҡҡанда бөтәгеҙ ҙә үҙ артығыҙҙан сүп-сарҙы йыйыштырамы, бөтә ғаиләгеҙ менән театрға йыш бараһығыҙмы һәм, ниһайәт, өйҙә саф башҡортса һөйләшәһегеҙме?
Өлкәндәр, беҙ, балалар, һеҙҙән өлгө алабыҙ! Яңы тәпәй баҫҡан, теле асыла башлаған сабыйҙы ғына алайыҡ. Ул һәр хәрәкәтен, әйткәнен ата-әсәһенә ҡарап башҡара. Хәҙер бөтә балалар ҙа ун дүрт йәштән ҡулдарына паспорт ала, тик был ғына уларҙың ысын кеше булып еткәнен дәлилләмәй. Психо­логтар фекеренсә, кеше тик 16 – 18 йәшендә генә үҙ ҡылыҡтарына тулыһынса яуап бирә башлай. Ә 16 – 17 йәшкә тиклем бала тик ололар әйткәнсә йәшәй йә, киреһенсә, башҡа кешеләр һүҙенә тиҙ ышана һәм улар артынан эйәрә. Иң аяныслыһы – насар кешеләр ҡотҡоһона бирелеп китеүе лә ихтимал. Бына ошо кире күренештәр барлыҡҡа килмәһен өсөн дә һәр ата-әсә иң беренсе нәүбәттә үҙ балалары өсөн үҙе икеләтә яуаплы.
Баланың үҫеше лә тик өлкәндәрҙән, йәғни ата-әсәләрҙән, олатай-өләсәйҙәрҙән тора. Уны тәртипле, аңлы, эшсән итеп тәрбиәләү – һәр ата-әсәнең бурысы.
Ошо урында аҙ ғына үҙ атай-әсәйемде маҡтап китмәй бул­май­ҙыр. Өфө ҡалаһында тыуһам да, иҫ белгән сағымдан уҡ атайым менән әсәйем өйҙә баш­ҡортса һөйләшә, шуға ла, күренекле ғалимыбыҙ Ғ. Хөсәйенов яҙғанса, “...туған башҡорт те­лем – әсә һөтө менән ҡаныма һеңгән...”. Башҡорт теле буйынса конференцияларҙа, олимпиадаларҙа ҡатнашам, призлы урындар яулайым. Тик яҡшы билдәләргә генә өлгәшкән уҡыу­сыларға гимназия буйынса бирелгән грантҡа өс кеше араһында быйыл мин дә лайыҡ булдым. Бына инде күп йылдар Ф. Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ан­самбленең балалар студияһында шөғөлләнәм. Нариман Са­битов исемендәге музыка мәктәбен тамамланым. Киләсәккә матур хыялдар һәм маҡсаттар менән йәшәйем. Шулай ҙа төп маҡсатым – үҙ туған башҡорт телемде балаларыма тапшырыу.
Әлбиттә, бөтә ғәйепте оло­лар­ға япһарыу ҙа гонаһ булыр ине. Үҫә килә һәр кем үҙенең ҡылыҡтары, холҡо, йәшәйеше өсөн үҙе яуаплы. Тиҫтерҙәрем, алдына оло маҡсаттар ҡуйып, яманды яҡшынан айырып, тыуған еребеҙ – Башҡор­тостандың лайыҡлы шәхестәре булып үҫһен ине. Илебеҙ имен, ҡояшыбыҙ яҡты, өҫтәлдәребеҙ һыйға бай, өҫтөбөҙ бөтөн – йәшәр, эшләр өсөн бар мөмкинлек тә етерлек. Ә алдыбыҙҙа торған берҙәм дәүләт имтихандары беҙгә артыҡ ялҡауланмаҫҡа сәм бирә торған ваҡ мәшәҡәт кенә. Иң оло имтихан – был яҡты донъяла Кеше тигән оло исемгә тап төшөрмәй, иманлы булып, халҡыңа ярҙам итеп, саф күңел менән йәшәү!

Камила ЯҠУПОВА,
3-сө гимназияның 10-сы класс уҡыусыһы.

Өфө ҡалаһы.

Сығыу ваҡыты 19-05-2017, 15:18 | Ҡаранылар: 128
|
  • Балаларығыҙ сәләмәт булһын тиһәгеҙ...
  • Милли байлыҡты онотмайыҡ
  • Сихри гөлдө – башҡорт телен ҡоротмайыҡ!
  • Тыуған еремә кәрәкле кеше булһам ине...
  • Күңеле лә, уй-хыялдары ла яҡты
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Исемең матур, кемдәр ҡушҡан, Һине күреп кем туйған…
  • Дилә ИШБАЕВА.
  • “Кеше үлемендә минең дә ғәйебем бар...”
  • “Уның үлемен теләп йәшәнем...”
  • Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?
  • Үҙҙәре «һауын»ға әйләнеп бара...
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (3.11.2017)
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (10.11.2017)
  • Донъяһына күрә түрәһе
  • Ләйсән Ҡаразбаева хәбәр итә:



  • Радио Юлдаш FM