НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

Ваҡыт ҡәҙерен беләйек!


Ғүмер... Ҡайҙа был тиклем ашығаһың? Сәғәт телдәре бер туҡтамай алға елә лә елә. Ваҡыттың уҙғанын һиҙмәй ҙә ҡалабыҙ. Кешеләр һәр ваҡыт тормошҡа ашырҙай ҙа, ашмаҫтай ҙа матур хыялдар менән йәшәй. Берәүҙәр яҡшы уҡыу, йәшәү хаҡында хыялланһа, икенселәр белем алып, эш табып, матур тормош ҡороуҙы маҡсат итә. Күп осраҡта ваҡыт үтеү менән бергә хыял-маҡсаттар ҙа үҙгәрә, бала саҡта мөһим кеүек тойолған нәмәләр яйлап онотола, әһәмиәтен юғалта.

Был донъяла ваҡытында үҙ-үҙен таба алмай, урманда аҙашҡан шикелле бер урында әйләнеүселәр, кешелектән сығып, эскелек һаҙлығына батыусылар, наркомания ҡоллоғона эләгеүселәр, фәхишәлек юлына баҫыусылар, ауырыуға һабышыусылар күп. Кешеләрҙең кемеһелер үҙ ваҡытын дөрөҫ бүлгән, һоҡланырлыҡ тормош юлы үткән, ә бәғзе берәүҙе үҙ туғандарынан башҡа иҫләүсе лә юҡ. Ундайҙар үҙҙәренең ҡиммәтле ваҡыттарын бушҡа әрәм итә. Улар нисек бар шулай йәшәй, теләһә нисек тормош алып бара, үҙ мөмкинлектәрен файҙаланмай.
Кеше теләһә, күпте эшләй ала. Әгәр беҙҙең ваҡыт дөрөҫ бүленеп, эшебеҙ дөрөҫ ойошторолған булһа, күп нәмәгә өлгәшер инек. Ваҡыттың ҡәҙерен белмәгән кеше, ни тиклем һәләтле булһа ла, тормошта юғалып ҡаласаҡ.
Һәр кем ғүмер буйы нимәлер көтөп, шуға ынтылып йәшәй. Иртәгә киләсәк көн бөтөнләй икенсе, еңелерәк үтер­ҙәй күренә, тик беҙ онотолоп китәбеҙ. Бына бөгөн булған ваҡиғалар башҡаса бер ҡасан да ҡабатланмаясаҡ. Кем­дәрҙер менән танышып, һөйләшеп торһаҡ, аҙаҡ уны ғүмерҙә лә күрмәйәсәкбеҙ. Үткән ваҡытҡа йомғаҡ яһап та, унан фәһем алырға тырышмай, тағы ла нимәлер көтәбеҙ.
Ваҡытын дөрөҫ үткәргән кеше өлгөһөнән беҙ һәр минут, һәр сәғәт эсендә нимәлер эшләп була икәнен күрәбеҙ. Минеңсә, ваҡыт етмәүҙең төп сәбәбе – эште дөрөҫ ойоштормауҙа. Үҙебеҙҙең һәм башҡаларҙың ваҡытына һаҡсыл ҡарашта булайыҡ. Уны ҡәҙерләргә мәктәптә уҡығанда уҡ өйрәнергә кәрәк. Сөнки уҡыу йылдарыбыҙ бик тиҙ үтә, ә беҙ киләсәк тормошҡа әҙерләнәбеҙ.
Хәҙерге заманда ваҡыт ҡәҙере бигерәк тә мөһим, хатта аҡсанан да артығыраҡ. Ваҡытыбыҙҙың ҡәҙерен белеп, дөрөҫ файҙаланып, илебеҙгә файҙа килтерерҙәй кешеләр булып, тормош юлын үкенмәҫлек итеп үтһәк ине. Ошо мәлдән ваҡыттың беҙ белмәгән өр-яңы ғүмер минуттары көтә.
Күҙ асып йомған арала
Үтә лә китә ваҡыт.
Нимә генә эшләһәң дә,
Булмай уны туҡтатып.
Һәр көнөңдө файҙалы
Үткәрергә һин тырыш.
Изге эштәр күберәк ҡыл,
Бүтәндәргә лә булыш.
Һәр нәмәнең ҡәҙерен
Ваҡытында белегеҙ!
Үткәнгә ҡайтып булмай,
Аҙаҡ үкенерһегеҙ!

Гөлиә АЙЫТБАЕВА,
Әбделмәмбәт мәктәбенең 11-се класс уҡыусыһы.
Бөрйән районы.

Сығыу ваҡыты 19-05-2017, 15:17 | Ҡаранылар: 124
|
  • “Мин һаман да төштәремдә осам”
  • Мине киләсәк борсой
  • Һин үҙ юлыңды үҙең һайлайһың!
  • Тыуған еремә кәрәкле кеше булһам ине...
  • «Бер генә көн дә бушҡа үтмәһен!»
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Исемең матур, кемдәр ҡушҡан, Һине күреп кем туйған…
  • Дилә ИШБАЕВА.
  • “Кеше үлемендә минең дә ғәйебем бар...”
  • Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?
  • Үҙҙәре «һауын»ға әйләнеп бара...
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (3.11.2017)
  • Донъяһына күрә түрәһе
  • Ләйсән Ҡаразбаева хәбәр итә:
  • Бала тәрбиәләүсе ғаиләләр өсөн ташламалар һәм пособиелар
  • Кешегә исем бүләк итәләр



  • Радио Юлдаш FM