НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

Тыныс тормошто ҡәҙерләйек


Яҙҙың тәбиғәтте ҡышҡы йоҡоһонан тамам уятҡан май айы ла килеп етте. Үҙенең бик күркәм байрамы – Еңеү көнө менән ҡәҙерле ул май. Быйыл беҙ 72-се мәртәбә тыныс тормошло айҙы ҡаршыланыҡ.

Тыныслыҡта йәшәһәк тә, беҙ һуғыш килтергән аһ-зарҙы онотмаҫҡа бурыслы. Һәр кем илен һөйөргә, уға азатлыҡ теләргә, илгә ҡурҡыныс янаһа, уға үҙен арнарға, йәнен фиҙа ҡылырға әҙер торорға тейеш. Был хис тәү ауаз биргәндән, тәү өйрәнгән хәрефтән һалына, саф, керһеҙ йөрәгебеҙҙән шытып сыға.
Беҙ хәҙер тыныс тормошта, «зәңгәр экран» аша Ҡыҙыл майҙанда үткән хәрби парад­тар­ҙы тулҡынланып ҡарайбыҙ. Яугирҙарға ҡуйылған обелисктарға, һәйкәлдәргә аллы-гөллө сәскәләр һалабыҙ. Тарих дәрестәрендә ата-олатай­ҙарыбыҙ­ҙың ҡаһарманлығы тураһында мөкиббән китеп уҡыйбыҙ. Һәр ғаилә үҙенең батыры менән ғорурлана ала.
Мин ҡартатайым, Бөйөк Ватан һуғышы геройы Әбделхай Хәлфетдин улы Фәйезов хаҡында яҙырға булдым. Ул Әбйәлил районының Үтәгән ауылында 1922 йылда тыуа. Комбайнсы булып эшләй. 1941 йылдың сентябрендә фронтҡа алына. Сос башҡорт егетен тәүге көндән күреп, разведчиктар курсына уҡырға ебәрәләр. Олатайыма «Батырлыҡ өсөн», «Сталин­градты һаҡлаған өсөн» миҙалдары, «Отличный разведчик» знагы тапшырыла. Ул шулай уҡ Ҡыҙыл Йондоҙ, 3-сө, 2-се дәрәжә Дан ордены, 2-се дәрәжә Бөйөк Ватан һуғышы ордены кавалеры. Һуңғы разведка заданиеһын уңышлы үтәгәндән һуң олатайымды 1-се дәрәжә Дан орденына тәҡдим итәләр.
Батыр разведчик 1968 йылда мәрхүм була.
Беҙ элекке һәм әле яныбыҙҙа булған батырҙарыбыҙҙы онотмаҫҡа тейешбеҙ. Улар тыныс тормош, аяҙ күк йөҙө өсөн үҙ ғүмерҙәрен биргән. Ата-бабаларыбыҙҙың милләтебеҙҙе һаҡлар өсөн күргән ауырлыҡтарын оноторға хаҡыбыҙ юҡ. Беҙ улар­ҙың йөҙө, вариҫы булып татыу йәшәргә бурыслыбыҙ.

Гөлдәр ФӘЙЕЗОВА,
Амангилде мәктәбенең 9-сы класс уҡыусыһы.
Әбйәлил районы.

Сығыу ваҡыты 19-05-2017, 15:16 | Ҡаранылар: 109
|
  • Ҡартатайым менән ғорурланам
  • Юбилей миҙалдары тапшырыласаҡ
  • Йөҙйәшәр атайыбыҙ
  • Күсәрбай ҡаһарманы
  • Яугир ҡартатайым
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Исемең матур, кемдәр ҡушҡан, Һине күреп кем туйған…
  • Дилә ИШБАЕВА.
  • “Кеше үлемендә минең дә ғәйебем бар...”
  • Үҙҙәре «һауын»ға әйләнеп бара...
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (3.11.2017)
  • Донъяһына күрә түрәһе
  • Ләйсән Ҡаразбаева хәбәр итә:
  • Бала тәрбиәләүсе ғаиләләр өсөн ташламалар һәм пособиелар
  • Кешегә исем бүләк итәләр
  • Иҙел бит ул...



  • Радио Юлдаш FM