НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

Үткәндәрҙе буйлап, киләсәкте уйлап…


Мин, Айнур Тунасов, Көйөргәҙе районының Таймаҫ ауылында тыуҙым. Күренекле яҙыусы Рәшит Солтангәрәев исемен йөрөткән гимназияның 10-сы синыфында уҡыйым. Теләгем – Башҡорт дәүләт аграр университетына уҡырға инеү, төплө белем алып, халҡыбыҙға хеҙмәт итеү. Ғаиләмә килгәндә, атайым – механизатор, әсәйем – уҡы­тыу­сы. Апайым Башҡорт дәүләт медицина университетын тамамларға йөрөй.
Ауылым Көйөргәҙе йылғаһы буйында, иҫ киткес йәмле төбәктә урынлашҡан. Уның тирә-яғын мең-мең төрлө үлән үҫкән туғайҙар, уңдырышлы иркен баҫыуҙар, ҡылғанлы убалар, ҡоштарға бай ҡайын сауҡалығы, сылтырап йылғаға ағып төшкән шишмәләр урат­ҡан. Таймаҫ һыуын ауылым халҡы ғына эсеп кинәнмәй, уны Өфөлә лә, башҡа ҡалалар­ҙа ла үҙ итәләр.
Ошо йәмле төбәктә, матур ауылда йәшәүемә ҡыуанам. Ауылымдың матур ғына түгел, бай тарихлы икәне, батырҙар төбәге булыуы менән дә ғорурланам. Борон ата-бабаларыбыҙ был ергә Урал артынан килгән.
Үҙем Бөрйән ырыуынан,
Йәшәйем мин Таймаҫта.
Эскән һыуым – Көйөргәҙе,
Ағасым – имән, ҡошом –
бөркөт,
Оран һалһам: «Тоҡсаба!»,
Дошмандар китер өркөп.
Тамғам булыр Яғылбай,
Шәжәрәм минең бик бай.
Нәҫелебеҙҙең тамыры 1685 йылда тыуған Ямат Бикәевҡа барып тоташа. Айыҡ аҡылы, тура һүҙе, ҡыйыу холҡо менән ырыуҙаштары араһында ҙур абруй яулаған шәхес халҡыбыҙҙың азатлығы өсөн барған ихтилалдарҙа ҡатнаша. 1740 йылдың 16 мартында Минзәлә төрмәһендә батша сатраптары язалап үлтерә. Улы Абдулла Яматов 1724 – 1784 йылдарҙа йәшәгән. Абдулланың улы Аҡҡужа 1753 йылда тыуған.
Беҙҙең тоҡом һәм фамилия Аҡҡужаның улы Тунастан башлана. Был күренекле шәхес 1770 – 1816 йылдарҙа ғүмер кисергән. Ул 14-се класлы дистанция начальнигы чинында хеҙмәт итә. Яйыҡ йылғаһы буйындағы Ырымбур сик һыҙығына башҡорт командаларын алып барып урынлаштырыу эштәрен башҡара. Шәжәрәбеҙҙе дауам итеп, бөгөнгөнө тоташтырһаҡ: Тунас – Ғәбделбәшәр – Әбүталип – Ғилметдин – Мансур – Илнур – Айнур. Мин – унынсы быуын. Нәҫелебеҙ ҡоромаҫ, үҙемдең улдарым, ейән-бүләләрем уны дауам итер, тип ышанам.
Ырыуҙаштарым 1812 йылғы Ватан һуғышында фран­цуздар­ҙы тар-мар итеп, Парижға барып еткән. 1877 – 1878 йылдарҙа рус-төрөк һуғышында 18 ауылдашым ҡатнашҡан, улар араһында Хөснулла Тунасов (1852 йыл), Олоҡман Солтангәрәев (1855 йыл), Вәлиәхмәт Яматов булған. 1904 – 1905 йылдар­ҙағы рус-япон һуғышына Таймаҫтан 72 ир-егет алынған, улар араһында Хәмиҙулла (1877 йыл) менән Абыҙгилде (1880 йыл) Тунасовтар булған. 1914 – 1918 йылғы Беренсе донъя һуғышында, 1918 – 1919 йылғы граждандар һуғышында Тай­маҫтан 107 кеше ҡатнаш­ҡан, улар араһында Тунасов­тарҙан 6 кеше булған. Шул иҫәптә олатайым Әбүталип та бар.
Быйыл беҙ Еңеүҙең 70 йыллығын байрам итәбеҙ. Илебеҙ азатлығын һаҡлар өсөн фронт­ҡа Таймаҫтан 91 ир-егет, шул иҫәптән олатайым Ғилметдин дә киткән. 43 яугир яу ҡырында ятып ҡалған. Хәҙер инде иҫән ҡайта алғандары ла фани донъянан китеп бөттө. Яу һәм тыл ҡаһармандарының исеме ауыл уртаһындағы һәйкәл ташына уйылған. Улар беҙҙең күңелдәребеҙҙә, киләсәк быуындарҙың хәтерендә лә һаҡланырға тейеш.
Мин өс китапты бигерәк тә ҡәҙерләп һаҡлайым, йыш ҡулыма алам, әле бер, әле икенсе ерҙәрен табып, йотлоғоп уҡыйым. Ауылдашым, күренекле скульптор Өлфәт Ҡобағошовтың «Таймаҫ ауылы (Бөрйән улусының айырым биләмәһе)», нәҫелдәшем, күренекле юрист, журналист, йәмәғәт эшмәкәре Әмир Солтангәрәевтың «Таймас (прошлое и настоящее)» һәм «Яҙмыш» китаптары. Уларҙа тыуған яҡ, ил тарихы, халҡыбыҙ яҙмышы сағылдырылған.
Ҡайһы ауыл тарихы тура­һында өс китап бар әле? Был баҫмаларҙа меңәрләгән факт, документ килтерелә, кеше яҙмышы һүрәтләнә. Авторҙар эҙләнеп, табыш-асыштар яһап, шуларҙы күләмле китаптар итеп сығарып, ауылдаштарыма баһалап бөткөһөҙ хеҙмәт күрһәтте. Бындай шәхестәр Таймаҫта киләсәктә лә тыуырына инанам.
Ауыл, ғөмүмән әйткәндә, элек-электән телгә, әҙәбиәткә, сәнғәткә һөйөү тәрбиәләү нигеҙе булған һәм әле лә шулай. Бөтә күренекле шәхестәр сығышы менән ябай ауылдан. Таймаҫтың тарихына күҙ ташлаһаҡ, унан кемдәр генә сыҡмаған – яҙыусы Рәшит Солтангәрәев, шағирәләр Зөһрә Ҡотлогилдина, Миң­легөл Хисамова, яҙыусы Мар­сель Искәндәр, журналистар Юнир Кинйәбаев, Роза Ҡо­бағошова, Миңниса Баһума­нова, Закир Әкбәров, композитор Айрат Ҡобағошов, музыканттар Йәүҙәт Усманов, Мәүлиҙә һәм Фәриҙә Ҡобағошовалар, ғалимдар Илдус Ибраһимов, Зөфәр Әҙеһәмов, Нуриман Ҡоба­ғошов, Фәйез Ҡыуандыҡов, Диҡҡәт Бураҡаев, скульптор Өлфәт Ҡобағошов, юрист Әмир Солтангәрәев, полковник Миңлеғәли Абдуллин, хужалыҡ етәксеһе Мырҙағәли Байғотлин, күренекле уҡытыу­сы Хәҙисә Кинйәбаева, партия эшмәкәре Әхсән Рәхмәтул­лин, архитектор Шамил Юлаев, табибә Мөнирә Хә­бибуллина һәм башҡалар…
Уларҙың тормош юлын ҡарап, үҙемдең һәм беҙҙең быуындың киләсәген уйлайым. Юғары маҡсатҡа ынтылып йәшәгән тиҫтерҙәремдең исемдәрен барлайым. Ара­ларынан иң сағыу шәхес Әмир ағайҙың улы Булат Солтан­гәрәев булғандыр. Бына-бына гимназияны та­мамлайым, Мәскәү дәүләт университетына уҡырға инәм, киләсәктә юрист-ғалим булам, тип ашҡынып йөрөгән егеттең ғүмере фажиғәле өҙөлөүе Солтангәрәевтар ғаиләһе өсөн генә түгел, бөтә Таймаҫ өсөн ҙур ҡайғы булды. Тыныс йоҡла, Булат, беҙ – һинең замандаштарың, һинең уй-ниәттәреңде тормошҡа ашырырға, халҡыбыҙҙың яҙмышына, булмышына битараф булмаҫҡа, киләсәген ҡайғыртып йәшәргә һүҙ бирәбеҙ!
Мине, бөтә тиҫтерҙәрем һымаҡ уҡ, республикамдың, халҡымдың, милләтемдең киләсәге борсой. Бөтә Рәсәйҙә килеп тыуған үҙгәрештәр беҙҙә айырыуса ныҡ сағыла. Минеңсә, халҡымдың киләсәге, төйәге – ауылдар иң отошһоҙ хәлдә ҡалды. Хәҙерге ваҡытта бюджет аҡсаһын экономиялау сараһының береһе булып модаға ингән ҡулайлаштырыу (оптимизация) тора. Иң аяныслыһы – белем биреү һәм һаулыҡ һаҡлау учреждениелары ҡыҫҡартыла. Балаларҙы һәм ауырыуҙарҙы, һарыҡ башын һанаған һымаҡ һанап, бер уҡытыусыға – шул һанлы бала, бер табипҡа шул һанлы ауырыу булырға тейеш тигән төшөнсә башыма һыймай! Ауыл хужалығында үткәрелгән реформаларҙан һуң былай ҙа бушап ҡалған ауылдарҙа был һанды нисек тап килтереп булһын инде! Ере барҙың ғына иле бар, иле барҙың ғына йыры бар, тип әйтелә бит халыҡ мәҡәлендә.
Икенсе борсоған проблема – наркомания һәм эскелек. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һуңғы ваҡытта «спайс» тигәнде күп ишетергә тура килә. Уның нимә икәнен барыбыҙ ҙа яҡшы белә. Минеңсә, үҙ тарихын, мәҙәниәтен, йолаларын, ба­тыр­ҙарын белгән, тыуған ере киләсәген уйлап, уның проблемалары менән янып йәшәгән, белемен үҫтерергә теләгән үҫмер бер ваҡытта ла ул әшәке нәмәләрҙе ҡулланмаҫ!
Шуныһы ҡыуандыра: илдә патриотик тәрбиәгә ҙур иғтибар бирелә. Былтыр үткән Ҡышҡы Олимпия уйындарын ғына алайыҡ. Беҙҙең халыҡ ниндәй ғорурлыҡ һәм ҡыуаныс кисерҙе! Ҡырымдың ҡайтыуы, ГТО-ның ҡайтанан тергеҙелеүе быға тағы бер дәлил.
Беҙҙең халыҡ – берҙәм халыҡ. «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!», шәжәрә байрамдары һәм башҡа яңы йолаларҙы тергеҙеү, бейеү, йыр конкурс­тары, балалар араһында ижади конкурстар, йәш сәсәндәр бәйгеһе кеүек саралар, туған телебеҙҙә телерадиотапшырыуҙарҙың булыуы ки­ләсәгебеҙгә өмөт уята. Беҙ ошоларҙы дауам итергә бөтә көсөбөҙҙө һалып әҙерләнергә тейешбеҙ!
Айнур ТУНАСОВ,
Рәшит Солтангәрәев исемендәге гимназияның 10-сы синыф уҡыусыһы.
Көйөргәҙе районы,
Таймаҫ ауылы.

Сығыу ваҡыты 22-05-2015, 13:55 | Ҡаранылар: 848
|
  • Илүзә ВАХИТОВА: “Хыялдарымдың тормошҡа ашыуын теләйем!”
  • “Ерҙә кеше йәшәй икән, теле лә йәшәй…”
  • Кеше ерҙе биҙәр өсөн тыуа
  • Минең шәжәрәм. Булат Солтангәрәев
  • Булат Солтангәрәев ҡыҫҡа ғына ғүмерен мәғәнәле йәшәне
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • “Уның үлемен теләп йәшәнем...”
  • Еҙнәм инең (хикәйә)
  • “Кеше үлемендә минең дә ғәйебем бар...”
  • Мин һәр саҡ табип хатаһы ебәреүҙән ҡурҡа инем...
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (10.11.2017)
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (17.11.2017)
  • Ләйсән Ҡаразбаева хәбәр итә:
  • Татлы һөйөүҙән кем туйған?
  • ҺАБАҠ (хикәйә)
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (24.11.2017)



  • Радио Юлдаш FM