НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » Тиҫтерҙәрем, һеҙгә әйтәм... Тыуған тупраҡтан көс алайыҡ

Тиҫтерҙәрем, һеҙгә әйтәм... Тыуған тупраҡтан көс алайыҡ


Олатайым менән өләсәйем өйҙәрен, әкиәттә һүрәтләнгәнсә, бигерәк матур, хозур, мөғжизәле урынға һалған. Ҡапҡа алдынан ғына, берсә уйланып, берсә моңланып, ә ҡайһы саҡта дәртләнеп, дәһшәтләнеп Әй йылғаһы аға, артта – серле мәмерйәле мәғрур Тәшкеләт тауы. Бына ошо өйҙә үткән дә инде мәктәпкәсә саҡлы бәхетле, вайымһыҙ бала сағым. Өләсәйемдең әсәһе Вәҡифә ҡартәсәйемдең йылы ҡосағында ел-дауыл теймәйенсә телем асылған.
Ҡәртнәйем һамаҡлаған шиғыр, йыр, әкиәттәр һаман да ҡолаҡ төбөмдә яңғырап тора. Эйе, бала саҡта тәүге һүҙең әйтелгән туған телең бигерәк тә ҡәҙерле, яҡын, матур яңғырашлы була шул. Өй алдындағы ҡаҙҙар ҙа ошо телдә ҡаңғылдай, кәртәләге турғайҙар ҙа ошо телдә сыҡылдай, Тәшкеләттең ҡайынындағы кәкүктә лә ошо тел – “кәкүк-кәкүк”, өләсәйҙең тыңлауһыҙ кәзәкәйе лә – “мә-мә-мә”, минең иң яҡын дуҫым Аҡбай ҙа, ҡойроғон болғап, “һау-һау” тип башҡортса сәләмләй.
Ауылда уҡыған саҡта мине тел, милләт, киләсәк, сәләмәт тормош кеүек проблемалар артыҡ борсоманы. Өфө полиграфия колледжында уҡый башлағас, башҡорт теле дәресендә тел, милләт мәсьәләләре уйға һалды.
Төрлө милләт балаларының башҡорт теленә ҡарата фекере лә төрлөсә булып сыҡты. Беренсе дәрестә үк, апайым Фәнгизә Рафаил ҡыҙы Нафиҡова өйрәткәнсә (Өфөнөң Киров районының 3-сө гимназияһының башҡорт теле уҡытыусыһы. Әйткәндәй, ул Булат Солтан­гәрәевты биш йыл тел матурлығына өйрәткән булған), үҙемде лидер итеп тойоп, бар яҡтан да өлгө булырға кәрәклеген аңланым. Бейеү һәм йыр түңәрәктәренә яҙылдым. Колледж тарихында ғүмерҙә лә ишетелмәгән башҡорт йырын, бейеүҙәрен иптәштәремә өйрәттем. Хәҙерге көндә һәр кисәлә сәхнәлә башҡорт йыры яңғырай, бейеүҙәре иҙәндәрен һелкетә. Тиҫтер ҡыҙҙарға, һәр ерҙә лә алдынғы булып, үҙ фекерегеҙҙе ҡурҡмайынса, аҡыллы һәм дәлилдәр менән еткерергә өйрәнегеҙ, тип әйтке килә. Ваҡытығыҙҙы ҡыҙыҡлы һәм шул уҡ ваҡытта файҙалы итеп үткәрегеҙ.
Ауыл ҡыҙҙары, ҡалаға килгәс, нисектер үҙҙәрен сәйер тота. Ҡайһылары үҙ-үҙенә йомолоп, ситтә йөрөй, бәғзеләре “текә” күренер өсөн ауыҙына тәмәке ҡаба, ҡыҫҡа итәкле кейем кейә. Минеңсә, егеттәрҙең алдында үҙҙәрен бик ирәбе тотоуына ҡыҙҙар үҙҙәре ғәйепле. Май айы етеү менән ҡала ла, ауыл да ярым шәрә йөрөүсе ҡатын-ҡыҙ менән тула. Аҙаҡтан шул уҡ ҡыҙҙар, егеттәр бәйләнде, көсләй яҙҙылар, тип илай. Шуға ла әҙәпле, тәүфиҡлы булығыҙ, бөхтә, таҙа, килешле итеп кейенергә өйрәнегеҙ.
Башҡорт ҡыҙҙарының үҙҙәрен тотошо – мине борсоған проблемаларҙың береһе. Йәй көнө бер нисә тапҡыр ауыл клубына сыҡтым. Үҙ йәштәштәрем араһындағы ҡыҙҙарҙың егеттәргә эйәреп эсеп-тартып йөрөүе борсоуға һалды. Йәш ваҡыт кешегә бер тапҡыр ғына бирелә, ошо мәлде йәмһеҙләп, алкоголь, тәмәке еҫе аңҡытып йөрөү гүзәл зат ғәҙәте түгел икәнен бөтәһе лә аңлаһа ине. Ауыл мәктәптәрендә, егет-ҡыҙҙарҙың башына насар уйҙар килмәһен өсөн, күберәк төрлө түңәрәктәр (бейеү, йыр, ҡул эштәре) булдырырға кәрәк. Ҡустыларым Арыҫлан менән Нурислам­ға кистәрен спорт залында шөғөлләнеү оҡшай.
Тәмәке тартып, иҫерткес эсемлектәр ҡулланып, берәүҙең дә маҡталғаны юҡ әле. Улар тик тәнеңде һәм йәнеңде генә бөтөрә, кешелектән сығара. Ғөмүмән, егеттәр ундай ҡыҙҙар менән бер-ике генә көн үткәрә лә, аҙаҡтан юҡҡа сыға.
Ауыл йәштәре, эш юҡ, тип бәлә һалырға ярата. Ә ниңә шул уҡ ауылда үҙ эшеңде асмаҫҡа? Хөкүмәт тә ярҙам итә, кредиттар, субсидиялар бирелә. Беҙҙең ауылда мал-тыуар аҫраусылар, магазин тотоусылар бар, ә бына йәшелсә-емеш үҫтереп халыҡты кинәндереүселәр юҡ. Яҡын-тирәлә күп ер эшкәртелмәй, буш ята. Бик тырышҡанда, был эште яйға һалып булыр ине. Йәштәр, ҡалаға килеп, бөтә аҡсаһын кеше фатирына түләп, кемделер байытып, баҙарҙа һатыу итеп торғансы, ауылдағы буш ятҡан ергә йәм һәм йән биреп, үҙ эшен асһа ине.
Тиҫтерҙәремдә аптыратҡан тағы бер нәмә бар. Беҙҙең арала “Мин башҡорт!” тип күкрәк ҡағыусылар етерлек. Ә бына улар шул тиклем компьютерға һалынды, китапты асып та ҡарамай. Башҡорт әҙәбиәте әйтеп бөткөһөҙ бай, тәрән йөкмәткеле бит ул! Ниндәй генә яҙыусы, шағирҙы алмайыҡ, ижадында тормош мәғәнәһе, йәшәү асылы сағыла, үҙеңде ҡыҙыҡһындырған күп һорауға яуап алыу мөмкинлеге бар. Уларға һоҡланмау мөмкин түгел! Әҙиптәрҙең ижадын хөрмәт итмәү үҙ әсәбеҙҙе һанламау, туған телебеҙҙе белмәү, илебеҙҙе һатыу, еребеҙгә хыянат итеү менән бер. Йәштәр, күберәк уҡығыҙ. Китаптарҙан тормош мәғәнәһен, йәшәү асылын табырһығыҙ.
Миңә Зәйнәб Биишеваның тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған хәтер кисәһендә булыр­ға тура килгәйне. Экранда оло әҙибәбеҙҙең һүрәтен күргәс, күҙҙәргә ирекһеҙҙән йәш тығылды. Ул, әйтерһең дә, тере, һаман да беҙҙең арала. Кисәгә йыйылған уҡыусыларына ҡарап, экран аша былай тип өндәште: “Эшләргә, ижад итергә мин төп көстө, илһамды халҡымдан алам. Бына һеҙ ярҙам итәһегеҙ миңә. Әйҙәгеҙ, минең оло йөрәкле халҡым өсөн ҡул сабайыҡ”. Залда ултырған бар халыҡ был һүҙҙәрҙе аяҡ өҫтө тороп тыңланы. Бөйөк шәхестәр Салауат Юлаев, Аҡ­мулла, Зәки Вәлиди, Шәйехзада Бабич, Зәйнәб Биишева, Мостай Кәрим, Рауил Бикбаев ижад иткән, аралашҡан телдә һөйләшеүемә ғорурланып ултырҙым. Ә мәктәптә бергә уҡыусы дуҫтарымдың, үҙҙәре башҡорт булып та, телде белмәүе – бик тә аяныс хәл, нисектер улар иң ҙур байлыҡтан мәхрүм ҡалған кеүек. Туған телен, халҡын сикһеҙ яратҡан кешеләр генә иң юғары исемгә лайыҡ. Ошо яҡты донъяға тыуғанда йән, әсә һөтө менән ингән телебеҙгә ҡарата миһырбанлы, иғтибарлы, ихтирамлы булһаҡсы. Йәштәр, башҡорт булыуығыҙҙан оялмағыҙ, балаларығыҙға ла өйрәтегеҙ.
…Йәй көнө апайым, өләсәйем, әсәйем, ҡустыларым менән урманға еләк йыйырға барабыҙ. Биҙрәләрҙе тултырабыҙ, саф һауа һулайбыҙ, күҙ яуын алырҙай сәскәләрҙең хуш еҫен еҫкәп, баш әйләнә. Үҙем дә һиҙмәҫтән еләктәр, сәскәләр, ағастар, үләндәр, ел менән әңгәмә ҡора башлайым.
– Эй, еләктәр, ошондай телеңде йоторлоҡ тәмде һеҙ ҡайҙан алаһығыҙ?
– Ерҙән, тыуған ер тупрағынан… – тип яуап бирә улар миңә.
– Эй, сәскәләр, ошондай күҙ ҡамаштырырлыҡ төҫтәрҙе һеҙгә кем бүләк итте?
– Еребеҙ, тыуған ер тупрағы… – тип йылмая улар.
– Эй, ағастар, һомғол ҡайындар, йөҙйәшәр ҡарағайҙар, һеҙ ҡайҙан көс алаһығыҙ?
– Ерҙән, тыуған ер тупрағынан… – тип шаулаша улар.
Ииии, матурҡастарҙы, тыуған ер тәмен, имен, шифаһын белә бит улар! Дуҫтарым, Башҡортостанымдың киләсәк быуыны, тыуған тәбиғәтебеҙҙе һаҡлайыҡ! Йылғаларҙы, күл­дәр­ҙе бысратмайыҡ! Ҡоштарҙы, хайуандарҙы юҡ итмәйек! Матур тәбиғәтебеҙ беҙҙән һуң да шулай хозур, бай, мәңге тере ҡалһын!
Кеше шәхес булып йәшәһен өсөн уға иң тәүҙә айыҡ аҡыл, яҡшы белем, сәләмәт тормош менән үҙ ерендә ныҡлы итеп баҫып торор­ға кәрәк. Тик шул саҡта ғына еребеҙ ҙә сәскә атыр, беҙҙән, йәш быуындан, сәләмәт балалар тыуыр. Туған телебеҙ ҙә балаларыбыҙға, ейән-ейәнсәрҙәребеҙгә аманат булып күсер, билдәле әҙиптәребеҙҙең дә ижад емештәре быуаттарҙан-быуаттарға мираҫ булып ҡалыр!

Юлиә ХӘМИҘУЛЛИНА,
C. Бикеев исемендәге һөнәри колледж уҡыусыһы.
Өфө ҡалаһы.

Сығыу ваҡыты 22-05-2015, 13:54 | Ҡаранылар: 1031
|
  • Телебеҙҙән оялмайыҡ!
  • Сихри гөлдө – башҡорт телен ҡоротмайыҡ!
  • Башҡортлоҡтан оялма
  • Барыһы ла беҙҙең ҡулда, йәштәр!
  • Үҙ булмышыбыҙға хыянат итмәйек
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • Еҙем-Ҡарандарға оят!
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • Ҡырау төшөүе ихтимал
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!



  • Радио Юлдаш FM