НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

Һин үҙ юлыңды үҙең һайлайһың!


Ҡыш… Яратам ошо миҙгелде. Бар донъя аҡлыҡҡа, сафлыҡҡа күмелгән. Гүйә еребеҙ емелдәп торған, ҡиммәтле таштарҙан тегелгән аҡ күлдәк кейгән. Шундай йәмле көндәрҙең береһендә, 1998 йылдың 9 февралендә, Бөрйән районының Аҫҡар ауылында, атай-әсәйемдең тәүге мөхәббәт емеше булып донъяға килгәнмен.
Исемем есемемә тап килгәндәй, һәр ваҡыт көлөп-йылмайып йөрөгән ябай башҡорт ҡыҙымын. Әлеге ваҡытта 11-се класта уҡыйым. Яҡшы билдәләргә генә өлгәшәм, мәктәптәге төрлө сараларҙа, олимпиа­далар­ҙа ҡатнашам. Волейбол, баскетбол уйнайым. Буш ваҡытымда бейергә, төрлө китаптар уҡырға, шиғырҙар ҙа яҙырға яратам. Киләсәктә илемә кәрәкле, файҙалы кеше булырға тырышам. Һеҙҙең иғтибарығыҙға “Һин үҙ юлыңды үҙең һайлайһың!” исемле мәҡәләмде тәҡдим итәм.
...Миңә ҡалһа, үҙ тормошомдо юҡ-бар әрләшеүгә, һүҙ көрәштереүгә әрәм итмәҫ инем. Бөгөн һин кешегә эсеңдә, күңелеңдә йыйылып килгән бар асыуыңды, нәфрәтеңде асып һалырһың да ул, бәлки, иртәгәһенә шул уҡ кешене машина бәреп китер, йә булмаһа, уға ҡурҡыныс диагноз ҡуйырҙар. Ә ниңә? Был бит тормош, унан барыһын да көтөргә мөмкин, бөгөн һин бар, ә иртәгә – юҡ. Әгәр һин уға киреләнәһең икән, ул да һиңә ҡаршыласаҡ. Үҙеңде үҙ ғүмерең менән сағыштырғанда, һин уның янында кескәй генә сүп саҡлы. Иртәгәһе көндө нимә көтәлер, Ал­лаһы Тәғәләнән башҡа бер кем дә белмәй...
Бына-бына мин дә мәктәпте тамамлаясаҡмын. Оло, ҡатмарлы, шул уҡ ваҡытта ҡыҙыҡлы ла тормош юлына аяҡ баҫасаҡмын. Алда нимә көтә? Тормош ниндәй һынауҙар әҙерләгән? Минеңсә, йәштәштәремде лә был һорау­ҙар борсойҙор, киләсәге хаҡында уйланырға мәжбүр итәлер. Бәғзеләр, киләсәккә ҙур-ҙур пландар төҙөп, хыялдарға күмелеп, үҙ маҡсатына ынтыла, икенселәр иһә, үҙенең был донъяла тик ваҡытлыса ғына икәнлеген башына ла индермәй, буш ваҡытын елгә осора. Тик… тик, ҡыҙғанысҡа ҡар­шы, шундай егеттәр һәм ҡыҙҙар бар, үҙ тормошо башында туҡтап ҡалып, ниндәйҙер сәбәптәр ар­ҡаһында яҡты донъя менән хушлашырға әҙер булғандар. Ни өсөн? Аяныс, ундай күңелһеҙ яңылыҡтар­ҙы һәр кемебеҙгә йыш ишетергә тура килә. Нимә этәрә уларҙы яҙыҡ аҙымдар эшләргә, насар ғәҙәттәрҙе үҙ итергә? Һанап китһәң, уларҙың осона сығып та булмайҙыр: алкоголизм, тәмәке, наркомания, тағы ла йәш организмды бөтөрөүсе әллә нисәмә төрлө матдә. Күп осраҡта тап ошолар инде йәштәрҙең аңын томалап, дөрөҫ юлдан тайпылта. Ә “ҡармаҡ”ҡа бер эләкһәң, унан ҡотолоуы, ай-һай, еңелдән түгелдер. Йәштәр, шулай уҡ бар халыҡтың бөгөнгө тормошонда мөһим роль уйнаған “уйынсыҡ” – ул интернет. Үҫмерҙәр, оло ағай-апай­ҙар ғына түгел, хатта, һөйләшә белмәһә лә, компьютер алдынан төшмәгән бәләкәс балалар бар. Хәҙер интернетһыҙ йәшәүҙе күҙ алдына ла килтереүе ҡы­йын. Бер яҡшының бер яманы ла була икән. Ошо интернет селтәренән алын­ған мәғәнәһеҙ уйындар, атыш-үлтереш фильмдары, кәрәкмәгән төрлө сайттармы – уларҙың барыһы ла йәш быуындың психикаһына тәьҫир итә. Бөтөнләй интернеттан баш тартырға тимәйем, һәр нәмәнең үҙ самаһы булырға тейеш, көндәр-төндәр буйы “зәңгәр экран”ға текәлеп, виртуаль тормошта йәшәү йә­шәү тү­гел. Уйындар уйнап, ваҡытты бушҡа үткәреү, дуҫтар менән социаль селтәрҙәр аша аралашыу урынына файҙалы китаптар уҡып, дуҫ-иштәр менән саф һауала күрешеп, күңел булғансы һөйләшеп, көлөшөп ҡайт­һаң, минеңсә, мең тапҡыр һәйбәтерәк.
Юҡ менән башыбыҙҙы ҡатырып, төшөнкөлөккә бирелер урынға, үҙебеҙ өҫтөндә эшләп үҫешһәк, алдыбыҙға ҡуйған маҡсаттарға тоғро ҡалып, уға ҡарай ышаныс менән атлаһаҡ, йәшәүе лә күңеллерәк булыр ине. Бары тик үҙ-үҙеңә ышаныс ҡына кәрәк. Баш­ҡар­ған эштәрең тәү сиратта һинең үҙеңә кәрәк бит, дуҫым. Ғүмер беҙгә тик бер генә бирелә. Башта уны ҡараламаға яҙып, аҙаҡ кире таҙа биттән башлап булмай. Шулай булғас, ни өсөн уны ысын күңелдән һөйөнөп, олоғайған көндәрҙә йылмайыу аша иҫкә алырлыҡ итеп үткәрмәҫкә?! Тормош юлы, йәшәйеш хаҡында уйланған саҡта бөйөк фарсы шағиры, данлыҡлы математик, астроном һәм философ Ғүмәр Хәйәм әйткән шиғри юлдар иҫкә төшә:
Күҙ асып та өлгөрмәйһең,
ғүмер үтер,
Һәр мәлеңә үҙең һал һин
йәйғор күпер.
Бел: донъяның төп асылы –
ғәзиз ғүмер,
Ҡалай итһәң, ғүмер шулай
үтеп китер.
Хәйер, барыһы ла кешенең үҙенән генә тора, һәр кем барасаҡ юлын үҙе һайлай. Әгәр ҙә киләсәк тормошобоҙҙо хәҙерҙән, йәш саҡтан, ҡайғыртмаһаҡ, үҙ ғүмеребеҙҙә бер нәмәгә лә ирешә алмауыбыҙ бар. Заман алға тәгәрәй, илебеҙ үҫешә, йылдан-йыл яңынан-яңы киң мөмкинлектәр асыла. Сәләмәт тормош алып барайыҡ, насар ғәҙәттәр менән булышыу баш­ҡорт рухлы егет һәм ҡыҙ­ҙар­ға килешкән эш түгел. Алсаҡ, мөләйем, тыйнаҡ, шул уҡ ваҡытта ныҡышмал, зирәк, рухлы, моңло, батыр йөрәкле булып ҡалайыҡ. Олоно – оло, кесене кесе итеп, ихтирам итәйек, иғтибарлы, ярҙамсыл була беләйек. Был донъяла былай ҙа яуызлыҡ етерлек. Күберәк бер-беребеҙгә, донъяға йылмайып ҡарайыҡ. Киләсәк беҙҙең ҡулда, йәштәр!

Гөлшат ЙӘРМӨХӘМӘТОВА,
11-се класс уҡыусыһы.
Бөрйән районы,
Аҫҡар ауылы.

Сығыу ваҡыты 15-05-2015, 11:53 | Ҡаранылар: 1091
|
  • Кеше ерҙе биҙәр өсөн тыуа
  • Башҡортлоҡтан оялма
  • Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?
  • Көнөнә нисә сәғәт ваҡытығыҙҙы интернетҡа сарыф итәһегеҙ?
  • Көнләшеү хаҡында
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • “Уның үлемен теләп йәшәнем...”
  • Еҙнәм инең (хикәйә)
  • “Кеше үлемендә минең дә ғәйебем бар...”
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (10.11.2017)
  • Мин һәр саҡ табип хатаһы ебәреүҙән ҡурҡа инем...
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (17.11.2017)
  • Ләйсән Ҡаразбаева хәбәр итә:
  • Татлы һөйөүҙән кем туйған?
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (24.11.2017)
  • Имен хеҙмәт итеп ҡайт, Илгиз!



  • Радио Юлдаш FM