НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

Китап уҡырға! Аңларға! Лайыҡлы йәшәргә!


Китап – белем шишмәһе. Ә әҙәбиәт ана шул шишмәләрҙән хасил булған оло йылға, даръя. Бәлки, был сағыштырыуым ҡайһы берәүҙәргә оҡшап та бөтмәҫ. Шулай ҙа үҙ фекеремдә ҡалам.
Китап ярҙамында уҡыусы тарихты өйрәнә, заман һулышын тойорға тырыша, киләсәкте күҙаллай. Шөкөр, әҙәбиәтебеҙҙә уҡыусыға, бигерәк тә йәштәргә өлгө алырҙай, һабаҡ, фәһем бирерҙәй әҫәрҙәргә ҡытлыҡ юҡ. Шуларҙың береһе – Талха Ғиниәтуллиндың «Әсә һәм бала» хикәйәһе. Уны бер тында уҡып сыҡтым һәм әҫәр тураһында оҙаҡ уйландым. Балаһын юғалтмаҫ өсөн поезд баҫҡысында, тимергә йәбешеп, өшөп-туңып нисәмә сәғәт буйы барырға мәжбүр булған Сафия образы күҙ алдынан китмәй ҙә ҡуя. Гел ауыр, ҡара эштә йөрөгән, ауылдаштары тарафынан «ир» ҡушаматы ла алған ҡатындың балаһына булған һөйөүе һис тә тупаҫланмаған. Киреһенсә, бар ғүмерен, көсөн балаһына бағышлаған нескә күңелле әсә ул.
Бына кемдән өлгө алырға кәрәк ине, тормош ауырлыҡтарына һылтанып, са­бый­ҙарын бала табыу йортонда ташлап киткән «кәкүк» әсәйҙәргә. Тик «балам» тип өҙөлөп торған әсәнең өмөтөн аҡламай шул улы. Сафияның: «Улым, әрменән ҡайтҡас, өйләнер, яңы йорт һалыр, ә мин тыныс, етеш тормошта ейәндәремде ҡарашырмын», – тигән татлы хыялы тормошҡа ашмай. Дөрөҫ, уның балаһы ата-әсәһенең пенсияһын ашап, өйҙә ятҡан ҡайһы берәүҙәр кеүек түгел. Ул Себерҙә эшләй. Ауылға байып ҡайта. Тик бынан әсәһенә бер ниндәй ҙә файҙа юҡ. Ул туҡтауһыҙ эсә, дуҫ-әшнәләрен һыйлай. Бер тапҡыр ғаиләһен дә алып ҡайта. Әсәләре – татар, аталары башҡорт булһа ла, ике улы ла бер ауыҙ башҡортса һүҙ белмәй...
Әнғәм Атнабаевтың: «Башҡорттан да, татарҙан да урыҫ тыуа. Үәт, бәлә! Бына ҡайҙа мәсьәлә!» – тигән юлдары иҫкә төшә. Башҡортса, йәғни үҙҙәре аңламаған телдә һөйләшкән өләсәһенә асыу­ланып, биш йәшлек ейәне уға хатта уйынсыҡ пистолеттан ата. Улының ғаиләһе менән килеп китеүенең бар «файҙаһы» шул була. Сафияның улы образында беҙ йүнләп үҙ телен белмәгән, балаларына ла өйрәтә алмаған, халҡының йолаларын, ғөрөф-ғәҙәттәрен онотҡан йәш быуын вәкилен күрәбеҙ. Автор хатта уның исемен дә атамай, «ул» тип кенә алған.
Ә бына ошо улдың ҡартлығы нисек булыр? Ул да, атаһына оҡшап, ата-әсәһенә ҡарата миһырбанһыҙ, ҡаты бәғерле булмаҫ тип кем әйтә ала? Әҫәрҙе уҡып сыҡҡас, ошондай һорауҙар тыуа. Ғөмүмән, автор барыһын да сәйнәп ҡаптырмай, уҡыу­сыға уйланырға урын ҡалдыра.
Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишева үҙенең ижады тураһында ошолай тип яҙып ҡалдыр­ған: «Мин хәл-ваҡиға тураһында яҙам, әммә фекер­ҙәремде ярып һалмайым, улар һүҙҙәр эсенә йәшенгән, зирәк уҡыусы тапмайынса ҡалмай уны».
Тимәк, китапты уҡыу ғына етмәй, ә аңларға кәрәк. Китап – ул рухи аҙыҡ. Элек беҙҙең илебеҙ иң күп уҡыусы ил булып иҫәпләнгән. Хәҙер, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, китап уҡыусылар, тимәк, унан өлгө, фәһем, тәрбиә алыусылар ҙа кәмей. Гәзит-журнал алдырыусылар ҙа аҙая. Быны хаҡтарҙың ҡиммәт булыуы менән аңлатырға тырышҡандар ҙа бар. Ә бит хәмергә йә тәмәкегә һис тә аҡса йәлләмәйҙәр. Бигерәк тә йәштәр әҙ уҡый. «Интернет заманында китап уҡыу – иҫкелек ҡалдығы ул», – тип ебәреүселәр ҙә бар. Бәлки, уларҙың һүҙендә лә дөрөҫлөк барҙыр. Ни тиһәң дә, «Заман башҡа – заң башҡа» тип юҡҡа ғына әйтмәгәндәр. Шулай ҙа, минеңсә, китап бер ваҡытта ла бөтмәйәсәк, кешелек менән бергә йәшәйәсәк.
Компьютер артында ултырғандар­ҙың башҡаларға әллә ни зыяны юҡ. Ә бына урам буйында тәмәке көйрәтеп, һыра һемереп йөрөгән йәштәрҙе күрһәң, йән әсей. Ундай «күңелле» компанияларҙа ҡыҙҙарҙың да булыуы хафаландыра. Бер шағир яҙғанса:
«…йәп-йәш ҡыҙҙар үтә һүгенеп,
Башын сөйөп һыра һемергәндә
Кендектәре тора күренеп».
Был ҡыҙҙар буласаҡ әсәйҙәр ҙә бит әле. Бәлки, был алама ғәҙәттәрҙе ташларбыҙ, тип үҙҙәрен тынысландыра­лар­ҙыр ҙа. Ай-һай, ғәҙәт бит – ҡы­лыҡҡа, ә ҡылыҡтың холоҡҡа әйләнеп китеүе бар бит. Ундайҙарҙы күрһәң, ирекһеҙҙән, йылы өйҙә китап уҡып ҡына ултырһаларсы, тип уйлап ҡуяһың.
Әҙәбиәт йылында яҡшы әҫәрҙәр ижад ителеп, китаптар сығыр, халыҡ уҡыуға ынтылыр, тип ышанғы килә. Илдең абруйы бар, китаплы халыҡтың киләсәге бар.

Гөлсирен ФӘЙЗУЛЛИНА,
Ж. Кейекбаев исемендәге мәктәптең 10-сы класс уҡыусыһы.
Ғафури районы,
Сәйетбаба ауылы.

Сығыу ваҡыты 15-05-2015, 11:52 | Ҡаранылар: 826
|
  • Күңел әрнеше
  • Беҙҙе әҙәбиәт тәрбиәләй
  • Стәрлетамаҡ - “Китап уҡыусы ҡала”
  • Балалар йортонда – китап туйы
  • Һуңғы тапҡыр ниндәй китап уҡының?
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • “Уның үлемен теләп йәшәнем...”
  • Еҙнәм инең (хикәйә)
  • “Кеше үлемендә минең дә ғәйебем бар...”
  • Мин һәр саҡ табип хатаһы ебәреүҙән ҡурҡа инем...
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (10.11.2017)
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (17.11.2017)
  • Ләйсән Ҡаразбаева хәбәр итә:
  • Татлы һөйөүҙән кем туйған?
  • ҺАБАҠ (хикәйә)
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (24.11.2017)



  • Радио Юлдаш FM