НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

Баланы сабый саҡтан тәрбиәлә


Баланы сабый  саҡтан тәрбиәләТормош...

Тормош юлдары бик ҡатмарлы, төрлө ваҡиғалар була. Бала әсеһен дә, сөсөһөн дә күреп үҫә. Төрлө-төрлө шатлыҡлы, онотолмаҫ хәтирәләр аҫтында ул үҙенә фәһем алып, тормош мәғәнәһен аңлай. Сабый саҡтан уҡ тәрбиәле, итәғәтле, тәртипле, аҡыллы, ололарҙы хөрмәт итеп, тормоштоң ҡәҙерен белеп, үҙенең үткәндәрен, шәжәрәһен онотмай, дөрөҫ юл табып йәшәргә тейеш.

Ғаилә...

Ғаилә – ул үҙе бер бәхет, шатлыҡ. Үкенескә күрә, кемгәлер ошо һүҙҙең төп өлөшөнә төшөнөргә яҙ­маған. Төрлө ғаиләләр бар, баланың уларҙың ниндәйендә тәрбиәләнгәнен күп ерҙә белеп була.
Ғаиләләрҙең тарҡалыуын да күҙәтергә мөмкин. Беренсенән, уларҙың ба­ла­лары ата-әсәнең бе­ре­һенең наҙынан мәхрүм ҡала. Икенсенән, эскелек иң ҙур проблема булып тора. Был мәсьәлә әлеге ваҡытта ла бик актуаль. Өйҙәрендә балаларының шатлыҡтарын, изгелеген күреп ултырмай, ата-әсәләр урам буйында йәки башҡа ерҙәрҙә күңел аса. Ә ул-ҡыҙҙары өйҙәрендә ас, ҡышҡы һыуыҡта өшөп ултыра. Ата-әсәләр араҡы урынына балаларына берәй тәм-том алһын ине.

Ғүмер...

Ғүмер – бер генә, беҙ уның ҡәҙерен белеп йә­шәргә тейешбеҙ. Ул аҡҡан һыу һымаҡ уҙа ла китә. Тормошта төрлө хәл була: кемдер үҙ-үҙенә ҡул һала, кемдер аварияға эләгә, кемдер бәлә-ҡазаға тарып, мәрхүм була. Бының бөтә­һен дә Аллаһы Тәғәлә маңлайҙарыбыҙға яҙған, беҙ генә уны уҡый алмайбыҙ. Шуның өсөн йәштәргә аҡыл­лы булып, атай-әсәйҙәребеҙ йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтермәй, ҡуйған маҡсаттарыбыҙға ирешеп, матур балалар үҫтерергә яҙһын.

Мәңге йәшәр башҡорт телем

Мин башҡортмон.
Саф башҡортса
Һөйләшәмен атай менән,
Әсәйем дә наҙлап һөйә,
Баштан һыйпап, ошо телдә.
Ихатала – саптар атым,
Йылы һөтлө һәүкәшкәйем,
Ҡаңғылдашҡан ап-аҡ ҡаҙҙар,
Аҡтүшкәйем-тиңдәшкәйем,
“Флорид”, – тип һәр ваҡытта
Тик башҡортса өндәшәләр.
Дуҫтарым да минең менән
“Һаумы!” – тип күрешәләр.
Күк йөҙөндә көндөҙ ҡояш,
Ә төндәрен – шат йондоҙҙар,
Сылтыр-сылтыр аҡҡан шишмә
Үҙ телемдә серләшәләр,
Нур һибәләр, күҙ ҡыҫалар,
Минең менән шаяралар,
“Әйҙә, бергә уйнайыҡ”, – тип
Шаян ҡыҙҙай һүҙ ҡушалар.
Һаҡҡа баҫҡан ҡарағайҙар,
Зәңгәр күҙле сәскәләр ҙә,
Толпарымды урап аҡҡан
Таҙа һыулы Еҙем йылға,
Тарихҡа бай мәғрур тауҙар,
Саф күңелле ауылдаштар
Минең менән һәр ваҡытта
Һөйләшәләр тик башҡортса.
Мин ғорурмын: үҙ телемдә
Гимназиям бирә белем.
Аңлап үҫәм бер телдән дә
Кәм түгелен туған телем.
Башҡортостан йәшәй икән,
Йәшәй икән Урал илем,
Ағиҙелем аға икән,
Мәңге йәшәр әсә телем –
Һандуғас тел – башҡорт теле.

Флорид ФӘТХЕТДИНОВ,
Ғафури районының Красноусол ауылы мәктәбенең
11-се класс уҡыусыһы.

Сығыу ваҡыты 17-04-2015, 14:26 | Ҡаранылар: 997
|
  • Телебеҙҙән оялмайыҡ!
  • “Йәшем менән йыуып булһа икән үкенесле үткән ғүмерҙе…”
  • Йөҙҙәренән шатлыҡ бөркөлә
  • Сихри гөлдө – башҡорт телен ҡоротмайыҡ!
  • Ихтирамға лайыҡ үткән ғүмер
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • “Уның үлемен теләп йәшәнем...”
  • Еҙнәм инең (хикәйә)
  • “Кеше үлемендә минең дә ғәйебем бар...”
  • Бүләктәр – өлөшлөләргә!
  • Мин һәр саҡ табип хатаһы ебәреүҙән ҡурҡа инем...
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (17.11.2017)
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (24.11.2017)
  • Татлы һөйөүҙән кем туйған?
  • ҺАБАҠ (хикәйә)
  • Мәүлит байрамы мөбәрәк булһын!



  • Радио Юлдаш FM