RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Мифтахетдин Аҡмулла көндәренә бағышланған сценарий

10.03.2015 Мифтахетдин Аҡмулла көндәренә бағышланған сценарий

Башҡорт халыҡ мәғрифәтсеһе
Мифтахетдин Аҡмулла көндәренә бағышланған кисә (сценарий)


Егет ролен Булат Солтангәрәев башҡара.

Талғын ғына ҡурай моңо ағыла. Ҡыҙ менән егет сәхнә алдында.
Ҡыҙ: Беләһеңме, ҡурай моңон тыңлаған һайын мин уйға ҡалам. Күҙ алдына башҡорт ерҙәре, хозур тәбиғәттә теҙелеп киткән тирмәләр, гөбөрләтеп ҡымыҙ әҙерләүҙәр...
Ә бит башҡортомдоң ниндәй генә батырҙары, шәхестәре булмаған!
Егет: Эйе, тыуған ерем, илем тип яуға күтәрелгән Салауат, Батырша, Ҡараһаҡал, Кинйә батырҙары, халҡының моң-зарын көйләгән Байыҡ-Айҙар, Ерәнсә, Ҡобағош сәсәндәре...
Ҡыҙ: Белемгә, аң-ғилемгә әйҙәгән шағирҙары...
Башҡорттарым, уҡыу кәрәк, уҡыу кәрәк,
Арабыҙҙа наҙандар күп, уҡыу һирәк!
Ҡыҙ: Уны бит мәғрифәтсе, шағир Мифтахетдин Аҡмулла яҙған!
Егет: Эйе шул, хәтерләнем. Үткән йыл Аҡмулланың тыуыуына 175 йыл тулды.
Ҡыҙ: Ә һин беләһеңме, Аҡмулла исеме уға халыҡ тарафынан хөрмәтләп ҡушылған исем. Ҡаҙаҡса “Аҡмулла” тура, ғәҙел һүҙле, аҡыллы кеше тигәнде аңлата.
Егет: Тимәк, уны ата-бабаларыбыҙ ныҡ яратҡан, ихтирам иткән. Беҙ ҙә олуғ шәхестәребеҙҙе онотмаҫҡа тейешбеҙ.
Егет менән ҡыҙ бергә: Бөгөн һеҙҙе мәғрифәтсебеҙҙең хәтер кисәһенә саҡырабыҙ!
Ҡурай моңо. Сәхнә асыла.
Ҡыҙ: Мифтахетдин Камалетдин улы Аҡмулла 1831 йылдың 26 декабрендә Ырымбур губернаһының Бәләбәй өйәҙе Күл иле – Мең волосы (Башҡортостандың хәҙерге Миәкә районы) Туҡһанбай ауылында тыуған.
Егет: Башланғыс белемде атаһынан, унан күрше волостағы Мәнәүезтамаҡ, Әнәс ауылы мәҙрәсәләрендә ала. Һуңынан атаҡлы Стәрлебаш мәҙрәсәһендә минән ырыуҙашым һәм яҡташым шағир Шәмсетдин Зәкиҙең дәрестәрен тыңлай.
Ҡыҙ: Аҙаҡтан Троицк мәҙрәсәһендә уҡый. Ҡаҙаҡ далаларына китеп, балалар уҡыта.
Егет: Балалар тигәндәй, бөгөн Аҡмулла олаталарының хәтер кисәһенә бик күп балалар килгән, әйҙәгеҙ уларға ла һүҙ бирәйек!
Ҡыҙ: Кемдәр улар?
Егет: 21-се лицейҙан Рәмова Нурсилә, Ғәлиуллина Алина һәм Жиянбаева Юлиә башҡарыуында башҡорт халыҡ бейеүе «Урманда иртә».
Ҡыҙ: Мәғрифәтсе шағирыбыҙ халыҡты аң-белемгә өндәп, тирә- яҡҡа анығыраҡ ҡарарға саҡырып, бик күп шиғырҙар яҙған. Башҡорт классик шиғырҙары араһында ҙур урын алыусы «Башҡорттарым, уҡыу кәрәк!» шиғырын беҙгә 21-се мәктәптән Рәмова Нурсилә һөйләп ишеттерә!
Егет: Аҡмулла – сәсән телле шағир булыуы менән дә дан алған шағир. Ул башҡорттар араһында шиғыр, ҡобайыр әйткән, ә ҡаҙаҡтар араһында өләң сығарған.
Ҡыҙ: Өләң тигәндәй, Аҡмулла олаталарының юлын дауам итергә теләүсе һәләтле уҡыусылар беҙҙең Киров районында ла бар. Уларҙың береһе 158-се Мостай Кәрим исемендәге башҡорт гимназияһында уҡый. Ҡаршы алығыҙ!
Егет: Аҡмулланың тура һүҙенән байҙар ғына ҡурҡыр булған.
Ҡыҙ: Ҡомһоҙ байҙарҙы күрә алмау ғына түгел, уларҙан рәхимһеҙ көлөп, шиғырҙар сығарған.
Егет: Байҙар, әлбиттә, бындай баш бирмәҫ шағирҙан нисек тә үс алыу, уны халыҡтан айырыу өсөн төрлө әмәлдәр эҙләгән. Аҡмуллаға төрлө ялған бәләләр тағып, төрмәгә ултырталар.
Ҡыҙ: Төрмәлә ултырып сыҡҡас, иркенлек яратыусы Аҡмулла тағы йыраҡ сәфәргә сығып китә, күп дуҫтар, фекерҙәштәр таба.
Егет: Ә һин беләһеңме, элек Аҡмулланың ҡулъяҙма шиғырҙары башҡорттар араһында бик киң таралған булған. Оло йәштәге кешеләр араһында уның шиғырҙарын яттан белеүселәр бар икән.
Ҡыҙ: Ә ни эшләп оло кешеләр араһында? Беҙҙең уҡыусы йәштәштәребеҙ араһында ла бар ундайҙар. 11-се гимназиянан Боҫҡонова Әлфиә лә Мифтахетдин Аҡмулла шиғырҙарын яттан белә. Рәхим ит, Әлфиә!
Егет: Мәғрифәтсе Аҡмулла иң тәүгеләрҙән булып халыҡты уҡырға, белемле булырға саҡыра.
Ҡыҙ: Эйе, белем, мәғрифәт юлы менән генә яҡтылыҡҡа, бәхеткә ирешеп булыр тип уйлай шағирыбыҙ.
Егет: Уның әйткәндәре ысынбарлыҡҡа тап килгәндер тип уйлайым мин.
Ҡыҙ: Эйе, илебеҙҙә яңынан – яңы мәктәптәр асыла, балаларҙың шат тауыштары, йырҙары күңелде шатландыра.
Егет: Бейеүҙәре йөрәктәрҙе елкендерә! (34-се мәктәптән.)
Егет: Республикабыҙҙың көндән-көн матурланыуы, алға китеүе тарихта яҙылған оло шәхестәребеҙҙең хыялдарының тормошҡа ашыуылыр.
Ҡыҙ: Эйе, шағир үҙе булмаһа ла, рухы бер ваҡытта ла һүнмә¾.
1) 9-сы мәктәптәп Көгөбаева Виктория Аҡмуллаға бағышлап шиғыр яҙған; 2) йыр; 3) 3-сө гимназиянан Ғаязов Зөлфәт бейеүе менән сығыш яһай.
Егет: Аҡмулланың ижады мәктәптәрҙә, юғары уҡыу йорттарында өйрәнелә.
Ҡыҙ: Башҡорт дәүләт педагогия университеты уның исемен йөрөтә.
Егет: Һәләтле, тырыш талиптар Аҡмулла исемендәге премияға лайыҡ.
Ҡыҙ: Тарихыбыҙ төпкөлөнән беҙҙе әҙәп – әхлаҡ сифаттарына, тырышып уҡырға өндәп, сәләмен ебәрә ул.
Егет:
Булмайыҡ дүрт аяҡлы мал шикелле,
Ҡыуарған япраҡһыҙ тал шикелле.
Баҡсалай егет әҙәм күркәмләнә,
Ғилем менән һүҙ һөйләһә бал шикелле.

Ҡыҙ: Олуғ шағирыбыҙҙың рухы һәр беребеҙҙең күңелендә йәшәй.
Егет: Яҡтылыҡҡа, белемгә саҡырып яҙған шиғырҙары тормошобоҙ девизы булып торһон!
9-сы мәктәптән Фазлыева Розалина.
Башҡортостан Республикаһы президенты указы менән республикабыҙҙа йыл һайын мәғрифәтсе-шағир Мифтахетдин Аҡмулла көндәре шаулап үтә. Был сарала беҙҙеœ Киров районының бөтә мәктәптәре лә бик әүҙем ҡатнаша.
Бөгөн дә беҙҙеœ мәктәп тарафынан әҙерләнгән сара ҡаранығыҙ. Бөтәгеҙгә лә ҙур рәхмәт!!!

Төҙөүсеһе Булат СОЛТАНГӘРӘЕВ.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ялған паспорт менән – кредит

Китәләр...

23.10.2019 - Йәмғиәт Китәләр...


Юлдарҙа "Бурыслы" операцияһы башланды

Фотоларҙа – тарих

16.09.2019 - Йәмғиәт Фотоларҙа – тарих


Суд приставтарына һорауҙарығыҙ булһа…

"Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт "Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә


Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ


Кишер һабағы менән помидор маринадлау

"Йәшлек" гәзите БР Башлығы грантына лайыҡ булды!

Генерал Шайморатовҡа һәйкәл ниндәй булырға тейеш?

«Һыу хатаны ғәфү итмәй!»

25.07.2019 - Йәмғиәт «Һыу хатаны ғәфү итмәй!»


Аҙыҡ-түлекте ташлау –  яҙыҡ эш

Ҡартлыҡты артҡа сигендереп

Радий Хәбиров юл ҡағиҙәләрен өс тапҡыр боҙоусыларҙы руль артына ебәрмәҫкә тәҡдим итте

«Росгосцирк» Өфө циркын тергеҙеүгә 1 млрд һум һалырға планлаштыра

Өйҙөң йәме – бала менән

08.07.2019 - Йәмғиәт Өйҙөң йәме – бала менән


Бабич ҡалҡты һәйкәл булып!

V Бөтә донъя башҡорттары  ҡоролтайының программаһы 28 – 29 июнь, 2019 йыл

Башҡортлоҡ

28.06.2019 - Йәмғиәт Башҡортлоҡ


Яҙһа - яҙа ла ҡуя!

14.06.2019 - Йәмғиәт Яҙһа - яҙа ла ҡуя!


Лайыҡлылар билдәләнде һәм бүләкләнде!

Ижадсының бай мираҫына урын табылырмы?

Юлда яңғыҙың түгел!

28.05.2019 - Йәмғиәт Юлда яңғыҙың түгел!


Янғынға ҡаршы көрәштә  ялҡын ҡабынды йөрәктә