НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

Булат Солтангәрәев


Булат СолтангәрәевБулат 1994 йылдың 28 апрелендә Өфө ҡалаһының 6-сы клиник дауаханаһында буйы 61 см, ауырлығы 5 кг 100 гр булып, аҫҡы һәм өҫкө ап-аҡ икешәр тештәре менән донъяға килде. Дауахананан 30 апрелдә өйгә алып ҡайттыҡ. Ул ваҡытта Баҡалы урамы, 68/3 –103 адресы буйынса йәшәй инек. Зәәп-зәңгәр күҙҙәре менән, тауыш-тынын сығармай: «Ни ғиллә был?» – тигәндәй, уйсан, һынаулы ҡарап ятыуы ғәжәпләндерҙе. Ул иламай ҙа, тауыш та сығармай. Шул ваҡыт Булаттың күҙендә тәрән мәғәнә күрҙем. Яңы тыуған баланың ололар ҡарашы менән уйсан ҡарап ятыуы ғорурлыҡ тойғоһо уятты. Бер аҙ ятҡас, ҡалын тауышы менән, иламайса ғына: «–Ы, -ы-ы», – тине. Тауышына аптыраным, ысынлап та «Левитан» тауышы ине. Баҡһаң, Булаттың йомошо булған икән. Ул бер ваҡытта ла аҫтын еүешләндереп ятманы, һәр ваҡыт аяҡты тотоғоҙ, тигән кеүек, тауыш бирә ине.

Булат сәңгелдәктә ятҡанда, беҙ бишек йырын көйләп сәңгелдәкте бәүетһәк, ул беҙгә ҡушылып «-ы, -ы, -ы», – тип моңло итеп тауыш сығарып йоҡлап китер ине. Таңға табан иртәрәк уянһа, беҙҙе уятмай торғайны, күҙе асыҡ, алан-йолан ҡаранып, тыныс ҡына, сәғәттәр буйына ята, беҙ тороп өндәшһәк кенә: «Мин күптән уяндым инде, һеҙҙең уянғанығыҙҙы көтөп ятам», тигәндәй, яйлап ҡына тауыш бирә торғайны.

Күҙенең зәңгәрлеге 3-4 айҙа көрәнгә әйләнә башланы. Ете айҙа атлай башланы һәм теле асылды. Беренсе һүҙен баҫып тороп миңә (атаһына) ҡарап ап-асыҡ итеп: «Әмир», – тине. Беҙ шаҡ ҡаттыҡ. Ғәжәп бала ине… Уның илағанын күрмәнек. Бәләкәй сағында, 1,5 йәшкә тиклем ваҡытында ризаһыҙлыҡ белдерергә теләһә лә, ирендәрен бер аҙ бәлшәйтеп (илаған булып күрһәтергә тырыша) алдаштыра торғайны. Бер хилафһыҙлыҡ менән әйтәм, Булат ике йәшендә үк ысын ирҙәр кеүек ине!

Сабырлығының сиге булмау сәбәпле, Булатҡа «Миһран ҡарт!» – тип ҡушамат таҡтылар. Бер аҙ үҫә төшкәс тә, сабырлығы, яйлап ҡына һөйләүҙәре, хәрәкәттәре менән атайым Миһранды ныҡ хәтерләтә ине. Уға прививка, укол һалған саҡта, илау түгел, һелкенмәй ҙә торғайны. Дүрт-биш йәшендә уҡырға, яҙырға өйрәнде, һүрәт төшөрҙө, башҡорт телендә бик күп әкиәттәр тыңларға яратты һәм шуларҙы үҙе ҡабаттан һөйләй торғайны. Бигерәк тә олатаһы Миһрандың тыныс, һалмаҡ ҡына итеп һөйләгән әкиәттәренә иҫе китә ине. Шул йәшендә үк ҡарашы етди булды. Ситтән ҡиәфәтенә ҡарап торһаң, әйтерһең дә, ил йәки армия менән идара итәме ни ул! Өс йәшендә үк «Һин үҫкәс кем булаһың?» – тигәндә – «Баҫҡорт» , – ти торғайны.

Дүрт йәшендә үҙенә бестерелергә кәрәклеге тураһында ныҡыша башланы. Мин уны йәлләп ишетмәмешкә һалыша торғайным. Берҙән-бер көнө был миңә: «Атай, оҙаҡламай уҡырға барыр ваҡыт етеп килә, әйҙә һөйләш, алып бар мине сөннәткә», – тине. Мин ары-бире уйлағансы, үҙе телефон аша әсәһенең ике туған ҡустыһы Радик Сакаев (уролог ДРКБ) менән көнөн һөйләшеп тә ҡуйған. Миңә Булатты республика балалар дауаханаһына алып барырға ғына ҡалды. Шул уҡ көндө Булатты сөннәткә ултырттылар һәм, ҡайтһағыҙ ҙа була, тинеләр.

Булат СолтангәрәевШул саҡ Булат: «Ниндәй ҡайтыу ти ул! Вдруг осложнение булһа!» – тип ҡайтыуҙан баш тартты һәм ике көн табиптар күҙәтеүе аҫтында ятты.
Булат бәләкәй ваҡытта Таймаҫҡа, Бүздәккә йыш йөрөнөк. Ҡыш булһа, машина йылы булыуына ҡарамаҫтан, шапкаһын, шарфтарын быуып, бейәләйен кейеп ултырыр һәм сисмәҫ ине. «Машина йылы бит, сисен, сисен», – тиһәң, – йә өндәшмәҫ ине, («Үҙем беләм!» – тигән һымаҡ), йә бер аҙ тынлыҡтан һуң: «Алдыңа ҡара, йөрөтөүеңде бел!» – тиер ине 3-4 йәшлек бала. Йәй көндәре лә шулай: туп-тура алға ҡарап ултырыр ине лә ауылдан Өфөгә йәки Өфөнән ауылға ҡайтып еткәнсе, һөйләшмәҫ тә, йоҡламаҫ та ине. Күрәһең, юл йөрөүҙе бик яуаплы мәл тип уйлағандыр. Үҫә төшкәс тә шулай булды. Әйткәндәй, олатаһы, минең атайым Миһрандың, ғәҙәте лә шулайыраҡ ине.

– Атай! Мин киләһе йыл уҡырға бармайыммы ни? – тине 5 йәшендә. Мин:

– Әллә, бараһыңмы һуң? – тинем. Ул:

– Барам! Шулай булғас тештәрҙе стоматологтан ҡаратырға кәрәк, теш һыҙлаһа, уҡып булмаҫ ул! – тип стоматологтарға көсләшеп алып барҙыртыр ине лә тештәрен алһалар, быраулаһалар, «Ых!» – та итмәйенсә ултырыр ине. Шунан башлап теш врачтарына йылына ике тапҡыр даими йөрөнө. Булат бер ҙә ауырыманы, хатта грипп менән дә.

Бәләкәй сағында ла, үҫкәс тә, ашап ултырғанда һүҙ ҡушһаң, өндәшмәй торған ғәҙәте бар ине. Өндәшмәй ҙә ҡуя! Ныҡышыбыраҡ тағы өндәшһәң, башын күтәреп ҡарар ҙа: «Ашайым бит», – тиер. Ашап туйғас, эргәгә килер ине лә: «Йә, ни әйтергә теләгәйнең?» – тип аптыратыр ине. Атайымдың абзыһы Ғимран (1914–1943) да шулайыраҡ булған.

Миңьямал инәйем (Ғимрандың ҡатыны) һөйләүенән:
«Ғимран Ырымбур баҙарынан аҙна буйы ат менән йөрөп ҡайтыр ине. Ҡайтҡас тегенән һорайым: «Йә, Ғимран, нисек йөрөп ҡайттың?»
– Туҡта әле, йыуынып алайым! – була яуабы.
Йыуынып бөткәс тә, һөйлә, тиһәм:
– Ашап алайым әле! – ти.
Ашап алғас та көтәм:
– Туҡта әле, бер аҙ ял итәйемсе! – тип, йоҡларға ята торғайны».

Булатҡа 6 йәш тә 4 ай тулғас, 2000 йылда 20-се башҡорт гимназияһына 1-се класҡа уҡырға барҙы. Урамда линейка булды, унан һуң уҡыусыларҙы кластарға саҡырҙылар. Шул арала Булатты күҙҙән ысҡындырҙым да ҡуйҙым бит. Эҙләйем, таба алмайым. Был малай 2-се класс уҡыусыларының дәресенә инеп ултырған. Ишекте асып ҡараным да, Булат шунда ултырғас, мин дә инеп ултырҙым. «Ә һеҙ ниңә был класҡа инеп ултырҙығыҙ, Әмир ағай?» – тине уҡытыусы. «Бәй, минең Булаттың класы ла инде», – тинем. «Юҡ, ағай, был бит 2-се синыф», – тип уҡытыусы Булатты ла күреп ҡалды. Ә Булат әлифбаһын сығарып һалған, алдында сәскәһе ята, ә ҡалғандарҙа сәскә юҡ, сөнки улар 2-се синыф. Шулай итеп, Булатты үҙ класына алып барып ултырттым. Шаян, йор һүҙле булыуына ҡарамаҫтан, илһамланып уҡыны, күп белергә тырышты, бәләкәй класстарҙа уҡығанда уҡйәмғиәт эштәрендә әүҙем ҡатнашты, бейеүгә лә, һүрәт төшөрөү түңәрәктәренә лә йөрөнө, спорт менән шөғөлләнде. Гуманитар фәндәргә ижади күҙлектән ҡараны. Бигерәк тә тарих, башҡорт теле һәм әҙәбиәте, йәмғиәтте өйрәнеү, математика, география фәндәрен яратты һәм ентекләп өйрәнде.

Күренекле тарихсы, профессор Рим Янғузин менән ҡала ситендәге беҙҙең йорттар йәнәш. Булат менән уларҙың мөнәсәбәте бик яҡшы булды. Сөнки Рим Янғузин киләсәктә Булатта үҙенең алмашсыһын күрә ине, ә Булат инде унда үҙенең эргәлә генә йәшәгән консультантын, уҡытыусыһын, ярҙамсыһын күрҙе. Тәү мәлдә, Булат 7-се класта уҡыған ваҡыттарҙа, Рим абзыйҙан башҡорттар тарихының бер сетерекле мәлен аңлатыуын һорай. Рим абзый шунда уҡ миңә: «Малайыңдың киләсәге ҙур, ошо йәшендә тарихтың күп сетерекле (проблемалы) урындары, ғалимдар ғына белә торған мәсьәләләре тураһында уйлана», – тип ҡыуанып шылтыратты. Рим абзый үҙ баҡсаһында Булат менән көндәр буйы эшләп, һөйләшеп йөрөй торғайны. Уларҙың 53 йыл йәш айырмаһы булыуға ҡарамаҫтан, дуҫ булдылар, кеҫә телефоны аша йыш аралаша торғайнылар. Рим абзыйҙың оло күңелле, кешелекле, кеселекле икәнлеген һәр кем белә бит инде.

Бер ваҡыт минең алда Булатҡа Рим абзый былай тине: «Һәләтле кешеләр ҡатындан уңмай ул, йөрөһәң, үҙең кеүек ҡыҙҙар менән генә йөрө, һине аңлаған кеше булһын», – тип тормоштан миҫалдар килтерҙе. Шул саҡ Булат уға: «Тимәк, бисәне дөрөҫ итеп алырға кәрәк инде», – тип ҡуйҙы.
Рим абзый үҙенең һәр ваҡыт ҡуллана торған һүҙҙәре менән күрһәткес бармағын Булатҡа төбәп: «Ул шулай! Точно! Дөп-дөрөҫ! Кәнишне! Маладис!» – тип нөктә ҡуйҙы.

Шул осорҙа Таһир Исҡужин – БДУ-ның хоҡуҡ институтының дәүләт тарихы һәм теорияһы кафедраһы мөдире Булатҡа: «Бөтөн яҡтан да белемле булыу өсөн Ҡөръәнде лә, Библияны ла өйрәнергә кәрәк, юҡ тигәндә уҡып сығырға кәрәк, сөнки улар кешелек менән тығыҙ бәйләнештә», – тигәс, уларҙы ла өйрәнергә тотондо. Ҡыҙыҡһыныу күҙлегенән миңә: «Әйҙә, атай, сиркәүҙәрҙе йөрөп, ҡарап сығайыҡ әле», – тип бер нисә тапҡыр сиркәүгә алып барҙы. Сиркәү хеҙмәткәрҙәре менән сәғәттәр буйы барған ҡыҙыҡлы әңгәмәләрен көтөп ултыра торғайным. Мин, нимә һөйләштегеҙ шул ҡәҙәр, тигәс, ул: «Библий! Әмир! Библий!» – ти, шаярып. Ә мәсеттәрҙең бөтә муллаларын белә ине. Уны ерләгәндә, алмашлап биш мулла Ҡөръән уҡыны, ә өйҙә төн сыҡҡанда, эргәһендә 4 мулла һаҡлап ултырҙы.

Әсәһе математик булғас, Булат та был фәнгә битараф булманы. «Математика дәресендә класты һәр ваҡыт Булат ҡына ҡотҡара торғайны», – тиҙәр класташтары. Ғәҙәттә иртән машинала мин эшкә, Булат уҡырға китеп барғанда, 5-7 минут араһында, берәр етдирәк мәсьәләне тиҙ генә хәл итеп ала торғайныҡ.
«Атай! Бына ҡыҙыҡ нәмә уйлап таптым. Мин дәрестә баштан-аяҡ теманы өйрәнгәндән һуң математик модулгә һалам һәм, шуның буйынса фекер йөрөтөп, тайпылмайса, туҡтамайынса сығыш яһайым. Тәүҙә уҡытыусылар аптырай торғайнылар, берәй ергә был «шайтан малай» ҡарап һөйләмәйме икән тип, күҙҙәрен алан-йолан итеп, йә миңә, йә класҡа ҡарай торғайнылар. Һуңынан уҡытыусылар өйрәнеп киттеләр. Шуны белеүселәр юҡ бит, дуҫ малайҙарға өйрәтеп ҡарайым – аңлатып булмай. Ул модулде уҡытыусылар ҙа аңламайҙыр әле, сөнки уларҙың ҡайһы берҙәренең лекцияһын тыңлау ҡыҙыҡһындырыу уятмай, уларҙың һөйләгәне йәһәт кенә башҡа ла һеңмәй. Теманы системаға һалмай, тырым-тыраҡай, белмәгән кеше кеүек һөйләйҙәр», – тип, мәктәпкә барып еткәнсе тәнҡитләп тә ала уҡытыусыларын. Шулай булғандыр ҙа, шиғырҙы 2-3 тапҡыр уҡып сыға ла яттан һөйләп тә бирә ине.

Бәләкәйҙән, башҡортса рифмалап, эргәһендәге кешегә йә үҙенә бағышлап, дүртюллыҡ төрткөс шиғыр сығарып та ҡуя торғайны.

Булатты ерләгәс, бер нисә уҡытыусыһы өйгә килеп йөрөй башланылар һәм ошондайыраҡ хәбәр ишеттерҙеләр. Дөйөм йөкмәткеһе былайыраҡ:
«Кешенең төрлө сағы була бит инде, ҡайһы берҙә кәйеф насар йәки ауырып киткән саҡтар була. Шул ваҡыт дәрестә Булатҡа тема һөйләргә ҡушабыҙ. Ғәҙәттә, уҡыусылар урындан һөйләйҙәр. (Булат урындан һөйләй алмайым тип, һәр саҡ таҡта алдына сығып һөйләгән). Булат алға сыға ла дәрес аҙағына тиклем уҡыусыларҙы дискуссияға йәлеп итеп, теманы йәнле аңлатып, беҙҙең өсөн дәрес үткәрә лә ҡуя торғайны. Ә беҙгә, уҡытыусыларға: «Эйе», «Юҡ», – тип кенә ултырырға ҡала торғайны. Шундай ҙур кинәнес кисерә инек, беҙҙе ҡотҡара ине». Ошо юҫыҡтан әйтеп китәм: Киров районы мәктәптәре лицензияларын яңыртҡан мәлдәрҙә, тикшереүселәргә мәктәптең юғары кимәлен күрһәтеү өсөн, Булатты үҙ мәктәбендә кластан класҡа, ә районда мәктәптән мәктәпкә йөрөткәндәрен белә инем.

Республика кимәлендәге фәнни-ғәмәли конференцияларҙа йыш ҡатнашты. Илдә, республикала, ғөмүмән йәмғиәттә элегерәк үҫмерҙәр, һуңыраҡ килеп тыуған йәштәр проблемалары буйынса Башҡортостан журналистары Булаттың шул проблемалар буйынса фекерен белер өсөн, мөрәжәғәт итәләр һәм Булат уларға етди итеп яуап бирер, үҙ фекерен белдереп, шул проблеманан сығыу юлдарын әйтер ине. Быны һуңғы 2008–2011 йылдар эсендә генә Башҡортостан һәм Рәсәй телерадиокомпанияларында һаҡланған Булаттың 12 телерадио интервьюһы дәлилләй.

Ошо юҫыҡтан 20-се гимназияның башҡа уҡытыусылары менән бер рәттән Мәүлийәрова Әлфиә Тимербай ҡыҙына, Мәҡсүтова Менәүәрә Әбделхәй ҡыҙына, Көмөшбаева Нәсимә Әхмәт ҡыҙына, 3-сө гимназиянан Байтимирова Галина Нәҙир ҡыҙына, бигерәк тә Нафиҡова Фәнгизә Рафаил ҡыҙына Булатты Башҡортостанға оло һөйөү, фән һәм кешелек юлына ылыҡтырған өсөн үҙемдең оло рәхмәтемде белдерер инем.

2006 йылда Булат сит телдәрҙе, тарих һәм йәмғиәтте, юриспруденцияны төплөрәк өйрәнеү ниәте менән Өфө ҡалаһының 3-сө гимназияһына имтихандар тапшырҙы һәм 7-се класта уҡыуын дауам итте. Был мәктәп Совет майҙанында урынлашҡан һәм унда төрлө вазифа биләгән, билдәле кешеләрҙе осратырға мөмкин.

Бына Булаттың минең аша (атаһы) белгән бер нисә министр менән һөйләшеүҙәре:
Төҙөлөш һәм архитектура министрына: «Ни эшләп һеҙҙең архитекторҙар йорттарҙы һәм фатирҙарҙы кеше йәшәү өсөн ҡулайлы ғына итеп проектламайҙар? Кеше яңы фатир алғас, уның үҙенә ҡулайлаштырырға тура килә».
«Һеҙҙең был пенопласт менән облицовать иткән йорттарығыҙҙан 15-20 йылдан һуң нимә ҡала? Ни эшләп шул турала уйламайһығыҙ? Бөгөнгө батшаларға ғына ярарға тырышаһығыҙ»
«Ни эшләп ял көндәрендә Затон күперен сығып булмай, тығылыш, шуны күрмәйһегеҙме ни?»
Министр яуап бирә:
– Уның эргәһенә оҙаҡламай тағы бер яңы күпер һалабыҙ!

Ә Булат яуап итеп:
– Яңы күперҙе уның эргәһенә түгел, ана Дан Бульвары тураһынан һалырға кәрәк. Ул күпер Черниковка, Сипайлово, Инорстан килгән юлсылар өсөн бик кәрәк. Улар Затон күперенә бөтөн Өфө урамдары буйлап килергә мәжбүр бит. Ҡазан юлына тура сығырҙар ине!» Аҙаҡ (ике республика етәкселәренең күптәнге ковер аҫты, ҡытыршыраҡ мөнәсәбәттәрен белгәнлектән) ирәйәләп: «Күптән сығалмайһығыҙ бит шул Ҡазан юлына…», – тип өҫтәп ҡуйған.
«Анау РКБ (республика клиник больницаһы) янында хәтәр итеп ниндәй фундаменттар һалалар ул? Врачтарға йорт төҙөйҙәрме, әллә РКБ-ны ҙурайталармы?» Министр: «Юҡ, унда торлаҡ йорттар буласаҡ!» Булат: «Врачтарғамы?» Министр: «Юҡ, фатирҙы РКБ-нан 7-8 врач ҡына аласаҡ». Булат: «Вәт, әй! РКБ-ны ҙурайтыр урынына, унда вертолет майҙаны төҙөү урынына нимә ҡыланалар, әй!»

Шул уҡ министрға Булат: «Ни эшләп малайыңдың иҫке дермантин салбарын «кожаный ул!» – тип үҙеңде үҙең алдап кейеп йөрөйһөң?» – тимәһенме! «Юҡ, юҡ, кожаный ул! Бына тотоп ҡара!» – тинем, ти, теге министр. Булат: «Ҡайҙан кожаный булһын, дермантин ул. Һеҙгә килешмәй бындай салбар, етмәһә ҡыҫҡа, үҙе ҡыҫып тора». «Ярай инде, бөгөн суббота бит!» – тип әйттем малайыңа, аптырағас», – тип һөйләне миңә 2010 йылдың апрелендә шул министр.
Андрей Евсюков (2006–2011 йылдарҙа БР һаулыҡ һаҡлау министры): «Әмир! Улың Булат мине Совет майҙанында күрҙе лә: «Һеҙгә бер тәҡдим бар бит әле», – ти. «Йә, ниндәй тәҡдим?» – тип һорайым унан. «Ана, РКБ-ны «Йәшел сауҡалыҡ» («Зеленая роща») шифаханаһы урынына күсерергә кәрәк. Беренсенән, РКБ-ны ҙурайтыу урынына, уның тирәләй һатыр өсөн торлаҡ йорттар төҙөй башлағандар. Икенсенән, унда врачтарға фатир тәтемәй, ти. Врачтар бәләкәй эш хаҡына фатир ала аламы ни? Өсөнсөнән, ҡала уртаһында – шау-шыуҙа больница буламы ни? Дүртенсенән, ҡала эсендә шифахана буламы ни? Вәт! Уны РКБ-ға бирергә һәм бер корпусын врачтарға фатир итеп бирергә! – тип аптыратты», – ти.

Булаттың оло кешеләрҙе бик йыш шулай аптыратыуын миңә һөйләй торғайнылар.

Матбуғат, мәғлүмәт министры урынбаҫары булып эшләгәндә, 1997 йылдың яҙында, Булатҡа 3 йәш ине. Ял көнө уны эшкә алып барҙым. Мин ҡайҙалыр сыҡҡайным, ул креслола һүрәт төшөрөп ултырған. Шул ваҡыт Рәшит абзый Солтангәрәев килеп инә. (Ул ваҡытта «Ағиҙел» журналы беҙҙең министрлыҡ менән бер бинала ине.) Булаттың кем икәнен белмәгәндер инде, унан һорай икән: «Исемең кем? Кем улы булаһың?» Булат башҡортсалап тороп: «Исемем Андрей! Атайым Алексей! Фамилиям Кусяпкулов», тигән. Рәшит абзый аптырағандан: « Ә бында ни эшләп ултыраһың? Ҡайҙа, бестерәйем әле үҙеңде!» – тип шаяртҡан. Булат аптырап ҡалмаған: «Һин үҙең бестерелгәнме әле?» – тип һораған. Был ваҡиғаны һәр ваҡыт иҫенә төшөрөп һөйләй торғайны Рәшит абзый.
Булат бер тайпылышһыҙ Миһран олатаһы, Б. Ельцин, В. Путин, Д.Медведев, В.Жириновский һ.б. күренекле кешеләр булып һөйләп күрһәтә торғайны. Әсәһе булып, татарса кезекләһә, әсәһе үсегә торғайны. Һуңынан белеүемсә, 9–11 кластарҙа уҡығанда, уҡыусыларҙың район, ҡала кимәлендә үткәрелгән «Шаяниум» ярыштарын рус һәм башҡорт телдәрендә оҫта алып барған, үҙе лә әүҙем ҡатнашҡан булған.

Киләсәктә фән менән шөғөлләнеү ниәтен белгәс, Булатҡа 8-се класта каратэ секцияһына йөрөүҙе тыйҙым. Ул быға тиклем 7 йыл каратэ менән шөғөлләнеп «ҡара билбау»ға эйә булғайны. Ризалашты, ләкин миңә әйтмәй генә, барыбер ярыштарҙа ҡатнашып йөрөгән.

Олимпиада, конкурс, спорт ярыштары алдынан мин унан: «Көсөң етерме, улым?» – тип һорайым. Фотоһүрәттәге шикелле ҡулын ҡулға ыуалап, олатаһының дуҫы Ғәлим Ҡобағошов әйткәнсә: «Люююбойын яссайбыҙ!» – ти торғайны һәм 1-се йәки 2-се урынды мотлаҡ яулай торғайны.

Йәмғиәттә булған кире күренешкә бик борсола ине, уҡытыусыларҙың, врачтарҙың әҙ генә эш хаҡына эшләүе, эшҡыуарҙарҙың үҙҙәренең хеҙмәткәрҙәренә эш хаҡын даими түләмәүенә борсола, хәйерселәрҙе, йортһоҙҙарҙы бик йәлләй ине. Кешеләрҙең ғазап сигеп йәшәүенә көйөндө. «Атай, был донъяны нисек үҙгәртергә? Кешене бит сүп урынына ла күрмәйҙәр, больницаға барһаң, пациент урынына врач өҫтөнөрәк, мәктәптә уҡыусы урынына уҡытыусы, магазинда – һатыусы. Ни ғиллә был, бөтәһе лә киреһенсә булырға тейеш бит!» – тип, миңә һораулы ҡарашын төбәй торғайны. Һуғыш ветеранын осратһа, олатаһы Миһранды күргән һымаҡ була торғайны. Мотлаҡ ҡайһы фронтта булыуы, тыумышы менән ҡайҙан икәне, нисәнсе йылдарҙа һуғышта ҡатнашыуы, һуғыштан һуң ҡайҙа эшләүе, уның балалары тураһында һорашып: «Бына һеҙгә хәйер», – тип, булған аҡсаһын биреп китә торғайны.

Олоно оло, кесене кесе итә белде. Һәр кеме менән бик матур әңгәмә ҡорорға яратты. Кешене тыңлай белде, үҙенең фекерен яйлап ҡына еткерә торғайны. «Эйе, эйе, ә-ә-ә, ыһы», – тип хуплап тыңлар ине.

Тап-таҙа итеп, етмәһә, беҙҙең Таймаҫ ауылының үҙенсәлекле диалектында һирәк ҡулланылған башҡорт һүҙҙәре менән кинәнеп, башҡорт теленең байлығына ғорурланып һөйләшә ине.

10-11 кластарҙа уҡығанда фәнни эштәр менән төплөрәк шөғөлләнә башлағас, уны иң борсоғаны – беҙҙең Башҡортостандың киләсәге, ғөмүмән, Рәсәйҙә реаль федерация булмауы, республикаларҙың хоҡуҡтарын ҡыҫыу, бигерәк тә республиканың мөлкәтен һаттыртыу, Башҡортостанда телдәр тураһындағы Закондың әүҙем эшләмәүе, милли республикаларҙы бүлгеләү тенденцияларының башҡорт халҡын бөтөрөүгә алып барыуы. Шуны ап-асыҡ аңлап та, республика етәкселәренең ҡаршы тора алмауына, үҙебеҙҙәге ҡайһы бер етәкселәрҙең ошо хәлдәрҙе үҙҙәре белмәҫтән тиҙләтеүҙәренә, әҙерлекһеҙ кадрҙар хөкүмәт тирәһендә туп-тулы булыуына, уларҙың күптәре үҙ шәхси мәсьәләләрен республика, милләт мәсьәләләренән өҫтөн ҡуйыуы, шул уҡ ваҡытта башҡорттоң бер-береһен юҡ итеү менән мәшғүл булғанын күреп, миңә бер туҡтауһыҙ һорауҙар яуҙыра ине. Бер ҡарауға арыу ғына, ләкин үҙ-үҙен “гений” тип йөрөткән башҡорттоң мине (атаһын) эштән ҡыҫҡартыуын белеп ҡыуанғанын Булатҡа һөйләгәйнем, ул һүҙмә-һүҙ былай тине: “Шулай инде. Атай, ул кешене ғәйепләмә һин, эш бит унда түгел, ундайҙар беҙҙең арала байтаҡ. Һы! Эшһеҙ ҡалған үҙ башҡорто өсөн ҡайғырыр урынына ҡыуаныуы, дөйөм башҡорт милләтенең ниндәй аяныслы хәлдә икәнен күрһәтә лә инде. Сәбәбе ниҙә һуң?..” – тип борсолоп, унан сығыу юлдарын юҫыҡлай башланы.

Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университетының юридик факультетына инеп уҡырға, уны тамамлағас, аспирантураға инеп, фән һәм шул уҡ ваҡытта практик эш менән шөғөлләнеү – Булаттың иң ҙур хыялы ине…

Шуның өсөн ул 9-сы кластан алып МДУ-ға барып йөрөнө, фәнни- ғәмәли конференцияларҙа ҡатнашты. 2011 йылдың ғинуарында МДУ үткәргән олимпиадала еңеп, юридик факультетына имтиханһыҙ, конкурсһыҙ үтеү хоҡуғы алғайны…

Булаттың фажиғәһен белдереп, мине 2011 йылдың февраль баштарынан үк иҫкәртә башланылар.

Таймаҫ ауылында Эҙәк һыуы ҡаршыһында Емерек күл бар. Ул күлдең төбө юҡ, 7 дилбегә буйлай алмаған, майҙаны 100 х 100 метр самаһы, тау битендә урынлашҡан. Төш күрәм: ошо күл янында бик ҙур вулкан ҡупҡан. Беҙ Булат менән ауылға ҡайтҡан саҡ икән, тим. Таймаҫ ауылы ике тау араһында урынлашҡан, халыҡтың тау башына күтәрелеүен һорайым, улар тимерлек янынан тау башына күтәрелә. Вулкан артабан көсәйә башлағас, теге яҡҡа (зыярат яғына), хәүефһеҙ яҡҡа, китеүен һорайым. Шул саҡ халыҡ артынан үҙем дә барырға булдым, аяҡҡа ойоғомдо кейәйем тиһәм, кейә алмайым. Булат бер ойоҡто кейҙерҙе лә икенсе ойоҡто һәм аяҡ кейемен таба алманы. Булаттың фажиғә урынында ойоғоноң береһен генә таптым, ә аяҡ кейемен бөтөнләй таба алманым…
Икенсе төш 2011 йылдың март айында: Булат шул фажиғә булған урында минең машина менән («Тойота Лэнд Крузер») һәләкәткә осраған икән тим. Уяныр-уянмаҫ ҡурҡып: «Юҡ, юҡ, унда кеше үлә торған урын түгел ул, етмәһә, минең был машина хәүефһеҙ», – тип уянып киттем. Булат 16 йәше тулғас та шоферлыҡҡа уҡыны, имтихандар биреп, сертификат алып ҡуйғайны. Ләкин таныҡлыҡты 18 йәше тулғас ҡына алырға тейеш ине…. Машинаны оҫта, һаҡ ҡына йөрөтә ине. Мин уға рулде Таймаҫта яланға сыҡҡас ҡына бирә торғайным.

Ошо төштө күргәндән һуң Булатҡа әйтә килдем: «Улым, МДУ-ла уҡырһың ул. Бының өсөн иң тәүҙә яҡшы итеп үҙ мәктәбеңдә ЕГЭ-ларҙы бирергә кәрәк бит. Һинең өсөн иң яуаплы осор. Үҙ-үҙеңде һаҡла, бигерәк тә урам аша сыҡҡанда абай бул. Кеше үҙен үҙе һаҡламаһа, уны бер кем дә һаҡлай алмай, ана, еҙнәң аяғын ауырттырып күпме һыҙланды, теге егеткә ултырып йөрөмә! Беҙҙе оло ҡайғыға һалырға тип ултыраһыңмы ни уға! Өфөлә машина менән бәрелеп кеше үлеүен үлмәй ул, ләкин бер ереңде имгәтеп, имтихандар бирә алмауың бар. Мәскәү университетына ла инәһең бар бит әле…», – тинем. Шул саҡ Булат: «Юҡ, атай, ул егеттең тәжрибәһе бар, яйлап ҡына йөрөтә, яҡшы егет ул», – тине. Ул егеттең яуапһыҙ икәнен, уны бер тапҡыр ҙа күрмәһәм дә, үҙемдең тормош тәжрибәһенә таянып белә инем. Ләкин аралай алманым.

2011 йылдың февраль башынан алып ике таныш кеше, Булаттың ошо фажиғәһенә тиклем: «Әмир, зинһар һаҡ бул. Оҙаҡламай яҙмыш һине бик ҡыйын, ауыр хәлгә ҡуясаҡ», – тип аҙна һайын шылтыраттылар. Ә мин шылтыратыусыларҙың иҫкәртеүен үҙемдең эш менән бәйләнем. Ентекле баһа бирмәнем. Нәҡ ошо осорҙа Өфө халыҡ-ара аэропортының генераль директорын эштән бушатыу буйынса ығы-зығы киткәйне. Ә мин ул ваҡытта уның урынбаҫары булып эшләй инем. Ғәҙәттә, хужа китһә, бөтә команда ла алышына бит инде. Был иптәштәрҙең иҫкәртеүен эш менән бәйләп: «Бындай ығы-зығы ғына мине ала алмай, ундайҙарҙы күп күрергә тура килде!» – тип уйлап, яңылышҡанмын. Иптәштәрҙең төшөн эш менән бәйләп сисә алманым… Ысынлап та, минең яҙмышымды үҙгәртерлек оло ҡайғы тураһында ҡаты итеп иҫкәрткәндәр икән…

Һуңғы көндәрендә өйҙән сыҡһа, әсәһен ҡосаҡлап үбер ине лә шаяртып уға: «Әнииий», – тиер ине. 2011 йылдың 1 майында, быға тиклем булмағанса, баҡсалағы бөтә йәшелсәләрҙе, әсәһе етәкселегендә Булат ултыртты. Еңеү байрамында беҙ икәүләп мең литрлыҡ һыу мискәһенә 2 метр бейеклегендәге тимерҙән сварка менән каркас эшләп, бетонға ултырттыҡ, буяп, йәшел профнастил менән көпләп, шуның өҫтөнә мискәне күтәреп ҡуйҙыҡ. Һуңынан Булат мунса инеп сыҡты ла Өфөләге фатирға ЕГЭ-ға әҙерләнергә ҡайтып китте. Ошо Булаттың ҡала ситендәге йортҡа килеүенең һуңғыһы булды.
14 майҙа «Вести России» телеканалына ЕГЭ проблемалары буйынса ҙур күләмле интервью бирә, уны 4-5 тапҡыр күрһәткәндәр, әлеге ваҡытта яҙмаһын да бирҙеләр. Шуға күрә лә Булаттың фажиғәһен ишеткән кешеләр миңә: « Әле генә, кисә генә, бая ғына телевизорҙан һөйләй ине бит…», – тип илап шылтыраттылар.

19 майҙа Булат үҙе лә төш күргән: имеш, әсәһе 5-се этаждан йығылып төшкән, ә Булат әсәһе эргәһендә илап торған. Шул ваҡыт Булат ҡурҡыуҙан илап уянып, кухняла йөрөгән әсәһен ҡосаҡлап, ошо төштө һөйләгән.

Фажиғә булған кис, беҙ ҡатыным Зарема менән көнө буйы баҡсала эшләп арығандан һуң, шунда, ҡала ситендәге үҙебеҙҙең йортта, ғүмерҙә булмағанса, йоҡларға ҡалдыҡ.

Шул ваҡыт ҡатыным Зарема төш күрә: Затонда йорт менән мунса араһында үрмәле гөл өсөн яҡшы тимерҙән сүкеп арка эшләгәнбеҙ икән. Арканың ишеген Булат аса ла, яйлап ҡына башын бороп артҡа, әсәһенә әйләнеп йылмайып ҡарай һәм томан эсенә инеп юғала.
2011 йылдың 22 майы. 00 сәғәт 45 минуттар тирәһендә өйҙә ЕГЭ-ға әҙерләнеп ултырған Булатты, фажиғәгә сәбәпсе иптәше телефон аша урамға саф һауа һуларға саҡыра. Булат урамға сыға һәм бер аҙ һөйләшеп ултырғас, Чесноковка биҫтәһенән теге егеттең иптәше: «Әйҙә, беҙгә килеп китегеҙ», – ти. Булат өгөткә риза була һәм өйгә ҡабаттан кереп ҡала телефонын (йәнәһе, беҙ (ата-әсәһе) шылтыратмаһындар) розетканан тартып ала ла тағы бер синыфташтарын ултыртып, өсәүләп сығып китәләр. Булат шофер эргәһенә ултыра, ә иптәше артҡы ултырғыста була.

С.Юлаев проспектына төшкәс, аэропорт йүнәлешендә машина ҡапыл ҙур тиҙлек ала һәм күпергә яҡынлашып килгәнен күреп, тормозға баҫа, машина тәңкә кеүек һелкенә башлай, ләкин тиҙлек кәмемәй. Шул саҡ машина иҫке күпер менән яңы күперҙе айырған газон бордюрына эләгә һәм, ҙур реклама щитының таяғына бәрелеп, бер нисә тапҡыр әйләнеп китә. Йөрөтөүсе машинанан сығып оса һәм шунда уҡ йән бирә, Булатты бәрелгәндән һуң 15 минут эсендә 22-се ҡала дауаханаһына алып киләләр һәм тиҙ арала операция эшләйҙәр, ләкин 21 сәғәт 13 минутта йөрәге туҡтай. Ә өсөнсө иптәше – синыфташы – ҡулбаш һөйәген һындыра һәм иҫән ҡала.

Эпостарҙағыса, Булат йыл үҫәһен ай үҫте, ай үҫәһен көн үҫте. Бигерәк тә ошо фажиғә алдынан ныҡ тартылды һәм буйы 1 метр ҙа 98 см ине.
2011 йылдың 28 апрелендә Булатҡа 17 йәш тулды, дуҫтары менән өйҙә ултырҙылар, шунан ҡалаға сығып киттеләр. Кис өйгә ҡайтҡас, Булат әсәһенә: «Их, әсәй, ниндәй рәхәт икән 17 йәштә, гел генә шулай булып ҡалһаң ине...» – тип үҙенең хис-тойғоларын белдергән. Яҙмышы теүәл 24 көндән һуң шулай ҡабул ителде лә…

Сығыу ваҡыты 30-01-2015, 16:28 | Ҡаранылар: 1869
|
  • Ижади бәйгебеҙ башланды!
  • “Бәйләнештә” селтәрендәге гәзитебеҙҙең төркөмө тураһында
  • Булат Солтангәрәев ҡыҫҡа ғына ғүмерен мәғәнәле йәшәне
  • Һүҙҙең мәртәбәһен белеп...
  • ӘЛЛӘ БУЛДЫ, ӘЛЛӘ БУЛМАНЫ…
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • “Уның үлемен теләп йәшәнем...”
  • Еҙнәм инең (хикәйә)
  • “Кеше үлемендә минең дә ғәйебем бар...”
  • Мин һәр саҡ табип хатаһы ебәреүҙән ҡурҡа инем...
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (10.11.2017)
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (17.11.2017)
  • Ләйсән Ҡаразбаева хәбәр итә:
  • Татлы һөйөүҙән кем туйған?
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (24.11.2017)
  • Имен хеҙмәт итеп ҡайт, Илгиз!



  • Радио Юлдаш FM