НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » Булат Солтангәрәев ҡыҫҡа ғына ғүмерен мәғәнәле йәшәне

Булат Солтангәрәев ҡыҫҡа ғына ғүмерен мәғәнәле йәшәне


Булат Солтангәрәев ҡыҫҡа ғына ғүмерен мәғәнәле йәшәнеҺуңғы 15-20 йылда баш ҡалабыҙҙа туған телен хөрмәт иткән, фекерләй белеүсе рухлы йәш быуын үҫә башланы. Был, әлбиттә, Өфөлә башҡорт балалар баҡсалары, мәктәптәре асылыуы, халҡыбыҙҙың милли үҙаңы үҫешеүе менән бәйле. Шул уҡ ваҡытта ошо ҡала йәштәре араһында киләсәккә милләтебеҙҙең арҡа һөйәге булырҙай шәхестәр ҙә күренде. Улар араһында үҙ фекерҙәрен ҡыйыу рәүештә белгертә-белгертә Булат Солтангәрәев исемле егет күҙгә ташланды.

Булат тәүҙә Фатима Мостафина исемендәге 20-се ҡала башҡорт гимназияһына уҡырға инде. Башланғыс синыфтарҙан уҡ ул үҙ тиңдәштәре араһында үҙенең һәр яҡлап әүҙемлелеге менән айырылып торҙо. Барлыҡ фәндәрҙән дә яҡшы өлгәшеп, оҙаҡламай ул төрлө йүнәлештәге өҫтәмә факультатив дәрестәргә, түңәрәктәргә йөрөй башланы. Һүрәтте лә оҫта төшөрә, бейеүгә лә маһир, ҡыҫҡаһы, сәнғәткә мөкиббән киткән бала булды. Шулар араһында иң ныҡ яратып йөрөгән спорт түңәрәге, уның да ниндәй төрө бит әле – каратэ. Бының менән ул беренсе синыфтан уҡ мауыҡты.

Ныҡышмалы хеҙмәт күп көттөрмәне. 4-се синыфта уҡығанда уҡ Булат спортсы тиҫтерҙәре араһында фудо-кан-каратэныœ ката төрө буйынса Өфөлә – беренсе урынды, 9 йәшкә тиклемге малайҙар араһында республика ярыштарында 3-сө урынды бер нисә тапҡыр яулап, зәңгәр билбау алды.
Булат 7-се синыфтан башлап Халыҡтар дуҫлығы орденлы 3-сө Өфө ҡала гимназияһында уҡый башлай. Бында ла яҡшы билдәләргә өлгәшеп уҡыуҙан тыш сәнғәткә, әҙәбиәткә, спортҡа тағы ла нығыраҡ ылыға. Тырыш егет, төрлө түңәрәктәргә йөрөүен киңәйтеп, каратэ буйынса һары һыҙатлы аҡ билбау, һары билбау яулауын дауам итә. Еңеүҙәр бер-бер артлы бирелә. Булат республика бәйгеһендә икенсе урынды ала. Бер аҙҙан ҡара билбау ҙа биленә тағыла! Волейбол буйынса ла 1-се урын өсөн грамоталар менән бүләкләнә.

Булат нәфис һүҙ һөйләүселәрҙең район, ҡала конкурстарында беренсе урынды ала. Башҡорт теле буйынса үткәрелгән олимпиадала Киров районы буйынса икенсе урынды яулаһа, Өфө ҡалаһы буйынса рус мәктәптәре араһында беренсе була. Гимназияла үткәрелгән әҙәби кисәләрҙе лә бик оҫта алып бара, гармунда, ҡурайҙа ла уйнарға өйрәнә башлай.

Егеттең тағы бер һәләте пародиялар сығарыу булған икән. Кешенең ғорурлығына теймәй генә, нисектер оҫта итеп, йә олатаһы булып әкренләп, һуҙып, олпат итеп һөйләп, йә булмаһа ауылдағы сағыу колоритлы кешеләр булып ҡыланып һөйләп, шул кешеләрҙе белеүселәрҙе көлдөрөп, һындарын ҡатырған икән шуҡ егет.

Алдағы синыфтарҙа Булат Солтангәрәевтың һәләте төрлө яҡлап тағы ла нығыраҡ асыла бара. Төрлө олимпиадаларҙа, турнир´арҙа, конференцияларҙа, конкурстарҙа, күргәҙмәләрҙә, йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнашып, бүләктәр, 40-ҡа яҡын призлы урынға, маҡтау грамотаһына, дипломға, сертификатка, грантҡа лайыҡ була.

Мин Булаттың 10-сы синыфта яҙған "Ижтимағи-сәйәси хәрәкәттәрҙә әүҙем ҡатнашыусы булараҡ йәштәрҙең формалашыу проблемалары" исемле ғилми эше менән танышып сыҡтым. Ыҡсым ғына эшендә йәш автор сәйәси, ижтимағи йүнәлештә тикшеренеүҙәр үткәрә. Төрлө социологик тикшеренеүҙәр һөҙөмтәләрен килтереп, статистикаға мөрәжәғәт итеп, Башҡортостан Республикаһы закондарын өйрәнеп, демографик, фактик материалдарҙы урынлы ҡулланып, интернет-ресурстарға һылтанып, уларҙы төҙөк бер системаға һала. Хәҙерге йәштәрҙең социаль йөҙөн асып бирә, уларҙың проблемаларын күтәрә һәм унан сығыу юлдарын күрһәтеп, киләсәккә бурыстар билдәләй. Шул уҡ ваҡытта эҙләнеүсе үҫмер рухына тоғро булып, башҡорт йәштәренең киләсәге, милли кадрҙар мәсьәләһе кеүек үтә сетерекле мәсьәләләрҙе лә бик тыйнаҡ ҡына ҡуҙғатып, был проблемаларҙы дөрөҫ итеп сисеү юлдарын да күҙаллай. Ҡыҫҡаһы, ул эҙләнеүҙәрендә йәштәрҙең бөгөнгөһө, киләсәге өсөн борсолоп, шул ук ваҡытта башҡорт йәштәрен дә ижтимағи-сәйәси йүнәлештәге эштәргә әүҙемерәк йәлеп итеү, уларҙа милләттең киләсәге өсөн яуаплылыҡ тәрбиәләү кәрәклеген яҙа. Ғилми эшендә Булат үҙен илһөйәр, телһөйәр, туған халҡының киләсәген ҡайғыртыусы йәш патриот итеп күрһәтә.
Булат аҡыллы, уйсан ҡарашлы, һомғол буйлы, әле генә бөрөләнә башлаған, яңы асыла башлаған сәскә төҫлө, матурлыҡҡа, тормошҡа ғашик, әле яратып та өлгөрмәгән үҫмер ине. Уның характеры бик үҙенсәлекле. Бер яҡтан ҡарағанда, тиктормаҫ, тиҙ аралашыусан, өлгөр, йылғыр, энергияһы ташып тора. Ғәҙәттә, бындай кешене, баҫҡан ерендә ут сығара, тиҙәр. Быға уның ҡыҫҡа ғына ғүмере эсендә үҙен күп яҡлап асып, ҡуйған маҡсатына ирешеп яулаған күп һанлы ҡаҙаныштары шаһит. Икенсе яҡтан, ошоға ҡапма-ҡаршы булып уның баҫалҡы, тыйнаҡ, иғтибарлы, кеше тураһында ҡайғыртыусан, ярҙамсыл, уйсан үҫмер булып етешеүен төплө, тәрән мәғәнәле мәҡәләләре, ғилми эштәре үҙе үк күрһәтеп тора. Ошо ике һыҙаттың бер кешелә тупланыуы – бик һирәк күренеш.
Ҡайҙан килә йәш үҫмерҙә был рухи көс, хис, тойғо, үҙ халҡыңдың тарихына ҡарата оло хөрмәт? Әлбиттә, ата-әсәһенән, олатай-өләсәйҙәренән. Әсәһе Зарема менән атаһы Әмир Солтангәрәевтар улдарына иғтибарҙы йәлләмәгән. Әлиә ҡыҙҙарынан һуң Булат уларҙың көтөп алған улы ине. Көйөргәҙе районының Таймаҫ ауылындағы олатай-өләсәйҙәренә лә йыш ҡайтып йөрөнөләр. Сабырлыҡ, баҫалҡылыҡ, ғорурлыҡ, уйсанлыҡ кеүек һыҙаттар Булатта олатаһы Миһран ағайҙан киләлер. Ул сәнғәткә бирелгән, шиғри күңелле, бик талантлы һәүәҫкәр рәссам ине. Киң күңелле, кеселекле, кешегә иғтибарлы булды. Ҡулынан килмәгән эше юҡ, төрлө яҡлап үҫешкән шәхес булды. Ә бына йылғырлыҡ, етеҙлек кеүек сифаттар өләсәһе Рафиға еңгәнән икәнлеге күҙгә ташланып тора. Әйткәндәй, әле әйтеп үткән бар сифаттар уның атаһы Әмиргә лә хас. Тырышлыҡ, төплө уйлап эш итеү, тыйнаҡлыҡ, яғымлылыҡ, һөйкөмлөлөк кеүек һыҙаттар әсәһе Зареманан да киләлер. Ике мәктәптә лә Булатҡа үҙ эшен яратҡан, абруйлы уҡытыусылар осраны. Егеттең ошондай шәхес булып өлгөрөп етешеүендә уларҙың роле әйтеп бөткөһөҙ ҙур.

Үкенескә күрә, Булаттың ғүмере бик иртә, фажиғәле өҙөлдө. Әммә ул үҙенең ошо ҡыҫҡа ғына, ни бары 17 йыл ғүмере эсендә бар тиҫтерҙәренә лә өлгө булырлыҡ эштәр эшләп өлгөрҙө. Хатта тамаҡ ярып ҡысҡырып, буш һүҙ һөйләп йөрөгән ҡайһы бер олораҡтар ҙа ошо йәш егеттең яҙмаларынан, ул эшләгән аныҡ эштәрҙән фәһем алһын, халҡым тип янып йәшәү рәүеше уларға бер үрнәк булһын ине. ¤мөтлө, халҡыбыҙға ҡалҡан булырҙай буласаҡ милли кадр, ҡала мөхитендә йәшәп, рус мәктәбендә уҡып та көслө рухлы йәш башҡорт егете булып өлгөрөп етеүе барыһына ла өлгө булһын!

Булаттың яҙмышы атаһының бер туған ағаһы Азат Солтангәрәевтың яҙмышына тамсы кеүек оҡшаш. Ул да Совет Армияһы сафында Ҡытай сигендә Даманский утрауында хеҙмәт иткәндә 1978 йылда батырҙарса һәләк булғайны. Уның ата-әсәһе Миһран ағай менән Рафиға еңгә улдарының тормоштан иртә китеүенә ғүмер буйы һыҙланып йәшәне. Шуғалыр ҙа өләсәһе, ейәненең үлем хәбәрен ишеткәс, йөрәге күтәрә алмайынса, яҡты донъянан китеп барҙы.

Булаттың хыялы мәктәпте тамамлағас, илебеҙҙең иң төп вузы – М.Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университетында белем алыу булды. Бында инеү өсөн уға ни бары БДИ-ны ғына уңышлы тапшырырға кәрәк ине...

Мин ышанам. Киләсәк – йәштәр ҡулында. Булат үҙе мәҡәләһендә: "...Тыуған ерҙән дә ҡәҙерлерәк төшөнсә юҡ. Тыуған ер – халыҡтың терәге. Халыҡ булһа, йәшәһә, уның теле лә, ҡыйыу улдары ла була. Ә беҙ – йәш быуын, Тыуған еребеҙҙең киләсәге, тимәк, киләсәк беҙҙең ҡулда, тигән һүҙ. Һәм беҙ үҙ сиратыбыҙҙа халҡыбыҙҙың намыҫына һәм кешелек сифаттарына тап төшөрмәҫкә тейешбеҙ. Тарихыбыҙға, мәҙәниәтебеҙгә, йолаларыбыҙға, Салауат, Батырша, Аҡмулла, Бабич, Зәки Вәлиди рухына мәңге тоғро ҡалайыҡ!" – ти ул. Тимәк, Булаттың тиҫтерҙәре, йәштәр, киләсәк быуын ошоларҙы аңлап, милләтебеҙҙең киләсәге өсөн яуаплылыҡ тойоп йәшәргә тейеш. Шул ваҡытта халҡыбыҙҙың киләсәге бар. Бына ниндәй йәштәр кәрәк беҙгә!

Түбәндә Булат Солтангәрәевтың 10-сы синыфта уҡығанда яҙған "Минең шәжәрәм" исемле мәҡәләһен гәзит уҡыусылар иғтибарына тәҡдим итәм.

Өлфәт ҠОБАҒОШОВ.

Өфө ҡалаһы.
“Йәшлек” гәзиты
26 июнь, 2011 йыл.

Сығыу ваҡыты 15-01-2015, 16:09 | Ҡаранылар: 805
|
  • Ижади бәйгебеҙ башланды!
  • Ил ҡурсалар ир ине...
  • Үткәндәрҙе буйлап, киләсәкте уйлап…
  • Минең шәжәрәм. Булат Солтангәрәев
  • Бар яҡтан да килгән егет ине
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • “Уның үлемен теләп йәшәнем...”
  • Еҙнәм инең (хикәйә)
  • “Кеше үлемендә минең дә ғәйебем бар...”
  • Мин һәр саҡ табип хатаһы ебәреүҙән ҡурҡа инем...
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (17.11.2017)
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (24.11.2017)
  • Татлы һөйөүҙән кем туйған?
  • ҺАБАҠ (хикәйә)
  • Мәүлит байрамы мөбәрәк булһын!
  • Бүләктәр – өлөшлөләргә!



  • Радио Юлдаш FM