НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

“...Халҡым киләсәге – егет-ҡыҙҙар булғанда, Онотолмаҫ рухың был ерҙә...”
Объявления / Булат Солтангәрәев исемендәге республика премияһы // 29-05-2017, 15:01


“...Халҡым киләсәге – егет-ҡыҙҙар булғанда, Онотолмаҫ рухың был ерҙә...”Мәктәптәрҙә яңғыраған Һуңғы ҡыңғырау байрамына “Йәшлек”тәр ҙә ҡыҙыу әҙерләнә. өсөнсө йыл рәттән үткәрелгән Булат Солтангәрәев исемендәге республика уҡыусылар конкурсының быйылғы ярышын 19 майҙа йомғаҡланыҡ....

Белемле бер ерҙә лә юғалмаҫ
Конкурстар / Булат Солтангәрәев исемендәге республика премияһы // 19-05-2017, 15:22


Ағасты – емешенә, кешене эшенә ҡарап билдәләйҙәр. Ошо һүҙҙәр менан ризалашам. Был донъяға килгән һәр бер кеше үҙенән һуң ниндәй ҙә булһа иҫтәлек ҡалтыра. Ҡылған эштәре изге булһа, тимәк, ғүмере заяға уҙмаған, ә инде алама яҡтары күберәк икән, мәғәнәһеҙ тормош кисергән....

Төнгө уйланыуҙар-һыҙланыуҙар
Конкурстар / Булат Солтангәрәев исемендәге республика премияһы // 19-05-2017, 15:18


Ҡараңғы төн. Сәғәт берҙе һуҡты,
Бар тереклек – әүен илендә.
Тик ниңәлер йоҡо фәрештәһе
Онотто бит миңә килергә.
Ике тулды. Тынғыһыҙ уйҙар
Йөҙә барлыҡ Ер шары буйлап.
Йөрәк ҡылын сирткән уйҙарымды
Яҙҙым, шиғри юлдарға туплап.
Был донъяға килгән һәр әҙәмдең
Хоҡуғы бар тыныс тормошҡа!
Әммә ниңә бик күп кешенең
Ғүмер юлы әйләнә тамуҡҡа?...

Өлкәндәр, беҙ һеҙҙән өлгө алабыҙ!
Конкурстар / Булат Солтангәрәев исемендәге республика премияһы // 19-05-2017, 15:18


Ваҡыт ҡуласаһы алға тәгәрәй: көндәрҙе – айҙар, айҙар­ҙы – йылдар, йылдарҙы быуаттар алмаштыра. Ваҡыт, аҡҡан һыуҙай, һиҙҙермәй генә алға бара, бер дәүерҙе икенсеһе алмаштыра. Тарих үҙгәрә, һәр замандың үҙ йәшлеге, йыры, әҙәбиәте, мәҙәниәте, йолалары, герой­ҙары, шәхестәре була. “Заман башҡа, заң башҡа”, – тип юҡҡа ғына әйтмәгәндер ата-бабаларыбыҙ....

Ваҡыт ҡәҙерен беләйек!
Конкурстар / Булат Солтангәрәев исемендәге республика премияһы // 19-05-2017, 15:17


Ғүмер... Ҡайҙа был тиклем ашығаһың? Сәғәт телдәре бер туҡтамай алға елә лә елә. Ваҡыттың уҙғанын һиҙмәй ҙә ҡалабыҙ. Кешеләр һәр ваҡыт тормошҡа ашырҙай ҙа, ашмаҫтай ҙа матур хыялдар менән йәшәй. Берәүҙәр яҡшы уҡыу, йәшәү хаҡында хыялланһа, икенселәр белем алып, эш табып, матур тормош ҡороуҙы маҡсат итә. Күп осраҡта ваҡыт үтеү менән бергә хыял-маҡсаттар ҙа үҙгәрә, бала саҡта мөһим кеүек тойолған нәмәләр яйлап онотола, әһәмиәтен юғалта....

Йөрәктәребеҙ – тыуған ерҙә
Конкурстар / Булат Солтангәрәев исемендәге республика премияһы // 19-05-2017, 15:17


Ғәзиз ерем! Ни тиклем йөрәккә яҡын, ҡәҙерле, изгеһең һин. Бәпкә үләне баҫҡан урамдарың, ҡышҡы һалҡын бурандарың, күкрәгеңдән урғылып сыҡҡан шишмәләрең, диңгеҙ кеүек тулҡынланып ятҡан иген ҡырҙарың – барыһы ла ҡәҙерле миңә! Бөтә изге нәмә һинән башлана: йыр ҙа, хеҙмәт тә, мөхәббәт тә. Тәүге тапҡыр ҡояшты, йондоҙҙар­ҙы һиндә күрҙем, тупраҡ йылыһын һиндә тойҙом. Икмәктең тәмен-ҡәҙерен белергә лә өйрәттең.
...

Тыныс тормошто ҡәҙерләйек
Конкурстар / Булат Солтангәрәев исемендәге республика премияһы // 19-05-2017, 15:16


Яҙҙың тәбиғәтте ҡышҡы йоҡоһонан тамам уятҡан май айы ла килеп етте. Үҙенең бик күркәм байрамы – Еңеү көнө менән ҡәҙерле ул май. Быйыл беҙ 72-се мәртәбә тыныс тормошло айҙы ҡаршыланыҡ....

Ил яҙмышы – беҙҙең ҡулда
Конкурстар / Булат Солтангәрәев исемендәге республика премияһы // 19-05-2017, 15:16


Тыуған ер, тыуған Башҡортостан! Ни тиклем күңелемә яҡынһың, ни тиклем ҡәҙерлеһең һәм изгеһең һин. Бәпкә үләнле урамдарың, ҡышҡы ыжғыр бурандарың, диңгеҙ кеүек тулҡынланып ятҡан баҫыуҙарың – бөтәһе, бөтәһе лә күҙ алдымда, йөрәк түрендә. Тәүге тапҡыр ҡояшты, зәңгәр күк йөҙөн һиндә күрҙем, тупраҡ йылыһын тойҙом. Икмәктең тәмен, ҡәҙерен белергә лә һин өйрәттең, тыуған ерем.
...

Үҙ ғүмеребеҙгә үҙебеҙ яуаплы
Конкурстар / Булат Солтангәрәев исемендәге республика премияһы // 19-05-2017, 15:16


Яҙмамды “Эскелек – хурлыҡ, айыҡлыҡ – ҙурлыҡ” тигән мәҡәл менән башламаҡсымын. Уны ҙур таҡталар­ға яҙып, һәр бер ауыл­ға, ҡалаға ҡуйып сығырға кәрәк. Бәлки, әлеге яҙыуҙы уҡып, ҡайһы берәүҙәр тетрәнер, уйланыр ине....

Башҡорт теле – минең телем
Объявления / Булат Солтангәрәев исемендәге республика премияһы // 17-04-2017, 11:15


Башҡорт теле – минең телемМинең туған телем – башҡорт теле. Бишектә ятҡанда уҡ ишетеп, әсә һөтө менән һеңгән ул миңә. Сабый саҡтан уҡ ошо телдә ижад ителгән әкиәттәр, йырҙар ишетеп үҫтем, беренсе һүҙҙәремде әйттем...

Туған тел ул әсә кеүек берәү һәм ғәзиз. Ул кешенең донъяға ауаз һалған минутынан һуңғы һулышына тиклем йәнәшәлә килә. Телде ҡәҙерләп йәшәргә, уның тормош сығанағы, белем шишмәһе икәнен онотмаҫҡа кәрәк. Тел – ул Ватан, тыуған ер, ата-әсә һүҙҙәре, боронғоларҙан ҡалған аманат. Телебеҙ мең-мең йылдар аша, һынауҙарға бирешмәй, ата-бабаларыбыҙҙың йәшәү тарихын, йыр-моңон, ижадын түкмәй-сәсмәй беҙҙең көндәргә еткергән.
Башҡорт теле, донъяла иң ҡатмарлы булыуы менән бергә, иң матур телдәрҙең береһе тип һанала. Мостай теле, Рәми теле – уның менән бөйөк кешеләр һөйләшкән, ижад иткән.
...


  • “Уның үлемен теләп йәшәнем...”
  • Еҙнәм инең (хикәйә)
  • “Кеше үлемендә минең дә ғәйебем бар...”
  • Мин һәр саҡ табип хатаһы ебәреүҙән ҡурҡа инем...
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (17.11.2017)
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (24.11.2017)
  • Татлы һөйөүҙән кем туйған?
  • ҺАБАҠ (хикәйә)
  • Мәүлит байрамы мөбәрәк булһын!
  • Бүләктәр – өлөшлөләргә!



  • Радио Юлдаш FM