НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

Быйыл «Гәлсәр»ҙә – игеҙәктәр йылы
Конкурстар // 23-11-2010, 10:27


Быйыл «Гәлсәр һандуғас» телефестивалендә Башҡортостандың төрлө район һәм ҡалаларынан 60 конкурсант ҡатнашты. Смс-тауыш биреү һөҙөмтәһе буйынса уларҙың егерме икеһе ярымфиналға үтте.
25 октябрҙә М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында шаулап-гөрләп уҙҙы ярымфинал. Мәртәбәле жюри – Башҡортостандың, Рәсәйҙең халыҡ артисы Флүрә Килдейәрова, Башҡортостандың халыҡ, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы Нәзифә Ҡадирова, Башҡортостандың халыҡ артисы Фәнүнә Сиражетдинова, Башҡортостандың халыҡ артисы Азамат Тимеров, журналист Венер Исхаҡов алдында йырсылар, алдағы йылдарҙан айырмалы рәүештә, тере тауыш менән йырларға тейеш ине. Һынауҙы лайыҡлы үтеп, 30, 29, 28 балл йыйыусы конкурсанттар финалға сыҡты. Әммә гала-концертта иң күп смс-тауыш йыйыусы 10 конкурсант ҡына сығыш яһаясаҡ. Әлеге көндә иң күп тауыш йыйыусылар – Айҙар Рәҡипов, Ян Лира, Артур Насиров, Эльвира һәм Эльмира Ғилмановалар. Тауыш биреү 27 ноябргә тиклем дауам итә....

Гүзәлиә ҠАЗЫЕВА: «Үҙ-үҙем булып ҡалыу көс бирә...»
Конкурстар // 23-11-2010, 09:49


Гүзәлиә ҠАЗЫЕВА:  «Үҙ-үҙем булып ҡалыу көс бирә...»«Көтмәгәндә шундай ҡыҙҙар осрай, шундай ҡыҙҙар осрай – ят та үл инде!» Был шиғри һүҙҙәр һеҙ һүрәттә күргән һылыу башҡорт ҡыҙы Гүзәлиә Ҡазыеваға бағышланған һымаҡ. Аҡ ҡайындай зифа буй-һынлы, үткер ҡарашынан нур, йылылыҡ һибеүсе, ҡарлуғастай ҡыйғас ҡара ҡашлы, алсаҡлығы, һөйкөмлөлөгө, нескә күңеле менән айырылып торған сибәркәй 1989 йылдың 17 мартында Силәбе ҡалаһында ғаиләлә икенсе бала булып донъяға килгән. Балыҡ йондоҙлоғо аҫтында тыуған ҡыҙҙың эскерһеҙ бәхетле бала сағы Баймаҡ районының йәмле Бетерә буйында үтә....

«Йәшлек» бүләге Марсҡа китте
Конкурстар // 20-11-2010, 16:57


Гәзитебеҙҙең 34-се һанында сыҡҡан сканворд­ҡа бөтәһе 23 яуап килде. Был ҡатмарлы башват­ҡысты сисеүҙә беренсе тапҡыр коллектив ҡатнашты. Ул – Ҡырмыҫҡалы районының «Даирә» гәзите редакцияһы.
Яуаптарҙы тикшереп сыҡҡас, беҙ ҡуйған паролдең йомаҡ икәненә күптәрҙең иғтибар итмәүе асыҡланды. Шунлыҡтан уға дөрөҫ яуап бирмәгәндәр. Йомаҡтың яуаптары араһында көҙ, йылан, йәйғор, сәс үреме кеүек һүҙҙәр ҙә осраны...

«Алтын ҡуллы» оҫталар һайланасаҡ
Конкурстар // 2-11-2010, 11:32


Республикала «Алтын ҡуллы оҫталар» конкурсы башланды. 31 декабргә тиклем дауам итәсәк сара бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү программаһына ярашлы ойошторола. Быйыл оҫталар ике номинация – «Һоҡланғыс тегеү», «Ташты художестволы эшкәртеү» номинациялары буйынса баһаланасаҡ.
Конкурстың төп маҡсаты – милли йолаларҙы һаҡлау, уникаль тәжрибәләрҙе, талантлы оҫталарҙы, рәссамдарҙы асыҡлау, мастерҙар технологияһын быуындан-быуынға тапшырыу. Бәйгенең шарттары, унда ҡатнашыу буйынса барлыҡ мәғлүмәтте www.bashremeslo.ru, www.mbbash.ru сайтында табырға мөмкин.
Р. ИШБИРҘИНА.
...

Афарин, килдеғолдар!
Конкурстар // 30-10-2010, 01:02


Һаумыһығыҙ, хөрмәтле «Йәшлек» гәзите хеҙмәткәрҙәре!
Афарин, килдеғолдар!Беҙ, Бөрйән районының Килдеғол ауылы халҡы, 2009/2010 уҡыу йылында бөтә ауылыбыҙ менән «Йәшлек»кә яҙылып, үҙебеҙҙе һынатманыҡ.
Һеҙ иғлан иткән «Йәшлек»кә реклама» конкурсында ла бәхетебеҙҙе һынап ҡарарға булдыҡ. Информатика түңәрәгендә (етәксеһе – И. Үтәбаев) үҙебеҙҙең мәктәп тауындағы таштар менән «Йәшлек» – хәтәр шәп гәзит!» тип яҙып та ҡуйҙыҡ. Бәләкәй генә анимация ла эшләнек, фото менән роликты һеҙгә тәҡдим итәбеҙ.
Ноябрь аҙаҡтарында, бәлки, декабрь баштарында үтәсәк «Матбуғат байрамы – 4»-тә һеҙҙе көтөп ҡалабыҙ!
Оло ихтирам менән – «Йәш информатик» түңәрәгендә шөғөлләнеүселәр....

Яҡшы кәйеф – иң тәмле һәм файҙалы «ризыҡ»
Конкурстар // 26-10-2010, 10:21


Яҡшы кәйеф – иң тәмле һәм файҙалы «ризыҡ»Беренсе конкурс, ғәҙәттәгесә, таныштырыу. Кемдең нимәгә маһир икәне шунан уҡ беленә. Нефтекама менән Стәрлетамаҡ ҡунаҡтары бында ысын КВН «йондоҙ»ҙары булып балҡыны. Былай ҙа тәмлекәс кенә юморҙары йыр һәм бейеүҙәр (их, нисек килештерәләр бит әле!) менән дә бергә бирелгәс, иҫ киткес тәмле бер «аҙыҡ» килеп сыҡты. Шаян һүҙҙәргә һыуһап килгән тамашасылар, ауыҙ һыуҙарын ҡойоп, тәмләп-тәмләп «ашаны» был «ризыҡ»ты....

«ЙӘШЛЕК»КӘ РЕКЛАМА»
Конкурстар // 23-10-2010, 11:31


«ЙӘШЛЕК»КӘ РЕКЛАМА»Быйыл «Йәшлек» үҙенең егерме йәшлек юбилейын билдәләй. Һәм шул айҡанлы үҙенсәлекле генә конкурс тәҡдим итмәксе ул. Быға, әлбиттә, йылы хаттарығыҙ, ҡайнар хистәрегеҙ, хатта мөхәббәтегеҙ этәр­ҙе. Юҡҡа ғына «Йәшлек»те халыҡ гәзите тип атамайҙарҙыр. Тик был заманда был йөктө гелән генә лайыҡлы алып барырға кәрәк тә баһа. Һеҙҙән бер аҙ рухи һәм күңел күтәргес ярҙам көтәбеҙ. Баҙар заманында беҙ ҙә рекламаға мохтаж....

Светлана БИКҠУЖИНА: «Инешкә етер өсөн ағымға ҡаршы йөҙөргә кәрәк!»
Конкурстар // 19-10-2010, 10:04


Светлана БИКҠУЖИНА: «Инешкә етер өсөн ағымға ҡаршы йөҙөргә кәрәк!»Мөләйемлеге, алсаҡлығы менән күптәрҙең иғтибарын йәлеп итеүсе был һылыу ҡуйы урмандары, мәғрур тауҙары менән дан тотҡан Шәғәли Шаһман төйәгенән Светлана Бикҡужина була. Бәләкәйҙән табип булырға хыялланған ҡыҙ Белореттың 13-сө мәктәбенә барғас, башҡорт теле һәм әҙәбиәте, халҡыбыҙҙың мәҙәниәте менән ныҡлап ҡыҙыҡһына башлай, матбуғат биттәрендә сығыш яһай, ижади бәйгеләрҙә көсөн һынай. Остазы Сәриә Мөхәммәт ҡыҙы Ҡаһарманова уятҡан әҙәбиәтебеҙгә һөйөү, милли рух тойғоһо уны Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетына алып килә. Тап журналист һөнәре аша милләтебеҙҙең артабанғы үҫешенә, киләсәк быуынды рухи яҡтан тәрбиәләүгә үҙ өлөшөн индерә алырмын, тип иҫәпләй Светлана....

«Йәшлек»тәр ҙә бирешмәй
Конкурстар // 16-10-2010, 11:42


«Йәшлек» гәзитенең әҙәбиәт һәм мәҙәниәт бүлеге мөдире Мөнир Ҡунафин Республика йылы айҡанлы журналистар араһында ойошторолған ҡала конкурсында еңеп сығып, өсөнсө дәрәжә диплом менән бүләкләнде.
Талантлы журналист булып танылған, ижади ҡарашлы коллегабыҙҙы еңеүе менән ҡотлайбыҙ! Мөнир Сәхиулла улы, артабан да журналистика, әҙәбиәт баҫҡыстарынан ҡыйыу атлағыҙ. Ә инде эшегеҙгә лайыҡлы баһа бирелеүе һеҙгә көс, дарман өҫтәһен! Афарин!
«Йәшлек»тәр.
...

Төш
Конкурстар // 9-10-2010, 09:52


Бәхетенә күрә, Сания ҡыҙы урынында ине. Бүлмәһе лә хәҙер айырым икән. Элегерәк барыһы ла бергә ине.
– Һаумы, ҡыҙым! Инергә мөмкиндер бит? – тине ул, ишекте шар асып.
– Әйҙә, әйҙә, мөмкин. Һауғынабыҙ, Хәким бабай. Үт, ултыр. Шунан, ни хәлдә йөрөп ятаһың?
– Арыу ғына, ҡыҙым, Аллаға шөкөр. Бына бер яңылыҡ ишетеп килдем әле һиңә. Ветерандарға бүләктәр килгән тиҙәр, шул дөрөҫмө?
– Эйе, дөрөҫ. Һәр ветеранға бүләктәрен әҙерләп тә ҡуйҙыҡ.
...


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • Еҙем-Ҡарандарға оят!
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • Маринадланған кәбеҫтә
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!



  • Радио Юлдаш FM