НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

Шишмә башы
Конкурстар // 21-05-2011, 11:04


– Зөбәйер, һин ҡайтып китәһең, ә ... мин нишләрмен? – тине Хәмиҙә, ҡып-ҡыҙыл булып.
– Хәмиҙә...
– Зөбәйер, зинһар, ғәйеп итмә. Беҙҙә ҡыҙҙар­ҙың егеттән алда үҙ тойғоһон белдереүе электән ҡыйыҡ һаналған, әлбиттә... Мин...
Иң кәрәкле һүҙ тағы ла әйтелмәне. Ләкин аңлашыу өсөн инде башҡа бер һүҙ ҙә кәрәкмәй ине. Зөбәйер, донъяһын онотоп, ҡыҙҙы ҡосаҡлап күкрәгенә ҡыҫты. Хәмиҙә, ни үле, ни тере, һөйөклө кешеһенең ҡуйынына һыйынды! Икеһе лә, түҙеп тә, түҙемһеҙлек менән дә көтөп алған был бәхетле саҡты ҡыҫҡартыуҙан ҡурҡып, өнһөҙ күпмелер торҙо.
Йөрәктәр үҙ телендә серләшкәндә, һүҙҙең кәрәге юҡ шул......

Алиса Шаһиева: «Ғүмер бер тапҡыр ғына бирелә»
Конкурстар // 17-05-2011, 10:32


Алиса Шаһиева: «Ғүмер бер тапҡыр ғына бирелә»Мин Нижегородка өлкәһендә тыуғанмын. Архангел райо­нының Оҙондар ауылында үҫеп, 11-се синыфты тик «бишле» билдәләренә генә тамамлағандан һуң...

«Ҡурсаҡ – баланың дуҫы, уның аша күпте әйтеп була», –
Конкурстар // 17-05-2011, 10:22


ти Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры режиссеры Альберт Имаметдинов
«Ҡурсаҡ – баланың дуҫы, уның аша күпте әйтеп була», –«Театрҙа эшләрмен тип хыялланмағайным да, бөгөн иһә тормошомдо сәхнәһеҙ күҙ алдына ла килтерә алмайым», − ти йәш режиссер Альберт Имаметдинов. Уның үҙенең эше, ошо өлкәгә килеүе, ҡурсаҡтар, актерҙар тураһында ихласлап һөйләүен тыңлап ултырыуы бер кинәнес, нисектер шул ҡурсаҡтар донъяһына барып ингәндәй булаһың. Ысынлап та, йәш режиссер «балалар», «ҡурсаҡтар», «тәрбиә» тигән һүҙҙәргә баҫым яһай. Был аңлашыла ла: кескәйҙәр иң тәүҙә барыбер ҡурсаҡ менән таныша бит. Уның аша донъяға баға, уйынсығына бөтә иғтибарын да бүлә. Шуға ла ҡурсаҡ театры, тәү сиратта, тәрбиәүи йәһәттән мөһим роль уйнай....

Әкиәттә хикмәт күп
Конкурстар // 17-05-2011, 10:20


Зөлфиә Күскилдина балалар тормошондағы ябай ғына ваҡиғаларҙы әкиәткә әйләндерә
Әкиәттә хикмәт күпБашҡорт халыҡ ижадында әкиәт ҙур урын алып тора. Ғалимдарыбыҙ уларҙы жанр-тематик яҡтан дүрт төргә бүлеп йөрөтә: хайуандар тураһында әкиәттәр бик күп, тылсымлы әкиәттәргә лә байбыҙ, батырҙар хаҡындағылары ла иҫ китмәле, тормош-көнкүреш әкиәттәре лә бик ҡыҙыҡлы. Уларҙы мин башланғыс кластар өсөн үҙем төҙөгән дәреслектәргә лә индергәнмен. Китаптарҙы төҙөгәндә халыҡ ижадының ана шул иң аҫыл өлгөләрен йыям, шулай уҡ балалар яҙыусыларының әҫәрҙәрен туплап барам....

Шишмә башы
Конкурстар // 14-05-2011, 15:03


I
Хәмиҙә мәктәптән ҡайтып ингәндә, Нәғимә апай һауыт-һаба йыуып тора ине. Усаҡ алдында һыуынып өлгөрмәгән самауыр шыжлап ултыра. Кейем элгестә пальтолар күбәйеп киткән. Хәмиҙә сисенеп, кейемен элгән арала хужабикә яңылыҡты һөйләй һалып та алды:
– Ҡустыларым килеп төштө әле. Ана, теге яҡта еҙнәләре менән һөйләшеп ултыралар. Брактикаға килгәндәр беҙҙең калхузға. Сәй эсеп алдыҡ гөрләшеп ултырып. Күңелле булып ҡалды, балалар ҙа ҡайта алғаны юҡ ине, алыҫ булғас. Ҡарттар йәштәргә ҡарап йәшәрә, ти. – Шунан шымыраҡ итеп былай тип өҫтәне:...

«Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ» –
Конкурстар // 14-05-2011, 12:49


атаһының был һүҙҙәре Артур Ҡунаҡбаев өсөн тормош принцибына әйләнде
«Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ» –– Балалар, киләһе аҙнала беҙ класс менән Мәрйәм Бураҡаева инәйегеҙ эшләп йөрөгән Иҫәнғол башҡорт гимназияһына экскурсияға барасаҡбыҙ. Беҙгә унда күстәнәс алып барырға тура килер – бәләкәй генә концерт әҙерләйек. Һеҙҙең бит һәр берегеҙ ҙә йыр-бейеүгә маһир. Бына Юлиә Йәнбулатова башҡорт милли бейеүен башҡарыр, Роберт Тимеров менән Рөстәм Илтенбаев шиғыр һөйләр. Ә һин, Артур, әлбиттә, йырларһың. Әйҙәгеҙ, балалар, үҙ тәҡдимдәрегеҙҙе әйтегеҙ, – тип уҡытыусы үҙенең икенсе класс уҡыусыларына өндәште....

Эльвира ЙӘНТҮРИНА: «Бары тик эше генә кешене бейек йә түбән итә»
Конкурстар // 10-05-2011, 11:20


Эльвира ЙӘНТҮРИНА: «Бары тик эше генә кешене бейек йә түбән итә»Баймаҡ районы ҡыҙы Эльвира Йәнтүрина булам. Бынан 22 йыл элек Ҡыҫала йондоҙлоғо аҫтында донъяға килгәнмен. Мәктәптә уҡыған саҡта бөтә фәндәрҙе лә яратһам да, тарих дәресе күңелемә яҡыныраҡ булды. Шуға күрә Башҡорт дәүләт университетының Сибай институтының тарих-филология факультетында уҡыйым.
Бала саҡтан уҡырға яратам. Бигерәк тә Р. Бикбаев, Т. Ғәниева, Г. Ғайсарова-Ғиззәтуллина, Х. Тапаҡовтың әҫәрҙәрен яҡын күрәм. Халҡыбыҙҙың эпос, легенда, риүәйәт, әкиәттәрен ғорурланып, илһамланып уҡыйым....

Әлегә тик беренселек юлдаш
Конкурстар // 10-05-2011, 10:16


Искәндәр Ғафаров дүрт халыҡ-ара конкурстан еңеү менән ҡайтҡан
Әлегә тик беренселек юлдашЙәшлек – ул энергия, һүнмәҫ дәрт, инициатива, бөтә нәмәне лә үҙ ихтыярыңа буйһондора алыу тойғоһо, күҙҙәрҙәге шаян осҡондар. Йәшлек – тормоштоң теҙгененән тотоп елер мәл. Бөтә нәмә лә үҙ ҡулыңда – йәшә, ижад ит, яңы үрҙәргә ынтыл. Бер минутыңды ла заяға үткәрмә, йәшлегеңдең йәмен, тәмен белеп ҡал, бөтә нәмәгә лә өлгөрөргә тырыш. Һеҙҙең менән таныштырасаҡ геройым – ана шулай тормошто, ваҡытты үҙенә буйһондора белгән йәш егет ул Искәндәр Ғафаров. Уның һүҙҙәренән, үҙен тотошонан уҡ энергия бөркөлөп тора, йәшлек дәрте аңҡый. Тап шундай кешеләр уңышҡа өлгәшә лә инде, тормошта үҙ урынын таба, үҙ исемен яҙа, тип уйлайһың ошо мәлдә....

Йән көсө
Конкурстар // 30-04-2011, 10:11


Эй-й, бәғзе бер ир затының! Әкәмәт тоҡом. Берәй эшкә ашырлыҡ тимер-томор күреп ҡалдымы – һушы китә. Ана, Биби әбейҙең ейәне Робертты ал. Ул да шундайҙарҙан. Тенәүге көн, үҙе тимер арғымаҡтың ялтырап торған өр-яңыһын алып ҡайт­ҡас, атаһы уға, иҫкерәк булһа ла, әле буйтым хеҙмәт иткәндәй «Москвич»ын бүләк иткәйне.
– Мә, улым, яңыны иҫке күтәрә, башта ошоноң менән йөрөргә өй­рән­һәң, аҙаҡ үҙең алырһың, – тине....

Күңел байлығы – бейеүҙә
Конкурстар // 30-04-2011, 09:58


Фәнис Кәримов, үҙең өсөн генә булһа ла бейеү тәнгә лә, йәнгә лә дауа, тигән фекерҙә
Күңел байлығы – бейеүҙәУрамда уға иғтибар ҙа итмәй, янынан үтеп китергә мөмкин. Сөнки Учалыла уның кеүек һөйкөмлө, һомғол егеттәр аҙым һайын осрай. Ләкин Фәнис Кәримов милли кейемдә сәхнәгә сыҡһа, унан күҙ ҙә алып булмай, ә бейей башлаһа, бөтөнләй арбай. Шундай бирелеп, үксәһенән осҡон сәсрәтеп бейей, әйтерһең дә, сәхнәлә кемдеңдер тотош ғүмерен һынландыра. Һәр бер сығышы − бейеүгә һалынған тарих, хәрәкәттәр, ым-ишара аша сағылған тотош яҙмыш......


  • Ҡолаҡ һал!
  • Йондоҙнамә (9-15 июль)
  • Олатай иҫтәлеге
  • Бейей-бейей оҫтарған
  • Тыңлауһыҙ ҡыҙ
  • Ашыҡтырма, яҙмыш...
  • Рәзиләгә кейәү эҙләү
  • «Өнһөҙ һуғыш»ты оҙаҡҡа һуҙмағыҙ
  • Мәңге йәш булыу сере
  • Ғашиҡтар бер-береһен һүҙһеҙ ҙә аңлай



  • Радио Юлдаш FM