НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

Шаяндар һәм тапҡырҙар көс һынаша
Конкурстар // 12-03-2011, 12:00


10 мартта «Шаяниум – 2011» шаяндар һәм тапҡырҙар конкурсы, йылдағыса, үҙенең һайлап алыу турҙарын башланы. Унда мәктәп уҡыусылары ҡатнаша. Быйыл үҙҙәрен һынап ҡарарға 22 команда теләк белдергән. Конкурстың темаһы – «Берҙәмлектә көс!». Еңеүселәр ошо һүҙҙәрҙең мәғәнәһен тамашасыларына ҡыҙыҡлы ла, көлкөлө лә итеп аңлатып бирә алыуына ҡарап баһаланасаҡ. Уҡыу йорттары сәхнәгә 12 – 15 кешенән торған командаһын сығара.
10 мартта һайлап алыу туры Ғ. Әлмөхәмәтов исемендәге гимназия-интернатта, 11 мартта 84-се татар гимназияһында үтте. Бөгөн – 140-сы башҡорт гимназияһы шаян һәм тапҡыр уҡыу­сыларҙы ҡабул итә, ә 14 мартта ошондай уҡ ярыштар 158-се башҡорт гимназияһында буласаҡ. Иң оҫта, иң шаян, иң тапҡыр командаларҙы күрергә теләүселәр 18 мартта Ҡала мәҙәниәт һарайына финал уйындарына рәхим итһен.
Конкурста «Иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле», «Иң яҡшы ир-егет роле», «Иң яҡшы көләмәс», «Тамашасы һөйөүе» номинациялары ла билдәләнәсәк....

Айыҡтар сафына баҫығыҙ!
Конкурстар // 12-03-2011, 11:55


Башҡортостанда «Айыҡ ауыл» республика конкурсы старт алды. Уның ниәте изге – республика халҡын айыҡ, сәләмәт тормош алып барыуға әйҙәү, үҫеп килгән быуынды эскелек кеүек афәттән һаҡлап алып ҡалыу.
«Айыҡ ауыл» конкурсында республиканың бөтә ауылдары ла ҡатнаша ала. Ул өс этапта үтәсәк. Әле иң мөһим эштәрҙең береһе – конкурста ҡатнашырға теләүсе ауылдарҙан ғаризалар ҡабул итеү. Ғаризаларҙы 1 апрелгә тиклем бирергә кәрәк. Конкурста ҡатнашырға теләгән ауылдарҙа алкоголь продукцияһының һатылыуы һәм ҡулланылыуы мөмкин булғанса сикләнергә тейеш. Бигерәк тә ял, байрам көндәрендә контроль көсәйтелһен ине. Бындай көндәрҙә клубтарға, дискотекаларға рейдтар эшләү мотлаҡ. Суррогат эсемлектәр, көмөшкә һатыу менән аҡса һуҡҡан «эшҡыуарҙар» менән эш алып барыу, хатта көрәшеү ҙә планда булырға тейеш. Шулай уҡ конкурста ҡатнашҡан ауылдарҙа ошо темаға баннерҙар эленеп тороуы ла эскелеккә ҡаршы кампанияға өлөшөн индерәсәк. Мәктәптәрҙә, клубтарҙа сәләмәт тормошто пропагандалаусы видеофильмдар күрһәтеү, лекциялар ҙа ойошторолһон....

Теле барҙың – иле бар
Конкурстар // 8-03-2011, 08:54


1. Түбәндәге юлдарҙың авторы...
Көйөндөрә, һөйөндөрә
һәр һүҙ,
Һәр һүҙ ала минең
йоҡоно.
Уны әйткән елдәй үтеп
китә,
Тик күңелдә ҡала
тулҡыны....

Айгөл Вәлитова: «Нимә генә булмаһын, барыһы ла яҡшыға!»
Конкурстар // 1-03-2011, 11:48


Айгөл Вәлитова: «Нимә генә булмаһын, барыһы ла яҡшыға!»Гүзәл тәбиғәтле Мәләүез һылыуы Айгөл Вәлитова булам. Бынан 21 йыл элек Ҡуҙы йондоҙлоғо аҫтында донъяға килгәнмен. Мәктәптә бөтөн фәндәрҙе лә берҙәй яратһам да, теүәл фәндәр күңелемә яҡыныраҡ булды. Иҡтисадсы булыу теләге Башҡорт дәүләт аграр университетына алып килде лә инде. Әле 4-се курста уҡып йөрөйөм.
Заман менән бергә атларға, һәр саҡ алдынғылар рәтендә булырға ынтылам. Был донъяла бер генә йәшәйбеҙ, шуға ла һәр ергә өлгөрөргә тырышам. Тормошҡа оптимистарса ҡарайым, шулай ҙа күңелем тулып киткәндә йырлайым, был минең рухи донъямды байыта. Спорт яратам, еңел атлетика менән шөғөлләнәм. Хыялдарым да бик күп. Шуларҙың иң мөһиме – үҙ һөнәремдең алдынғы белгесе булып, республикама, халҡыма намыҫлы хеҙмәт итеү. Халҡымдың ғөрөф-ғәҙәттәрен киләсәк быуынға еткереүҙе лә маҡсат итеп ҡуйҙым....

Тауыш бирегеҙ: Ҡышһылыуҙы бергәләп һайлайыҡ!
Конкурстар // 1-03-2011, 11:47


Ҡыш гүзәлдәре гәзитебеҙ биттәрендә үҙ урындарын тапты. Хәҙер улар һеҙҙең тауыш биреүҙе көтә. Тауыш биреү vkontakte.ru сайтында бара. Унда «Йәшлек» гүзәле» исемле махсус төркөм ойошторолған. Тауыш бирергә теләүселәр ошо адрес буйынса унда инә алалар. Ҡышһылыуҙы билдәләр өсөн ике генә аҙна ваҡыт бирелә, күңелегеҙгә хуш килгән һылыуҡай өсөн тауыш биреп ҡалығыҙ.
Ә бәйгелә ҡатнашырға теләүсе һылыу­ҡайҙар иҫенә шарттарҙы тағы бер тапҡыр төшөрөп үтәбеҙ. Конвертҡа матур, йөҙөгөҙ, буй-һынығыҙ асыҡ сағылған фотоны, гәзитебеҙгә 2011 йылдың тәүге ярты йыллығына яҙылыу тураһындағы квитанцияның күсермәһен һәм үҙегеҙ тураһында ҡыҫҡаса, әммә йөкмәткеле итеп яҙылған мәғлүмәтте һалып ебәрегеҙ. Һеҙҙән әүҙемлек талап ителә – матур тормош девизығыҙ, нимә яратыуығыҙ, нимә менән шөғөлләнеүегеҙ тураһында яҙыу өсөн бөтә фантазияғыҙҙы эшкә екһәгеҙ ҙә була, бәлки, кемдер үҙе тураһында шиғыр юлдары менән дә әйтеп бирер.
Яҙһылыу титулы өсөн бәйге башланды!...

КВН яңы исемдәр асты
Конкурстар // 1-03-2011, 11:21


КВН яңы исемдәр астыһуңғы осорҙа республикала КВН-да ҡатнашырға теләгән командаларҙың артыуы һөйөндөрә. Быйылғы ярыштарҙа 35 команда ҡатнашыр­ға теләк белдереп, ғариза яҙған. Уларҙың тик ун туғыҙы ғына Асыҡ телевизион лиганы асыу фестиваленә үткән. Нефтекама, Белорет, Ишембай, Октябрь­ский, Учалы, Салауат, Бөрө, Стәрлетамаҡ ҡалаларынан, Борай һәм Баҡалы райондарынан килгән командалар Конгресс-холда үткән конкурсҡа иң шәп көләмәстәрен әҙерләп алып килгәйне....

Ҡыштың иң һалҡын көнөндә «Йәшлек»тәр быйылғы уңышҡа нигеҙ һалды
Конкурстар // 26-02-2011, 14:52


«Йәшлек»-фараз» конкурсында абсолют еңеүсе Рафаил ағай Ишһаринды ҡотларға барҙыҡ
Быймалар кейҙергән юл
Ҡыштың иң һалҡын көнөндә «Йәшлек»тәр быйылғы уңышҡа нигеҙ һалдыҮткән аҙнаның башында уҡ шәмбе, йәкшәмбелә ҡыш үҙенең асыуын күрһәтәсәген, сатнама һыуыҡ буласағын белеп, был ял көндәрендә өйҙә генә ултырырға ниәтләгәйнек. Тик журналисты аяҡтары ашатыуы билдәле бит инде. Эшебеҙ шул – 40 градус тирәһенә етеп килгән һалҡын көндә бөтөн редакция коллективы менән Стәрлебаш районына командировкаға йүнәлдек. Дөрөҫөн генә әйткәндә, йүнле хужа этен дә тышҡа сығармаҫлыҡ бер көн ине ул. Шулай ҙа күңел таңдан алып күтәренке булды, ни тиһәң дә, гәзитебеҙҙең тоғро дуҫына, 2011 йылдың тәүге ярты йыллығына тиражды теп-теүәл билдәләп, «Йәшлек»-фараз» уйынында еңеп сыҡҡан Стәрлебаш районының Түбәнге Аллағыуат ауылында йәшәүсе Рафаил Ишһаринға вәғәҙә иткән бүләкте тапшырырға ниәт. Абсолют еңеүсегә тәғәйен бүләк шул – редакция коллективы хужаның йортона барып, бер көн буйы хужалыҡ эштәрен башҡарырға ярҙам итә....

Викторина һорауҙары
Конкурстар // 26-02-2011, 14:30


ll тайм
1. «Салауат Юлаев» командаһы тарихында иң күп шайба индереүсе һөжүмсе?
2. Нисәнсе йылда Өфөлә үҫмерҙәр араһында Европа беренселеге уҙҙы?...

Беренсе тайм тамам
Конкурстар // 26-02-2011, 14:29


йәки «Салауат Юлаев»тың иң шәп көйәрмәндәре ауылда йәшәй
Республикабыҙҙа, ысынлап та, хоккей һөйөүселәр күп икән. Яңы­раҡ беҙ улар өсөн ойошторған викторина йәнә ошо фекерҙе иҫбатланы. «Йәшлек»тең почта йәшниге көн дә тулып торҙо, электрон адресыбыҙ ҙа бушаманы. Дөйөм әйткәндә, хоккей һөйөүселәребеҙ редакция иғлан иткән бәйгенең беренсе таймында әүҙем ҡатнашып, барыһы тиерлек дөрөҫ яуап бирҙе....

Һүрәте – һүрәт, яуап кәрәк!
Конкурстар // 26-02-2011, 11:54


Һүрәте – һүрәт, яуап кәрәк!Ватанды һаҡлаусылар байрамы менән, йәмәғәт! Илде һаҡлаусылар­ҙы данлай ҙа, әрменән ҡасыусыларҙы тәнҡитләй ҙә беләһегеҙ, әй. Яуаптарығыҙ оҡшаны. «Йәшлек» әҙерләгән китап менән әсе яуап яҙған һәм социаль мәсьәлә лә күтәргән Ғәфүр САФИН (Бөрйән райо­ны) бүләкләнә.
Оҙаҡламай яҙ. Бесәйҙәр ҡотора. Шул темаға һеҙҙең иғтибарға – мәҙәк һүрәт....


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • Еҙем-Ҡарандарға оят!
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (6.10.2017)



  • Радио Юлдаш FM