НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

Ҡотҡарыусы
Конкурстар // 20-08-2011, 15:26


Мәктәптән ҡайтып килһәм, яр башындағы эскәмйәлә арлы-бирле генә боҙ китеүен ҡарап, Сәлих бабай ултыра. Яҙғыһын-йәйгеһен Ағиҙел буйында тамаша ҡылыусылар күп була. Тик оло кешенең хәсрәткә сумған торошо айырыуса иғтибарымды тартты. Уйлана-уйлана янына барҙым да:
− Һаумыһығыҙ, бабай! Ниңә кәйефегеҙ төшөп ултыра, сатнама һыуыҡтар артта ҡалды бит инде, – тинем. Мин шулай инәй-бабайҙар­ҙың янына туҡталып һөйләшеп китергә яратам.
Бабай:...

«Маҡсатым – алдынғы ҡарашлы шәхес булыу»
Конкурстар // 16-08-2011, 10:57


«Маҡсатым – алдынғы ҡарашлы шәхес  булыу»
Башҡорт халҡының бөйөк сәсәне, мәғрифәтсе Мифтахетдин Аҡмулланың тыуыуына 175 йыл тулыу айҡанлы 2006 йылда Башҡортостан Хөкүмәте тарафынан стипендия булдырылды. Был стипендия республиканың белем биреү учреждениеларының өмөтлө һәм мәртәбәле егет-ҡыҙҙарына тәғәйенләнгән. Ләйлә Әбдрәхимова ла ошо баһаға лайыҡ булды. Был ҡыҙ тыумышы менән Күгәрсен районының Тәүәкән ауылынан....

«Йондоҙло осош» яңы таланттар асасаҡ
Конкурстар // 30-07-2011, 11:55


Һәләтле йәштәр өсөн ойошторолған проект «Дан минуты» тапшырыуынан ҡалышмаҫҡа оҡшаған
Йәш таланттарҙың «Йондоҙло осош» тип аталған хит-парадында ҡатнашыусыларҙы һайлап алыу дауам итә. 6 авгусҡа тиклем 15 – 35 йәшлек йәштәргә үҙҙәренең һәләтен күрһәтеү мөмкинлеге бар. Актерҙар, моделдәр, ди-джей, шоумендар, йырсы-бейеүселәр, үҙенсәлекле жанр башҡарыусылары, фотоға төшөрөүселәр һәм үҙҙәренең таланттары менән бүтәндәрҙе һоҡландырырға, аптыратырға әҙер булыусы йәштәр 8 (347) 293-55-45 телефоны буйынса шылтырата, йә булмаһа, ufa.hitparad@imkotera.com электрон адресына, ҡатнашырға теләк белдереп, ғариза ебәрә ала....

Әлиә ЙЫҺАНГИРОВА: «Хыялдар ашһын тормошҡа»
Конкурстар // 26-07-2011, 11:14


Әлиә ЙЫҺАНГИРОВА: «Хыялдар ашһын тормошҡа»Мин Сибай һылыуы Әлиә булам. 17 йәштәмен. Ҡалабыҙҙағы педагогия колледжының информатика бүлегендә уҡып йөрөйөм. Әле икенсе курсты тамамланым. Беренсе курстан еңел атлетика менән шөғөлләнәм, киләсәктә лә спорт менән дуҫлыҡты дауам итергә уйлайым.
Бала саҡтан килгән ҙур хыялым бар − Парижға барып ҡайтыу. Бары тик ныҡлы теләк һәм тырышлыҡ ҡына хыялдарҙы тормошҡа ашыра, тип иҫәпләйем....

Ат ҡәҙерен белмәгән Юлда илай ултырыр...
Конкурстар // 19-07-2011, 12:45


Бөрйән районында республикабыҙҙа йылҡысылыҡты үҫтереүгә арналған семинар-кәңәшмә, ҡымыҙсылар конкурсы үтте
Ат ҡәҙерен белмәгән Юлда илай ултырыр...Ике мең йыл элек ҡытай тарихсыларының береһе: «Аттың арҡаһы − дәүләт нигеҙе ул», − тип яҙып ҡалдырған. Ысынлап та, тормошобоҙҙо атһыҙ күҙ алдына ла килтереүе ҡыйын. Айырыуса башҡорттар өсөн ул иң тоғро юлдаш һаналған, Әнүр Вәхитовтың һүҙҙәре менән әйткәндә, ат башҡорттоң таянысы ғына түгел, ә ҡанаты ла булған. Үткән быуатта уларҙы ауыл хужалығында, армияла «ҡорос аттар» алмаштырһа ла, спортта, туризмда аттарҙың роле артҡандан-арта. Шулай уҡ крәҫтиән-фермер, шәхси хужалыҡтарҙа ла атһыҙ кеше ике ҡулһыҙ кеүек. Деликатес ите, шифалы ҡымыҙы өсөн дә халыҡ рәхмәтле был малҡай­ҙарға. Бер һүҙ менән әйткәндә, етеш йәшәйем, яҡшы эшләйем тигән тырыштар өсөн йылҡысылыҡ потенциалы тулыһынса баһаланып етмәгән бик перспективалы йүнәлеш булып ҡала. Башҡортостанда йылҡысылыҡты үҫтереү буйынса республика семинар-кәңәшмәһендә тап ошо хаҡта һүҙ барҙы. Бөрйән районында үткән был мөһим сарала шулай уҡ республика ҡымыҙсылары конкурсы еңеүселәре лә билдәләнде, малсыларҙың тәүге ярты йыллыҡ эшенә йомғаҡ яһалды....

Фирҙәүес ТАҠТАЕВА: «Иң мөһиме – үҙ көсөңә ышаныу»
Конкурстар // 4-07-2011, 16:03


Фирҙәүес ТАҠТАЕВА: «Иң мөһиме – үҙ көсөңә ышаныу»«Ерҙәге тормош – иң ҙур имтихандарҙың береһе һәм уны лайыҡлы биреү өсөн беҙҙең бөтәбеҙгә лә көслө рух һәм түҙемлелек кәрәк», – тип һанай һүрәттәге ҡыҙ. Йөҙөнән мәңге йылмайыу китмәҫ, шат, мөләйем, ихлас күңелле был һылыу минең әхирәтем Фирҙәүес Таҡтаева. Сығышы менән Хәйбулла районынан. Бәләкәй саҡтан тәмле итеп бешеренергә яратҡан, эшһөйәр әхирәтемде хыялы Башҡорт дәүләт аграр университетына алып килә. Бөгөн Фирҙәүес аҙыҡ-түлек технологияһы факультетында уҡып йөрөй.
Тормошҡа етди ҡараған ҡыҙ тырышлығы менән айырыла. «Иң мөһиме – үҙ көсөңә ышаныу, ҡыйынлыҡтарға бирешмәү», – ти ул....

«Йәшлек» - фараз»да ҡатнашығыҙ, бүләктәр отоғоҙ!
Конкурстар // 25-06-2011, 14:40


Хөрмәтле гәзит уҡыусылар, һеҙҙән гәзитебеҙҙең тиражын күпме итеп күҙаллауығыҙ хаҡында хаттар көтөп ҡалабыҙ. Әллә ни ҡатмарлы йөкләмә лә түгел бит, шулаймы? Уның ҡарауы, серле һандар ысынбарлыҡҡа тап килгән осраҡта, иҫтәлекле бүләктәр алып ҡыуанырһығыҙ.
Һеҙгә гәзиткә яҙылыу тураһындағы квитанцияны йәки уның күсермәһен, фараз яҙылған ку­пон­ға тулы адресығыҙ, исем-шәрифтәрегеҙҙе, телефонығыҙҙы ла теркәп, редакцияға ебәрергә кәрәк. Мөмкин тиклем яҡын фараз иткән иң тәүге 50 дуҫыбыҙҙы иҫтәлекле бүләктәр ҙә көтә....

Гөлнур ДАЯНОВА: «Ҡыйынлыҡтар алдында баш эймәй, йылмайып йәшәргә кәрәк»
Конкурстар // 21-06-2011, 11:29


Гөлнур ДАЯНОВА:   «Ҡыйынлыҡтар алдында  баш эймәй,  йылмайып йәшәргә кәрәк»Мин Шишмә районының Түбәнге Хәжәт ауылында тыуып үҫтем. Әле Дәүләкән ҡала гимназияһының 9-сы синыфын тамамланым. Бейергә, шиғыр яҙырға яратам. Хыялым – бейеүсе булыу.
Кеше һәр саҡ йылмайып, ҡыйынлыҡтар алдында башын эймәй, бөтәһенә лә ярҙам итеп йәшәргә тейеш, тип уйлайым. Үҙем дә хыялыма табан ошо юл менән барам....

Еңеүселәрҙе бүләктәр көтә
Конкурстар // 18-06-2011, 09:30


28 майҙа баҫылған «Мат­буғат» кроссканворды башват­ҡыстар яратыусы уҡыусыларыбыҙ өсөн бик ҡатмарлы булып сыҡты. Республика­быҙҙың төр­лө баҫмаларында эшләгән журналистарҙы йөҙгә таныуы бик ауыр бит инде – улар тележурналист булмағас... Шуға ҡарамаҫтан, бөтә республикала тик ике генә кеше – Сибайҙан Айнур Игликов һәм Әбйәлил райо­нының Михайловка ауылынан Фә­нүзә Вәлишина – кроссканвордты сисеп, дөрөҫ яуап ебәргән. Уларҙы «Республика Башкор­тостан» гәзите редакцияһы вәғәҙә иткән бүләктәр көтә....

Гүзәл Вәлиева: “Ғорурлыҡты йәштән һаҡлайыҡ”
Конкурстар // 14-06-2011, 14:03


Гүзәл Вәлиева: “Ғорурлыҡты йәштән һаҡлайыҡ”Сихри Ҡаран шишмәһе сылтырап аҡҡан Әсти тауы битләүендә бер һылыу зифа ҡайынға һөйәлгән. Был ҡыйғас ҡара ҡашлы, сөм-ҡара бөҙрә сәсле, һомғол буйлы сибәркәй кем әле һуң?! Бала саҡ әхирәтем Гүзәл дә баһа! Бик ярата шул ҡайындарҙы, улары ла үҙен һағындырып ҡына тора. Бер туғандай яҡын күргән күршем Гүзәл Вәлиева Миәкә районының Ҡаран-Ҡунҡаҫ ауылында тыуып, буй еткерә. Йылҡы йылының һыуғояр йондоҙлоғо аҫтында донъяға килеүе лә уға бәхет юрай. Тырыш, маҡсатына ирешеүсән, илһөйәр Гүзәл – БДПУ-ның башҡорт филологияһы факультетының 3-сө курс студенты. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте серҙәренә өйрәнә. Мәктәп йылдарында ҡурсаҡтарын теҙеп ултыртып ʺуҡытҡанʺ буласаҡ уҡытыу­сы бала саҡ хыялын тормошҡа ашырыуға бар көсөн һала....


  • Бисмилла көсө
  • "Ғашиҡ булдым еҙнәйемә"
  • Ҡыҙҙарҙың һылыуҙарын, уңғандарын билдәләнек, “Йәшлек” гүзәле – 2017” конкурсын тамамланыҡ!
  • Яңы йыл ҡаласыҡтары, боҙ һындары... Аҡъяр биҙәге
  • Иғтибар! Өр-яңы әҙәби конкурс! Ҡәләмеңде ал ҡулыңа! 50 мең һумлыҡ бүләк һине көтә!
  • Ҡыш бабай бүләге (хикәйә)
  • Ҡәйнәмә түҙер әмәлем ҡалманы
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (29.12.2017)
  • Яңы йылға бүләкле булдылар
  • Йондоҙнамә (8-14 ғинуар)



  • Радио Юлдаш FM