НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

Гөлназ ҠОТЛОЗАМАНОВА: “Һәр кемдең маҡсаты булырға тейеш һәм ул мотлаҡ тормошҡа ашасаҡ”
Конкурстар // 3-04-2012, 11:29


Гөлназ ҠОТЛОЗАМАНОВА: “Һәр кемдең маҡсаты булырға тейеш һәм ул мотлаҡ тормошҡа ашасаҡ”
− Мин Гөлназ Ҡотлозаманова булам. 17 йәштәмен. Яҙ миҙгеленең матур көндәренең береһендә, Балыҡ йондоҙлоғо аҫтында Силәбе ҡалаһында тыуғанмын. Бала саҡтан уҡ Өфөгә туғандарым янына килеп йөрөп, уның матурлығына ғашиҡ булдым. Һуңынан баш ҡалаға бөтөнләйгә күсеп килдем....

Телһөйәр һәм илһөйәрҙәр барҙа, йәшәйәсәк башҡорт теле!
Конкурстар // 3-04-2012, 10:48


Телһөйәр һәм илһөйәрҙәр барҙа, йәшәйәсәк башҡорт теле!
Өфөлә үткән «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы – 2012» төбәк-ара конкурсында быйыл байтаҡ ир-ат ҡатнашты
Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының профессиональ конкурсы республикабыҙҙа быйыл ун етенсе тапҡыр уҙғарылды....

«Мин барыһын да булдырам!»
Конкурстар // 27-03-2012, 09:55


«Мин барыһын да булдырам!»
Һүрәттәге мөләйем ҡыҙ Көйөргәҙе районының Яҡшембәт ауылынан Айгөл Аҡһарова була. Әле ул М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының башҡорт филологияһы факультетында белем ала. Айгөл кешеләргә ҡарата ихтирамлы, ярҙамсыл, итәғәтле ҡыҙ.
...

Ибрайҙа – “Һылыуҡай” байрамы!
Конкурстар // 27-03-2012, 09:42


Ибрайҙа – “Һылыуҡай” байрамы!
Бөгөн март ҡояшының сағыу ҡояшы нурҙарын мулыраҡ һипкәндәй, кәйефтәр байрамса, күңелдәр күтәренке. Сөнки байрамса биҙәлгән залға, тамаша ҡарарға килгән уҡыусыларҙың күплегенә ҡарап, тиҙҙән бында “Һылыуҡай – 2012” гүзәллек бәйгеһе башланасағын һиҙенәһең. Ысынлап та, бер аҙҙан Айнур Туҡтаевтың “Эй, ҡыҙҙар” йыры яңғырай һәм алып барыусылар – Шамил Дауытов менән Рузилә Иҙрисова баһалама ағзаларын залға саҡыра. Абруйлы жюри составына был юлы мәктәптең балалар советы егеттәре, уҡы­тыу­сыларҙан Ә. Тат­лыбаев, З. Иҙрисов һайланды....

Башҡорттар, «шымартайыҡ»!
Конкурстар // 27-03-2012, 09:32


Башҡорттар, «шымартайыҡ»!
Баш ҡалабыҙ Өфөлә «Шаяниум – 2012» фестивале үтте
Был конкурс-фестивалдең нимәнән ғибәрәт икәнен берәүгә лә аңлатып торорға кәрәкмәйҙер. Эйе, башҡортса КВН ул. Шаян һүҙе үҙе үк йылмайтҡан кеүек. Йола буйынса ошо айҙарҙа ҡалала, республикала шаяндар һәм отҡорҙар ярыштары көсәйеп китә. Бында ҡатнашыусылар көлкө-мәрәкә буйынса сәмләнеп алышһа, тамаша ҡылыусылар ихласлап ауыҙ йыра, устары талғансы алҡышлай. Хатта шаяртыуҙарҙы үҙебеҙсәләп баһалап, «Масляков ял итә» тип әйтке килә....

Һөнәрмәндәр күрһәтте һөнәрен
Конкурстар // 20-03-2012, 13:02


Һөнәрмәндәр күрһәтте һөнәрен
Өфөлә ойошма-предприятиеларҙа эшләүсе йәштәр араһында «Эшсе ҡатын-ҡыҙ – 2012» республика һөнәри оҫталыҡ бәйгеһе үтте. Эшсе һөнәренең абруйын күтәреү маҡсатында ойошторолған конкурста 22 йәштән 35 йәшкә тиклемге ике йыл эш стажы булған ун гүзәл зат ҡатнашты.
...

Әлиә ТАЙМАСОВА: "Барыһы ла яҡшы буласаҡ!"
Конкурстар // 13-03-2012, 10:37


Әлиә ТАЙМАСОВА: "Барыһы ла яҡшы буласаҡ!"
Мин Хәйбулла районының башҡорт һылыуымын. Башҡорт дәүләт университетының химия факультетында бишенсе курста белем алам. Бар яҡлап та әүҙем, алдынғылар рәтендә булыу­ҙы хуп күрәм, һәр ергә өлгөрөргә тырышам. Киләсәккә маҡсатым – уҡыуымды уңышлы тамамлап, һөнәремдең алдынғы белгесе булыу.
...

УЛАР ЕГЕРМЕ ЙЫЛ ҮТҺӘ ЛӘ ҺЫЛЫУҠАЙ
Конкурстар // 9-03-2012, 10:18


Бына инде быйылғы “Һылыуҡай” конкурсы ла үтеп китте, уның еңеүселәре лә билдәләнде. Быйыл был матурлыҡ бәйгеһенә 20 йыл тулды. 1992 йылда сибәркәйҙәр беренсе тапҡыр сәхнәгә сығып, бар һәләтен күрһәтеп, матурлыҡтары менән тамашасыларҙы һоҡлан­дыр­ғайны. Ошо ике тиҫтә йыл эсендә 250-нән ашыу ҡыҙ “Һылыуҡай” исеме өсөн көрәшеп, шуларҙың егермеһе быға лайыҡ булды. Бөгөн беҙ шул сибәркәй­ҙәр­ҙе иҫебеҙгә төшөрөп һәм уларҙың ҡайһы берҙәренең конкурстан һуң тормоштары нисек үҙгәргәнен яҙып үтергә булдыҡ.

...

Юлиә БАЙРАМҒОЛОВА: «Мин бәхетле булыр өсөн тыуғанмын»
Конкурстар // 6-03-2012, 11:12


Юлиә БАЙРАМҒОЛОВА: «Мин бәхетле булыр өсөн тыуғанмын»
«Мин бәхетле булыр өсөн тыуғанмын!»
Һеҙ һүрәттә күргән һылыу Сибай ҡалаһынан Юлиә Байрамғолова була. Әлеге ваҡытта Башҡорт дәүләт университетының иҡтисад факультетында уҡып йөрөй. Юлиә – бик тырыш, ихлас, изге күңелле, йөҙөнән йылмайыу китмәгән ҡыҙ. “Киләсәктә, Алла бирһә, һайлаған йәремә яратҡан ҡатын, балаларыма өлгөлө әсәй, туғандарыма терәк, ә илемә кәрәкле кеше булыр­ға теләйем. Ғөмүмән, бейергә, китап уҡырға, спорт менән шөғөлләнергә яратам....

Илемдең аҫыл ҡоштары һеҙ – башҡорт һылыуҙары!
Конкурстар // 6-03-2012, 10:51


Өфөлә “Һылыуҡай – 2012” гүзәллек бәйгеһе үтте
Илемдең аҫыл ҡоштары һеҙ – башҡорт һылыуҙары!
– Быйылғы һылыуҙар өсөн һайлап алыу турында талаптар бик ҡаты ине, финалға береһенән-береһе сибәр, матур һәм аҡыллы ҡыҙҙар үтте, тигәйнеләр. Матур тамаша булырға тейештер. Шулай уҡ минең яҡташ ҡыҙ ҙа сығыш яһай, уны ла ҡарап, алҡышлап дәртләндерергә килдем әле, – тине “Нефтсе” мәҙәниәт һарайы фойеһында үҙен Зәлиә тип таныштырған апай. Уның көтөп алған тамашаға килеүенән кәйефе лә яҡшы ине....


  • Ҡолаҡ һал!
  • Йондоҙнамә (9-15 июль)
  • Олатай иҫтәлеге
  • Бейей-бейей оҫтарған
  • Тыңлауһыҙ ҡыҙ
  • Ашыҡтырма, яҙмыш...
  • Рәзиләгә кейәү эҙләү
  • «Өнһөҙ һуғыш»ты оҙаҡҡа һуҙмағыҙ
  • Мәңге йәш булыу сере
  • Ғашиҡтар бер-береһен һүҙһеҙ ҙә аңлай



  • Радио Юлдаш FM