НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

Рәссам ҡыҙҙар - еңеүсе! Афарин!
Яңылыҡтар таҫмаһы / Булат Солтангәрәев исемендәге республика премияһы // 24-05-2016, 11:03


Рәссам ҡыҙҙар - еңеүсе! Афарин!Кисә, йәғни 23 майҙа, Ҡ.Дәүләткилдеев исемендәге республика һынлы сәнғәт интернат-гимназияһында "Һуңғы ҡыңғырау" байрамы үтте. Бында 11 класты 38 кеше, шул иҫәптән 7 миҙалсы тамамланы....

Гәзитебеҙҙең 20-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары
Конкурстар / "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" // 23-05-2016, 16:47


Гәзитебеҙҙең 20-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары
1) Әлшәй районының Баязит ауылынан Мансур Ямалеев. (1 йәш тә 5 ай)
2) Ейәнсура районының Иҫәнғол ауылынан Рамаҙан, Гөлнур һәм Зөлфиә.
3) Бөрйән районының Килдеғол ауылынан Сынтимер Билалов....

Быйылғы ярыш тамам! Алда бүләкләүҙәр көтөлә!
Яңылыҡтар таҫмаһы / Булат Солтангәрәев исемендәге республика премияһы // 20-05-2016, 13:59


Быйылғы ярыш тамам! Алда бүләкләүҙәр көтөлә!
Бөгөн, 20 майҙа Булат Солтангәрәев исемендәге республика уҡыусылар конкурсының быйылғы ярышы тамамланды. Ошо айҡанлы "Йәшлек" редакцияһында БДУ-ның журналистика кафедраһы профессоры Тимерғәле Килмөхәмәтов рәйеслегендәге баһалама комиссияһы гәзиттә сыҡҡан һәм әле баҫылып өлгөрмәгән эштәрҙе ҡараны, үҙенең ғәҙел фекерен әйтте....

“Киләсәгем өмөтлө”
Конкурстар / Йәшлек гүзәле // 20-05-2016, 12:28


“Киләсәгем өмөтлө”Мин, Луиза Йәналина, 1997 йылдың 29 июнендә Баймаҡ районының Буранбай ауылында тыуғанмын.
9-сы класҡа тиклем ауылыбыҙ мәктәбенда уҡыным, аҙаҡ Баймаҡ ҡалаһының 4-се лицейында белем алдым.
Әлеге ваҡытта Башҡорт дәүләт педагогия университетының Хоҡуҡ һәм хоҡуҡ һаҡлау эшмәкәрлеге факультетының 1-се курсында уҡыйым.
Беренсе кластан уҡ ауылдағы "Еҙ үксә" бейеү ансамбленә йөрөнөм. Өҫтәл теннисын яратам, уның буйынса ярыштарҙа ҡатнашып, призлы урындар яулағаным бар. Буш ваҡытта бәйләйем, сигәм, гитарала уйнайым, өйҙә яңғыҙ булғанда йырлайым.
Киләсәктәге хыялым – яҡшы уҡыр­ға, полицияла эшләргә һәм, әлбиттә, һәр ҡыҙ хыялланғанса, матур ғаилә ҡорорға, тәүфиҡлы балалар үҫтерергә теләйем....

Ил ҡурсалар ир ине...
Конкурстар / Булат Солтангәрәев исемендәге республика премияһы // 13-05-2016, 12:48


Ил ҡурсалар ир ине...Ошо көндәрҙә ҡулыбыҙға яңы китапты алып шатландыҡ. “Ил ҡурсалар ир инең...” тип атал­ған ҙур күләмле баҫма “Йәшлек” гәзитендә икенсе йыл уңышлы барған, өлкән класс уҡыусылары ҡатнашҡан Булат Солтангәрәев исемендәге республика премияһына арналған.
Премия, былтыр ғына иғлан ителеүенә ҡарамаҫтан, республикабыҙҙа билдәлелек яуланы. Унда йөҙҙән ашыу уҡыусы ҡатнашып, ижади эштәрендәге тәрән фекерҙәре, үҙенсәлекле ҡараштары менән иғтибарҙы йәлеп итте. Премия ил күләмендә лә танылыу яуланы – Рәсәй Журналистар союзы ярышында лауреат булды....

Тамырҙарымда башҡорт ҡаны аҡҡаны менән ғорурланам
Конкурстар / Булат Солтангәрәев исемендәге республика премияһы // 13-05-2016, 12:44


Тамырҙарымда башҡорт ҡаны аҡҡаны менән ғорурланам«Ата-бабам күптән донъя ҡуйған,
Көл-тупраҡҡа инде әйләнгән…
Әммә йәнем мең-мең быуат аша
Улар рухы менән бәйләнгән!» – тип яҙа Башҡортостандың халыҡ шағиры Абдулхаҡ Игебаев. Эйе, нисәмә йыл, быуат үтеп китһә лә, ата-бабаларыбыҙ рухы мәңгегә йөрәктәрҙә һаҡлана килгән....

Улар алдында баш эйәбеҙ
Конкурстар / Булат Солтангәрәев исемендәге республика премияһы // 13-05-2016, 12:22


Улар алдында баш эйәбеҙҺуғыш мәлендә тыуғандар
Барын иртә кисергән:
Түҙгәндәр – тере ҡалғандар
Тик үлән ашы менән.
Ат башында йөрөгәндәр:
Ер тырматҡан, ер һөргән.
Ололар нимә күрһәләр,
Барын да бергә күргән...
Үлсәмәгеҙ был быуынды
Ғәҙәти аршин менән.
Риф МИФТАХОВ.

Ошо шиғыр юлдарын уҡыйым да атайым менән әсәйемдең ата-әсәләре – ҡартатайҙарым, ҡартәсәйем менән өләсәйемдең бала сағы тураһында уйланам. Минең ҡәҙерлеләрем – һуғыш балалары. Ҡарт­атайҙарыма, ҡартәсәйемә атай наҙы күреп үҫергә яҙмаған....

Мин – россиянмын!
Конкурстар / Булат Солтангәрәев исемендәге республика премияһы // 10-05-2016, 14:54


Мин – россиянмын!«…Рус түгелмен мин, ләкин россиян мин,
Россиян мин – ниндәй ғорурлыҡ!
Ун ғүмерең миңә кәрәк түгел,
Бер яҙмышым шуға торорлоҡ!...»
«Россиянмын», Мостай Кәрим.

Минең ҡарт ҡартатайым: «Күкрәк киреп «Мин – кешемен!» тигән кешенең йөрәгендә өс нәмәгә һөйөү һәм хөрмәт булырға тейеш. Уныһы ла – атай, әсәй һәм Ватан», – тип йыш әйтер булған. Әлбиттә, заман шандарын кисергән, һуғыш үткән, оҙон ғүмере эсендә йәмғиәт өсөн бик күп эшләгән кешенең һүҙҙәре менән килешмәйенсә булмай.
Атай-әсәйгә һөйөү һәр бер бала күңелендә бишектә үк барлыҡҡа килһә, Ватаныбыҙға ҡарата ысын хөрмәт һәм тоғролоҡ – тәрбиә орлоғо. Һәм шуның турала һүҙем....

Роза Ишбулатова: “Һәр ваҡыт алға!” – тип йәшәйем
Конкурстар / Йәшлек гүзәле // 10-05-2016, 10:59


Роза Ишбулатова: “Һәр ваҡыт алға!” – тип йәшәйемРоза Урал ҡыҙы Ишбулатова булам. Хозур тәбиғәтле Бөрйән районының Байназар ауылында 1999 йылдың алтын көҙөндә донъяға килгәнмен.
Әлеге ваҡытта ауылыбыҙҙағы мәктәптең 10-cы класында белем алам. Киләсәктә табип булырға теләйем. Һаулыҡтары ҡаҡшаған кешеләргә ярҙам итеү – иң ҙур хыялым....


  • Ҡолаҡ һал!
  • Йондоҙнамә (9-15 июль)
  • Олатай иҫтәлеге
  • Бейей-бейей оҫтарған
  • Тыңлауһыҙ ҡыҙ
  • "Йондоҙло табын" - Гөлмирә Исмәғилева
  • Ашыҡтырма, яҙмыш...
  • «Өнһөҙ һуғыш»ты оҙаҡҡа һуҙмағыҙ
  • Мәңге йәш булыу сере
  • Ғашиҡтар бер-береһен һүҙһеҙ ҙә аңлай



  • Радио Юлдаш FM