НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

Ҡыш бабайҙың ҙур тоғонда...
Конкурстар // 8-01-2016, 12:32


Ҡыш  бабайҙың ҙур  тоғонда...Ҡыш бабайым ҙур тоғона
Нимә генә һалмаған!
Яңы йылда бүләктәрһеҙ
Һис бер кеше ҡалмаған.

Маймыл йылы аяҡ баҫа
Киң илемдең түренә.
Маймыл кеүек сос һәм йылғыр
Булырға кәрәк беҙгә....

Ҡыш бабайҙың ҙур тоғонда... 3
Шиғырҙар / Конкурстар // 26-12-2015, 13:45


Ҡыш бабайҙың ҙур тоғонда... 3Ҡыш бабайҙың ҙур тоғонда
Күстәнәстәр күп була.
Байрамдарҙа бүләк алыу
Борондан ҡалған йола.

Ҡыш бабайҙарҙың тоҡтары
Ауы-ыр ғына ла була.
«Йәшлек»кә яҙылғандарҙың
Өмөттәре ҙур була....

Ҡыш бабайҙың ҙур тоғонда...
Шиғырҙар / Конкурстар // 25-12-2015, 13:34


Ҡыш бабайҙың ҙур тоғонда...Ҡыш бабайҙың ҙур тоғонда…
Тылсым урын алғандыр.

Ҡыш бабайҙың ҙур тоғонда
Һиҙгәйнек тылсым барын,
Әммә көтмәгәйнек уның
Иҫ китмәле булырын....

Ҡыш бабайҙың ҙур тоғонда...
Шиғырҙар / Конкурстар // 24-12-2015, 13:41


Ҡыш бабайҙың ҙур тоғонда...Алтмыш биш йәштә булһам да
"Йәшлек" менән дуҫ ҡалам.
Егерме йыл инде бына
Йәштәр гәзитен алам.

Ҡыш бабайҙың ҙур тоғонда
Маймыл ята ҡалтырап.
Юлда өшөгән, асыҡҡан,
Ҡул һуҙа банан һорап....

Еңеүсе билдәләнде!
Яңылыҡтар таҫмаһы / Йәшлек гүзәле // 24-12-2015, 12:22


Еңеүсе билдәләнде!Бер тәүлек дауам иткән ҡыҙыу "алыш" һөҙөмтәһендә 32 ҡыҙ араһынан "Йәшлек" гүзәле - 2015" конкурсының номинанты - "Интернет гүзәле" билдәләнде. Һорау алыуҙа М.Аҡмулла исемендәге БДПУ студенты, Әбйәлил ҡыҙы ЛӘЙСӘН ЕНИКЕЕВА еңде! Ул 1063 тауыш йыя алды.
Еңеүсене ҡотлайбыҙ!
Ә ҡалған ҡыҙҙар танауҙарығыҙҙы төшөрмәгеҙ - әле редакция комиссияһы ҡалған 4 номинацияны һайлай. Кем белә, бәлки бәхет йылмайыр......

Булдыра алмаҫлыҡ бер нәмә лә юҡ!
Конкурстар / Йәшлек гүзәле // 20-11-2015, 10:28


Булдыра  алмаҫлыҡ бер нәмә лә юҡ!Гөлдәр Ғаяз ҡыҙы Ғиззәтуллина булам. Данлыҡлы генерал Шайморатовтың төйәге – Ҡырмыҫҡалы районының Ҡырмыҫҡалы ауылында тыуып үҫтем. Әлеге ваҡытта М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында белем алам. Буласаҡ һөнәрем – хәрби психолог. Атайым – хәрби, әсәйем психолог булғанға ла ошо һөнәрҙе һайларға булдым.
Ете йәштән бейеү менән шөғөлләнәм. Фотоға төшөрөргә, төрлө тәмлекәс бешерергә яратам, Рәсәй тарихы менән ҡыҙыҡһынам.
Киләсәктә университетты ҡыҙыл дипломға тамамлап, эске эштәр органдарына эшкә инергә теләйем....

Әҙәби конкурсҡа
Шиғырҙар / Конкурстар // 14-11-2015, 13:45


Әҙәби конкурсҡаКилен булып төштөм әле
Ҡәйнәнең сабырына.
Йәш йөрәгем үрһәләнһә,
Өйрәтә сабырлыҡҡа.

Әсәйемде һағындым, тим,
Ҡайтам, тием ҡай саҡта.
Ҡунаҡ ҡәҙерле була, ти,
Парлашып барған саҡта....

Сая ла, һәүәҫкәр ҙә, зирәк тә, һылыу ҙа
Конкурстар / Йәшлек гүзәле // 13-11-2015, 14:59


Сая ла,  һәүәҫкәр ҙә,  зирәк тә, һылыу ҙаКүҙҙәренән нур һирпелеп торған был ҡыҙ Миңлегөл Төлкөбаева була. Ул 1995 йылдың 9 ноябрендә Әбйәлил районының Салауат ауылында донъяға килгән.
Миңлегөл әлеге көндә М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының башҡорт филологияһы факультетының өсөнсө курсында белем ала. Һылыу ҡыҙ ваҡыт юҡлыҡҡа һылтанмай, вузда һәм башҡа ерҙә үткәрелгән сараларҙа бик әүҙем ҡатнаша. Факультеттың ирекмәндәр хәрәкәтенең әүҙем ағзаһы, оҫта бейеүсе, Башҡортостанда билдәле “Һомай” дефиле театрында ла үҙен күрһәтеп өлгөрә. Ҡазан ҡалаһында үткәрелгән бейеү конкурсында, ШОС илдәренең студент яҙында ҡатнашыуы менән Миңлегөл хаҡлы рәүештә ғорурлана....

Ләйсән Еникеева: “Киләсәктә матур ғаилә ҡороп, балалар үҫтерергә теләйем”
Конкурстар / Йәшлек гүзәле // 5-11-2015, 12:49


Ләйсән Еникеева:    “Киләсәктә матур ғаилә ҡороп, балалар үҫтерергә теләйем”Әбйәлил районының Асҡар ауылында тыуғанмын. Бала саҡтан Башҡортостан тарихы, мәҙәниәте менән ҡыҙыҡһынам. Хыял-уйҙарҙы тормошҡа ашырыу өсөн, мәктәпте тамамлағас, М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының башҡорт филологияһы факультетына уҡырға индем.
Өс йәштән алып бейейем. Музыка мәктәбен тамамлағас, "Алтынай" бейеү ансамблендә шөғөлләндем, төрлө конкурста ҡатнаштым. Мәктәптә төрлө олимпиада, сарала әүҙем булдым. Хәҙер БДПУ-ның "Кружева" халыҡ бейеҙҙәре ансамблендә сығыш яһайым. Төркиәлә үткән "Türksoy" фестивалендә, Сочиҙағы Ҡышҡы Олимпия уйындарында ҡатнашыу бәхете тейҙе....

Айһылыу ҒӘБДЕЛХАҠОВА: “Өфө ҡалаһында тыуып үҫеүем менән гел ғорурланам”
Конкурстар / Йәшлек гүзәле // 22-10-2015, 11:07


Айһылыу ҒӘБДЕЛХАҠОВА:   “Өфө ҡалаһында тыуып үҫеүем менән гел ғорурланам”Һүрәттәге ҡыҙҙың исеме – Айһылыу Фәхрази ҡыҙы Ғәбделхаҡова. Ул 1996 йылдың мартында баш ҡалабыҙҙа донъяға килгән. Дуҫтарын яратҡан, уларға тоғро булған, туған-тыумасаһын хөрмәт иткән ҡыҙ “Өфө ҡалаһында тыуып үҫеүем, әле лә йәшәүем менән гел ғорурланам”, – ти үҙенең тураһында.
Айһылыуҙың иң яратҡан шөғөлө – волейбол уйыны. Бала сағынан бирле был спорт төрөн үҙ иткән ҡыҙҙың күп кенә еңеүе бар. Бынан тыш, ул аш-һыу әҙерләргә лә ярата. Айһылыу был хыял-шөғөлөн тормошҡа ашырған – 136-сы һөнәри лицейҙа ашнаҡсыға уҡып, әлеге ваҡытта Өфө ҡалаһының бер ресторанында эшләй. Киләсәктә ошо өлкәлә үҫешергә, хатта үҙенең ресторанын асырға теләге бар....


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • Еҙем-Ҡарандарға оят!
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • Маринадланған кәбеҫтә
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!



  • Радио Юлдаш FM