НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Выборы 2018 Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

Юлиә Ейәнбаева: “Киләсәктә ғәҙеллек һағында торорға теләйем”
Конкурстар / Йәшлек гүзәле // 9-09-2016, 11:57


Юлиә Ейәнбаева:  “Киләсәктә ғәҙеллек һағында торорға теләйем”Һүрәттәге һылыуҡайҙың исеме Юлиә Ейәнбаева. Өфө ҡалаһы ҡыҙы, 1996 йылдың 9 сентябрендә тыуған. Әле Башҡорт дәүләт университетының юридик колледжында уҡый.
– ғәҙелһеҙлекте енем һөймәй, – ти ҡыҙ үҙе тураһында. – Киләсәктә хоҡуҡ һәм юриспруденция өлкәһендә эшләргә теләйем. Буш ваҡытта бейейем, мотоциклда йөрөргә яратам, китап уҡыйым, психология фәнен өйрәнәм. Кешеләрҙе үтәнән-үтә ҡарай, улар тураһында һөйләп бирә алам.
Сая ла, матур ҙа һылыуҡайға тик уңыштар ғына теләйбеҙ!...

Илүзә ВАХИТОВА: “Хыялдарымдың тормошҡа ашыуын теләйем!”
Конкурстар / Йәшлек гүзәле // 2-09-2016, 16:49


Илүзә ВАХИТОВА: “Хыялдарымдың   тормошҡа ашыуын теләйем!”Илүзә Рәлиф ҡыҙы Вахитова булам. Данлыҡлы Көйөргәҙе районының Ялсыҡай ауылында 1998 йылдын 21 ноябрендә донъяға килгәнмен.
Тыуған ауылымда баш­ланғыс белем алғас, Р. Солтангәрәев исемендәге Таймаҫ гимназияһына уҡырға барҙым. Төрлө олимпиада­ларҙа ҡатнашып, мәктәп, район кимәлендә призлы урындар яулауға өлгәштем. Былтыр “Йәшлек”тә иғлан ителгән Булат Солтангәрәев исемендәге конкурста ҡатнаштым. Гәзит биттәрендә мәҡәләмде күреүгә, лайыҡлы урын алыуға бик шатландым.
Берҙәм дәүләт имтихандарын яҡшы билдәләргә тапшырып, мәктәпте тамамланым. Хәҙер Башҡорт дәүләт университетында уҡыйым, буласаҡ һөнәрем – филолог.
Йырларға яратам. Шулай уҡ буш ваҡытта бәйләү, сигеү кеүек ҡул эштәре менән мауығам.
Киләсәктә юғары белем алып, уҡыусыларға рус теле һәм әҙәбиәте серҙәрен өйрәтеүҙе – бала саҡтан килгән хыялымды тормошҡа ашырыр­ға теләйем.
Шуның менән бер рәттән, “Гәлсәр һандуғас” фестивалендә йәки унан да юғарыраҡ кимәлдәге йыр конкурстарында ҡатнашҡым килә. Был теләктәрем, һис шикһеҙ, тормошҡа ашыр тип уйлайым!...

Рәғинә САФИНА: “Һәр ваҡыт бейеккә ынтыл!”
Конкурстар / Йәшлек гүзәле // 29-08-2016, 10:26


Рәғинә САФИНА: “Һәр ваҡыт бейеккә ынтыл!”
1995 йылда Өфө ҡалаһында тыуғанмын. Мәктәптә уҡыған мәлдә “Гүзәллек мәктәбе” төркөмөндә әүҙем ҡатнаштым, ярыштар ҙа төрлө урын алғаным булды. “Йәнгиҙәкәй” бейеү ансамблендә шөғөлләнәм. Буш ваҡытымда сигеү сигергә яратам, әле тегенселек эше менән ҡыҙыҡһынам, күлдәк тегергә өйрәнәм.

Быйыл БДУ-ның башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетын тамамланым. Әлеге мәлдә диктор һөнәре серҙәрен өйрәнәм. Сабырлыҡтың төбө – һары алтын, һәр эшеңде намыҫ һәм яуаплылыҡ менән башҡарһаң, барыһын да еңеп сығып була.
Иң ҙур хыялым – киләсәктә матур ғаилә ҡороп, балаларыма яҡшы тәрбиә биреү....

"Йәшлек" гүзәле - 2015" исемен яулаусы Шәүрә Туйсина БДУ-ны ҡыҙыл дипломға тамамланы!
Конкурстар / Йәшлек гүзәле // 24-07-2016, 22:22


"Йәшлек" гүзәле - 2015" исемен яулаусы Шәүрә Туйсина БДУ-ны ҡыҙыл дипломға тамамланы! Һылыуҡайҙы ҡотлайбыҙ! Артабанғы тормошоң бәхетле үтһен!

Ниһайәт! Юғары квалификациялы белгес! Һөнә­ремдең нескә­лектәренә төшөнөргә тырыштым... Башҡорт дәүләт уни­вер­си­тетында уҡыу осоронда мин үҙем өсөн күп асыштар яһаным, тормошҡа икен­се күҙлектән - етдирәк һәм уйсаныраҡ ҡа­рарға өйрәндем. Дөрөҫөн генә әйткәндә, диплом - үҙем өсөн, төҫө - атайым һәм әсәйемә.... Уларҙы ҡыуандырыр өсөн сессияларымды тик “биш­ле”гә генә ябыуҙы маҡсат итеп ҡу­йҙым. Факультетыбыҙ етәкселегенә Башҡортостан Президенты стипендиянты тигән маҡтаулы исем тәғәйенләүҙәре өсөн рәхмәт!...

Американы яулай башҡорт ҡыҙы
Конкурстар / Йәшлек гүзәле // 23-07-2016, 15:02


Американы яулай башҡорт ҡыҙы
Күгәрсен һылыуы Динә Әлимғолованың фотолары Американың “ELLEMENTS magazine” журналында донъя күргән.
Динәгә 22 йәш, “Мисс Башҡортостан” модель агентлығында шөғөлләнгән. Әлеге ваҡытта Мәскәү ҡалаһында йәшәй. Үткән йыл “Мисс-Студенчество” матурлыҡ конкурсында еңеү яулаған. Шулай уҡ ул йырларға ярата, быйыл тәүге йырҙарын яҙҙырған. Рәсәй дәүләт социология университетын тамамлаған....

Вәсилә Ҡасимова: “Мин тормошто яратам!”
Конкурстар / Йәшлек гүзәле // 16-07-2016, 23:02


Вәсилә Ҡасимова: “Мин тормошто яратам!”Миңә 20 йәш. Салауат районының Ҡарағол ауылында тыуып үҫтем. Өфөләге Советтар Союзы Геройы С. Бикеев исемендәге һөнәри колледжды тамамланым һәм хәҙер администратор булып эшләйем.

Кешеләр менән аралашырға яратам, тормошҡа маҡсат ҡуйып йәшәргә тырышам. Бала саҡтан бейеүҙе үҙ иттем, хәҙер ҙә уны туҡтатмайым. Буш ваҡытымды шулай үҙ-үҙемде үҫтереү һәм өҫтәмә белем алыуға арнайым, фото эше менән ҡыҙыҡһынам. Көн дә аш-һыу әҙерләйем, яңы рецепттарҙы һынайым, Европа кухняһы ныҡ оҡшай.
Кистәрен спорт менән шөғөлләнәм.

Тормошомда миңә оҡшаған күренештәр күп, шуға ла “Мин бәхетлемен!” тип ҡыйыу әйтә алам....

Һәр яҡтан да килгән ҡыҙ
Конкурстар / Йәшлек гүзәле // 8-07-2016, 10:10


Һәр яҡтан да килгән ҡыҙТНТ телеканалында барған барыбыҙға ла билдәле “Бейеү” (“Танцы”) проектының һайлап алыу этабында Башҡортостан бейеүселәре лә ҡатнаша. Яңыраҡ бәйгенең өсөнсө миҙгеле өсөн һайлап алыуҙа Иглин ра­йоны ҡыҙҙары үҙ һәләтен һынап ҡарарға баҙнат итте. Ләйсән Камалова менән Гүзәл Кәбирова халыҡ бейеүен башҡарып, киләһе турға үткән. Йәштәр сығышҡа етди әҙерләнә, бейеүҙе үҙҙәре һала. Улар Башҡортостанда күп милләтле халыҡтарҙың дуҫ һәм татыу йәшәүен күрһәтергә ниәтләй. Әлегә ҡыҙҙар Мәскәүҙә үтәсәк телевизион этапҡа барырға әҙерләнә, күнекмәләр уҙғарып, ҡупшы кейемдәр тегә....

Әлфиә КИЛДЕЙӘРОВА: “Үҙемде төрлө яҡтан һынайым”
Конкурстар / Йәшлек гүзәле // 24-06-2016, 13:24


Әлфиә КИЛДЕЙӘРОВА: “Үҙемде  төрлө яҡтан һынайым”Сығышым менән Ейәнсура еренәнмен. Әле Мәскәү дәүләт авиация институты милли-тикшеренеү университетының өсөнсө курсын тамамланым.
Мин бик күркәм һәм татыу ғаиләлә тәрбиәләндем: атай-әсәйем, ике апайым һәм ҡустым бар. Атайымдан – түҙемлек, тырышлыҡ, рухи байлыҡ, ә әсәйемдән күңел матурлығы һәм зирәклек алдым. Әсәйем гел: “Һаҡланғанды Хоҙай һаҡлар”, – тип әйтә. Шуға ла, ғүмер юлымда ниндәй генә хәлгә осраһам да, был хаҡ һүҙҙәрҙе иҫемдә тотам.
Бала саҡтан уҡ башҡорт бейеүҙәренә ғашиҡмын. Беренсе курстан Нәзир Байегетов етәкселегендәге “Алтынай” бейеү ансамблендә шөғөлләнәм.
“Мәскәү һылыуҡайы – 2014” матурлыҡ бәйгеһендә гран-при яулап, Өфөлә “Һылыуҡай” конкурсында үҙемде һынап, Мәскәү башҡорттары исеменән сығыш яһаным. Яңыраҡ асылған “Йәсмин” камиллыҡ һәм матурлыҡ студияһында хореография һәм башҡорт бейеүҙәре түңәрәгендә уҡытыусы булып та йөрөйөм.
Мәскәү студенттары ассоциацияһы эшендә әүҙем ҡатнашам, төрлө сараларҙы ойоштороуҙа ярҙам итәм.
Минеңсә, кеше бер ҡасан да бер урында туҡтап ҡалып, бер өлкәгә өҫтөнлөк бирергә тейеш түгел. Ул, киреһенсә, үҙен төрлө яҡтан асып, үҫешергә һәм алға барырға тейеш....

Әхирәтемә тик бәхет теләйем!
Конкурстар / Йәшлек гүзәле // 10-06-2016, 10:47


Әхирәтемә тик бәхет теләйем!
Һүрәттәге һылыу ҡыҙ – Гөлшат Исхаҡова. Ул Баймаҡ районының Таулыҡай ауылынан.
Тышҡы ҡиәфәте менән дә, күңеле менән дә матур ул: мөләйем, эшкә егәрле, уңған. Асыҡ күңелле кеше, донъяның тик яҡшы яҡтарын күрә, уның тормошто яратыуы, йәшәү энергияһы, рухи көсө һоҡландыра. Ауылда матур-матур сәскәләр үҫтерә, ниндәйҙер ҡөҙрәт менән һулып барған үҫемлектәргә лә йәшәү көсө өҫтәй....

Бүләк тапшырылды. Ә конкурс дауам итә
Конкурстар / Булат Солтангәрәев исемендәге республика премияһы // 3-06-2016, 12:52


Бүләк тапшырылды. Ә конкурс дауам итә
Бүләк тапшырылды. Ә конкурс дауам итәБулат Солтангәрәев исемендәге уҡыусылар бәйгеһенең быйылғы этабы тамам!
Мәктәптәрҙә Һуңғы ҡыңғырау байрамдары шаулап-гөрләп үткән мәлдә, “Йәшлек”тәр Булат Солтангәрәев исемендәге уҡыу­сылар премияһына йомғаҡ яһаны, еңеүселәрҙе тәбрикләне. Ике лауреат – икенсе һәм өсөнсө премия алған Айһылыу Шәрипова менән Финат Замановҡа приздары саҡ ҡына һуңыраҡ барып етте.
Дыуан районы республика лицей-интернатының 10-сы класс уҡыусыһы Айһылыу Шәриповаға 27 майҙа “Йәшлек”тең баш мөхәррире Артур Дәүләтбәков тантаналы рәүештә бүләкте тапшырҙы....


Борьба с коррупцией

[/aviable]

  • Ҡолаҡ һал!
  • Организм нимә хаҡында иҫкәртә?
  • Монафиҡ (Хикәйә)
  • Тыуған ауылына рәхмәтле йырсы
  • Оҙаҡ йәшәүҙең туғыҙ сере
  • Үткәндәргә илаулап, бөгөнгөһөн юғалта күрмәгеҙ
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (3.08.2018)
  • Вниманию зарегестрированнх кандидатов, избирательных объединений, на выборах депутатов Государственного Собрания – Курултая Республики Башкортостан шестого созыва
  • "Йондоҙло табын" - Гөлмирә Исмәғилева
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (20.07.2018)



  • Радио Юлдаш FM