НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

Динара – камиллыҡ өлгөһө!
Конкурстар / Йәшлек гүзәле // 4-09-2015, 10:59


Динара –  камиллыҡ өлгөһө!“Һылыуҡай – Bashkirian Beauty” студияһы тәрбиәләнеүсеһе, 18 йәшлек Өфө ҡыҙы Динара Зөбәйерова ошо көндәрҙә Ҡытайҙа үткән “Азия супермоделе – 2015” халыҡ-ара матурлыҡ конкурсында “Азияның камиллыҡ өлгөһө – 2015” исемен яуланы.
Динара менән бергә 20 йәшлек Тимур Сәхәүетдинов та ярышҡан. Ул “Шоуҙың иң әүҙем ҡатнашыусыһы” номинацияһында еңде.
Был конкурс Ҡытайҙа ойошторолған “Азия супермоделе – 2015” шоуы программаһына ингән. Ул тауҙарҙа һәм дөгө баҫыуҙарында үтәсәк һәм үҙәк телевидение каналдарында күрһәтеләсәк. Йомаҡтарҙы табыу рухында квест һымаҡ төшөрөлгән сериал өс ай дауам итәсәк....

Һылыуҙар, тырыштар, булдыҡлылар
Конкурстар / Йәшлек гүзәле // 7-08-2015, 13:06


Һылыуҙар,  тырыштар,  булдыҡлыларФотола – игеҙәк сибәркәйҙәр Лиана һәм Диана Зөбәйеровалар. 18 йәшлек ҡыҙҙар, быйыл ғына технология һәм дизайн колледжын тамамлап, Өфө дәүләт иҡтисад сервис университетына уҡырға ингән. “Һылыуҡай” студияһында шөғөлләнгән ҡыҙҙар киләсәктә башҡорт ҡыҙҙарын төрлө костюмдар, күлдәктәр менән ҡыуандырасаҡ.
Диана бөгөн “Азия супер моделе” халыҡ-ара конкурсында ҡатнашыу өсөн Ҡытайға юлланды. Ә Лиана сентябрь айында Төркиәлә үтәсәк мода фестивалендә Башҡортостандың данын яҡлаясаҡ....

Мин йәшәйем – шуға бәхетлемен!
Конкурстар / Йәшлек гүзәле // 16-07-2015, 18:03


Мин йәшәйем – шуға бәхетлемен! Луиза Миңлебаева булам. БДУ-ның башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетында белем алам. Уҡыуҙа ла һынатмайым, йәмәғәт тормошонда ла әүҙем ҡатнашам.
Сибай телевидениеһының "Арғымаҡ" тапшырыуында алып барыусы булдым, гәзит-журналға яҙыштым. Шиғри йыйынтығым да бар.
"Һылыуҡай" студияһына ла йөрөргә өлгөрәм. Пейнтбол, Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығына арналған көрәшселәр турнирҙарында ярҙамсы ла булдым....

Регина Миңлеғолова: «тормошомдоң иң бәхетле мәле»
Конкурстар / Йәшлек гүзәле // 10-07-2015, 10:15


Регина Миңлеғолова:  «тормошомдоң  иң бәхетле мәле»Әлеге көндә бик бәхетле мәл кисерәм – Башҡорт дәүләт университетының Нефтекама филиалының V курсын тамамлап, ҡулыма диплом алдым.
Хыялым: тиҙҙән машина алып, руль артына ултырырға, икенсе юғары белем алып, полицияға эшкә барырға теләйем. Әлеге ваҡытта тыуған ауылымда – Илеш районының Түбәнге Сереккүл ауылында йәмле тәбиғәт ҡосағында ял итәм, киләсәккә матур пландар ҡорам. Барыһы ла яҡшы буласаҡ!
...

Донъяға йылмайып ҡарарға һәм бер нәмәнән дә ҡурҡмаҫҡа!
Конкурстар / Йәшлек гүзәле // 2-07-2015, 18:10


Донъяға  йылмайып  ҡарарға һәм бер нәмәнән дә  ҡурҡмаҫҡа!Айзилә Айҙар ҡыҙы Ишбаева булам. Йәмле Баймаҡ районының тау менән уратылған, Йылайыр йылғаһы ярында урынлашҡан гүзәл Йылым ауылында тыуып үҫтем.
Әлеге ваҡытта Сибай ҡалаһы гимназия-интернатында белем алам. Бейергә, бигерәк тә йырларға яратам, тел фәндәрен үҙ итәм.
Ғүмер берәү генә бирелгән, шуға ла ҡояштай балҡып, көлөп, тормошто яратып йәшәйем. Донъяға йылмайып ҡарарға һәм бер нәмәнән дә ҡурҡмаҫҡа!» – тигән оран алдым. Ҡыуанып йәшәргә кәрәк. Шуның менән бөтә ауырлыҡтарҙы еңеп сығырға мөмкин!...

Һылыу, аҡыллы, егәрле, уңған, етеҙ, маҡсатлы
Конкурстар / Йәшлек гүзәле // 19-06-2015, 16:00


Һылыу, аҡыллы, егәрле, уңған, етеҙ, маҡсатлыБыл ҡыҙҙың, бөтә сифаттарын һанап бөтөрөп булмаҫ. Көнөнөң бер минутын да бушҡа үткәрмәй ул: “бишле”гә генә өлгәшә, “Прикамье” халыҡ бейеүҙәре ансамбле солисткаһы, фән менән шөғөлләнә, БДУ-ның Нефтекама филиалы радиоһының алмаштырғыһыҙ алып барыусыһы, нәфис һүҙ оҫтаһы, йәмәғәт эшендә лә әүҙем. Артығын һөйләмәй, әммә күп эшләй.
Һылыуҙың мәҡәләләре “Красное знамя”, “Краснокамские зори”, “Универ” гәзиттәре биттәрендә донъя күрә. Йыл һайын “Студент яҙы” фестивален ойоштороп, ҡатнашып, призлы урындар ала. Ҡалалағы ЮТВ каналы дикторы. Филиалыбыҙ “йондоҙо” былтыр “БДУ-ның Нефтекама филиалы һылыуы” конкурсында еңеүсе булды....

Һәр өлкәлә камил ҡыҙ
Конкурстар / Йәшлек гүзәле // 12-06-2015, 09:44


Һәр өлкәлә камил ҡыҙҺеҙҙе үҙемдең әхирәтем Айгөл Ринат ҡыҙы Мөхтәрова менән таныштырырға теләйем. Ул 1996 йылдың 10 октябрендә Әбйәлил районының Рауил ауылында тыуған.
Ғаиләләге берҙән-бер ҡыҙ, тыуған ауылында туғыҙынсы класҡа тиклем белем алғандан һуң Өфө ҡалаһының иҡтисад лицей-интернатында уҡыны. Әле Башҡорт дәүләт университетының Сибай институтында психология һәм социаль педагогика йүнәлешендә беренсе курста белем ала.
Айгөлдө тырыш, ярҙамсыл, тынғыһыҙ күңелле тип беләбеҙ. “Ныҡлы ил нигеҙендә ныҡлы ғаилә ята”, – тигән фекерҙә ул. Шуға күрә ҡатын-ҡыҙҙың төп бурысын ғаилә усағын һаҡлап, матур итеп балалар үҫтереүҙә күрә. Уның хыялы – сәйәхәт итеү һәм тормоштоң һәр минутынан, һәр мәленән сағыу төҫтәр табып йәшәү....

Миндә яна Вәлиди ялҡыны
Конкурстар / Йәшлек гүзәле // 5-06-2015, 13:43


Миндә яна Вәлиди  ялҡыныИлсиә Рәмил ҡыҙы Вәлитова булам. Матур тәбиғәтле Стәрлебаш районының Бүләк ауылында тыуып үҫкәнмен.
Әлеге ваҡытта Ишембай ҡалаһының Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге 2-се гимназия-интернатында белем алам. Теүәл фәндәрҙе үҙ итәм, шулай уҡ башҡорт халҡы тарихы һәм мәҙәниәте менән ҡыҙыҡһынам. Спорт яратам, балалар сәнғәт мәктәбендә вокал класында уҡыйым.
Киләсәктә халҡыма кәрәкле кеше булырға уйлайым, сөнки миндә Зәки Вәлиди ялҡыны яна....

Яратҡан сәскәм сиренЬ, исемем дә Гөлсирен
Конкурстар / Йәшлек гүзәле // 25-05-2015, 13:25


Яратҡан сәскәм сиренЬ, исемем дә ГөлсиренЕйәнсура районының Әлебай ауылында тыуып үҫкәнмен. Әлеге ваҡытта М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында белем алам. Бала саҡтан йыр-моңға, бейеүгә ға­шиҡмын, шахмат уйынын үҙ итәм.
Киләсәктә республикабыҙға кә­рәкле кеше булырға хыялланам. Атайым сатраш таҡта уйынына өйрәткәндә: “Бөтә бөйөк кешеләр шахмат уйнаған”, – тип әйтте. Ошоно тормош маҡсатым итеп алдым....

Сулпан Саникина: «Барыһы ла яҡшы булыр!”
Конкурстар / Йәшлек гүзәле // 15-05-2015, 14:34


Сулпан Саникина: «Барыһы ла яҡшы булыр!”Мин Сулпан Рауил ҡыҙы Саникина булам. 1998 йылдың 23 майында таң йондоҙо булып тыуғанға күрә атай-әсәйем Сулпан тип исем биргән. Баймаҡ районының Һаҡмар йылғаһы түбәнендә урынлашҡан йәмле Әбделкәрим ауылында тыуып үҫтем. Әлеге ваҡытта 10-сы класта уҡыйым. Иң яратҡан дәрестәрем тип башҡорт теле һәм әҙәбиәтен һанайым. Төрлө конкурстарҙа әүҙем ҡатнашам. Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге БДПУ үткәргән ғилми-ғәмәли конференцияла ҡатнашып, 3-сө урын алдым. Артабан да һәләтемде үҫтереп, илемә лайыҡлы кеше булырға теләйем. Уҡыуҙы тик яҡшы билдәләргә тамамлап, үҙем теләгән уҡыу йортона инергә хыялланам....


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • Еҙем-Ҡарандарға оят!
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • Маринадланған кәбеҫтә
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!



  • Радио Юлдаш FM