НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

Филиә БИКМӨХӘМӘТОВА: “Бер нәмәгә ҡарамай, маҡсаттарыма ирешәсәкмен!”
Яңылыҡтар таҫмаһы / Йәшлек гүзәле // 18-03-2016, 13:56


Филиә БИКМӨХӘМӘТОВА: “Бер нәмәгә ҡарамай, маҡсаттарыма ирешәсәкмен!” Филиә Наил ҡыҙы Бикмөхәмәтова булам. Бөрйән районының йәмле Ағиҙел буйында урынлашҡан Тимер ауылы һылыуымын. Миңә 21 йәш. М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының башҡорт филологияһы факультетын тамамланым. Әле, уҡыуымды дауам итеп, ситтән тороп магистратурала белем алам. Ғафури районының Красноусол башҡорт гимназияһында эшләйем.
Күңел булғанда, илһам килгәндә шиғыр һәм төрлө темаға мәҡәлә- ләр яҙыу менән мәшғүлмен. Гимназияла уҡыусылар өсөн “Илһам” түңәрәген алып барам. Буш ваҡытта башҡорт бейеүҙәрен өйрәнәм һәм киләсәктә “Байыҡ” конкурсында ҡатнашырға теләйем.
Иң ҙур хыялым: атай-әсәйем, туғандарым миңә ҡарап һоҡланһын һәм ғорурланһын. Үҙ эшемде асырға, һөйгәнемә кейәүгә сығып, бәхетле ғаилә ҡороп, һау-сәләмәт, киләсәктә илебеҙгә кәрәкле балалар үҫтерергә теләйем. Бер нәмәгә ҡарамай, маҡсаттарыма ирешәсәкмен!...

Асылмаған сер һин!
Объявления / Новости / Йәшлек гүзәле // 11-03-2016, 12:15


Асылмаған сер һин! Илебеҙҙең баш ҡалаһында өсөнсө тапҡыр үткән башҡорт ҡыҙҙарының “Мәскәү һылыуҡайы” гүзәллек бәйгеһендә Ейәнсура районынан Илнара Ниязғолова гран-приға лайыҡ булды.

Мәскәү ҡалаһының Башҡортостан студенттары ассоциацияһы яҙҙың тәүге көндәрендә үк матурлыҡ, гүзәллек байрамы ойошторҙо. Илебеҙҙең баш ҡалаһында өсөнсө тапҡыр башҡорт ҡыҙҙарының “Мәскәү һылыу ҡайы” гүзәллек бәйгеһе уҙҙы. Конкурста төрлө юғары уҡыу йортта- рында белем алыусы ун ҡыҙ ҡатнашты.
– “Мәскәү һылыуҡайы” – баш ҡалабыҙҙа йәшәгән милләттәштәребеҙҙең иң көтөп алған, иң матур байрамы. Йылдан-йыл унда ҡатнашыусылар һаны үҫә, бәйге этаптары ла ҡатмарлаштырыла, ҡыҙығыраҡ була бара. Быйыл, мәҫәлән, ҡыҙҙар боронғоға, рухи остазына хат яҙҙы. Хат алыусы бөйөк шәхес- тәр араһында – Рәми Ғарипов, Зәйнәб Биишева, Рәбиға Ҡошаева, граф Перовский, Зәки Вәлиди һәм башҡалар. Быйылғы конкурстың темаһы – башҡорт ҡатын-ҡыҙының боронғоһо һәм бөгөнгөһө һәм темаға ярашлы тағы бер конкурс этабы – башҡорт түшелдереген эшләү тамашасы күңеленә хуш килде. Һәр ҡыҙ үҙенең селтәрендә ырыуының символын йә районының гербын күрһәткән, ниндәйҙер мәғәнә һалған. Жюри ағзалары ҡатнашыу сыларҙың эске торошон да, матурлыҡ хисен дә, ҡул оҫталығын да күрә алды, – тип фекерҙәре менән уртаҡлашты конкурс режиссеры Фатима Янбаева....

“Тормош маҡсатым – яҡтылыҡҡа әйҙәргә!”
Конкурстар / Йәшлек гүзәле // 4-02-2016, 15:03


“Тормош маҡсатым –   яҡтылыҡҡа әйҙәргә!” Рузилә Хәлил ҡыҙы Иҙелбаева булам. Миңә 16 йәш. Тәбиғәттең иң гүзәл ерендә – Күгәрсен районының Теләүембәт ауылында тыуҙым. Әлеге ваҡытта Өфө ҡалаһында Рәми Ғарипов исемендәге республика башҡорт гимназия-интернатында белем алам.
Буш ваҡытымда бейергә, бәйләргә яратам. Бәйләгән әйберҙәремде туғандарыма, дуҫтарыма бүләк итәм.
Бәхетле булыу өсөн яратҡан эшеңде бирелеп башҡарырға кәрәк, тип һанайым. Шуға күрә киләсәктә үҙемде табип итеп күрәм. Кешеләргә һаулыҡ өләшеүсе, тормошҡа йән өрөүсе, тик изгелеккә, яҡтылыҡҡа әйҙәүсе булыу – минең тормош маҡсатым....

Бәхетле булырға хыялланам!
Конкурстар / Йәшлек гүзәле // 15-01-2016, 08:59


Бәхетле булырға хыялланам!Нәзифә Ғәлимйән ҡыҙы Усманова булам. Баймаҡ ра­йонының таланттар төйәге һаналған Сыңғыҙ ауылында тыуғанмын. Ғаиләлә барлығы алты бала үҫәбеҙ, мин берҙән-бер бөртөк ҡыҙмын.
Әле 17 йәштәмен, Сибай ҡалаһындағы күп профилле һөнәри колледждың икенсе курсында уҡыйым. Буласаҡ һөнәрем – рәссам-оҫта.
Буш ваҡытта фотография менән шөғөлләнәм. Матур ерҙәрҙе, кешеләрҙе фотоға төшөрәм.
Киләсәктә уҡыуҙы яҡшы тамамлап, һөнәрем буйынса эшләргә теләйем. Әлбиттә, был тормошта бәхетле булыр­ға теләгем көслө. Һис шикһеҙ, хыялдарым тормошҡа ашасаҡ!...

Башҡорт ҡыҙы, һинең гүзәллеккә күктәге ай-йондоҙҙар, ҡояш та көнләшер!
Конкурстар / Йәшлек гүзәле // 8-01-2016, 14:10


Башҡорт ҡыҙы,  һинең гүзәллеккә күктәге ай-йондоҙҙар, ҡояш та көнләшер! Йыл һайын декабрь аҙағында гәзитебеҙ бик яуаплы һәм шул уҡ ваҡытта күңелгә ятҡан эш менән мәшғүл. Ул – йыл буйы барылған “Йәшлек” гүзәле” матурлыҡ бәйгеһен йомғаҡлау.
2015 йылда йәмғеһе 32 ҡыҙҙың фотоһүрәте гәзиттә баҫылды. Алла бирһә, конкурс быйыл да дауам итәсәк.
Матур ҡыҙҙар ярышы, ғәҙәттәгесә, “Бәйләнештә” селтәрендәге “Йәшлек” гүзәле – 2015” конкурсы” төркөмөндә алып барылды. Бәйгеселәр үҙҙәренең фотоларын диуарға ҡуйҙы йәки шәхси хәбәрҙәр менән ебәрҙе.
Ярыш булғас, еңеүсе-еңелеүсеһе лә бар. Номинанттарҙы һайлау еңел түгел – бөтә ҡыҙҙар ҙа матур, һылыу­лыҡтарына иҫ китерлек. Яҡындан аралаша башлаһаң, ҡыйыулыҡтары, күңел сафлығы, киләсәккә маҡсат ҡороп йәшәүҙәре асыҡлана....

Еңеүсе билдәләнде!
Яңылыҡтар таҫмаһы / Йәшлек гүзәле // 24-12-2015, 12:22


Еңеүсе билдәләнде!Бер тәүлек дауам иткән ҡыҙыу "алыш" һөҙөмтәһендә 32 ҡыҙ араһынан "Йәшлек" гүзәле - 2015" конкурсының номинанты - "Интернет гүзәле" билдәләнде. Һорау алыуҙа М.Аҡмулла исемендәге БДПУ студенты, Әбйәлил ҡыҙы ЛӘЙСӘН ЕНИКЕЕВА еңде! Ул 1063 тауыш йыя алды.
Еңеүсене ҡотлайбыҙ!
Ә ҡалған ҡыҙҙар танауҙарығыҙҙы төшөрмәгеҙ - әле редакция комиссияһы ҡалған 4 номинацияны һайлай. Кем белә, бәлки бәхет йылмайыр......

Булдыра алмаҫлыҡ бер нәмә лә юҡ!
Конкурстар / Йәшлек гүзәле // 20-11-2015, 10:28


Булдыра  алмаҫлыҡ бер нәмә лә юҡ!Гөлдәр Ғаяз ҡыҙы Ғиззәтуллина булам. Данлыҡлы генерал Шайморатовтың төйәге – Ҡырмыҫҡалы районының Ҡырмыҫҡалы ауылында тыуып үҫтем. Әлеге ваҡытта М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында белем алам. Буласаҡ һөнәрем – хәрби психолог. Атайым – хәрби, әсәйем психолог булғанға ла ошо һөнәрҙе һайларға булдым.
Ете йәштән бейеү менән шөғөлләнәм. Фотоға төшөрөргә, төрлө тәмлекәс бешерергә яратам, Рәсәй тарихы менән ҡыҙыҡһынам.
Киләсәктә университетты ҡыҙыл дипломға тамамлап, эске эштәр органдарына эшкә инергә теләйем....

Сая ла, һәүәҫкәр ҙә, зирәк тә, һылыу ҙа
Конкурстар / Йәшлек гүзәле // 13-11-2015, 14:59


Сая ла,  һәүәҫкәр ҙә,  зирәк тә, һылыу ҙаКүҙҙәренән нур һирпелеп торған был ҡыҙ Миңлегөл Төлкөбаева була. Ул 1995 йылдың 9 ноябрендә Әбйәлил районының Салауат ауылында донъяға килгән.
Миңлегөл әлеге көндә М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының башҡорт филологияһы факультетының өсөнсө курсында белем ала. Һылыу ҡыҙ ваҡыт юҡлыҡҡа һылтанмай, вузда һәм башҡа ерҙә үткәрелгән сараларҙа бик әүҙем ҡатнаша. Факультеттың ирекмәндәр хәрәкәтенең әүҙем ағзаһы, оҫта бейеүсе, Башҡортостанда билдәле “Һомай” дефиле театрында ла үҙен күрһәтеп өлгөрә. Ҡазан ҡалаһында үткәрелгән бейеү конкурсында, ШОС илдәренең студент яҙында ҡатнашыуы менән Миңлегөл хаҡлы рәүештә ғорурлана....

Ләйсән Еникеева: “Киләсәктә матур ғаилә ҡороп, балалар үҫтерергә теләйем”
Конкурстар / Йәшлек гүзәле // 5-11-2015, 12:49


Ләйсән Еникеева:    “Киләсәктә матур ғаилә ҡороп, балалар үҫтерергә теләйем”Әбйәлил районының Асҡар ауылында тыуғанмын. Бала саҡтан Башҡортостан тарихы, мәҙәниәте менән ҡыҙыҡһынам. Хыял-уйҙарҙы тормошҡа ашырыу өсөн, мәктәпте тамамлағас, М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының башҡорт филологияһы факультетына уҡырға индем.
Өс йәштән алып бейейем. Музыка мәктәбен тамамлағас, "Алтынай" бейеү ансамблендә шөғөлләндем, төрлө конкурста ҡатнаштым. Мәктәптә төрлө олимпиада, сарала әүҙем булдым. Хәҙер БДПУ-ның "Кружева" халыҡ бейеҙҙәре ансамблендә сығыш яһайым. Төркиәлә үткән "Türksoy" фестивалендә, Сочиҙағы Ҡышҡы Олимпия уйындарында ҡатнашыу бәхете тейҙе....

Айһылыу ҒӘБДЕЛХАҠОВА: “Өфө ҡалаһында тыуып үҫеүем менән гел ғорурланам”
Конкурстар / Йәшлек гүзәле // 22-10-2015, 11:07


Айһылыу ҒӘБДЕЛХАҠОВА:   “Өфө ҡалаһында тыуып үҫеүем менән гел ғорурланам”Һүрәттәге ҡыҙҙың исеме – Айһылыу Фәхрази ҡыҙы Ғәбделхаҡова. Ул 1996 йылдың мартында баш ҡалабыҙҙа донъяға килгән. Дуҫтарын яратҡан, уларға тоғро булған, туған-тыумасаһын хөрмәт иткән ҡыҙ “Өфө ҡалаһында тыуып үҫеүем, әле лә йәшәүем менән гел ғорурланам”, – ти үҙенең тураһында.
Айһылыуҙың иң яратҡан шөғөлө – волейбол уйыны. Бала сағынан бирле был спорт төрөн үҙ иткән ҡыҙҙың күп кенә еңеүе бар. Бынан тыш, ул аш-һыу әҙерләргә лә ярата. Айһылыу был хыял-шөғөлөн тормошҡа ашырған – 136-сы һөнәри лицейҙа ашнаҡсыға уҡып, әлеге ваҡытта Өфө ҡалаһының бер ресторанында эшләй. Киләсәктә ошо өлкәлә үҫешергә, хатта үҙенең ресторанын асырға теләге бар....


  • “Уның үлемен теләп йәшәнем...”
  • Еҙнәм инең (хикәйә)
  • “Кеше үлемендә минең дә ғәйебем бар...”
  • Мин һәр саҡ табип хатаһы ебәреүҙән ҡурҡа инем...
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (10.11.2017)
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (17.11.2017)
  • Ләйсән Ҡаразбаева хәбәр итә:
  • Татлы һөйөүҙән кем туйған?
  • ҺАБАҠ (хикәйә)
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (24.11.2017)



  • Радио Юлдаш FM