НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

“Киләсәгем өмөтлө”
Конкурстар / Йәшлек гүзәле // 20-05-2016, 12:28


“Киләсәгем өмөтлө”Мин, Луиза Йәналина, 1997 йылдың 29 июнендә Баймаҡ районының Буранбай ауылында тыуғанмын.
9-сы класҡа тиклем ауылыбыҙ мәктәбенда уҡыным, аҙаҡ Баймаҡ ҡалаһының 4-се лицейында белем алдым.
Әлеге ваҡытта Башҡорт дәүләт педагогия университетының Хоҡуҡ һәм хоҡуҡ һаҡлау эшмәкәрлеге факультетының 1-се курсында уҡыйым.
Беренсе кластан уҡ ауылдағы "Еҙ үксә" бейеү ансамбленә йөрөнөм. Өҫтәл теннисын яратам, уның буйынса ярыштарҙа ҡатнашып, призлы урындар яулағаным бар. Буш ваҡытта бәйләйем, сигәм, гитарала уйнайым, өйҙә яңғыҙ булғанда йырлайым.
Киләсәктәге хыялым – яҡшы уҡыр­ға, полицияла эшләргә һәм, әлбиттә, һәр ҡыҙ хыялланғанса, матур ғаилә ҡорорға, тәүфиҡлы балалар үҫтерергә теләйем....

Роза Ишбулатова: “Һәр ваҡыт алға!” – тип йәшәйем
Конкурстар / Йәшлек гүзәле // 10-05-2016, 10:59


Роза Ишбулатова: “Һәр ваҡыт алға!” – тип йәшәйемРоза Урал ҡыҙы Ишбулатова булам. Хозур тәбиғәтле Бөрйән районының Байназар ауылында 1999 йылдың алтын көҙөндә донъяға килгәнмен.
Әлеге ваҡытта ауылыбыҙҙағы мәктәптең 10-cы класында белем алам. Киләсәктә табип булырға теләйем. Һаулыҡтары ҡаҡшаған кешеләргә ярҙам итеү – иң ҙур хыялым....

Һәр яҡтан да камил ҡыҙ
Конкурстар / Йәшлек гүзәле // 22-04-2016, 15:13


Һәр яҡтан да камил ҡыҙҺүрәттәге һылыуҡайҙың исеме – Гүзәл Әлмөхәмәтова. Ул Ейәнсура районының Трушин ауылы ҡыҙы. 1992 йылдың 27 октябрендә тыуған. Бала саҡтан гәзит-журналдарға яҙышыуы уны Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетына килтерә. Икенсе яратҡан шөғөлөн – психологияны ла онотмай. Әле ул ошо һөнәр буйынса магистратурала белем ала. Бер юлы шул уҡ факультетта эшләп тә өлгөрә....

Гөлнур Зиннәтова - еңеүсе!
Конкурстар / Йәшлек гүзәле // 19-04-2016, 11:34


Гөлнур Зиннәтова - еңеүсе!16 апрелдә «Мисс Россия-2016» конкурсының финалы үтте. Өфө ҡыҙы, БДПУ студенты, «Хылыукай — Bashkirian Beauty» студияһы тәрбиәләнеүсеһе Гөлнур Зиннәтоваға баш Башҡортостан янып көйҙө.
Шөкөр, һылыуҡай өмөттәрҙе аҡланы, Рәсәйҙең иң матур 20 ҡыҙ исемлегенә инде....

Кешеләрҙең тәнен генә түгел, күңелен дә дауалаясаҡ ҡыҙ
Конкурстар / Йәшлек гүзәле // 15-04-2016, 10:35


Кешеләрҙең тәнен генә түгел, күңелен дә дауалаясаҡ ҡыҙҺеңлем, Башҡортостандың беренсе баш ҡалаһы Темәс ҡыҙы Фәниә Юлай ҡыҙы Ҡотләхмәтова – һәр яҡтан уңған, тырыш ҡыҙ.
Ул – ата-әсәһенә иркәләнеп үҫкән яңғыҙ, иркә бала. Балалар баҡсаһына йөрөгәндә лә, ҙур аҡ банттар тағып, аяғына ҡупшы туфли кейеп беренсе класҡа барғанда ла ата-әсәһе: “Һин бит бер бөртөк! Донъялағы иң матур, аҡыллы ҡыҙыбыҙ”, – тип яратты....

Гөлнур Зиннәтова илебеҙҙең төп матурлыҡ конкурсы «Мисс Россия – 2016»-ла ҡатнаша
Конкурстар / Йәшлек гүзәле // 11-04-2016, 12:46


Гөлнур Зиннәтова илебеҙҙең төп матурлыҡ конкурсы «Мисс Россия – 2016»-ла ҡатнашаБашҡорт ҡыҙы, М.Аҡмулла исемендәге БДПУ студенты,СтудияЛинарыТагировой ХЫЛЫУКАЙ-BASHKIRIAN BEAUTY тәрбиәләнеүсеһе Гөлнур Зиннәтова өсөн тауыш бирәйек! Ул илебеҙҙең төп матурлыҡ конкурсы «Мисс Россия – 2016»-ла ҡатнаша.
һылтанма аша үтеп тауыш бирегеҙ: http://missrussia.ru/contest-2016.php...

"Һылыуҡай-2016" республика матурлыҡ бәйгеһе финалсылары билдәләнде.
Конкурстар / Йәшлек гүзәле // 4-04-2016, 12:48


"Һылыуҡай-2016" республика матурлыҡ бәйгеһе финалсылары билдәләнде.19 апрелдә "Башҡортостан" дәүләт концерт залында 16 ҡыҙ үҙҙәренең матурлыҡтарын күрһәтәсәк. Улар:
- Роза Батыраева (Благовар районы),
- Ләйсән Шаһисолтанова (Өфө),
- Миңлегөл Хәсәнова (Баймаҡ),
- Нурзилә Усманова (Бөрйән),
- Миңлегөл Төлкөбаева һәм Лиза Ялмырҙина (Әбйәлил),
- Айгөл Сәлтәшева (Стәрлитамаҡ),
- Эльвира Ҡарамышева (Күгәрсен),
- Дилара Хөсәйенова (Балаҡатай),
- Алина Тайфурова (Межгорье),
- Земфира Ҡотлоғолова (Федоровка),
- Шәүрә Хәсәнова (Баймаҡ),
- Ильнара Ниязғолова (Мәскәү),
- Зөлфиә Әминева (Санкт-Петербург),
- Лиана Яныбаева (Магнитогорск),
- Луиза Казбекова (Ырымбур өлкәһе)....

Сәхнәлә - "Күбәләк гүзәлкәйе-2016"!
Объявления / Йәшлек гүзәле // 25-03-2016, 15:31


Сәхнәлә - "Күбәләк гүзәлкәйе-2016"!18 мартта Әбйәлил районының Байым ауылы мәҙәниәт йортонда "Күбәләк гүзәлкәйе-2016" бәйгеһе үтте. Унда 5-6 йәшлек ҡыҙҙар ҡатнашты....

“Алға, тик алға!”
Объявления / Конкурстар / Йәшлек гүзәле // 25-03-2016, 11:51


“Алға, тик алға!”Миләүшә Хәмит ҡыҙы Мөхәммәтова булам.
1999 йылдың алтын көҙөндә Ауырғазы районының йәмле Өршәк буйында урынлашҡан Ҡаҙморон ауылында яҡты донъяға килгәнмен.
Әлеге көндә 10-сы класта "дүртле" һәм "бишле" билдәләренә генә белем алам. Төрлө сарала әүҙем ҡатнашам. Буш ваҡытымда бәйләргә, йырларға, бейергә яратам.
Киләсәктә үҙемде уҡытыусы итеп күрәм. Был һөнәр эйәләре балаларҙы яҡтылыҡҡа, белемгә әйҙәй.
Минең тормош девизым: "Бер ҡасан да бирешмәҫкә, алға, тик алға!"...

Өфө ҡыҙы Зилә Нурғәлиева - «Башҡортостан королеваһы-2016»!
Яңылыҡтар таҫмаһы / Йәшлек гүзәле // 24-03-2016, 14:55


Өфө ҡыҙы Зилә Нурғәлиева - «Башҡортостан королеваһы-2016»!Өфөлә «Башҡортостан королеваһы-2016» төбәк гүзәллек конкурсы тамамланды. Төп титулға һәм тажға Өфө ҡыҙы Зилә Нурғәлиева лайыҡ булды. 22 йәшлек ҡыҙ Башҡорт дәүләт университетында уҡый.

Өфөнән 30 йәшлек эшҡыуар Анастасия Теленкова — беренсе вице-Королева, Балтас районының Иҫке Балтас ауылынан Юлианна Әмирйәнова икенсе вице-Королева исемен алды. Юлианна — конкурста ҡатнашыусыларҙың иң йәше, уға 17 йәш, әле ул Өфө финанс-иҡтисад колледжында белем ала.

Бәйгелә финалға сыҡҡан һигеҙ ҡыҙ ҡатнашты. Улар үҙҙәренең ижади һәләтен һәм аш-һыуға оҫталығын, мәҙәни аралаша белеүен, милли кейемдәрҙә һәм киске күлдәктәрҙә дефиле күрһәтте. Һылыуҡайҙар йырланы, бейене, нәзәкәтле ризыҡтар әҙерләне һәм хатта үҙҙәре яҙған шиғырҙарын уҡып ишеттерҙе.

Еңеүсе быйыл сентябрь айында Өфөлә үтәсәк «Рәсәй королеваһы-2016» конкурсында республика исеменән сығыш яһаясаҡ. Бәйгелә ҡатнашыу өсөн баш ҡалабыҙға төрлө төбәктәрҙән 50 ҡыҙ киләсәк....


  • “Уның үлемен теләп йәшәнем...”
  • Еҙнәм инең (хикәйә)
  • “Кеше үлемендә минең дә ғәйебем бар...”
  • Мин һәр саҡ табип хатаһы ебәреүҙән ҡурҡа инем...
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (17.11.2017)
  • Татлы һөйөүҙән кем туйған?
  • ҺАБАҠ (хикәйә)
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (24.11.2017)
  • Мәүлит байрамы мөбәрәк булһын!
  • Бүләктәр – өлөшлөләргә!



  • Радио Юлдаш FM