НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

Зилә Мортазина: “Ваҡытымды файҙалы үткәрергә тырышам”
Конкурстар / Йәшлек гүзәле // 17-04-2017, 13:00


Зилә Мортазина: “Ваҡытымды файҙалы үткәрергә тырышам”
Баймаҡ районының Байыш ауылында тыуып үҫтем. Былтыр Сибай медицина колледжын тамамланым. Әле Магниторск ҡалаһында медицина-санитар часында шәфҡәт туташы булып эшләйем.
Эшем бик оҡшай. Генри Фордтың “Ваҡыт үҙен бушҡа уҙғарғанды яратмай” тигән һүҙҙәрен тормош девизы итеп алдым. Эш һәм ял минуттарының һәр береһен файҙалы итеп үткәрергә тырышам. Буш ваҡытта китап уҡыйым, бәйләйем.
Киләсәктә юғары уҡыу йортона уҡырға инергә ниәтләйем....

Алһыу ҒӘҘӘМШИНА: «Киләсәгем бәхетле буласаҡ!»
Конкурстар / Йәшлек гүзәле // 17-03-2017, 13:04


Алһыу ҒӘҘӘМШИНА: «Киләсәгем  бәхетле  буласаҡ!»Һүрәттә – Бөрйән районының Әтек ауылы һылыуы Алһыу Шәмсетдин ҡыҙы Ғәҙәмшина. Ул 1993 йылдың 25 декабрендә тыуған.
Алһыу баш ҡаланың 21-се клиник дауаханаһында нейрохирургия бүлегендә шәфҡәт туташы булып эшләй. Тырыш ҡыҙ Башҡорт медицина колледжын тамамлаған, юғары белем алыу тураһында ла хыяллана.
Эштән буш мәлендә музыка тыңларға, бәйләргә, китап уҡырға, һүрәт төшөрөргә ярата. Нимәһе ҡыҙыҡ – Алһыу Корея иле мәҙәниәтен ныҡ ярата, телен дә өйрәнә.
Иң оло хыялы – ғаилә ҡороп, матур итеп балалар үҫтереү.

Э. БУЛАТОВ.
Юлай КӘРИМОВ фотоһы.
...

Ләйсән Аҙнабаева: “Был матур донъяны күрә, һиҙә белергә кәрәк”
Конкурстар / Йәшлек гүзәле // 6-03-2017, 12:01


Ләйсән Аҙнабаева:  “Был матур  донъяны  күрә,  һиҙә белергә  кәрәк”Ләйсән Шәфҡәт ҡыҙы Аҙнабаева булам. 1998 йылда, яҙғы ҡояш күңелдәргә нур бүләк иткән йәмле май айының 20-се көнөндә Белорет ҡалаһында тыуғанмын.
Әлеге ваҡытта Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетында белем алам. Бер юлы ике эштә эшләргә өлгөрәм. Күңелемә яҡын булған шөғөлдәргә лә ваҡыт табам.
Бәләкәй саҡтан йыр, бейеү, шиғриәт, һүрәт төшөрөү менән мауыҡтым. Модель булырға хыялландым: әсәйемдең матур күлдәктәрен, туфлиҙарын кейеп, туғандарым алдында сығыш яһай торғайным. Был хистәр әле лә һүрелмәне, Айгөл Үтәгәнова етәкселегендәге "Һомай" театр-дефилеһына йөрөйөм. Шиғырҙар яҙам, фото төшөрәм, ғилми конференцияларҙа әүҙем ҡатнашам. Спорт яратам, өс йылдан ашыу милли көрәш секцияһына йөрөп, беренсе разряд алдым.
Хыялдарым күп, атай-әсәйһеҙ ҡалып, балалар йортонда тәрбиәләнгән балаларға ярҙам ҡулы һуҙырға теләйем....

Юлиә Йәнгирова: “Киләсәктә балаларға туған телде өйрәтергә теләйем”
Конкурстар / Йәшлек гүзәле // 8-02-2017, 17:33


Юлиә Йәнгирова:  “Киләсәктә балаларға туған  телде  өйрәтергә  теләйем”
Илеш районының Үрге Йәркәй ауылында тыуып үҫтем. Әле Башҡорт дәүләт университетында филология факультетының 2-се курсында белем алам. Буш ваҡытта китап, шиғыр уҡырға, спектаклдәрҙә ҡатнашыр­ға яратам, спорт менән шөғөлләнәм.
Киләсәктә балалар­ға туған телде өйрәтергә теләйем. Тормош девизым: "Тырышҡан – табыр, ташҡа ҡаҙаҡ ҡағыр".
...

Яҙыусы. Юрист. Спортсы. һәм... матур ҡыҙ
Конкурстар / Йәшлек гүзәле // 11-01-2017, 16:06


Яҙыусы. Юрист. Спортсы. һәм...  матур ҡыҙҺеҙ һүрәттә күргән һылыуҡай – Гүзәлиә Әбүбәкерова 1995 йылдың 10 авгусында Өфө ҡалаһында тыуған.
Әле ул Башҡортостан Республикаһының Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы белгесе. Белеме буйынса юрист. Бәләкәйҙән спорт менән шөғөлләнә. ушу-саньшоу һәм тай боксы буйынса Башҡортостан чемпионы. "В" категориялы водитель. Уҡыу, фән, ижтимағи эшмәкәрлек өлкәһендә үткән сараларҙа әүҙем ҡатнаша. 2016 йылда Владимир өлкәһендә Бөтә Рәсәй йәштәр форумында булып ҡайтты.
Мәктәптә уҡығанда уҡ радио, телевидениела интервью биргәне булды. Балалар өсөн башҡорт телендә яҙылған хикәйәһе китапта баҫылып сыҡты.
Ҡустыһы Баязит өсөн бына тигән апай. Буш ваҡытында фото төшөрөргә ярата.

...

Башҡорт ҡыҙы! Гүзәллегеңә дан йырлайбыҙ!
Конкурстар / Йәшлек гүзәле // 9-01-2017, 17:18


Башҡорт ҡыҙы! Гүзәллегеңә дан йырлайбыҙ!Шундай ҡыҙҙар була:
Матурлығы
Ҡапыл әсир итә йөрәкте,
Күңел ҡылы ҡапыл зыңлап китә,
Наҙы менән өҙә үҙәкте...
(Ҡәҙим Аралбай)

“Йәшлек гүзәле – 2016” конкурсы тамам!

Төрлө хәл-ваҡиғаға бай 2016 йыл да тамамланды, яңы 2017 йылға аяҡ баҫтыҡ. Шөкөр, “Йәшлек” тә бик яҡшы тираж менән яңы дәүерҙе башланы, тимәк, уҡыу­сыларҙы һөйөндөрөүҙе дауам итәсәкбеҙ.
Былтыр йәмғеһе 23 ҡыҙҙың фотоһүрәте гәзит биттәрендә донъя күрҙе, сайтыбыҙға, социаль селтәр төркөмдәренә һалынды. Һылыуҡайҙар ярышы тураһындағы мәғлүмәт, ғәҙәттәгесә, “Бәй­ләнештә” селтәрендәге “Йәшлек” гүзәле – 2016” конкурсы” төркөмөндә алып барылды. Бәйгеселәр үҙҙәренең фотоларын диуарға ҡуйҙы йәки шәхси хәбәр менән ебәрҙе.
Матурлыҡ ярышында еңеүселәрҙе һайлауы бик ауыр. Һәр бер ҡыҙ мөләйем, матур, аҡыллы, тырыш, маҡсатҡа ынты­лыу­сан. Күрешеп аралашҡанда ла, аҫыл гәүһәр ташының төрлөсә емелдәүе кеүек, холоҡ-ҡиәфәттәренең яңынан-яңы һыҙаттары асыла. Иң мөһиме, был ҡыҙҙар башҡорт халҡына тап төшөрөрлөк түгел. Барыһы ла ҡыйыу, күңелдәре саф, ғорур, уңған, сәләмәт йәшәүҙе лә үҙ итәләр. Йәмәғәт эшендә әүҙемдәр, милли рухта тәрбиәләнгәндәр.
Быйылғы конкурсты йомғаҡлап, тәүҙә “Интернет” гүзәле” һайланды. Ике көн барған һорау алыуҙа М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты студенты, Баймаҡ ҡыҙы Дилә Ғөбәйҙуллина еңде. Ул 1136 тауыш йыйҙы.

Әйткәндәй, 2017 йылда конкурста ҡатнашырға теләүсе ҡыҙҙар, “Бәйләнештә” селтәрендә хәбәр яҙыр­ға мөмкинлек (асыҡ “личка”) булдырығыҙ. Унан һуң фотоһүрәтле альбомдарығыҙҙы асыҡ, беҙ инеп ҡарай алырлыҡ итегеҙ. Һөйгәндәрегеҙгә, дуҫ егеттәрегеҙгә “Йәшлек” гүзәле” ярышында ҡатнашыуығыҙ тураһында алдан әйтегеҙ. Ни өсөн тигәндә, йыл һайын ошоға бәйле үҙ-ара аңлашылмаусанлыҡтар, һүҙ көрәштереү осрағы, хатта әрләшеү-янауҙар ла булып ала.
Үҙегеҙ тураһында матур итеп яҙығыҙ. Уй-хыял, тормош маҡсатығыҙ менән таныштырып үтеү кәрәк. Ҡайҙа тыуып үҫкәнһегеҙ, белем алаһығыҙ, яратҡан шөғөлөгөҙ, хыялдарығыҙ – ошолар беҙгә ҡыҙыҡ. Яҙманы ҙур итмәгеҙ, ыҡсымлыҡ кәрәк.
Фотоға килгәндә, сифатлылары ғына ҡабул ителә. Ауыҙ ослайтып, телефон камераһы ярҙамында төшөрөлгән селфи фотолары бармай. Күмәкләп төшкән, унан ҡырҡып алырҙар әле, тигән һүрәттәр ҙә ҡабул ителмәй. Был мәсьәләгә яуаплы ҡарау талап ителә. Иң яҡшыһы – ҡояш яҡтыһында тәбиғәттә фотоға төшөү. “Тағы ла фотолар кәрәк, былары бармай”, – тигәнгә үпкәләмәгеҙ, һеҙ яҡшы тип уйлағандары гәзит битенә бөтөнләй бармай йәки ҡуйыуы уңайһыҙ....

“Киләсәктәре уң, бәхеттәре мул булһын”
Конкурстар / Йәшлек гүзәле // 14-11-2016, 11:48


“Киләсәктәре уң, бәхеттәре мул булһын”Әбйәлил районының Әбделмәмбәт ауылында тыуып үҫкән апалы-һеңлеле Зәлиә һәм Нурзилә Ғәбитоваларҙы игеҙәктәр тип уйлаусылар күп булды. Зәлиә беренсе синыфҡа уҡырға барғанда, 6 йәшлек Нурзилә илай-илай апаһы артынан мәктәпкә йүгерер ине. Ниһайәт һеңлеһе теләгенә иреште һәм апаһы менән бергә уҡынылар.
Һәр саҡ етди ҡарашлы, ябай, бөхтә кейенгән, иптәштәренә ярҙамсыл Нурзилә менән Зәлиә мәктәп, ауылдың йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнашты. Өй эштәрен бөтөрә һалып, мәктәпкә барып ингәнсе, һәр бер дәресте күңелдәрендә теүәлләп, ҡабатлап иҫкә алыуҙарын үҙ күҙҙәрем менән йыш күрҙем.
Ике туған бала саҡтан уҡ бәйләү, сигеү, аш-һыу оҫталары булып үҫте. Нурзилә 6-сы класта салфеткалар сикһә, Зәлиә беренселә үк тырышып-тырмашып йөн ойоҡбаш бәйләп кейеп йөрөй торғайны....

Дилә Ғөбәйҙуллина: “Киләсәктә тыуған еремә һәм халҡыма файҙалы шәхес булырыма ышанам!”
Конкурстар / Йәшлек гүзәле // 9-11-2016, 16:14


Дилә Ғөбәйҙуллина: “Киләсәктә тыуған еремә һәм халҡыма файҙалы шәхес булырыма ышанам!”Сығышым менән Баймаҡ еренәнмен. Әлеге ваҡытта Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында 4-се курста белем алам. Бик күркәм һәм иманлы ғаиләлә тәрбиәләндем: атай-әсәйем, ағайым һәм һеңлем бар. Атайымдан – түҙемлек, тырышлыҡ, рухи байлыҡ, ә әсәйемдән күңел матурлығы һәм һөйкөмлөлөк алдым.
Бала саҡтан йыр-бейеүгә ғашиҡмын. Йыш ҡына университеттағы һәм башҡа ерҙәге төрлө концерт-байрамда үҙемдең бейеүҙәрем менән сығыш яһайым. Беренсе курстан алып йәш йырсылар Юлиә һәм Илнар Ҡотдосовтар етәкселегендәге «Алтын Ай» йыр ансамблендә шөғөлләнәм.
Баймаҡ йәштәре берлеге ассоциацияһы һәм «Рух» йәштәр ойошмаһы эшендә әүҙем ҡатнашам, төрлө сара ойоштороуҙа ярҙам итәм. Өфөләге Линара Таһирова етәкселегендәге «Һылыуҡай – bashkirian beauty » студияһына йөрөйөм.
Буш ваҡытымда спорт менән шөғөлләнәм. «Бер ҡасан да бирешмәҫкә» тигән девиз буйынса йәшәйем. Киләсәктә тыуған еремә һәм халҡыма файҙалы шәхес булырыма ышанам!...

Карина ҠӘНӘФИНА: “Киләсәктә йәмғиәткә файҙалы булырға теләйем”
Конкурстар / Йәшлек гүзәле // 14-10-2016, 10:55


Карина ҠӘНӘФИНА: “Киләсәктә йәмғиәткә файҙалы булырға теләйем”Ейәнсура районының Иҫәнғол ауылында тыуып үҫтем. Миңә 23 йәш, Ырымбур өлкәһенең Медногорск ҡалаһында медицина колледжында белем алам.
Йыш ҡына төрлө концерт-байрамдар­ға йөрөйөм, кешеләр менән аралашыр­ға яратам. Шулай уҡ аш-һыу әҙерләү, туғандарымды тәмлекәстәр менән һыйлап һөйөндөрөү оҡшай.
Киләсәктә сит илдәргә сәйәхәт итергә, һөнәрем буйынса эшләргә, йәмғиәткә файҙалы кеше булырға теләйем....

Залина МЫРҘАҒОЛОВА: “Сәйәхәт итергә, йырларға яратам”
Конкурстар / Йәшлек гүзәле // 7-10-2016, 12:30


Залина МЫРҘАҒОЛОВА:   “Сәйәхәт итергә, йырларға яратам”Ҡарағай-Ҡыпсаҡ ырыуы ҡыҙымын. Әлеге ваҡытта Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының башҡорт филологияһы факультетында 4-се курста белем алам. Инглиз, ғәрәп телдәрен, Башҡортостаныбыҙҙың тарихын һәм мәҙәниәтен өйрәнәм.
Бәләкәйҙән сәйәхәт итергә яратам. Юлда китеп барғанда, атай-әсәйем мине гел йырлата торғайны. Шунда ла, бәлки, йырға һөйөү тыуғандыр ҙа, тауышым да шул ваҡытта асылғандыр, тип уйлайым.
Әлеге ваҡытта төрлө проекттарҙа әүҙем ҡатнашам, бер нисәүһенә үҙем дә башланғыс бирҙем.
Киләсәктә Башҡортостан мәҙәниәтен үҫтереүгә үҙ өлөшөмдө индерермен тип ышанам.
...


  • “Уның үлемен теләп йәшәнем...”
  • Еҙнәм инең (хикәйә)
  • “Кеше үлемендә минең дә ғәйебем бар...”
  • Мин һәр саҡ табип хатаһы ебәреүҙән ҡурҡа инем...
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (10.11.2017)
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (17.11.2017)
  • Ләйсән Ҡаразбаева хәбәр итә:
  • Татлы һөйөүҙән кем туйған?
  • ҺАБАҠ (хикәйә)
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (24.11.2017)



  • Радио Юлдаш FM