НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

Айгөл Назарова, Мәскәү ҡалаһы
Конкурстар / Йәшлек гүзәле // 19-06-2017, 12:18


Айгөл Назарова, Мәскәү ҡалаһы23 йәштә, Йылайыр районының Матрай ауылында тыуып үҫкән.
Мәктәпте алтын миҙалға, бакалавриатты ҡыҙыл дипломға тамамлаған. Әле А. Косыгин исемендәге Рәсәй дәүләт университетында химик-технолог һөнәре буйынса белем алып, магистр дәрәжәһен яҡларға йыйына.
Бейергә ярата. Бишенсе йыл рәттән "Алтын Ай" Мәскәү бейеү коллективында сығыш яһай. Киләсәктә үҙенең һөнәре буйынса юғары үрҙәр яулау теләге менән яна.
...

Сөмбөл Лоҡманова: «Мәскәүҙә йәшәһәм дә, башҡорт рухын юғалтмайым»
Конкурстар / Йәшлек гүзәле // 13-06-2017, 10:43


Сөмбөл Лоҡманова: «Мәскәүҙә йәшәһәм дә, башҡорт рухын юғалтмайым»Сөмбөл Вәли ҡыҙы Лоҡманова булам. Миңә 18 йәш, Башҡортостандың иң матур төбәгендә – хозур тәбиғәтле Әбйәлил районында тыуып үҫкәнмен.
Бәләкәй сағымдан йыр-моңға, бейеүгә ғашиҡмын. Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт гимназия-интернатына уҡырға ингәс тә, “Аҡйондоҙ” бейеү ансамблендә сығыш яһаным. Гимназия мине ҡыйыулыҡҡа, үҙ маҡсатыма ирешергә, бер ниндәй ҙә ҡыйынлыҡтан ҡурҡмаҫҡа өйрәтте.
Әлеге ваҡытта Мәскәүҙә М. Ломоносов исемендәге нескә химик технологиялар институтының беренсе курсында уҡыйым. “Йәсмин” гүзәллек һәм матурлыҡ студияһында, “Алтын ай” башҡорт бейеү ансамблендә сығыш яһайым. “Рәсәй студенты – 2016” халыҡ-ара форумында һәм “Мәскәү һылыуҡайы – 2017” гүзәллек конкурсында үҙ көсөмдө һынап ҡараным.
Тыуған еремдән алыҫта булһам да, бала сағымдан ҡаныма һеңгән саф башҡорт рухын илебеҙҙең баш ҡалаһы Мәскәүҙә лә юғалтмаҫҡа тырышам.
...

«Уҡыйым. Бейейем. Ҡул эштәре менән булышам»
Конкурстар / Йәшлек гүзәле // 2-06-2017, 11:17


«Уҡыйым. Бейейем. Ҡул эштәре менән булышам»Айгөл Юлай ҡыҙы Ҡоҙабаева булам. 1998 йылдың 14 ғинуарында Хәйбулла районының Аҡъяр ауылында тыуғанмын.
Әле бала саҡтағы хыялымды – табип булыуҙы тормошҡа ашырам. Башҡорт дәүләт медицина университетының I курсында уҡыйым.
Буш ваҡытымда китап уҡырға, ҡул эштәре менән булышырға яратам. Мәктәптә уҡығанда “Сиҙәм” бейеү ансамблендә шөғөлләндем, “Байыҡ” телефестивалендә ҡатнаштым.
Ғаиләлә дүрт ҡыҙ үҫәбеҙ. Атай-әсәйебеҙгә яҡшы тәрбиә биргәндәре өсөн рәхмәт әйтәм. Киләсәктә, уҡыуымды тамамлап, халҡым өсөн кәрәкле кеше булырға хыялланам.
...

“Донъяла тыныслыҡ булһын!”
Конкурстар / Йәшлек гүзәле // 22-05-2017, 14:02


“Донъяла  тыныслыҡ  булһын!”
Хәбирә Рим ҡыҙы Әхмәрова булам. Тормош девизым:
"Тыуған ерем – тормош сәскәһе. Мин шул сәскәнең наҙлы бер тажы".
Муйыл аҡ сәскәләргә төрөнөп, тәбиғәт йәшәргән мәлдә, йылғалар шашып ярҙарынан ташҡанда Баймаҡ районының йәмле Темәс ауылында донъяға килгәнмен. Сибай медицина колледжында белем алам. Яҙмышымды медицина өлкәһе менән бәйләргә йыйынам.
Тормош гүзәл һәм йәмле, ҡәҙерҙәрен бел генә. Бының өсөн тик тырышлыҡ, һаулыҡ, тыуған илде яратыу, атай-әсәйеңде ҡайғыртыу, дуҫтар менән аралашыу һәм иң мөһиме – донъяла тыныслыҡ булыуы шарт, тип иҫәпләйем....

Ул ярата бөтә кешелекте...
Конкурстар / Йәшлек гүзәле // 17-05-2017, 14:02


Ул ярата бөтә  кешелекте...
“Йәшлек” гәзитен уҡыусыларҙы әхирәтем, Йылайыр районының Балапан ауылы ҡыҙы Регина Мостахитдинова менән таныштыр­ғым килә. Регина, Башҡорт дәүләт аграр университетында дүрт йыл уҡып, диплом алғандан һуң артабан белемен камиллаштырыу өсөн Башҡорт дәүләт университетына килә. Уның менән нәҡ ошо уҡыу йортонда уҡып йөрөгәндә таныштыҡ та инде.
Әхирәтем башҡорт ҡыҙҙарына ғына хас тыйнаҡлығы, әҙәпле булыуы, эскер­һеҙлеге менән матур ҙа, ябай ҙа, шул уҡ ваҡытта ғорур ҙа. Һис кемде бер ҡасан да ярҙамынан айырмаҫ, ололарға кеселекле, кеселәргә ололоҡло була белә. Өйөндәге ике һеңлеһе һәм өс ҡустыһына ышаныслы, таянырлыҡ апай ҙа ул Регина. Һәм: “Бөтә кешелекте ярата ул, кешеләр ҙә уны яратһын”, – тип тамамлағым килә.

Әлмира КАШАПОВА.
Әлшәй районы....

Әлмира КАШАПОВА: “Һәр бер көн ҡәҙерле...”
Конкурстар / Йәшлек гүзәле // 21-04-2017, 12:58


Әлмира КАШАПОВА:  “Һәр бер көн  ҡәҙерле...”
Минең тормош девизым шулай. Һәр атҡан таңым өсөн Аллаға рәхмәт әйтәм дә, бөгөн мин бәхетле, тип яңы килгән көнөмдө башлайым.
Әлмира Кашапова булам. Әлшәй районының Дим ҡуйынына һыйынып ултырған Себенле ауылында тыуып үҫтем. Атайымдан ҡыйыулыҡ алып, әсәйемдән сабырлыҡ йыйып, инде буй ҙа еткергәнмен.
Бөгөн Башҡорт дәүләт университетының биология факультеты магистрантымын. Шул уҡ ваҡытта Өфө медицина колледжында уҡып йөрөйөм.
Һәр кемдең бәхете үҙ ҡулындалыр ул. Шағир әйтмешләй: "Еңел килгән бәхет – бәхет түгел, эҙләп тапҡан бәхет ҡәҙерле!" Һәм мин тормошта бәхетемде, ғөмүмән, үҙемде, үҙ урынымды табырыма ышанам.
...

Зилә Мортазина: “Ваҡытымды файҙалы үткәрергә тырышам”
Конкурстар / Йәшлек гүзәле // 17-04-2017, 13:00


Зилә Мортазина: “Ваҡытымды файҙалы үткәрергә тырышам”
Баймаҡ районының Байыш ауылында тыуып үҫтем. Былтыр Сибай медицина колледжын тамамланым. Әле Магниторск ҡалаһында медицина-санитар часында шәфҡәт туташы булып эшләйем.
Эшем бик оҡшай. Генри Фордтың “Ваҡыт үҙен бушҡа уҙғарғанды яратмай” тигән һүҙҙәрен тормош девизы итеп алдым. Эш һәм ял минуттарының һәр береһен файҙалы итеп үткәрергә тырышам. Буш ваҡытта китап уҡыйым, бәйләйем.
Киләсәктә юғары уҡыу йортона уҡырға инергә ниәтләйем....

Алһыу ҒӘҘӘМШИНА: «Киләсәгем бәхетле буласаҡ!»
Конкурстар / Йәшлек гүзәле // 17-03-2017, 13:04


Алһыу ҒӘҘӘМШИНА: «Киләсәгем  бәхетле  буласаҡ!»Һүрәттә – Бөрйән районының Әтек ауылы һылыуы Алһыу Шәмсетдин ҡыҙы Ғәҙәмшина. Ул 1993 йылдың 25 декабрендә тыуған.
Алһыу баш ҡаланың 21-се клиник дауаханаһында нейрохирургия бүлегендә шәфҡәт туташы булып эшләй. Тырыш ҡыҙ Башҡорт медицина колледжын тамамлаған, юғары белем алыу тураһында ла хыяллана.
Эштән буш мәлендә музыка тыңларға, бәйләргә, китап уҡырға, һүрәт төшөрөргә ярата. Нимәһе ҡыҙыҡ – Алһыу Корея иле мәҙәниәтен ныҡ ярата, телен дә өйрәнә.
Иң оло хыялы – ғаилә ҡороп, матур итеп балалар үҫтереү.

Э. БУЛАТОВ.
Юлай КӘРИМОВ фотоһы.
...

Ләйсән Аҙнабаева: “Был матур донъяны күрә, һиҙә белергә кәрәк”
Конкурстар / Йәшлек гүзәле // 6-03-2017, 12:01


Ләйсән Аҙнабаева:  “Был матур  донъяны  күрә,  һиҙә белергә  кәрәк”Ләйсән Шәфҡәт ҡыҙы Аҙнабаева булам. 1998 йылда, яҙғы ҡояш күңелдәргә нур бүләк иткән йәмле май айының 20-се көнөндә Белорет ҡалаһында тыуғанмын.
Әлеге ваҡытта Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетында белем алам. Бер юлы ике эштә эшләргә өлгөрәм. Күңелемә яҡын булған шөғөлдәргә лә ваҡыт табам.
Бәләкәй саҡтан йыр, бейеү, шиғриәт, һүрәт төшөрөү менән мауыҡтым. Модель булырға хыялландым: әсәйемдең матур күлдәктәрен, туфлиҙарын кейеп, туғандарым алдында сығыш яһай торғайным. Был хистәр әле лә һүрелмәне, Айгөл Үтәгәнова етәкселегендәге "Һомай" театр-дефилеһына йөрөйөм. Шиғырҙар яҙам, фото төшөрәм, ғилми конференцияларҙа әүҙем ҡатнашам. Спорт яратам, өс йылдан ашыу милли көрәш секцияһына йөрөп, беренсе разряд алдым.
Хыялдарым күп, атай-әсәйһеҙ ҡалып, балалар йортонда тәрбиәләнгән балаларға ярҙам ҡулы һуҙырға теләйем....

Юлиә Йәнгирова: “Киләсәктә балаларға туған телде өйрәтергә теләйем”
Конкурстар / Йәшлек гүзәле // 8-02-2017, 17:33


Юлиә Йәнгирова:  “Киләсәктә балаларға туған  телде  өйрәтергә  теләйем”
Илеш районының Үрге Йәркәй ауылында тыуып үҫтем. Әле Башҡорт дәүләт университетында филология факультетының 2-се курсында белем алам. Буш ваҡытта китап, шиғыр уҡырға, спектаклдәрҙә ҡатнашыр­ға яратам, спорт менән шөғөлләнәм.
Киләсәктә балалар­ға туған телде өйрәтергә теләйем. Тормош девизым: "Тырышҡан – табыр, ташҡа ҡаҙаҡ ҡағыр".
...


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Ау-у, марал!
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • Маринадланған кәбеҫтә
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!



  • Радио Юлдаш FM