НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » Сөмбөл Лоҡманова: «Мәскәүҙә йәшәһәм дә, башҡорт рухын юғалтмайым»

Сөмбөл Лоҡманова: «Мәскәүҙә йәшәһәм дә, башҡорт рухын юғалтмайым»


Сөмбөл Лоҡманова: «Мәскәүҙә йәшәһәм дә, башҡорт рухын юғалтмайым»Сөмбөл Вәли ҡыҙы Лоҡманова булам. Миңә 18 йәш, Башҡортостандың иң матур төбәгендә – хозур тәбиғәтле Әбйәлил районында тыуып үҫкәнмен.
Бәләкәй сағымдан йыр-моңға, бейеүгә ғашиҡмын. Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт гимназия-интернатына уҡырға ингәс тә, “Аҡйондоҙ” бейеү ансамблендә сығыш яһаным. Гимназия мине ҡыйыулыҡҡа, үҙ маҡсатыма ирешергә, бер ниндәй ҙә ҡыйынлыҡтан ҡурҡмаҫҡа өйрәтте.
Әлеге ваҡытта Мәскәүҙә М. Ломоносов исемендәге нескә химик технологиялар институтының беренсе курсында уҡыйым. “Йәсмин” гүзәллек һәм матурлыҡ студияһында, “Алтын ай” башҡорт бейеү ансамблендә сығыш яһайым. “Рәсәй студенты – 2016” халыҡ-ара форумында һәм “Мәскәү һылыуҡайы – 2017” гүзәллек конкурсында үҙ көсөмдө һынап ҡараным.
Тыуған еремдән алыҫта булһам да, бала сағымдан ҡаныма һеңгән саф башҡорт рухын илебеҙҙең баш ҡалаһы Мәскәүҙә лә юғалтмаҫҡа тырышам.

Сығыу ваҡыты 13-06-2017, 10:43 | Ҡаранылар: 783
|
  • «Мәскәүҙең башҡорт һылыуҡайы» билдәләнде
  • Әлфиә КИЛДЕЙӘРОВА: “Үҙемде төрлө яҡтан һынайым”
  • Ләйсән Еникеева: “Киләсәктә матур ғаилә ҡороп, балалар үҫтерергә теләйем”
  • Күпме хистәр ергә күмеләләр, Бикләнелгән көйө йөрәктәрҙә
  • Сәйҙәнең йырлы балҡышы!
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Бисмилла көсө
  • "Ғашиҡ булдым еҙнәйемә"
  • “Тормоштоң төрлө мәле була”
  • Йондоҙнамә (8-14 ғинуар)
  • Ҡыҙҙарҙың һылыуҙарын, уңғандарын билдәләнек, “Йәшлек” гүзәле – 2017” конкурсын тамамланыҡ!
  • Яңы йыл ҡаласыҡтары, боҙ һындары... Аҡъяр биҙәге
  • Иғтибар! Өр-яңы әҙәби конкурс! Ҡәләмеңде ал ҡулыңа! 50 мең һумлыҡ бүләк һине көтә!
  • Ҡыш бабай бүләге (хикәйә)
  • Ҡәйнәмә түҙер әмәлем ҡалманы
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (29.12.2017)



  • Радио Юлдаш FM