НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » Һәр яҡтан да килгән ҡыҙ

Һәр яҡтан да килгән ҡыҙ


Һәр яҡтан да килгән ҡыҙТНТ телеканалында барған барыбыҙға ла билдәле “Бейеү” (“Танцы”) проектының һайлап алыу этабында Башҡортостан бейеүселәре лә ҡатнаша. Яңыраҡ бәйгенең өсөнсө миҙгеле өсөн һайлап алыуҙа Иглин ра­йоны ҡыҙҙары үҙ һәләтен һынап ҡарарға баҙнат итте. Ләйсән Камалова менән Гүзәл Кәбирова халыҡ бейеүен башҡарып, киләһе турға үткән. Йәштәр сығышҡа етди әҙерләнә, бейеүҙе үҙҙәре һала. Улар Башҡортостанда күп милләтле халыҡтарҙың дуҫ һәм татыу йәшәүен күрһәтергә ниәтләй. Әлегә ҡыҙҙар Мәскәүҙә үтәсәк телевизион этапҡа барырға әҙерләнә, күнекмәләр уҙғарып, ҡупшы кейемдәр тегә.
Һүҙем әлеге тырыш ҡыҙҙарҙың береһе – Ләйсән Камалова хаҡында. Ләйсән район тамашасыларына күптән таныш. Быйыл ул “Яҙ һылыуҡайы” конкурсында вице-һылыуҡай исеменә лайыҡ булғайны, район хакимиәтенең йәштәр комитеты ойошторған “Прорыв” тип аталған конкурс­та дәртле бейеүҙәре менән хайран ҡалдырҙы.
Ләйсәндең бар нәмәгә лә өлгөрөүе һоҡландыра. Мәк­тәп йылдарынан алып ул бөтә мәктәп, район саралары үҙәгендә. 11-се класты алтын миҙалға тамамлаған. Өфө дәүләт иҡтисад һәм сервис академияһында уҡығанда ла “Студент яҙы” конкурсында, ғилми-ғәмәли конференцияларҙа әүҙем ҡатнашҡан.
2016 йыл Ләйсән Камалова өсөн айырыуса сараларға бай булды. Ул Йәш сәйәсмәндәр мәктәбендә уҡып сыҡты, В. Быковтың “Таңдар бында тыныс...” повесына таянып, ауыл мәҙәниәт йортонда спектакль ҡуйҙы. Шул уҡ арала диплом эшен яҙып, дәүләт имтихандарын тапшырып, юғары уҡыу йортон ҡыҙыл дипломға тамамлаған. Йәй тип ял итеп кенә ятмай ул, ә Башҡорт дәүләт университетының магистратураһына уҡырға инергә әҙерләнә.
– Үҙемде районымдың, республикамдың, илемдең ысын патриоты тип һанайым. Был минең өсөн ҡоро һүҙҙәр генә түгел, ә йәшәү рәүеше, тормошҡа ҡарашым. Киләсәктә районға ҡайтып эшләй алһам, шат булыр инем, – ти ул.
Тиктормаҫ, торған урынында ут сәсрәтеп торған ҡыҙҙың тормошонда уның бар шөғөлдәренә лә урын бар. Йәш сәйәсмән, бейеүсе, тырыш студент киләсәктә өлгөлө эшсе лә буласаҡ. Быға шик юҡ. Уңыштар һиңә, Ләйсән!
Миләүшә Хәсәнова

Сығыу ваҡыты 8-07-2016, 10:10 | Ҡаранылар: 429
|
  • Һылыу ҙа, һәләтле лә беҙҙең башҡорт ҡыҙҙары!
  • Өлгөр Ләйсән
  • Ләйсән Еникеева: “Киләсәктә матур ғаилә ҡороп, балалар үҫтерергә теләйем”
  • “Еңеүҙәрҙән бигерәк, тәжрибә мөһим”
  • Тормошонда иң мөһиме – күңел матурлығы
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • “Уның үлемен теләп йәшәнем...”
  • Еҙнәм инең (хикәйә)
  • “Кеше үлемендә минең дә ғәйебем бар...”
  • Мин һәр саҡ табип хатаһы ебәреүҙән ҡурҡа инем...
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (17.11.2017)
  • Татлы һөйөүҙән кем туйған?
  • ҺАБАҠ (хикәйә)
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (24.11.2017)
  • Мәүлит байрамы мөбәрәк булһын!
  • Бүләктәр – өлөшлөләргә!



  • Радио Юлдаш FM