НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » Яратҡан сәскәм сиренЬ, исемем дә Гөлсирен

Яратҡан сәскәм сиренЬ, исемем дә Гөлсирен


Яратҡан сәскәм сиренЬ, исемем дә ГөлсиренЫрыуым минең Үҫәргән,
Яратҡан сәскәм – сирень.
Үҙем дә бит гөл-сәскәләй,
Исемем дә Гөлсирен.
Бала саҡтан йыр-моң менән
Һуғарылған күңелем.
“Байыҡ”та бейеп, сәхнәләрҙе
Дер һелкеткән ҡыҙмын мин!
Шахмат, шашка уйындарын
Үҙ итә минең күңел.
Уй-фекерҙе үҫтерергә
Бер ҡасан да һуң түгел!
Тик тормош ул уйын түгел,
Уйын-көлкө булмай гел.
Шуға күрә уҡыуҙы ла
Онотмай минең күңел.
“Ауырлыҡҡа бирешмәйсә,
Тик алға ғына атла!”
Шундай маҡсат менән янам,
Хыялымдан тайпылмам!
Ейәнсура районының Әлебай ауылында тыуып үҫкәнмен. Әлеге ваҡытта М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында белем алам. Бала саҡтан йыр-моңға, бейеүгә ға­шиҡмын, шахмат уйынын үҙ итәм.
Киләсәктә республикабыҙға кә­рәкле кеше булырға хыялланам. Атайым сатраш таҡта уйынына өйрәткәндә: “Бөтә бөйөк кешеләр шахмат уйнаған”, – тип әйтте. Ошоно тормош маҡсатым итеп алдым.

Сығыу ваҡыты 25-05-2015, 13:25 | Ҡаранылар: 769
|
  • Дилә Ғөбәйҙуллина: “Киләсәктә тыуған еремә һәм халҡыма файҙалы шәхес булырыма ышанам!”
  • “Тормош маҡсатым – яҡтылыҡҡа әйҙәргә!”
  • Диана Сөнәғәтова: "Тормошта алға, алға һәм тик алға атларға!"
  • Әсәһе кеүек көслө рухлы булырға ынтыла
  • «Маҡсатым – атай-әсәйемдең өмөтөн аҡлау»
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • Еҙем-Ҡарандарға оят!
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • Маринадланған кәбеҫтә
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!



  • Радио Юлдаш FM