НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » Иғтибар, Әҙеһәм Исҡужин исемендәге конкурс!

Иғтибар, Әҙеһәм Исҡужин исемендәге конкурс!


Иғтибар, Әҙеһәм Исҡужин исемендәге конкурс!28 февралдән 1 мартҡа тиклем Өфөлә Әҙеһәм Исҡужин исемендәге дүртенсе асыҡ ҡала ҡурайсылар конкурсы үтәсәк
Конкурсты Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәтенең мәҙәниәт һәм сәнғәт буйынса идаралығы, «Ҡала мәҙәниәт һарайы» муниципаль учреждениеһы һәм Башҡортостан Республикаһының Ҡурайсылар союзы ойоштора.

Дүртенсе асыҡ ҡала ҡурайсылар конкурсы башҡорт халҡының мәҙәни, рухи мираҫын үҫтереүгә һәм һаҡлауға ҙур көс һалған Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, күренекле ҡурайсы – уҡытыусы Әҙеһәм Динислам улы Исҡужиндың яҡты иҫтәлеген мәңгеләштереү маҡсатында уҙғарыла.

Йәш быуынды мөғжизәле моңдар тыуҙырған милли ҡурайыбыҙға һәм башҡорт музыка фольклорына йәлеп итеү, уларға халыҡ ижады жанрҙарын тәрән өйрәтеү, пропагандалау ҙа бәйгенең төп асылын тәшкил итә.

Конкурста Өфөнән, республика ҡалаларынан һәм райондарынан ҡурайсылар ҡатнаша ала. Ҡатнашыусыларҙың йәше сикләнмәй. Ул ике турҙа үтә:
– 16 йәшкә тиклемгеләр,
– 16 йәштән һәм унан өлкәнерәктәр.
16 йәшкә тиклемге конкурсанттар ҡурайҙа башҡара:

1-се турҙа
1) оҙон көй;
2) марш йәки бейеү көйө.

2-се турҙа
Шул уҡ шарттар (беренсе турҙа башҡарылған көйҙәр ҡабатланмаҫҡа тейеш)
16 йәштән һәм унан өлкән конкурсанттар:

1-се турҙа
1) мотлаҡ программаға ингән оҙон көйҙө ҡурайҙа башҡаралар һәм йырлайҙар;
2) үҙҙәре теләгән башҡорт халыҡ көйөн ҡурайҙа башҡаралар.

2-се турҙа
1) оҙон көйҙө ҡурайҙа башҡаралар һәм йырлайҙар;
2) үҙҙәре теләгән башҡорт халыҡ көйөн башҡаралар.

Конкурста ҡатнашыусы 16 йәштәге һәм унан өлкән ҡурайсылар мотлаҡ рәүештә «Урал», «Буранбай», «Бейеш», «Салауат», «Тәфтиләү», «Әрме», «Уйыл», «Ҡаһым түрә», «Ҡолой кантон», «Һыр», «Төйәләҫ», «Ҡуңыр буға», «Зәйнулла», «Ғилмияза», «Кәкүккәй», «Сибай», «Эскадрон», «Сәлимәкәй», «Ғайса ахун», «Һаҡмар» йырҙарын башҡарырға бурыслы.

Жюриҙың мотлаҡ программаға инмәгән көйҙәрҙе лә уйнап күрһәтеүҙе һорауы ихтимал. Башҡарған көйҙәрҙең тарихын белеү мөһим.
Ҡатнашыусыларҙың сығыштарын Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәтенең мәҙәниәт һәм сәнғәт буйынса идаралығы раҫлаған лайыҡлы жюри баһалаясаҡ.
Жюри составына билдәле ҡурайсылар, йырсылар, фольклорсы ғалимдар, мәҙәниәт оҫталары инә.

Башҡортостаныбыҙҙың ете мөғжизәһенә тиң булған ҡурайыбыҙ тыуған еребеҙҙә генә түгел, сит тарафтарҙа ла оло ихтирамға лайыҡ. Уның данын тағы ла юғарыраҡ күтәрергә, моң даръяһын байытырға берҙәм ҡушылығыҙ, ҡурай бәйгеһенә рәхим итегеҙ.

Конкурста ҡатнашыуға бәйле бөтә һорауҙар менән түбәндәге адрес буйынса мөрәжәғәт итергә: 450000, Өфө ҡалаһы, Октябрь проспекты, 114/1-се йорт, Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәтенең мәҙәниәт һәм сәнғәт буйынса идаралығы.

Анкета-ғаризалар 2014 йылдың 21 февраленә тиклем ҡабул ителә. 450000, Өфө ҡалаһы, Октябрь проспекты, 114/1, Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәтенең мәҙәниәт һәм сәнғәт буйынса идаралығы адресы буйынса төҫлө фотография (6х9) менән ебәрергә.

ФИО Дата рождения Образование Место учебы или работы Репертуар Участие в других конкурсах Домашний адрес, телефон Паспортные данные, СНИЛС


Ойоштороусылар менән түбәндәге телефондар аша бәйләнеш тоторға мөмкин: 279-06-38, телефон – факс: 244-86-04, 279-06-54 е-mаil: kult@ufacity.info

Сығыу ваҡыты 27-01-2014, 08:17 | Ҡаранылар: 1036
|
  • Шаяниум-2015: «Ал да нур сәс халҡыңа!»
  • Ҡатнашығыҙ һәм еңегеҙ!
  • Республика Ҡурай байрамында ҡатнашырға теләһәгеҙ
  • Данлыҡлы ҡурайсы иҫтәлегенә
  • Әгәр ҙә тауышың матур булһа…
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • “Уның үлемен теләп йәшәнем...”
  • Еҙнәм инең (хикәйә)
  • “Кеше үлемендә минең дә ғәйебем бар...”
  • Мин һәр саҡ табип хатаһы ебәреүҙән ҡурҡа инем...
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (17.11.2017)
  • Татлы һөйөүҙән кем туйған?
  • ҺАБАҠ (хикәйә)
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (24.11.2017)
  • Мәүлит байрамы мөбәрәк булһын!
  • Бүләктәр – өлөшлөләргә!



  • Радио Юлдаш FM