НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » Әхирәтем кеүек тырыш ҡыҙҙар бик һирәк

Әхирәтем кеүек тырыш ҡыҙҙар бик һирәк


Әхирәтем кеүек тырыш ҡыҙҙар бик һирәкҺүрәттәге hылыуҡайҙың исеме – Зәлиә Әбдрәхимова. Ул Әбйәлил районының йәмле Атауҙы ауылында тыуып үҫкән.
Йыр-бейеүгә маhир, шиғри күңелле ҡыҙ менән яңыраҡ ҡына танышhаҡ та, тәүге көндәрҙән үк ул минең ысын тоғро дуҫыма, яҡын серҙәшемә әйләнде. Әлеге ваҡытта Зәлиә Өфөлә, Башҡорт дәүләт иҡтисад hәм сервис университетының икенсе курсында белем ала.
Ваҡытын бушҡа уҙғарырға яратмаған әхирәтем менән бик ғорурланам. Сөнки ул төрлө сараларҙа әүҙем ҡатнаша, үҙенең һәр йәһәттән өлгөр, булдыҡлы, һәләтле икәнен күрһәтә. Зәлиә, уҡыуҙан тыш ваҡыт табып, Айгөл Үтәгәнова етәкләгән «Һомай» театр-дефиле мәктәбендә шөғөлләнә, матурлыҡ серҙәренә төшөнә. Һәр яҡлап үҫешергә ынтылған әхирәтем уҡыу йортонда ла алдынғы студенттарҙың береһе. Сит телдәр менән ҡыҙыҡhына, инглиз, төрөк, испан телдәрен бик яҡшы белә.
Зәлиә кеүек тырыш ҡыҙҙар бик hирәктер, тип уйлайым. Уның йөҙөнә бер hирпелеп ҡарауҙан уҡ гүзәллегенә хайран ҡалһаң, һуңынан уның илhөйәр, телhөйәр, булдыҡлы ҡыҙ икәнен белеп, тағы ла нығыраҡ ихтирам итә башлайһың.

Зәлиә МОТАЛЛАПОВА.

Сығыу ваҡыты 10-01-2014, 04:42 | Ҡаранылар: 1434
|
  • Сая ла, һәүәҫкәр ҙә, зирәк тә, һылыу ҙа
  • Һәр өлкәлә камил ҡыҙ
  • Зәлиә ХӨСӘЙЕНОВА: “Атай-әсәйемдең өмөтөн аҡлай алһам, бик бәхетле булыр инем”
  • “Бала саҡтан үрҙәрҙе яуларға ынтылам!”
  • «Һәр кем матурлыҡҡа ынтылырға тейеш»
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • Еҙем-Ҡарандарға оят!
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • Ҡырау төшөүе ихтимал
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!



  • Радио Юлдаш FM