НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » Урта йәштәге балалар өсөн Яңы йыл сценарийы(2014 йыл)

Урта йәштәге балалар өсөн Яңы йыл сценарийы(2014 йыл)


Урта йәштәге балалар өсөн Яңы йыл сценарийы(2014 йыл)


Урта йәштәге балалар өсөн Яңы йыл сценарийы(2014 йыл)Яңы йыл шыршыһы матур итеп биҙәлгән. Гирляндалар әлегә янмай. Айыу, бүре, төлкө, ҡуян һәм башҡалар йүгерешеп, баҫтырышмаҡ уйнап йөрөйҙәр.
Айыу: Уф, арыным, һеҙ бигерәк шәп йүгерәһегеҙ. Ни исмаһам, Ҡыш бабай ҙа килеп етмәй, инде нисә сәғәт үтте. Әллә бер-бер хәл булдымы икән? Әйҙәгеҙ бергәләп Ҡыш бабайҙы саҡырып ҡарайыҡ.
Күмәкләп ҡысҡыралар: Ҡыш бабай.
Тауыш-тын юҡ. Ҡапыл алыҫта болан тояҡтары тауышы, ҡыңғырауҙар тауышы ишетелә.
Ҡуян: Ишетәһегеҙме, килә, килә!
Сәхнәгә Санта Клаус килеп керә.
Санта: О-һо-һо! Һаумыһыҙ, балалар!
Бүре: Быныһы кем тағы?
Төлкө(хәйләкәр генә йылмайып): Һин кем?
Санта: Минме? Мин Санта Клаус – Америка Ҡыш бабайы.
Төрлө яҡтан һорауҙар яуа башлай: Ә һин ниңә беҙгә килдең? Ә һин нимә менән килдең? Ә беҙҙең Ҡыш бабай ҡайҙа икән?
Санта: Туҡтағыҙ, әле туҡтағыҙ! Хәҙер барыһын да һөйләп бирәм. Үҙебеҙҙең байрамдан һуң, ял итеп, донъя күрәм тиеп, боландарыма ултырып сығып киттем. Ирәмәл тауы эргәһенән үтеп барһам, килеп тороп буууран! Аҫта кемдер тырышып-тырышып әллә нәмә эшләй. Эргәһенә саҡ килеп төштөм, килһәм, минең дуҫ – Ҡыш бабай икән. Санаһы ҡарға батҡан да – сыға алмай ултыра. Эргәһендә әллә ниндәй хайуан, ат тиме шунда – был минең яңы йылым, ти. Ҡарһылыу ҙа уның менән бергә. Нимә менән ярҙам итәйем тиһәм, унда мине балалар көтәләр, уларға хәбәр итер кәрәк, ҡайғырмаһындар, мин тиҙҙән килеп етәм, тине.
Айыу: Әйҙәгеҙ, дуҫтар, Ҡыш бабайға ярҙамға ашығайыҡ!
Санта: Кәрәкмәй! Байрамды барығыҙ ҙа ташлап китһә, ҡунаҡтарға күңелһеҙ була бит. Мин Ҡыш бабайға ярҙамға үҙемдең эльфтарымды ҡалдырҙым, хәҙер килеп етерҙәр. Ә әлегә әйҙәгеҙ йырлашып, бейешеп алайыҡ!
Күмәкләшеп: Әйҙәгеҙ!
Шыршы тирәләй әйләнеп, “Шыршы” йырын йырлайҙар:
Шыршы ҡупшы кейенгән,
Беҙгә ҡунаҡҡа килгән,
Әйләнәбеҙ тирәләп,
Йырлашабыҙ бергәләп.
Санта: Шыршығыҙ ҡупшы ла ул, тик ни эшләп, шулай моңайып ултыра? Әйҙәгеҙ, бергәләше уттарын тоҡандырайыҡ! Әйҙәгеҙ бергәләшеп!
Хор: Шыршы, шыршы, уттарыңды тоҡандыр!
Гирляндалар янып китә. Ҡыуанышып ҡул сабалар.
Санта: Бына булды ла инде.
Санта: Яңы йыл – йылҡы йылы икән... ишеткәнем бар минең башҡорт аттары тураһында.
Бүре: Эйе, беҙҙең башҡорт аттары хәтәр инде ул. Элек һуғыш ваҡытында улар танкыға ҡаршы һуғышҡандар, улар шундай көслө, хатта мин уларҙан ҡурҡам.
Санта: Ҡыш бабай янында буҙ ат күрҙем, уның тағы ла төҫтәре буламы?
Ҡуян: Эйе бар, ҡара, һоро, ерән төҫтәре.
Төлкө: Тағы ла саптар, бурыл, ҡашҡа, туры була.
Айыу: Ә минең алмасыбар күргәнем бар.
Санта: Рәхмәт, былар хаҡында минең ишеткәнем юҡ ине әле.(Балаларҙан һорай): Ә һеҙҙең донъялағы билдәле аттар тураһында ишеткәнегеҙ бармы? Кем дә кем минең һорауҙарыма дөрөҫ яуап бирә, шуға бүләк – киндер-сюрприз! Йә, әҙерһегеҙме?
- Иң мөғжизәле ат? Һеҙ уны беләһегеҙ, сөнки ул Урал батыр эпосынан. (Аҡбуҙат)
- Корней Чуковский Айболитының дуҫы иң ғәжәп ат һанала, исемен беләһегеҙме? Ул ике башлы булған. (Тянитолкай)
- Александр Дюма геройы – мушкетер Д` Артаньяндың аты – иң сағыу ат. Кемегеҙ әйтә ул ниндәй төҫтә булған? (һары)
- Донъялағы иң ҡыйыу ат? Кемдең аты, әллә аттың исемен беләһегеҙме? (Александр Македонскийҙың Буцефал аты)
- Иң бәләкәй ат? Рус әкиәтенән. (Горбунок)
Ошо ваҡытта сәхнәгә Мәскәй әбей килеп инә.
Мәскәй(ситкә ҡарап): Абау, ҡороғоро, быныһы кем тағы? Ҡышбабай тиһәң, Ҡыш бабай түгел. Бөлдөрҙө бит эште, Яңы йылды үҙем генә алып барайым тиһәм. Берәүһенән ҡотолғайным, тағы быныһы. Ни эшләйем инде хәҙер. (Аптырап йөрөй башлай). Әй, ҡатырайым да ҡуяйым үҙен. Әпсен-төпсөн...(һеперткеһен һелтәй башлай).
Сәхнәгә Ҡыш бабай, Ҡарһылыу, Яңы йыл, 2 эльф килеп инәләр.
Ҡыш бабай: Һаумыһығыҙ, балалар! Хәлдәрегеҙ нисек? Ыжғыр буранлы Ирәмәлдән килдем һеҙҙе һағынып. Ә һеҙ мине һағынғандығыҙмы? Оҙаҡлап киттем шул.
Мәскәй Ҡыш бабайҙы күреп туҡтап ҡала.
Мәскәй: Ах, бөттө баш! Ҡасыр кәрәк! Тиҙерәк, тиҙерәк! (Өтәләнеп сабауыллай, һеперткеһен таба алмай) Ҡайҙа ғына булды һуң, ошонда ғына тотоп тора инем.
Ҡыш бабай: Мәсекәй, һин дә бындамы ни? Нимә сабауыллайһың? Белеп торам, тағы берәй этлек ҡылырға йөрөйһөңмө? Күрһәтермен әле мин һиңә! Балалар, йә әйтегеҙ әле, Мәсекәй нимә эшләне?
Балалар әйтеп бирә.
Ҡыш бабай: Ах һин аны, беҙҙең сананы ла һин батырғанһыңдыр әле!
Мәскәй: Ғәфү ит мине, Ҡыш бабай, мин яңылышҡанмын... нимә ҡушһаң шуны үтәйем, зинһар, миңә байрамға һеҙҙең менән ҡалырға рөхсәт ит инде.
Ҡыш бабай: Әйҙә, беҙҙең өсөн берәйҙе бейеп ал да, һуңынан мин һиңә беҙҙең менән ҡалырға рөхсәт бирәм!
Мәскәй: Һии, уны ғына булдырабыҙ беҙ аны.
Заманса бейеү көйө ҡуйыла. Мәскәй заманса бейей.
Ҡыш бабай: Санта дуҫ, рәхмәт һиңә ҙур итеп. Бик ныҡ ярҙам иттең. Нисек кенә рәхмәтемде белдереп бөтөрөм икән?
Санта: Үҙеңә рәхмәт, мине бында балалар янына ебәргәнең өсөн, рәхәтләнеп ял иттем.
Ҡыш бабай: Йөҙ дуҫың булһа, ысынлап та һәйбәт икән! Бын һинең ярҙамсыларың да шәп булып сыҡтылар.
Мәскәй: Ҡайҙа, ҡайҙа, әстәғафирулла, былары кем? Ҡыҙыҡ ҡыналар! Әйҙә бергә уйнайыҡ! (Эльфтарҙы үҙе менән алып шыршы тирәләй йүгерешә башлайҙар)
Ҡыш бабай: Йә, был Мәсекәйҙе хәҙер туҡтатып булмаҫ, әйҙәгеҙ шыршы тирәләй беҙҙә уйнап, йырлап алайыҡ!
Шыршы тирәләй йыр-бейеү башлана.
Санта: Дуҫтар, миңә китергә лә ваҡыт етте. Һеҙҙең менән күңелле булһа ла, үҙ илемә ҡайтыр кәрәк!
Ҡыш бабай: Санта дуҫ, көтөп тор, беҙ һиңә күстәнәс биреп ҡайтарайыҡ. Балаларҙың, моғайын, шиғырҙары әҙерҙер. Йәгеҙ әле, кемегеҙ башлай?
Балалар шиғыр һөйләй.
Санта: Рәхмәт, балалар! Бик аҡыллы, уңған, тырыш икәнһегеҙ. Икенсе йылға юл төшһә, тағы ла килеп сығырмын әле. Ә хәҙергә хуш, Яңы йыл менән һеҙҙе! Әйҙәгеҙ, минең ярҙамсыларым.
Мәскәй: Юҡ, юҡ, юҡ. Мин дуҫтарымды бер ҡайҙа ла ебәрмәйем, булмаһа, мин һеҙҙең менән китәм.
Ҡыш бабай: Мәсекәй, һин бит беҙҙең үҙебеҙгә кәрәк, һинһеҙ ниндәй Яңы йыл булһын, ти.
Мәскәй: Ярай, эльфтарым, икенсе йылға һеҙҙе тағын көтәм!
Хор: Рәхмәт, Санта, хуш! Көтөп ҡалабыҙ!
Ҡыш бабай: Ә хәҙер байрамды дауам итәбеҙме?
Уйындар башлана.
Ҡыш бабай: уйнаныҡ та, йырланыҡ та, бейенек тә, ә хәҙер беҙгә китергә ваҡыт. Мин һеҙгә Яңы йылды ҡалдырам. Ул һеҙгә яңы бәхеттәр, шатлыҡ, ҡыуаныстар алып килһен! Хушығыҙ! Осрашҡанға тиклем!
Ҡыш бабай, Ҡар һылыу сығып китәләр. Алыҫта ҡыңғырау тауышы ишетелә.


Вәсилә Әбдрәхимова,
БДУ студенты.



Сығыу ваҡыты 13-12-2013, 07:55 | Ҡаранылар: 6166
|
  • Ҡотло булһын Йылҡы йылы!
  • Яңы йыл мөғжизәһе
  • Ҡыш Бабайҙан нимә һорарға?
  • Ҡотло булһын Йылҡы йылы!
  • Ҡыш Бабайҙан нимә һорарға?
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • Еҙем-Ҡарандарға оят!
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • Маринадланған кәбеҫтә
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!



  • Радио Юлдаш FM