НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » Сөм тәрилкә, һай һауыт

Сөм тәрилкә, һай һауыт


Яңы йыл байрамы сценарийы.
Ҡатнашалар: Ҡыш бабай
Ҡарһылыу
Һарыҡ
Ҡарлуғас
Тауыҡ
Шүрәле
Тумыртҡа
Һигеҙаяҡ



Сөм тәрилкә, һай һауытҠыш бабай. Һо-о-о! Ниндәй матур көй яңғырай. Рәхмәт төшкөрҙәре! Арыу-талыуҙы һыпырып алдылармы ни, юҡҡа сыҡты. Байрамға әҙерләнәләр! Ҡарһылыу ҡыҙым, күҙең үткер, бармы беҙҙең менән ҡуша шатланыусылар?
Ҡарһылыу. Булмаймы һуң! Шыршы янында йәнлелек, Ҡыш бабай. Әкиәт иленә аяҡ баҫабыҙ!
Ҡыш бабай. Бәй, үҙебеҙ ҙә әкиәт иленән бит! Ана шул әкиәтте алып килеүселәр беҙ инде. Хәйер, беҙ генә түгел… Сихри илгә аяҡ баҫыр өсөн яҡшы, яҡты күңелле кешеләрҙең мәртәбәле һүҙе, матур теләктәре кәрәк. Һәм, әлбиттә…
Ҡарһылыу. Әйтеп бөт, Ҡыш бабай!
Ҡыш бабай. Әкиәт геройҙары кәрәк. Яңы йыл бит! Әкиәтебеҙгә юл асыҡ!
Ҡарһылыу. Эйе, беҙҙән мөғжизә өмөт иткән дуҫтарыбыҙ нимә эшләй икән? Күҙ һалайыҡ, Ҡыш бабай.
Ҡыш бабай. Төп күстәнәс – шатлыҡ. Минең тоҡҡа ер шарына етерлек яҡшылыҡ һыйған.
Ҡарһылыу. Насарлыҡҡа урын юҡмы?
Ҡыш бабай. Урын ҡалдырмайбыҙ! Асыуланышҡандарҙы ҡабаттан дуҫлаштырабыҙ. Йәнлек-януарын, ҡош-ҡортон, һәммәһен дә ҡыуандырабыҙ! Яңы йыл – уртаҡ байрам, Ҡарһылыу!
Ҡарһылыу. Аңлашылды, тылсым донъяһына юл асыҡ.
Сығалар. Шүрәле инә.
Шүрәле. Харап икән, ҡалай маҡтанышалар. Ә минең урманымда йөрөп ятҡандарын иҫтәренә лә төшөрмәйҙәр Ныу ҡунаҡтарығыҙҙы ҡыҙыҡ итмәһәмме! Исемем Шүрәле булмаҫ. Ана, икәүһе аңшайышып ҡына… бында яҡынлашалар. Һарығын ҡытыҡлайым, Тауығын тамаҡлайым!
Һарыҡ. Тауыҡ, Тауыҡҡай, бына ошонда була, тинеләр бик ҙур байрам! Юҡһа, һин: бармайым, ҡуй ҙа ҡуй… Был бит донъяуи туй!
Тауыҡ. Туҡта-туҡта! Бигерәк ҡатмарлы һөйләйһең, Һарыҡ. Ябайыраҡ аңлат.
Һарыҡ. Һай, тауыҡ баш! Мине аңра һарыҡ, ти торғайнылар. Һинең менән сағыштырғанда мин ғалим икән.
Тауыҡ. Ҡар туйы, тинеләр, тиле бәрән, ә!.
Һарыҡ. Ҡар туйы? Уныһы нимә була?
Тауыҡ. Әллә ҡыш туйы, тинеләрме? Туҡта-туҡта, хәҙер иҫкә төшөр... Байрам, күстәнәс…
Шүрәле. Дуҫтар, мин урман хужаһы. Баш ватмағыҙ. Һеҙҙе мин ҡаршы алам. Мул табын көтә һәммәгеҙҙе лә.
Һарыҡ. Табынды әҙерләп тә ҡуйҙыңмы ни?
Шүрәле. Нимәһен әҙерләргә?.. Үҙегеҙ әҙер ризыҡ булып тораһығыҙ…
Һарыҡ. Ҡысҡырыбыраҡ әйт. Ишетелмәй. Әйҙә, улай булғас, тура табынға!
Шүрәле. Тура! Туп-тура. Тик ҡайҙа маҡтансыҡ Әтәс? Тауыҡ, һеҙҙең әүҙем командала ул гел алдан йөрөй торғайны. Бахырсыҡ, аҙашмаһа ярар ине, тием!
Тауыҡ. Туҡта-туҡта! Бөгөн минең иң алда булғым килә, үәт! Һыйлы табын, мул өҫтәл… Һис кенә лә баш тартмайым.
Шүрәле. Эйе-эйе, ҡунаҡтарҙы оло табаҡ, ҙу-у-ур ҡошаяҡтар көтә. Бөтөнөһө лә бушлай.
Тауыҡ. Һарыҡ, бер йыллыҡ запас туплап ҡайтайыҡ. Бөтәһе лә бушлай бит!
Һарыҡ. Унан йыл буйы көйшәрбеҙ!
Тауыҡ. Юҡ, сүпләрбеҙ! Тип-тип-тип… Тары бөртөкләрбеҙ, йәме, Һарыҡ.
Һарыҡ. Бәй-бәй, ба-ба-уырһаҡ, бә-әлеш, бә-әрәмәс… Бер тоҡ бә-әхет…
Тауыҡ. Миңә бәхете улай күп кәрәкмәй. Минең ихтыяжды ҡәнәғәтләндерергә етә ни бары бер күнәк тары, бер биҙрә ярма, бер силәк арпа…
Шүрәле. Артабан.
Тауыҡ. Артабан бер-ике тоҡ көрпә, шул дәүмәлдә картуф…
Шүрәле. Артабан!
Тауыҡ. Артабан ике-өс тоҡ арыш, бер тонна бойҙай, тонна ярым дөгө. Шуларға өҫтәп, тағы ла бер тәрилкә ем. Тәрилкәһе сөм булһын!
Шүрәле. Хи-хи-хи, ҡыҙыҡ итәм быларҙы! Тауыҡ, һиңә гәлсәр тәрилкәм әҙер.
Тауыҡ. Һе, тәрилкә… Бер тәрилкәнән кем туя?
Шүрәле. Сөм тәрилкә! Шулай тигәнде ишеткәнең бармы? Ышанмаһаң, төбөнә төшөп тикшерерһең.
Тауыҡ. Шикләнмә! Төшәм. Тикшерәм!
Шүрәле. Миндә, ғөмүмән, һай һауыт юҡ. Һарыҡ, һиңә лә төпһөҙ һауыт булыр.
Һарыҡ. Төпһөҙ, бик яҡшы. Тар булһа булһын, һай булмаһын.
Шүрәле. Хи-хи-хи… һай түгел. Ауыҙына бер бармаҡ һыйырлыҡ. Көршәк тип атала. Исеме былай-алаймы…
Һарыҡ. Минең морон да бәләкәс. Ҡупшы Һарыҡ мин.
Шүрәле. Ҡупшы Һарыҡ телен тығып болғатыр, һауаны көйшәр, хи-хи-хи…
Һарыҡ. Нимә, тиһең, йомарт хужа?
Шүрәле. Бәләкәс ауыҙын асып, һауытың көтә, тием!
Һарыҡ. Асығауыҙ бешерҙеңме ни?
Шүрәле. Бешерермен һине, шуға көтәм…
Һарыҡ. Ҡысҡырыбыраҡ, асығыраҡ итеп әйт.
Шүрәле. Бешерермен, һине шуға көтәм! Бер өтөр етә мәғәнәне үҙгәртергә, хи-хи-хи!..
Ҡарлуғас инә.
Ҡарлуғас. Сәләм, дуҫтар!
Тауыҡ. Туҡта-туҡта, һин кем?
Ҡарлуғас. Ҡарлуғас!
Тауыҡ. Ишеттеңме Һарыҡ, ул да ас.
Һарыҡ. Бигерәк ябыҡ шул, өтөк кенә…
Ҡарлуғас. Юҡ, дуҫтар, мин ас түгел. Исемем Ҡарлуғас!
Тауыҡ. Ишеттеңме, Һарыҡ. Ул хәҙер ҡарлытуҡ.
Ҡарлуғас. Ҡалай һеҙ мәрәкә заттар!
Тауыҡ. Ишеттеңме, Һарыҡ, туҡ булғас, көлөрлөк хәле лә бар. Әйҙә, уны үҙебеҙ менән алайыҡ.
Ҡарлуғас. Юҡ-юҡ, мин бармайым. Ҡыш бабай килеп етер. Ҡунаҡтарҙы ҡаршы алаһы бар. Оят булыр.
Тауыҡ. Ишеттеңме, Һарыҡ, ул ояла. Ә беҙ һинең менән ҡыйыу ҙа, батыр ҙа. Бик оялмайбыҙ ҙа.
Һарыҡ. Ҡуш йөрәклебеҙ. Беҙгә барыбер. Киттек.
Шүрәле. Гәлсәр һауыт һиңә, Тауыҡ. Ах, йөҙҙөрәм мин һине… Хи-хи-хи!.. Сәпәкәй итә-итә тамаша ҡылырмын.
Тауыҡ, Һарыҡ, Шүрәле китәләр. Тумыртҡа инә.

Тумыртҡа. Һуңлауын һуңламаным, өлгөрҙөм. Шулайҙа мин ас! Ҡарлуғас. Һаумы, Ас! Ә мин Ҡарлуғас! Сәләм!
Тумыртҡа. Мин ас, тием.. Асыҡтым. Юл оҙон булды
Ҡарлуғас. Сәйер, бөтәһе лә ҡорһаҡты хәстәрләй… Быйылғы әкиәти ҡунаҡтарҙы мин бик аңлап бөтә алмайым. Кем һуң һин?
Тумыртҡа. Нисек мине танымаҫҡа мөмкин? Иҫеңә төшөр, йә Ту-у…
Ҡарлуғас. Туҡ!
Тумыртҡа. Ту-у-у…
Ҡарлуғас. Туң…
Тумыртҡа. Әй, әттәгенәһе! Тумыртҡаны ла танымаҫтар икән!
Ҡарлуғас. Fәфү ит, Тумыртҡа. Шаярттым ғына. Юғиһә, һинән алда килгән ҡунаҡтар «ас» менән «туҡ» тигән һүҙҙәрҙе генә ҡабатлайҙар ине. Тамаҡты ғына ҡайғырталар.
Тумыртҡа. Нисек мине бүтәндәр менән сағыштырырға мөмкин? Fәрләнәм. Оҙон суҡышлылар донъяла бик әҙ.
Ҡарлуғас. Ул дәрәжәне аңлатамы?
Тумыртҡа. Ысынлап та бик аҡыллы фекер әйттең. Был турала бик етди уйларға кәрәк. Шунан халыҡ тикшереүенә сығарырға! Суҡыш һәм дәрәжә - көнүҙәк мәсьәлә. Мин ағастарҙы ҡайғыртам. Йәй буйы эшләйем. Хатта йәй ялға китергә ваҡытым юҡ.
Ҡарлуғас. Туҡ-туҡ-туҡ… Шулаймы!
Тумыртҡа. Эйе! Мин бит Тумыртҡа, туҡылдарға тейешмен. Ләкин был минең туҡ икәнде аңлатмай!
Ҡарлуғас. Һе-е! Бик ғәжәп!
Тумыртҡа. «Йәшеллек», «яҙ», «тормош» - бына ниндәй юғары принциптар, бөйөк идеялар, ялҡынлы теләктәр минең күңелдә.
Ҡарлуғас. О-о-о, ҡалай бөйөк һүҙҙәр!
Тумыртҡа Ләкин бөйөк һүҙәр менән генә туҡ булып булмай. Шулай ҙа бында буш килмәнем, шиғыр яҙҙым. Тыңла, Ҡарлуғас!
Бер ағасты үбәм,
Икенсеһен ҡосам.
Ҡортон сүпләп туйғас,
Зәңгәр күктә осам.
Алҡыштар-алҡыштар -
Миңә генә, дуҫтар!
Ҡарлуғас. Рәхмәт, Тумыртҡа. Бынан ары бөтөн урман һине алҡышлар.
Шүрәле Урманыма хужа булырға теләүселәр күбәйә түгелме? Ҡара бынау Тумыртҡаны! Сараһын табырбыҙ, суҡышыңды тыйырбыҙ… Ҡәҙерлеләрем, ҡәҙерлеләрем! Илай-илай тыңланым был шиғырҙы. Әйҙәгеҙ, минең табынға! Эйе, Тумыртҡа, һинең урманыңдың бәләкәс кенә бер мөйөшөндә мин табын әҙерләргә батырсылыҡ иттем…
Тумыртҡа. Үҙең кем булаһың?
Шүрәле. Шул бер ней… Шул ялбыр бер ҡош инде. Эъе.
Тумыртҡа. Ҡайҙа суҡышың?
Ҡарлуғас. Ҡайҙа ҡанатың?
Шүрәле. ¤йөмдә. Шуларҙы ремонталарға кәрәк ине. Тумыртҡаны үҙем менән алып китәм.
Ҡарлуғас. Бәй, Шүрәле, быға тиклем һиңә суҡыш-ҡанат кәрәкмәне бит!
Шүрәле. Ул минең яҡты хыялым, белгең килһә!
Ҡарлуғас. Бына ғәжәп, береһе лә Яңы йыл, Ҡыш бабай, Ҡарһылыу, тип ауыҙ асмай. Шүрәле нимә менән арбай? Аңламайым. Беҙҙең янға бөгөн бик алыҫтан ҡунаҡ киләсәк.
Тумыртҡа. Ят ҡунаҡты күргем килә. Яңы йыл менән Ҡыш бабайға сәләм. Уларға арнап яңы шиғыр яҙам. Күңелем тулы идея!
Шүрәле. И-и-и идеялы аҡыллым! Бына һыҙмам, бына картам. Кире уйлаһаң, юл күрһәтелгән. Килеп ет, көтәм!

Шүрәле китә. Һигеҙаяҡ инә.
Һигеҙаяҡ. Шиғыр яҙыусы ҡошсоҡ: «Күңелем тулы идея», тиме? Ха-ха-ха…
Тумыртҡа. Көлмә минән! Идея менән генә тамаҡ туймай, беләм.
Һигеҙаяҡ. Уның ҡарауы минең ризыҡҡа күҙ һалғым да килмәй.
Ҡарлуғас. Танышайыҡ, ят ҡунаҡ!
Һигеҙаяҡ. Мин - Һигеҙаяҡ.
Ҡарлуғас. Тап һине көтәбеҙ, Һигеҙаяҡ!.. Рәхим ит байрамға, ят ҡунаҡ! Аппетитың юҡмы, нишләп ризыҡҡа күҙ һалғың да килмәй?
Һигеҙаяҡ. Аппетитым, һәр ваҡыттағыса, юҡ! Хатта уның бармы-юҡмы икәнен тикшерергә теләк юҡ.
Ҡарлуғас. Юҡ та, юҡ… Һин бигерәк ҡыҙыҡ, алыҫтан килгән ҡунаҡ.
Һигеҙаяҡ. Эйе, бик алыҫтан, океандан киләм. Яғымлы, йомшаҡ күңелле, миһырбанлы булғаным өсөн мине генә командировкаға ебәрҙеләр.
Тумыртҡа. Океандан!
Ҡарлуғас. О-о-о… Юлың оҙон. Талманымы аяҡтарың?
Һигеҙаяҡ. Ҡайһыныһылыр талды. Тикшерергә ваҡыт тапманым. Һанарға йыбанам мин. Математиканан йомшаҡ булдым. Бына шулай, ихтыярһыҙ, йыуаш, мәүеш бер затмын. Ә һүҙ көрәштерергә теш юҡ.
Тумыртҡа. Теш кәрәкмәй, суҡыш кәрәк.
Һигеҙаяҡ. Үҙегеҙ кем булаһығыҙ?
Ҡарлуғас. Ҡарлуғас.
Тумыртҡа. Тумыртҡа. Минән бер ләпәкәй, бер бөжәк беҙҙән ҡотола алмай. Туҡ-туҡ, тишкесләйһең, унан һөйрәп килтереп сығараһың ҙур, оҙон…
Һигеҙаяҡ. Йыландымы!?
Тумыртҡа. Юҡ.
Һигеҙаяҡ. Аждаһанымы?
Тумыртҡа Ағас ҡортон. Шунан тәмләп кенә йотоп ебәрәһең.
Һигеҙаяҡ. Тфү, ерәндерҙең. Таҙамын, һыу эсенән сыҡмайым. Эстетик зауыҡ тигән нәмәң юҡ, Тумыртҡа. Нисек ҡорт сүпләргә мөмкин?
Тумыртҡа. Аппетитыбыҙ шәп!
Һигеҙаяҡ. Бәй, мин, бахыр, аппетит булмағас, нимә тура килә шуны йотам. Ҡорттан башҡаһын. Миңә Тумыртҡа ни ҙә, түмәр ни, Һарыҡ ни ҙә, Крокодил ни, Тауыҡ ни ҙә, Шүрәле ни… айырмайым. Ә мине гел ас, тиҙәр. Юҡ, туҡ мин. Булған-тапҡан нәмәгә ҡыуанып, риза булып тик йөрөйөм һыу эсендә. Бүтәндәр шикелле наҙланмайым, иркәләнмәйем. Мин бахыр иркәләнеүҙең нимә икәнен дә белмәйем. Бахыр, бешмәгән булғас. Эйе… Нишләп шымып ҡалдығыҙ. Байрам башлана ғына бит әле!
Ҡарлуғас. Бер генә һорау. Ә ас сағыңда нимә ашайһың?
Һигеҙаяҡ. Төрлөсә инде. Хәлгә ҡарап. Ә хәл бик юҡ. Таш йотҡан мәлдәр ҙә булды, тимер һоғонған саҡтар ҙа. Караптан тороп ҡалған ваҡ-төйәкте... Туҡта, ҡайҙа һыпырттығыҙ? Тумыртҡа, Ҡарлуғас! Мине лә үҙегеҙ менән алығыҙ! Алығыҙ. Ҡалдырмағыҙ! Мин бит урманда тәү тапҡыр, яңғыҙым ҡурҡам! Киттеләр…
Мин Һигеҙаяҡ, Һигеҙаяҡ,
Нишләрмен бер үҙем бында?
Һәр бер ботаҡ һелкенгән һайын,
Йөрәгем әҙер шартларға.
Һау ҡалыр өсөн ҡарурманда
Һигеҙ түгел, ә йөҙ аяҡ…
Юҡ, ыста, нимә һөйләйем тағы,
Миңә бит кәрәк мең аяҡ!
Ә һәр аяҡҡа - ҡорос йөрәк.
Былай булмай, ҡана, боҫорға урын эҙләйем, тирә-йүнде һәрмәштерәйем. Эйе, разведка яһап киләйем.
Китә. Тумыртҡа менән Ҡарлуғас инә.

Сығыу ваҡыты 13-12-2013, 06:44 | Ҡаранылар: 1686
|
  • «Шүрәле иле»- Сибайҙа!
  • Башҡортостаным
  • Ҡотло булһын Йылҡы йылы!
  • Ҡотло булһын Йылҡы йылы!
  • Үәт, ҡыҙыҡ!
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • “Уның үлемен теләп йәшәнем...”
  • Еҙнәм инең (хикәйә)
  • “Кеше үлемендә минең дә ғәйебем бар...”
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (10.11.2017)
  • Мин һәр саҡ табип хатаһы ебәреүҙән ҡурҡа инем...
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (17.11.2017)
  • Ләйсән Ҡаразбаева хәбәр итә:
  • Татлы һөйөүҙән кем туйған?
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (24.11.2017)
  • Имен хеҙмәт итеп ҡайт, Илгиз!



  • Радио Юлдаш FM