НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Выборы 2018 Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » Башҡорт һылыуҡайҙары Мәскәүҙе яулай

Башҡорт һылыуҡайҙары Мәскәүҙе яулай


Башҡорт һылыуҡайҙары Мәскәүҙе яулайИлебеҙҙең баш ҡалаһында беренсе тапҡыр “Һылыуҡай” башҡорт гүзәлдәре конкурсы үтте
Конкурс Рәсәй дәүләт геологик эҙләнеүҙәр университетының (МГРИ-РГГРУ) тамаша залында уҙҙы, ә еңеүсе тажына һайлап алыу турҙарын үткән ете баш­ҡорт һылыуы дәғүә итте. Улар­ҙың барыһы ла Башҡортос­танда тыуған, әле Мәскәүҙәге юғары уҡыу йорттарында белем ала.
Конкурста ҡыҙҙар үҙҙәре тура­һында һөйләне, сәхнәлә эшлекле һәм стилле башҡорт костюмдарын, мосолман кейемен күрһәтте, күмәкләп данлыҡлы “Ете ҡыҙ” башҡорт бейеүен башҡарҙы. Әйткәндәй, башҡорт костюмдары коллекцияһын улар өсөн модельер-дизайнер, “Һомай” дефиле-театры продюсеры Венера Йомағолова әҙерләгән. Ҡыҙҙар өсөн төрлө һорауҙарҙан торған интеллектуаль һынау ҙа ҡаралғайны. Һылыуҡай­ҙарҙың актерлыҡ оҫталығы, башҡорт әҙәби телен белеүе, сәхнәлә үҙҙәрен тотоуы, килешле итеп фотоға төшөү һәләте баһаланды.
Ҡатнашыусыларҙы баһалаусы жюри ағзаларына туҡталғанда, улар – Башҡортостан Республикаһының РФ Президенты ҡарамағындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле урынбаҫары Олег Матыцин, Башҡортостандан Дәүләт Думаһы депутаты Зөһрә Рәхмәтуллина, Башҡортостандан Мәскәүҙә һәм Санкт-Петербургта уҡыусы студенттар һәм аспиранттар ассоциацияһы башлығы Азат Баҙранов, яҡташыбыҙ, топ-модель Эльвира Хисаева, “Башҡортостан” телерадиокомпанияһы журналисы Гөлназ Ғәлимуллина, модельер Венера Йомағолова һәм Юғары иҡтисад мәктәбе аспиранты Илнур Әминев. Шуны ла билдәләп үтергә кәрәк – тамашаның режиссеры шулай уҡ яҡташыбыҙ, тап “Һы­лыуҡай” конкурсы аша республика халҡына таныш Мәскәү өлкәһе тележурналисы Гөлнара Ибраҡова булған.
Ҡыҙҙарҙың барыһы ла лайыҡлы сығыш яһаны. Әммә П. Чайковский исемендәге Мәскәү дәүләт консерваторияһының икенсе курс студенты Камила Бикҡолова айырылып торҙо һәм еңеүсе исеменә тап ул лайыҡ булды.
Камила Өфөлә тыуған, әле консерваторияның оркестр факультеты студенты. Улай ғына ла түгел, йәш кенә булыуына ҡарамаҫтан, Бөтә Рәсәй, төбәк-ара һәм халыҡ-ара конкурстар лауреаты һәм дипломанты булырға ла өлгөргән. Һылыуҡайҙың исеме Башҡортос­танда күптәргә таныш. Камила үҙе әйтеүенсә, конкурста еңеү уның өсөн көтөлмәгән шатлыҡ.
Беренсе урында – Гүзәлиә Мыр­ҙағәлина, икенселә – Лилиә Хөс­нөтдинова менән Әлмира Сол­танова, өсөнсө урында – Миләүшә Әлибаева, Гөлйыһан Ишмөхәмә­това һәм Зөбәржәт Әхмәтшина. Бынан тыш, “Тамашасы һөйөүе” номинацияһы ла булдырылды, уға, интернет-тауыш биреү барышында иң күп тауыш йыйып, Циолковский исемендәге Рәсәй дәүләт технология университетының беренсе курс студенты Гүзәлиә Мырҙағәлина лайыҡ булды. Өҫтәп һәр һылыуға Маҡтау грамоталары, ҡиммәтле бүләктәр тапшырылды. Бөтөн милли конкурстарыбыҙҙың алмаштырғыһыҙ бағыусыһы “Башҡортос­тан умартасылыҡ һәм апитерапия буйынса ғилми-тикшеренеү үҙәге” был саранан да ситтә ҡалманы – йәш яҡташтарыбыҙға тәбиғи косметика бүләк итте.

Әйткәндәй

Конкурс Башҡортостан Респуб­ликаһының Рәсәй Президенты ҡа­рамағындағы тулы хоҡуҡлы вәкиллеге, “Башҡортостан” телерадиокомпанияһы, республиканан Мәс­кәүҙә һәм Санкт-Петербургта уҡыу­сы студенттар һәм аспиранттар ассоциацияһы, Өфөнөң “Һомай” дефиле-театры тарафынан ойошторолдо.
Еңеүсе Өфөлә үтәсәк “Һылыуҡай – 2014” республика конкурсы финалында Мәскәү исеменән сығыш яһаясаҡ. Ә ил баш ҡалаһында башҡорт һылыуҙары йыл һайын билдәләнеп торасаҡ.
А. ЗИННУРОВА әҙерләне.
А. ОГАНЯН фотоһы.

Сығыу ваҡыты 29-11-2013, 13:17 | Ҡаранылар: 1607
|
  • Асылмаған сер һин!
  • “Һылыуҡай – 2015” финалсылары һайланды
  • Һылыуҡай тажы – Йылайыр ҡыҙында!
  • Мәскәүҙә йәки Питерҙа уҡығың киләме?
  • «Һылыуҡай - 2014» - Раушания Юлдыбаева!
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


    Борьба с коррупцией

    [/aviable]

  • Һуңлап килгән аҡыл
  • Ҡолаҡ һал!
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (14.09.2018)
  • Таңым нуры инең
  • Тәүге һөйөү шундай ҡыҫҡа булды
  • «Уҡыусың рәхмәтле булһын»
  • «Салауат Юлаев» - «Локомотив»! Кем-кемде?
  • Тормош үҙе йәшәргә өйрәтә
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (31.08.2018)
  • Ылау (Хикәйә)



  • Радио Юлдаш FM