НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » "Йәшлек» гүзәле"

"Йәшлек» гүзәле"


"Йәшлек» гүзәле"Шаулап-гөрләп яҙ килгән мәлдә ергә йән өрөүсе, йәм биреүсе ләйсән ямғырын кем генә яратмай икән?
1992 йылдың 11 апрелендә Әбйәлил районының Ишкилде ауылында, һеңлем Нурия менән кейәүем Мансур Усмановтар ғаиләһенә йәм өҫтәп, ҡыҙҙары Ләйсән донъяға килде. Ул бәләкәй сағынан наҙлы, һөймәлекле бала булды. Ләйсән килеп инһә, бөтә өйгә нур тулғандай була. Зифа буйлы, бөтә яҡтан да килгән, шул уҡ ваҡытта тыйнаҡ, итәғәтле ҡыҙ булып буй еткерҙе. Күңел матурлығы уны тағы ла һылыуыраҡ итә.
Ҡыҙыбыҙ бөтә яҡтан да маһир − матур йырлай ҙа, бейей ҙә, һүрәт тә төшөрә. Уның ҡул эштәре лә күҙ яуын алырлыҡ, бешергән аштары телеңде йоторлоҡ.
Хәҙерге ваҡытта Ләйсәнебеҙ Башҡорт дәүләт университетының инженерлыҡ факультетында белем ала.
Киләсәктә бөтә хыялдарың тормошҡа ашһын, ҡыҙым. Гел беҙҙе ҡыуандырып тор.

Фәүҡинур САФИНА.
Әбйәлил районы,
Амангилде ауылы.

Сығыу ваҡыты 12-07-2013, 17:13 | Ҡаранылар: 20556
|
  • Һәр яҡтан да килгән ҡыҙ
  • Ләйсән Еникеева: “Киләсәктә матур ғаилә ҡороп, балалар үҫтерергә теләйем”
  • Ләйсән ямғыры яуғанда донъяға килгәнмен
  • “Ысын башҡорт ҡыҙы булыуым менән сикһеҙ ғорурланам”
  • Тормошонда иң мөһиме – күңел матурлығы
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • “Уның үлемен теләп йәшәнем...”
  • Еҙнәм инең (хикәйә)
  • “Кеше үлемендә минең дә ғәйебем бар...”
  • Мин һәр саҡ табип хатаһы ебәреүҙән ҡурҡа инем...
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (17.11.2017)
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (24.11.2017)
  • Татлы һөйөүҙән кем туйған?
  • ҺАБАҠ (хикәйә)
  • Мәүлит байрамы мөбәрәк булһын!
  • Бүләктәр – өлөшлөләргә!



  • Радио Юлдаш FM