НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Выборы 2018 Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » Башҡорт ҡыҙҙарының кейеменә ҡытайҙар таң ҡалған

Башҡорт ҡыҙҙарының кейеменә ҡытайҙар таң ҡалған


Башҡорт ҡыҙҙарының кейеменә ҡытайҙар таң ҡалғанХалҡыбыҙ һылыуҡайҙары ҡайһы сәхнәне генә һоҡландырманы икән?! Ошо көндәрҙә Ҡытайҙа “Азия супермоделе – 2013” халыҡ-ара телевизион конкурсы бара. Унда 20 һылыуҡай ҡатнаша. Австралия, Һиндостан, Корея, Монголия, Яңы Зе­ландия, Таиланд, Вьетнам кеүек илдәрҙән башҡа, Рәсәй исеменән беҙҙең ике милләттәшебеҙ сығыш яһай.
Эмма Фәхрисламова менән Ләйсән Мостафина ”Һылыуҡай” (тулыһынса “Һылыуҡай – Bashkirian Beauty”) студияһында шөғөлләнә. Конкурс шарттары буйынса, ҡыҙҙар инглиз телен яҡшы белергә, оҫта йөҙөргә һәм модель параметрҙарына эйә булырға тейеш. Әлбиттә, халҡыңдың мәҙәниәтен күрһәтеү ҙә – төп талаптар рәтендә.
Башҡорт ҡыҙҙарының кейеменә ҡытайҙар таң ҡалған”Һылыуҡай” студияһы директоры Линара Таһирова әйтеүенсә, уның ҡыҙҙары Ҡытайҙа тәүгә түгел. Былтыр ошондай сарала ҡатнашыусы яҡташтарыбыҙ “Тамашасы һөйөүе” титулына лайыҡ булған – улар өсөн 60 миллион ҡытай тауыш биргән.
Быйыл да һынатмаясаҡтарына өмөт бар. Әле үк ойоштороусыларҙы башҡорт милли кейеме һоҡландырған. Күлдәктәрҙәге ҡиммәтле йәнлек тиреләре бигерәк тә ҡыҙыҡһындырған, сөнки бындай биҙәү Азия халыҡтарына әллә ни хас түгел. Шуға ла Ләйсән менән Эмма беренсе фотосессиянан уҡ иғтибар уртаһында.
А. ЗИННУРОВА.

Сығыу ваҡыты 12-07-2013, 13:27 | Ҡаранылар: 20659
|
  • Динара – камиллыҡ өлгөһө!
  • Беҙҙеке – Иң матур бишәү араһында
  • «Һылыуҡай - 2014» - Раушания Юлдыбаева!
  • Башҡорт һылыуҡайҙары Мәскәүҙе яулай
  • Башҡорт милли кейемдәре Ҡытайҙы яулай
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


    Борьба с коррупцией

    [/aviable]

  • Ҡолаҡ һал!
  • Организм нимә хаҡында иҫкәртә?
  • Монафиҡ (Хикәйә)
  • Тыуған ауылына рәхмәтле йырсы
  • Оҙаҡ йәшәүҙең туғыҙ сере
  • Үткәндәргә илаулап, бөгөнгөһөн юғалта күрмәгеҙ
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (3.08.2018)
  • Вниманию зарегестрированнх кандидатов, избирательных объединений, на выборах депутатов Государственного Собрания – Курултая Республики Башкортостан шестого созыва
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (20.07.2018)
  • Ҡартлыҡ бәхеттәре кемгә насип?



  • Радио Юлдаш FM