RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » » Әсә наҙын өләшеүсе, ҡурсалаусы, яҡлаусы ла

09.04.2013 Әсә наҙын өләшеүсе, ҡурсалаусы, яҡлаусы ла

Әсә наҙын өләшеүсе, ҡурсалаусы, яҡлаусы ла3 – 5 апрелдә Дыуанда «Дәүләт дөйөм белем биреү мәктәп-интернаты тәрбиәсеһе – 2013» республика конкурсы үтте
Дыуан районының Мәсәғүт ауылында тәрбиә­селәр­ҙең профессиональ конкурсын тамаша ҡылыу форсаты сыҡҡас, бик ҙур теләк менән риза булдым, сөнки мин дә ҡасандыр хеҙмәт юлымды тап ошо һөнәрҙән башлағайным һәм тәрбиәсе хеҙмәтенең ни тиклем ауыр һәм ҡатмарлы икәнен дә бик яҡшы хәтерләйем. Уҡытыусы үҙенең дәресе һәм балалар­ҙың белеме өсөн генә яуап бирһә, тәрбиәсе балалар йоҡонан тороп йоҡлап киткәнгә тиклем һәр аҙымы өсөн яуаплы. Бала ауырымаймы, йоҡлағанмы, ашағанмы, кейенгәнме, дәрескә барғанмы, ни өсөн кәйефе юҡ, ниңә теге йәки был фәндән насар билдә алған һ.б. Уның бөтмәҫ-төкәнмәҫ күренмәгән эштәре күп. Өҫтәүенә, улар ана шул ҡарап тороуға ваҡ-төйәк кенә күренгән мәшәҡәттәре менән һәр ваҡыт күләгәлә ҡала килә. Бер генә миҫал: «Йыл уҡытыусыһы» республика конкурстары беҙҙә 20 йылдан ашыу уҙғарыла, ә тәрбиәселәр конкурсы быйыл ни бары икенсе тапҡыр ғына ойошторолдо.
Әсә наҙын өләшеүсе, ҡурсалаусы, яҡлаусы лаАфарин, Дыуан республика лицей-интернаты коллективына, тәрбиәселәр конкурсын үткәреү идеяһын тап улар күтәреп сыға. Ул ғына ла түгел, ике йыл рәттән, был яуаплы бәйгене үткәреү бурысын да үҙ өҫтәренә ала. Һәм, әйтергә кәрәк, конкурсты юғары кимәлдә матур итеп ойоштороуға өлгәштеләр. Һәр нәмә нөктәһенә тиклем уйланылған, һәр кем үҙенә ҡушыл­ған эште еренә еткереп башҡара. Ә уҡыусылар тураһында әйтеп торорға ла түгел. Конкурста ҡатнашыусы һәр кем балаларҙың тәрбиәлелегенә, тәртибенә, ихласлығына һәм бейеүҙәренә, йырҙарына хайран ҡалды.
Былтыр үткән тәүге конкурста республиканың төрлө төбәктәренән 12 тәрбиәсе ҡатнаша һәм еңеүсе исеменә Дыуан районы республика лицей-интернатының тәрбиәсеһе Римма Шәймөхәмәтова лайыҡ була. Быйылғы конкурста 13 педагог көс һынашты. Улар араһында кадет мәктәбе, гимназия-интернат, санаторий тибындағы интернат, хәүеф төркөмөнә ҡараған балалар өсөн ябыҡ типтағы махсус дөйөм белем биреү мәктәбе тәрбиәселәре лә бар. Конкурсанттарҙың күбеһе − 20 – 30 йылдан ашыу балалар менән эшләүсе тәжрибәле педагогтар. Мәҫәлән, хәүеф төркөмөнә ҡараған балалар өсөн Серафимовка ябыҡ типтағы махсус дөйөм белем биреү мәктәбе тәрбиәсеһе Фәриҙә Сәғҙиеваның 30 йылға яҡын педагогик стажы бар. Шуның 15 йылын алда әйтеп үтелгән тәрбиә усағында эшләй ул. «Эшемде, тәрбиәләнеүселәремде бик яратам. Балаларыбыҙ беҙҙең бик һәләтле. Һеҙ уларҙың нисек матур йырлағанын, бейегәнен күрһәгеҙ. Ә спорт буйынса ниндәй көслөләр! Ҡайҙа ғына ярышҡа барһалар ҙа тик призлы урындар ғына алып ҡайталар. Беҙҙә төрлө түңәрәктәр, спорт секциялары эшләй. Үҫмерҙәр уларға бик теләп йөрөй. Беҙ, тәрбиәселәр, һәр көн эшкә ҙур теләк менән барабыҙ, беҙҙә, эшкә барғым килмәй, тигән кешене осратмаҫһың», – тип һөйләй ул үҙенең эше һәм тәрбиәләнеүселәре хаҡында.
Башҡортостан Мәғарифты үҫтереү институтының өлкән уҡытыусыһы Зөлфиә Вәлиева етәкселегендәге абруйлы жюри ҡарамағына конкурсанттар үҙҙәренең портфолиоһын тәҡдим итте. Бынан тыш, улар өсөн асыҡ класс сәғәте үткәреү, дәрескә анализ яһау һәм үҙҙәре менән таныштырыу кеүек һынауҙар ҡаралғайны. Ә финалға сыҡҡан тәрбиәселәр иһә оҫталыҡ дәресе күрһәтте. Конкурсанттарҙың был һынауҙарҙы лайыҡлы үтеү өсөн эш тәжрибәһе лә, белеме лә, әҙерлеге лә етерлек. Конкурс тап шуны дәлилләне. Мәҫәлән, Күмертауҙағы Республика политехник лицей-интернатынан Фәриҙә Аҙналина, Дыуандағы Республика лицей-интернатынан Розалия Ибраһимова, Өфөләге Республика башҡорт лицей-интернатынан Рәғиҙә Сәйфуллина, Красноусол башҡорт гимназияһынан Альбина Ишкина, хәүеф төркөмөнә ҡараған балалар өсөн Серафимовка ябыҡ типтағы махсус дөйөм белем биреү мәктәбенән Фәриҙә Сәғҙиеваларҙың тыуған илгә һөйөү, профессиональ тәрбиә биреү, мөхәббәт темаһына класс сәғәттәре, әҙерлек өсөн бер генә кис бирелеүенә ҡарамаҫтан, методик яҡтан дөрөҫ уйланылған булыуы, алдынғы технологиялар, ҡыҙыҡлы алымдар ҡулланылыуы менән иғтибарҙы йәлеп итте. Ҡатна­шыусылар үҙҙәре менән таныштырғанда ла ниндәй генә алымдарҙы ҡулланмаған. Кемдер интервью аша үҙе менән таныштыра, икенсеһен телевизион тапшырыуға саҡыр­ғандар, өсөнсөһө видеоролик файҙалана, дүртенсеһе үҙенең тормош һәм хеҙмәт юлын шиғыр юлдарына һалған. Һәр сығыш үҙенсә сағыу һәм иҫтә ҡалырлыҡ. Һәр конкурсант конкурста ҡатнашыу һәм еңеү өсөн ҙур көс һала. Шуға күрә лә тап үҙен беренселәр рәтендә күрергә өмөтләнә. Мин дә уйымдан ғына бер нисә конкурсантты, мотлаҡ финалға сығыр, тип билдәләп ҡуйғайным. Әммә һәр сығышты иғтибарлап күҙәтеп барған жюри ағзаларына кемдең «иң-иң» икәне асығыраҡ күренәлер. Шулай итеп, жюри ҡарары буйынса барлыҡ һынауҙарҙан һуң 13 тәрбиәсенең алтауһы финалға сыҡты. Улар – Красноусол башҡорт гимназияһынан Альбина Ишкина, Күмертау­ҙа­ғы Республика политехник-лицей-интернатынан Фәриҙә Аҙналина, Дыуандағы Респуб­лика лицей-интернатынан Роза­лия Ибра­һимова, Өфөләге Республика башҡорт лицей-интернатынан Рәғиҙә Сәйфуллина, Нефтека­ма төп дөйөм белем биреү мәктәп-интернатынан Фа­тима Холма­това һәм Шафран­овтағы санаторий тибындағы интернат-мәктәптән Фәриҙә Янбаева. Шулай итеп, жюри ҡарары буйынса тап ошо конкурсанттар «Йыл тәрбиәсеһе» исеме өсөн көрәшергә тейеш. Бының өсөн улар конкурс­тың һуңғы этабы – «Оҫталыҡ дәресе» һынауын үтте. Берәүҙәр был дәресте ҡул эше оҫталығына арнаны, икенселәр сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандаланы, өсөнсөләр уңышҡа өлгәшеү серҙәрен өйрәтергә тырышты. Дәрестәр тематик яҡтан ғына түгел, методик яҡтан да төрлөлөгө менән айырылып торҙо. Шулай ҙа был дәрестәргә төп талаптарҙың береһе – улар алдынғы технологияларға ҡоролған булырға тейеш. Ошо йәһәттән ҡарағанда, Красноусол башҡорт гимназияһынан Альбина Ишкинаның дәресе иң отошлоһо булғандыр. Шулай итеп, ике көн барған көсөргәнешле конкурс аҙағына яҡынлашты, еңеүселәрҙе билдәләр мәл дә етте. Һәр кем хәҙер инде алты конкурсант араһынан «Йыл тәрбиәсеһе» исеменә лайыҡлыһын фаразлай. Шулай итеп, өсөнсө урын­ға – Нефтекама төп дөйөм белем биреү мәктәп-интернатынан Фатима Холматова, икенсе урынға Шафрановтағы санаторий тибындағы интернат-мәктәптән Фәриҙә Янбаева лайыҡ булды. Ә еңеүсе − Красноусол башҡорт гимназияһынан Альбина Ишкина.
Альбина Ишкина сығышы менән Стәрлетамаҡ ҡалаһынан. Стәрлетамаҡ педагогия институтын тамамлағандан һуң балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып эшләй. Красноусол башҡорт гимназияһында эшләүенә лә хәҙер 13 йыл ваҡыт үткән. «Уҡыусыларҙың аҡыл һәм ижади үҫеше» тигән үҙенең авторлыҡ программаһы бар.
– Бындай конкурс ойошторолоуын күптән теләй инем. Ҡатнашыуыма бик шатмын. Барыһы ла шул тиклем шәп! Әлбиттә, һәр конкурсант еңеүгә өмөтләнә, ышана. Ғөмүмән, уңышҡа ышанырға кәрәк, сөнки уйлаған уй һәр саҡ алға килә. Минең девизым: «Уңыш уңыш килтерә». Өмөттәрем аҡланды, конкурстан алған тәьҫораттарымды әйтеп аңлатып бөтөрлөк түгел. Барыһына ла ҙур рәхмәт, – ти еңеүсе, ҡыуанысы менән уртаҡлашып.
Конкурс нисек кенә ауыр булмаһын, ул үтеү менән барлыҡ ҡыйынлыҡтар онотола, тик матур тәьҫораттар ғына ҡала, тип шылтыратты миңә бер-ике көндән һуң конкурсанттарҙың береһе. Минеңсә, конкурстан барыһы ла тик ыңғай тәьҫораттар менән генә таралышты.

Сажиҙә ЛОТФУЛЛИНА.
Юлай КӘРИМОВ фотолары.










Оҡшаш яңылыҡтар



Бүләк тапшырылды. Ә конкурс дауам итә

03.06.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Бүләк тапшырылды. Ә конкурс дауам итә


Финат ЗАМАНОВТЫ оло еңеүе менән ҡотлайбыҙ!

30.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Финат ЗАМАНОВТЫ оло еңеүе менән ҡотлайбыҙ!


Тотоп һөйөрлөк кенә!

30.05.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Тотоп һөйөрлөк кенә!


Дыуан ҡыҙы Айһылыу Шәрипованы оло еңеүе менән  ҡотлайбыҙ!

Тарихымды онотмам, тамырымды ҡоротмам

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Тарихымды онотмам, тамырымды ҡоротмам


Ололарҙы ололайыҡ,  кеселәрҙе кеселәйек!

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Ололарҙы ололайыҡ, кеселәрҙе кеселәйек!


Башҡорт киноһы үҫешһен

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Башҡорт киноһы үҫешһен


Телебеҙҙән оялмайыҡ!

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Телебеҙҙән оялмайыҡ!


“Ерҙә кеше йәшәй икән, теле лә йәшәй…”

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт “Ерҙә кеше йәшәй икән, теле лә йәшәй…”


Мин сәләмәт тормош яҡлы!

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Мин сәләмәт тормош яҡлы!


Әгәр ҙә Салауат Юлаев тере булһа...

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Әгәр ҙә Салауат Юлаев тере булһа...


Үҙебеҙ һайлаған юл

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Үҙебеҙ һайлаған юл


Гәзитебеҙҙең 20-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары

23.05.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 20-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары


Тамырҙарымда башҡорт ҡаны аҡҡаны менән ғорурланам

Улар алдында баш эйәбеҙ

13.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Улар алдында баш эйәбеҙ


Гәзитебеҙҙең 19-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары

13.05.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 19-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары


Мин – россиянмын!

10.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Мин – россиянмын!


Гәзитебеҙҙең 17-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары

29.04.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 17-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары


Гәзитебеҙҙең 16-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары

25.04.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 16-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары


Гөлнур Зиннәтова - еңеүсе!

19.04.2016 - Конкурстар » Йәшлек гүзәле Гөлнур Зиннәтова - еңеүсе!


Гәзитебеҙҙең 15-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары

15.04.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 15-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары


Кешеләрҙең тәнен генә түгел, күңелен дә дауалаясаҡ ҡыҙ

Гәзитебеҙҙең 14-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары

08.04.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 14-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары


Һылыу ҙа, һәләтле лә беҙҙең башҡорт ҡыҙҙары!