RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » » «Гәзит уҡырға, cаф һауала йөрөргә яратам», –

22.02.2013 «Гәзит уҡырға, cаф һауала йөрөргә яратам», –

«Гәзит уҡырға, cаф һауала йөрөргә яратам», –
ти «Йәшлек»-фараз» конкурсы еңеүсеһе Памир ҡәҙербирҙин
«Йәшлек»-фараз» кон­­курсында еңеүселәр күп булды, әммә быйылғы кеүек тә дөп-дөрөҫ итеп фаразла­ған кеше булмағандыр. Мә­сетле райо­нының Тайыш ауылында йә­шәүсе 73 йәшлек Па­мир ҡәҙербирҙин­дың күп тә түгел, аҙ ҙа түгел, 14162 тип фаразлаған һандары «нөктәһе, өтөрөнә» тиклем тура килгән дә ҡуйған! Шулай ҙа була икән тип, үҙебеҙ ҙә ғәжәпләнеп ҡуйҙыҡ хатта. Бының берәй ғилләһе барҙыр, гәзит уҡыусыбыҙ ни өсөн тап ошо һандарҙы яҙырға булды икән?
– Бармаҡ менән һауаға тоҫҡау булды инде ул, йылдан-йыл хаҡтар ҡиммәтләнә, быйыл, моғайын, был­тыр­ғы һанға етеңкерәмәҫ тинем дә, тоттом да шул һандарҙы яҙғайным. Еңеремә лә ышанманым. Һуңынан редакциянан шылтыратҡас, бик ҡыуандым, әлбиттә. Көтөлмәгән шатлыҡ булды. Бығаса бер ҙә отошло уйындарҙа уйнағаным да, еңгәнем дә юҡ ине, лотереяларға ла ышанып бармайым, – ти Памир Аллабирҙе улы үҙенең еңеүенең сере хаҡында.
Бына шулай, уйламағанда, көтмәгәндә «Йәшлек»-фараз» конкурсының төп бүләген – «Хазина» туристик агентлығының путевкаһын от әле!
– Гәзитте «Ленинсы» сағынан уҡ алдырам, яратып уҡыйым. Бигерәк тә хикәйәләрҙе көтөп алам, конкурсҡа килгән әҫәрҙәр­ҙең береһен дә ҡалдырмай уҡып сыҡтым. Шулай уҡ спорт яңылыҡтары менән ҡыҙыҡһынам, көйәрмән булараҡ, хоккей тураһындағы хәбәрҙәрҙе иң беренсе сиратта ҡарап сығам. «Ғәләмәт донъя» ҡыҙыҡлы, көләмәстәр ҙә кәйефте күтәреп ебәрә, – тип һүҙен дауам итә еңеүсебеҙ. Төп бүләктең гәзитебеҙҙе оҙаҡ йылдар алдырыусы тап ошондай тоғро дуҫыбыҙға эләгеүенә беҙ ҙә бик ҡыуандыҡ.
Памир Аллабирҙе улы колхозда 40 йылдан ашыу малсы булып эшләп хаҡлы ялға сыға. Тормош иптәше Мөшәрифә Бәҙретдин ҡыҙы менән биш бала тәрбиәләп үҫтерәләр. Әлеге көндә балалары барыһы ла үҙ аллы донъя көтә. Хәҙер инде 13 ейән-ейәнсәргә олатай менән өләсәй ҙә улар.
– Ауыл тормошон яратам. Тыныс, саф һауа. Буш ваҡытта китап, гәзит уҡырға әүәҫмен. «Йәшлек»тән тыш, район гәзитен һәм «ЗОЖ»ды алдырам. Бала­ларыбыҙҙың ҡайтҡанын көтөп, ҡош-ҡорт, бер аҙ мал аҫрап йәшәйбеҙ, – ти Памир Аллабирҙе улы үҙенең бөгөнгө көнитмеше хаҡында.

С. ЛОТФУЛЛИНА.
Х. СӨНӘҒӘТУЛЛИН фотоһы.










Оҡшаш яңылыҡтар



Бүләк тапшырылды. Ә конкурс дауам итә

03.06.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Бүләк тапшырылды. Ә конкурс дауам итә


Финат ЗАМАНОВТЫ оло еңеүе менән ҡотлайбыҙ!

30.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Финат ЗАМАНОВТЫ оло еңеүе менән ҡотлайбыҙ!


Тотоп һөйөрлөк кенә!

30.05.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Тотоп һөйөрлөк кенә!


Дыуан ҡыҙы Айһылыу Шәрипованы оло еңеүе менән  ҡотлайбыҙ!

Тарихымды онотмам, тамырымды ҡоротмам

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Тарихымды онотмам, тамырымды ҡоротмам


Ололарҙы ололайыҡ,  кеселәрҙе кеселәйек!

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Ололарҙы ололайыҡ, кеселәрҙе кеселәйек!


Башҡорт киноһы үҫешһен

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Башҡорт киноһы үҫешһен


Телебеҙҙән оялмайыҡ!

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Телебеҙҙән оялмайыҡ!


“Ерҙә кеше йәшәй икән, теле лә йәшәй…”

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт “Ерҙә кеше йәшәй икән, теле лә йәшәй…”


Мин сәләмәт тормош яҡлы!

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Мин сәләмәт тормош яҡлы!


Әгәр ҙә Салауат Юлаев тере булһа...

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Әгәр ҙә Салауат Юлаев тере булһа...


Үҙебеҙ һайлаған юл

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Үҙебеҙ һайлаған юл


Гәзитебеҙҙең 20-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары

23.05.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 20-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары


Тамырҙарымда башҡорт ҡаны аҡҡаны менән ғорурланам

Улар алдында баш эйәбеҙ

13.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Улар алдында баш эйәбеҙ


Гәзитебеҙҙең 19-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары

13.05.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 19-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары


Мин – россиянмын!

10.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Мин – россиянмын!


Гәзитебеҙҙең 17-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары

29.04.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 17-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары


Гәзитебеҙҙең 16-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары

25.04.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 16-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары


Гөлнур Зиннәтова - еңеүсе!

19.04.2016 - Конкурстар » Йәшлек гүзәле Гөлнур Зиннәтова - еңеүсе!


Гәзитебеҙҙең 15-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары

15.04.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 15-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары


Кешеләрҙең тәнен генә түгел, күңелен дә дауалаясаҡ ҡыҙ

Гәзитебеҙҙең 14-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары

08.04.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 14-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары


Һылыу ҙа, һәләтле лә беҙҙең башҡорт ҡыҙҙары!