RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » » Эсемлек артынан йөрөү бәләһе

25.12.2012 Эсемлек артынан йөрөү бәләһе

Беҙ, ғәҙәттә, Яңы йылды бы­лай ҡаршылай инек. Ба­лаларҙы бер фатирға бикләйбеҙ ҙә, үҙебеҙ икенсе фатир­ға йыйылабыҙ. Сөнки улар менән мәшәҡәт күп. Уларға уйнарға, шаярырға кәрәк, ә был беҙгә, ололарға, Яңы йыл ҡаршыларға ныҡ ҡамасаулай.
«ҡаршыларға» тип әйтәбеҙ генә инде, сөнки иҫке йылды оҙатыу хәтерҙә ҡала, ә ҡаршылау беҙгә, ирҙәргә, күп осраҡта эләкмәй. Сөнки иҫке йылды иртәрәк оҙата башлаһаң, үҙең дә һиҙмәй йоҡлап китәһең, ә уянғанда инде Яңы йыл килгән була.
1986 йылдың башында киләһе Яңы йылды (йәғни 1987 йылды) беҙҙә ҡаршы алырбыҙ тип, тара­лыш­­ҡас, декабрҙә ҡатын менән байрамға әҙерләнә башланыҡ.
1986 йылды үҙегеҙ хәтерләйһегеҙҙер, Горбачев заманы ине бит инде. Ярай, ашамлығын табырбыҙ, аҡсаң ғына булһын, магазин тулы аҙыҡ. Ә бына эсемлеге менән нимә эшләргә? Ул саҡта араҡы ҡаланың бер генә урынында көндөҙгө сәғәт 2-нән 5-кә тиклем генә һатыла ине бит.
Ни ҙә булһа эшләргә кәрәк тип, 25 декабр­ҙә киттем магазинға. Сәғәт ике тулыуға барһам, магазин эргәһе халыҡ менән тулған. Аҡ ҡар өҫтөнә төшкән ҡарға көтөүеме ни?! Шулай ҙа сиратҡа торҙом. Әммә барып еткәнсе магазин бикләнде. Ярай, эштән отгул алып, иртән иртүк килермен, тип ҡайтып киттем. Директор, Аллаға шөкөр, отгул бирҙе. Иртән сәғәт туғыҙ тулыр-тулмаҫ магазинға йүгерҙем. Әммә минән алда алтмыш-етмеш кеше йыйылғайны инде. Ярай, мин әйтәм, араҡыһы булһа, нисек тә алырмын. Бына бер ваҡыт, сәғәт ике тулғас, һата башланылар. Сират әкрен генә ҡуҙғала. Мин дә магазин ишегенә етеп киләм. Инде генә күтәрмәһенә баҫып, хәҙер эсенә инәм тигәндә генә һатыусы:
− Араҡы һатылып бөттө, − тип магазинды бикләп тә ҡуйҙы.
Бына мин һинә әйтәйем, ун сәғәт ваҡыт, алған отгул бушҡа китте. Ярай, дүшәмбелә таңғы сәғәт алтынан уҡ киләм, тип ҡайтып киттем.
Дүшәмбе еткәс, ҡатынға:
− Эшкә шылтырат, сирләй, тип әйт, − тинем дә, тоҡсайға ашарға һалып, сират алыр­ға йүгерҙем.
Барып еткәндә минән алда унлап кеше тора ине инде. Әһә, мин әйтәм, былай булғас, алабыҙ бөгөн, араҡыһы ғына булһын. Сиратта тороп, ике ҡап сигаретты тартып бөтөүгә сәғәт бер тулды. Ситкә китмәй генә, аяҡ өҫтө ҡапҡылап алдым, юҡһа бик ныҡ асыҡтырған. Сәғәт ике тулды. Минең арттан сираттың осо бөтөнләй күренмәй − урам осонан әллә ҡайҙа боролоп киткән. Бына бер ваҡыт магазин асылды, беҙ эскә индек.
− Араҡы килтермәнеләр әле, − тине көтмәгәндә һатыусы, – бына-бына килеп етергә тейеш.
Көтәбеҙ − юҡ, көтәбеҙ − юҡ. Инде сәғәт дүрт тулды. Юҡ, мин әйтәм, магазин бикләнгәнгә тиклем торасаҡмын, әммә бөгөн араҡыһыҙ ҡайтмайым. Сәғәт биш тулғас, бер милиционер бөтә халыҡ ишетерлек итеп әйтмәһенме:
− Иптәштәр, араҡы һатыу ваҡыты үтте, таралышығыҙ!
Бына мин һиңә әйтәйем, был ниндәй бәлә, бер ҙә генә лә уңып булмай.
Иртәгә мин барыбер араҡы алыр­ға тейешмен! Шулай тинем дә, быйма, бейәләй, тун кейеп, кистән үк сират алырға йүгерҙем.
Килһәм, бер кем дә юҡ, тимәк, мин бөгөн беренсе. Сәғәт төнгө ике тулыуға яныма тағы берәү килде, дүрт тулыуға беҙ биш кеше инек, ә алтынан һуң халыҡтың иҫәбенә сығырлыҡ түгел ине. ҡояш сығып, көн яҡтырғанда сираттың осо ике саҡрымға һуҙылып, Иҙел ярына барып етте. Сәғәт ике тулғанын дүрт күҙ менән көтә башланыҡ.
Өшөүҙән минең тел дә әйләнмәй, аяҡ та эшләмәй. Бына һатыусы килеп, магазиндың йоҙағын асты. Шул саҡ арттан мине ҡапыл алға этеп ебәрҙеләр, туң быймаларым тайып, алға һөрлөгөп йығылып киттем, минең өҫтән кешеләр үтә башланы. Тапанылар, баҫтылар. Шулай күпме ятҡанмындыр, аңыма килгәндә, дауаханала ята инем.
Табип килде.
− Йә, нисек, герой, эстеңме? − ти.
− Нимәне? – мин әйтәм. − мин бит алып та өлгөрмәнем...
− Һине бит кисә, иҫерек тип, айнытҡыс­ҡа алып киткәндәр, шунан, ҡулың һынғаны беленгәс, бында килтерҙеләр.
Ысынлап та, бер ҡулым гипста ине.
− Бөгөн нисәһе? − тим.
−30-ы, − ти табип.
Тимәк, иртәгә 31-е, Яңы йыл ҡаршыларға!
− Мине бынан ҡасан сығараһығыҙ?
− Барыһы ла яҡшы икән − иртәгә. Яңы йылды ғаиләң, балаларың менән ҡаршыларһың.
− Ә дуҫтар? Уларҙы нимә менән һыйлармын? Юҡ, иптәш табип, мине сығармағыҙ, ауырыйым. Өйөмдә бит эсемлек юҡ!
Тыңламаны табип, ҡулымды муйыныма аҫтырҙы ла, ҡайтарып ебәрҙе.
Өйгә ҡайтһам, ҡатын балалар менән кухняла нимәлер бешереп маташа. Шунда ҡатын:
− Мин дуҫтарға, эске булмаясаҡ, балалар менән килегеҙ, тинем. Улар риза булды.
Оҙаҡ та үтмәй, балаларын эйәртеп, дуҫтар йыйыла башланы. Шунан бергәләп фотоға төшөргә барҙыҡ. Күмәкләшеп матур биҙәлгән шыршы янында уйнаныҡ. Саф һауанан һуң инеп, күңелле итеп сәй эстек. Төрлө уйындар уйнаныҡ, телевизор ҡараныҡ. Сәғәт ун ике тулыуға бөтәбеҙ ҙә күңелле, шат ине. Телевизорҙан совет халҡына Яңы йыл ҡотлауын тыңланыҡ.
Шулай итеп, Яңы йылды кофе, сәй эсеп ҡаршы алдыҡ. Беренсе тапҡыр шулай ғаилә, балалар менән бергә. Балаларҙың шатлығы эстәренә һыймай. Ә беҙҙең Яңы йылды айыҡ ҡаршы алыуыбыҙ барыбыҙ өсөн дә яңылыҡ ине. Киләһе йылға тиклем шулай булырға, тип таралыштыҡ беҙ дуҫтар менән.

Р. ҒӘЛИН.










Оҡшаш яңылыҡтар



Бүләк тапшырылды. Ә конкурс дауам итә

03.06.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Бүләк тапшырылды. Ә конкурс дауам итә


Финат ЗАМАНОВТЫ оло еңеүе менән ҡотлайбыҙ!

30.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Финат ЗАМАНОВТЫ оло еңеүе менән ҡотлайбыҙ!


Тотоп һөйөрлөк кенә!

30.05.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Тотоп һөйөрлөк кенә!


Дыуан ҡыҙы Айһылыу Шәрипованы оло еңеүе менән  ҡотлайбыҙ!

Тарихымды онотмам, тамырымды ҡоротмам

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Тарихымды онотмам, тамырымды ҡоротмам


Ололарҙы ололайыҡ,  кеселәрҙе кеселәйек!

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Ололарҙы ололайыҡ, кеселәрҙе кеселәйек!


Башҡорт киноһы үҫешһен

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Башҡорт киноһы үҫешһен


Телебеҙҙән оялмайыҡ!

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Телебеҙҙән оялмайыҡ!


“Ерҙә кеше йәшәй икән, теле лә йәшәй…”

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт “Ерҙә кеше йәшәй икән, теле лә йәшәй…”


Мин сәләмәт тормош яҡлы!

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Мин сәләмәт тормош яҡлы!


Әгәр ҙә Салауат Юлаев тере булһа...

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Әгәр ҙә Салауат Юлаев тере булһа...


Үҙебеҙ һайлаған юл

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Үҙебеҙ һайлаған юл


Гәзитебеҙҙең 20-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары

23.05.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 20-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары


Тамырҙарымда башҡорт ҡаны аҡҡаны менән ғорурланам

Улар алдында баш эйәбеҙ

13.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Улар алдында баш эйәбеҙ


Гәзитебеҙҙең 19-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары

13.05.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 19-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары


Мин – россиянмын!

10.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Мин – россиянмын!


Гәзитебеҙҙең 17-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары

29.04.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 17-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары


Гәзитебеҙҙең 16-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары

25.04.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 16-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары


Гөлнур Зиннәтова - еңеүсе!

19.04.2016 - Конкурстар » Йәшлек гүзәле Гөлнур Зиннәтова - еңеүсе!


Гәзитебеҙҙең 15-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары

15.04.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 15-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары


Кешеләрҙең тәнен генә түгел, күңелен дә дауалаясаҡ ҡыҙ

Гәзитебеҙҙең 14-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары

08.04.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 14-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары


Һылыу ҙа, һәләтле лә беҙҙең башҡорт ҡыҙҙары!