НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Выборы 2018 Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

Үс


Был ҡыҙ ҡайҙан килеп сыҡҡандыр, һорашыусы, ҡыҙыҡһыныусы булманы. Ул ҡомло майҙансыҡтағы кескәй эскәмйәлә ултыра ла ултыра. Башҡалар уйнай, сыр-сыу килә, ә был ултыра. Шулай сабыр, тынысмы икән ни? Өҫтөндә оҙон ғына күлдәк, яңы сағында матур, ҡуйы зәңгәр булған, күрәһең, хәҙер инде төҫө уңған. Колготкаһының бер тубығы ямалған, аяғында ҡаты табанлы арзанлы сандалый.
Бишәр ҡатлы бер нисә йорт уртаһындағы ихатала малайҙар туп һуға. Ҡыҙҙың күҙҙәре шунда. Ләкин ул уйнарға теләүен бер нисек тә белдермәй, уны саҡы­рыу­сы ла юҡ. Бөтә донъя уға битараф. Ҡайҙандыр килгән, тимәк, ҡайҙалыр китеп олағасаҡ. Ләкин ҡыҙ көн һайын килә башланы. Килә лә ултыра. Өндәшмәй. Башҡалар ҙа уға һүҙ ҡатмай. Кемдең хәйерсе менән һөйләшкеһе килһен инде? Ә ҡыҙ ултыра. Ҡымшанмай. Ғәжәп. Ун йәшлек бала ҡуҙғалмай сәғәттәр буйына ултырһын әле. Тик күҙҙәре генә тупҡа эйәреп йөрөй. Кинәт уныһы уйынсыларҙың ҡулынан ысҡынып, ситкә осоп китте һәм тәгәрәп килеп, бала ҡаршыһында туҡтаны. Ҡыҙыҡай кинәт һикереп торҙо, ҡулдары тупҡа үрелде, ләкин тотонманы, кеше әйбере, асыуланырҙар, әрләрҙәр, туҡмап ҡайтарыуҙары ла бар.
− Эй, бомжа, нимә ҡатып ҡалдың, ырғыт тиҙерәк! − тип ҡысҡыр­ҙы оло малай.
Ҡыҙ тупты алып, уйынсылар яғына ырғытты. Ул үҙенә “бомжа" тип ҡысҡырыуҙарын ишетмәгән кеүек, ҡушҡанды эшләне лә йәнә урынына барып ултырҙы. Тик уның өсөн донъя хәҙер әҙ генә үҙгәрҙе, мәрхәмәтлерәк булды шикелле. Ниндәйҙер ҡыуаныс сатҡыһы ҡабынды. Хәҙер инде ул был ихатаға юҡҡа йөрөмәй, уның маҡсаты бар, туп тәгәрәп китһә, йәһәт кенә ала һалып малайҙарға кире биреп тора. Яҡын барып түгел, алыҫтан ғына ырғыта, шулай ҙа бәхет. Ошо ҡыҫҡа ғына миҙгел эсендә ул ысын тупты тотоп ҡарай бит. Ата-әсәле, рәхәт йәшәгән малайҙар, бәхетле малайҙар тотҡан уйынсыҡты тота! Улар йәшәгән тормошҡа яҡынайған кеүек була.
– Эй, бомжа, тиҙерәк бул! – тигән команда яңғырай. Ҡыҙ бер генә секунд ҡулына ысын туп тотоп ҡарауынан да ҡәнәғәт. Ләкин уның тупты ергә бәреп ҡарағыһы ла килә. Нисек һикерә икән? Ә уйнауы бигерәк тә ҡыҙыҡтыр инде. Юҡ, бала тупты ергә бәреп ҡарар­ға ҡыймай, юғиһә арҡаңды йоҙроҡлап, хәҙер бынан ҡыуасаҡтар.
Подъезд ҡаршыһында ултырған әбейҙәр, ниһайәт, был ҡыҙ тураһында һөйләшеүҙе кәрәк тип тапты.
Ҡайҙан килеп сыҡты һуң әле был бахыр­ҡай, кем балаһы?
Әбейҙәр күпте белә, көн буйына тиерлек шунда ултыралар бит. Кемгә ҡунаҡ килгән, кем ауылға, кем ялға киткән, кейәүгә сыҡҡан, бала тапҡан, айырылып ҡайтҡан һәм башҡалар. Белмәҫкә ни, бер әбей белгәнде бөтәһе лә белә, ә бөтәһе белгәнде берәүһе лә белә. Тик, ни ғәжәп, был ҡыҙҙы таныусы табылманы.
Ҡыҙыҡһыныу – ҙур көс. Ҡарсыҡтарҙың береһе кеҫәһен ҡапшай, әһә, кәнфит бар икән. Әбей ҡыҙ янына килде һәм, уны һөйләндермәксе булып:
– Балам, бик тәмле, тип кәнфит һаталар ине, ашап ҡара әле. Ысынлап тәмлеме икән? – тип ҡыҙға күстәнәсен һуҙҙы. Тик уныһы һикереп тороп, күҙ асып йомғансы ҡасып китте. Гүйә урманда үҫкән болан балаһы. Әбей-һәбей был ҡыланышҡа ғәжәпләнеп ҡарап ҡалды.
Ҡыҙ иртәгәһенә йәнә урынында ине. Элеккесә, малайҙарҙың уйнауын күҙәтә. Шулай көндәр уҙҙы, кешеләр был ят ҡыҙға күнекте, береһенә лә ҡамасауламай бит. Бары тик ара-тирә: “Бомжа, килтереп бир! Бомжа, йәһәтерәк бул!” – тигән ҡысҡырыу­ҙар ғына ишетелеп ҡала ине.
Ә бер көндө ҡыҙ илап ултыра, имеш. Иң беренсе быға Фатима апай иғтибар итте.
– Ҡыҙым, нимәгә илайһың, ни булды? – тине ул уның янына килеп. Был юлы ҡыҙ тороп йүгермәне. Ҡурҡыу ҡатыш өмөт сағыл­ған күҙҙәре менән Фатимаға күтәрелеп ҡараны.
– Берәй ерең ауыртамы әллә? – тип һораны ҡабаттан, ҡыҙҙың өндәшергә баҙнат итмәүен аңлап.
– Ҡолағы-ым! – тине ҡыҙ һыҡрап. Был уның ошо ихатала әйткән беренсе һүҙе ине. Фатима хатта шатланып ҡуйҙы: “Бәрәкалла, һаңғырау ҙа, телһеҙ ҙә түгел был бала”.
Ҡарсыҡ, ҡыҙҙың яулығын сисеп, һаҡ ҡына ҡолағын ҡараны. Ул шешкән ине.
Фатима өйөнә ашыҡты, тиҙерәк ауыртыу­ҙы баҫа торған дарыу тапҡыһы килде. Кәрәк саҡта буламы ни ул? Ҡатын күршеһенә йүгерҙе.
– Нимә булды, сирләп киттеңме әллә? – тине Зинәйҙә, Фатима дарыу һорағас.
– Юҡ, ана теге, беҙҙең йортҡа килеп ултыра торған ҡыҙҙың ҡолағы шешеп сыҡҡан, башы ут һымаҡ яна, – тине ул.
Дарыу табылды. Ике ҡатын ҡыҙҙы фатир­ға алып инеп, дарыу эсерҙе, ҡолағына алоэ ҡуйып бәйләне. Тик ҡыҙҙың күҙҙәренән барыбер туҡтауһыҙ йәш аға ине. Күренеп тора, бала үтә түҙемле, тауышын да сығармай, тик һыҙлауы уның мейеһенә бәрә, шуға тыйыла алмай илай. Ни эшләйһең, ҡатындарға «Ашығыс ярҙам» саҡырырға тура килде һәм Зинәйҙә ҡыҙҙы оҙата китте.
– Йә, исемең кем әле һинең, матур ҡыҙ? – тине табип баланы ҡарағанда.
– Нурһибә, – тине ҡыҙ, саҡ ишетелерлек итеп.
– Ә фамилияң?
– Закирова, – тип ниңәлер үҙ фамилияһын әйтә һалды Зинәйҙә. – Закирова беҙҙең фамилия.
Ҡыҙ яуап бирмәне. Уға барыбер. Тик ауыртыу ғына әҙерәк баҫылһын ине...
Дауаханала ҡаралып, табип билдәләгән процедураларҙы алғас, ҡыҙҙың хәле яҡшыра башланы. Зинәйҙә яҙҙырып, медиктар­ҙың кәңәштәрен тыңлағандан һуң, ҡыҙҙы етәкләп ҡайтырға сыҡты. Өйөндә ул иң тәүҙә баланың тамағын туйҙырҙы. Шунан:
– Ҡыҙым, бөгөн ҡайтып йөрөмә инде, миндә генә ҡал, – тине.
Зинәйҙә оҙаҡ ҡына йоҡлай алмай ятты. Кем балаһы булыр был? Ата-әсәһе юҡмы әллә? Улай тиһәң, кис булыуға ҡайтып китә, тимәк, ҡуныр ере, өйө бар. Хәйер, ундай ата-әсәйең булыуынан булмауы... Тәүбә, тәүбә, башҡа ниндәй уйҙар килә. Кемелер бар был баланың, тик ҡәҙере генә юҡ шикелле. Булмаһын. Бынан ары Нурһибә үҙемдә ҡалыр. Әгәр теләһә... Теләрме икән? Ярай, күҙ күрер әле, бөтәһен дә алдан белеп булмай, ни булһа, шул булыр. Бәлки, әсәһе берәй эскесе булып, ҡыҙын онотоп та ҡуйыр. Шулай үҙ-үҙен өмөтләндергәс, Зинәйҙә йоҡлап китте.
Нурһибә икенсе көндө кис ҡайтып китте. Ләкин шунан һуң ул Зинәйҙә янында йыш ҡала башланы. Әллә әсәһе риза булды, әллә ҡыҙ унан рөхсәт һорап тормаймы – быныһы Зинәйҙәне ҡыҙыҡһындырманы, янында ошо ҡыҙ булһа, ул шуға артығы менән ҡәнәғәт.
Бер көндө йәмһеҙ тауыш сығарып ҡысҡырыныуға бөтә халыҡ һиҫкәнде.
«Ҡайҙа суҡынып йөрөйһөң?! Мин бит һине шешә йыйырға ебәргәйнем».
Ҡараһалар, алама ғына кейенгән иҫерек бер ҡатын аҡыра, имеш. Үҙе Нурһибәне ҡулынан тарта. Был хәлде күреп, Зинәйҙә тышҡа атылды.
– Һеҙ был ҡыҙҙың әсәһеме әллә?
– Булһа ни, һинең ниндәй эшең бар!
– Әйҙә, ултырып яҡшы ғына һөйләшәбеҙ.
Инде күптән йүнле кеше менән йүнле һүҙ һөйләшмәгән ҡатын бер аҙ аптырап ҡалды булһа кәрәк. Алкоголизм иҫәргә әйләндергән мейе менән нимәлер уйлаған булды, шулай ҙа ризалашты. Ике ҡатын сәғәт ярымлап ваҡыт Зинәйҙәләрҙең фатирында юғалып торҙо. Бына бер заман подъезда эскесе ҡатын, уның артынан хужабикә күренде.
– Килештек, – тине ул эскәмйәлә уның һүҙен көтөп ултырған әхирәттәренә. – Нурһибә миндә ҡала.
Быларының йөҙҙәре яҡтырып китте.
– Нисек ул улай? Һуң, ҡыҙ бала – ярҙамсы бит ул. Өҫтәүенә, пособие-алименты ла барҙыр.
– Хәҙер ике пособие алыр инде.
– Нисек?
– Мең һумға килештек. Нурһибә миндә йәшәй, ә мин шуның өсөн әсәһенә мең һум аҡса биреп торор­ға тейешмен.
– Әстәғәфирулла! – тип ҡуйҙы бер бисә, ә башҡалар ни әйтергә лә белмәне. Тик Зинәйҙә уларға оҙаҡлап яңылыҡ «сәйнәп» торорға ирек бирмәне.
– Беләһегеҙме? – тине ул, – балаҡайҙың кейемдәрен күрҙегеҙ, шулай булғас бында тел сарлап ултырмағыҙ, марш өйөгөҙгә!
Эйе, Зинәйҙә үҙенең әхирәттәренә команда бирергә хаҡлы ине, улар ҡаршыһында бөгөн уның абруйы бик юғары күтәрелде.
Ә тегеләр, ниңә быны башта үҙем уйламаным әле, тип һәр береһе үҙ-үҙен битәрләп, кем ниндәй етеҙлектә булдыра ала, терт-терт килеп өйҙәренә йүгереште. Был көндө Нурһибә бер ҡосаҡ кейемле булды, башлыҡтан алып ҡышҡы ботинкаларға ҡәҙәр бар ине, ҡайһы берҙәре хатта өр-яңы. Ҡатын-ҡыҙҙар бала тигәндә шундай инде, йомошто арттырып үтәне – матур-матур уйынсыҡтар, иң тәмле ризыҡтар алып килгәндәр. Өҫтәүенә, Зинәйҙәгә ҡат-ҡат: «Һин беҙгә әйт кенә, нимә кәрәк – табырбыҙ, булышырбыҙ, бергәләп үҫтерербеҙ», – тип торалар. Ә Зинәйҙә «бәхетле ҡартлыҡ» кисерә ине. Ысынлап та, яныңда бала булһа, уның өсөн йән атып йәшәһәң, ҡартлыҡ та бәхетле була икән ул.
Көҙ етте. Зинәйҙә Нурһибәне етәкләп кибеттән-кибеткә йөрөнө. Бына тигән кейем, портфель, китап-дәфтәр алдылар. Нурһибә шат ине.
Тик шуныһы ғына яман: «бомжа» ҡушаматы мәктәпкә лә эйәреп килде. Синыфташтары уны тиң күрмәне, ҡыҙҙар уның менән дуҫлашманы, ә малайҙар үртәшә ине. Хәйер, «икеле» тоҡсайы менән кем дуҫлашһын инде? Их, шул «икеле»ләр! Бығаса Нурһибә ысынлап уҡыманы шул, ваҡыты шешә йыйып уҙҙы. Ә ул «икеле»ләрҙән ҡотолоп булалыр бит?!
Һаҫыҡ өй, иҫерек әсәнән уны яҙмыш ҡотҡарҙы, ә насар билдәнән ҡотолоп булмаймы? Һуң, был бит уның үҙенән тора!
Нурһибә китап йыйҙы. Ҡайһыһын кибеттән һатып алды, ҡайһыһын китапхананан тапты. Мате­матика, әҙәбиәт, физика, химия, тарих фәндәре буйынса бөтә синыфтар өсөн дәреслектәр йыйҙы, шунан уҡырға ултырҙы. Көнө-төнө уҡыны. Шуныһы яҡшы, бер кем дә ҡамасауламаны, бер үҙенә бер бүлмә бит. Зинәйҙә уны үҙ иркенә ҡуйҙы. Яҡшыға ынтылған балаға кем ҡаршы төшһөн?
Бер мәлде Нурһибәгә химия уҡытыусыһы «дүрт» ҡуйҙы. Синыф быға әллә ни әһәмиәт бирмәне. Нәҡ уйын майҙансығындағы кеүек килеп сыҡты, унда туп тоторға рөхсәт итәләр ине бит, бында ла шулай, әйҙә, «бомжа» ла бер мәртәбә «дүртле» алып ҡараһын, беҙҙең өлөшкә кермәй бит тип уйланылар.
Тик һабаҡташтар яңылышты. Бер аҙҙан Бомжа тағы ла «дүртле» алды. Шунан һуң тағы төрлө фәндәрҙән яҡшы билдәләр ала башланы, тәүге «бишле»ләр күренде. Шунан ҡыҙҙың көндәлегендә яңыраҡ ҡына ҙур шатлыҡ булған «дүртле»ләр урынына «бик яҡшылар» үрсей башланы. Ә етенсе синыфты ҡыҙ «отлично»ға тамамланы. Бигерәк тә химия, биология фәндәрен һыу урынына эсә ине.
Ана шулай ваҡыт үтте. Зинәйҙә ҡәнәғәт ине, янында яҡын кешеһе бар. Аҡса етә: пенсия ярайһы ғына килә, өҫтәүенә, хәрби диңгеҙ флотында офицер булып хеҙмәт иткән Фируз улы ла ебәреп тора. Шуға күрә мең һум былар өсөн ҙур юғалтыу түгел ине.
Мең һум тигәндән, бер мәлде теге ҡатын «пособие» алырға килмәне. Тағы ла бер нисә көн көттө Зинәйҙә, тик юҡҡа. Эскесе ҡатындың аҡса алмай йөрөүе тәбиғи хәл түгел. Әллә бер-бер бәләгә тарынымы икән?..
– Ҡыҙым, – тине Зинәйҙә Нурһибәгә. – Әсәйең күптән килергә тейеш ине, юҡ та юҡ. Барып хәлен белеп киләйекме әллә?
Алыҫ йәшәмәгән икән Нурһибәнең әсәһе. Икенсе урамда ғына. Тик бында бүрәнәнән бурал­ған ауыл өйҙәре. Зинәйҙә менән Нурһибә ҡапҡа бағанаһы ҡыйшайған бәләкәй генә бер йортҡа килеп инде. Ишек бикһеҙ, иҙән таҡтаһы күренмәй, күптән инде аяҡ кейеменә эләгеп тыштан ташылған балсыҡҡа күмелгән. Һаҫыҡ еҫ. Тимер карауатта иҫке юрған ябынған ҡатын ята, аяғындағы итеген дә сисмәгән. Зинәйҙә уны уятмаҡсы булып яҡын килһә, ҡатындың асыҡ ауыҙына себендәр инеп йөрөй, имеш. Шул саҡ ишектә бер ир заты күренде. Ҡыҙ менән сит кешене абайлағас:
– Нишләйһегеҙ бында? – тип аҡырҙы.
– Әсәй үлгән, – Нурһибәнең тауышы зәғиф кенә сыҡты.
– Ә, дөмөккән икән, – ир мәйеткә ҡарап торҙо ла, сығып китте. – Шул кәрәк ине уға, эсә белмәгәс…
– Быныһы кем булды? – Зинәйҙә хәшәрәттең артына ҡарап төкөрөндө.
– Рәфил, ул әсәйҙе эсергә өйрәтте, беҙҙең тормошто боҙҙо, – тип һыҡтаны ҡыҙ.
Ни эшләйһең, Нурһибәнең әсәһен Зинәйҙә үҙ аҡсаһына йыназаланы. Шунан һуң инде ҡыҙҙың ҡайҙалыр китеү мөмкинлеге бөттө, кемдеңдер уны кире ҡайтарырға дәғүәләшеп йөрөү ҡурҡынысы ҡалманы. Был хәл ике йән эйәһен тағы ла яҡынайтты. Бер көндө Зинәйҙә ҡыҙҙы икмәк алырға кибеткә ебәрҙе. Ә ул ике буханка күтәреп ҡайтҡан. Ишектән ингәндә үк былай тине:
– Икене алдым инде, әсәй, иртәгә уҡыуҙан һуң мәктәптә КВН була, өлгөрә алмам, тип уйланым.

Заһит МУРСИЕВ.

Ҡариҙел районы.

(Дауамы бар).

Сығыу ваҡыты 6-07-2012, 13:23 | Ҡаранылар: 1161
|
  • Йәшлектәге саф мөхәббәт…
  • Балдан татлы тиһәләр ҙә...
  • Тамамланмаған һабантуй
  • Бәләкәй бизнес
  • Тормош һабаҡтары
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


    Борьба с коррупцией

    [/aviable]

  • Ҡолаҡ һал!
  • Ҡорбанлыҡ урлыҡ менән килмәгәнме? Тикшерегеҙ
  • Организм нимә хаҡында иҫкәртә?
  • Һуңлап килгән аҡыл
  • Таңым нуры инең
  • Тәүге һөйөү шундай ҡыҫҡа булды
  • «Уҡыусың рәхмәтле булһын»
  • «Салауат Юлаев» - «Локомотив»! Кем-кемде?
  • Күп балалы бәхет
  • Тормош үҙе йәшәргә өйрәтә



  • Радио Юлдаш FM