RSS-подписка Вконтакте Вконтакте

01.06.2012 Йәшәү көсө

Йәшәү көсө
Тау һыртына тәгәрәгән ҡояш артынан ҡалған ҡыҙыл эҙ алланып барып таралды ла, ҡаршы тауҙағы ҡарағай урманы араһынан шыуып төшкән эңер ҡараһы, һәрмәләнеп, ауыл өҫтөнә төшөп ятты. ҡурҡыта… Өшөтә… Үҙебеҙ һаман сиҙәмле йылға ярынан аяҡтарыбыҙҙы һәлберәткән килеш ултыра бирәбеҙ. Бер туҡтауһыҙ шаптырлаған йылға ла инде көндөҙгө серле донъя булып түгел, ә билдәһеҙ ҡурҡыныстар йәшергән ҡара даръя булып күренә. Түҙемһеҙләнеүҙән аяҡтарҙы тағы ла нығыраҡ, шәберәк болғайбыҙ, әммә беребеҙҙең дә ҡурҡаҡ булып күренгеһе килмәй. Шулай ҙа ҡайтырға ла кәрәк бит әле… Әсәй күптән әрләйҙер инде. Әсәй иҫкә төшөүгә, эсемдәге бар йыйған батырлығым «йәлп» итеп юҡҡа сыға ла, Зәлиәгә боролоп ялбарам:
– Әйҙә ҡайтайыҡ. Иртәгә үлербеҙ. Һиңә, әсәйең булмағас, рәхәт, мин туҡмалам атыу.
Шуны ғына көтөп ултырһа ла, әхирәтем инәлткән була:
– Әллә… Үҙе «үләйек тә үләйек» тине лә, үҙе «ҡайтайыҡ» ти.
Уның ысынлап ҡарышып алып китеүенән ҡурҡҡанға күрә йәһәтләп әүрәтә һалам:
– Бөгөнгә ҡайтып торайыҡ та, иртәгә тошно үлербеҙ, йәме?
– Ярай атыу. Иртәгә иртә менән киләбеҙ.
– Ыһы. Әйҙә йүгерҙек.
Береһе ҡара тумалаҡ, икенсеһе оҙонораҡ та сей һары ике әхирәт, етәкләшеп, көтөүҙән ҡайтып, урынлашып бөтә алмаған мал-тыуар мөңрәүе, тәҙрә аҫтарында үлән бысҡан сиңерткәләр сыңы менән күмелгән ауылға ҡарай йүгерҙе.
Елеп килеп ингән ыңғайы таҡта аласыҡтың тупһаһына һикереп баҫам да иң башта әсәйемдең йөҙөнә күҙ һалам. Асыулымы был, әллә минең юҡлыҡты һиҙмәгәнме? Һиҙмәҫ! Бына ул яңы ғына һауып индергән ике биҙрә һөтөн һыулы ҡаҙанға тығып йылытҡан да үткәрә алмай аҙаплана. ҡустыларымдың бәләкәйе уның алдынан төшмәй, ҡул сепаратын әйләндерергә бирмәй, ҙурырағы, йоҡоһо килеп, мыжыпмы-мыжый. Ғәйебемде белеп, йәһәт кенә бара һалып, бәләкәсте әсәйемдең алдынан алам. Уның тамам сәсрәп көйгән сағына ғына тап килдем. Ул миңә асыулы күҙ уҡтарын ата:
– ҡайҙа сыға һалып киттең ул?! Самый кәрәк саҡта юҡ була ла ҡуя. Быҙауҙы ла бикләмәгән, быларын да ҡарашмай! Ул ниндәй бөтмәҫ уйын?! Инде аяғыңды өҙөп ултыртам! Иртән аҙым сыҡмайһың, ишетһен ҡолағың!
Мин, «эйе-эйе» тигәнде белдереп, баш ҡағам да, бәләкәстәрҙең береһен етәкләп, икенсеһен күтәреп, өйгә алып инеп китәм һәм «бәү-бәү» йырлап йоҡлата башлайым. Йырыма ҡушылып үҙем илайым. Берҙән – үпкәләп, икенсенән, әсәйемде лә, үҙемде лә йәлләп илайым. Рәхәтме һуң? Ана-бына үлергә йөрөгән кешене пыр туҙҙырып әрләй­ҙәр. Был ҡатылығы өсөн әсәйем һуңынан бик үкенәсәк инде. Уның ана шул үкенерен, өҙгөләнерен күҙ алдына килтереүҙән күҙҙәремдән йәштәрем тағы ла нығыраҡ соборлай башлай.
Был минең, бәләкәй баланың, әжәл менән яҡындан танышҡан тәүге йәйем. Быға тиклем уның барлығын да белмәй инем. Уйламағанда иҫ белгәндән бергә булған, иртәнән ҡара кискәсә айырылыша алмай уйнаған әхирәтемдең әсәһе үлде. Былай уның әсәһе ҡарт һымаҡ ине ул, үҙемдең әсәйем башҡаларҙыҡы кеүек йәш әсәй булғас, әхирәтемдең оло һәм олпат ғәзиз кешеһе миңә сәйер булып күренә ине (әсәйҙең ауырырға мөмкинлеге башҡа һыйыр әйбер түгел!). Ана шул олораҡ кеше булғанғалырмы, әллә башҡа сәбәптәнме, ул беҙҙе бер нәмәнән дә тыйманы, бер ваҡытта ла ҡаты бәрелмәне. Уларҙа берәү ҙә: «Мейес ҡапҡасын асма – янырһың, розеткаға нәмә тыҡма – ток һуғыр, бысаҡҡа теймә – ҡырҡылырһың», – тип тыҡымай, өйрәтмәй, өндәмәй. Икмәкте лә өҫтөнә май, шәкәр һылап, тотоп йөрөп, хатта урындыҡта аунап ятып, аяҡтарҙы стенаға күтәреп тибеп ятып ашарға була. Әсәһе: «Өҫтәл артында ғына ултыр, ятма – күҙеңә вағы төшә», – тип тормай. Шулай уҡ уртала ултырған түңәрәк өҫтәлде уратып, баш әйләнгәнсе баҫтырышабыҙ, өрлөктәге сәңгелдәк сөйҙәренә тотоноп (өйҙәре бәләкәй һәм тәпәш) бәүелеп тороп-тороп, «туп» итеп иҙәнгә һикерәбеҙ, бар ултырғыс түшәктәрен йыйып алып, бәпәй итеп төрөп уйнатабыҙ. Әхирәтемдең «ыһ-ыһ» тип саҡ тын алып йөрөгән тулы кәүҙәле, минең ҡарамаҡҡа һимеҙ әсәһе йә мыштырлап ҡына ниндәйҙер эштәр менән булыша, йә ҡат-ҡат һалынған сағыу тышлы мендәрҙәргә башын терәп, шым ғына беҙҙе күҙәтеп ята.
Әхирәтемдең апаһы ла бар. Зөлфиә исемле. Ул беҙҙән ике-өс йәшкә ҙурыраҡ. Әсәләре кеүек тыныс холоҡло, ыңғай, ҡайтымһаҡ ҡыҙ. Әхирәтем, әйтеп үтергә кәрәк, үтә лә еңмеш, үҙ һүҙле, һеркәһе һыу күтәрмәҫ бала. Шунлыҡтан апаһы менән миңә әллә ни еңелдән тура килмәй. Йыш ҡына юҡҡа үсегеп, талашып, уйынды боҙған Зәлиәне юхалап, үсегеүенән яҙып, ул теләгәнсә эшләргә тырышып, хәлебеҙ бөтә.
Һәр көндәгесә, иртәнге тамаҡты ашағас та, бына-бына әхирәтем килеп инер, тип көттөм. Ғәҙәттәгесә, башта ул беҙгә килергә тейеш. Сөнки мин, әсәйҙең йорт эштәре бөткәнсе, ҡустыларымды ҡарап ултырам. Зәлиә иһә ярҙам итә. Балаларҙы ҡарарға ярата ул. Мин генә яратмайым. ҡустыларымды түгел, әлбиттә, уларҙы көтөп ултырыуҙы.
Әхирәтем һаман юҡ та юҡ. Иҙәндәге малай­ҙар янында уйынсыҡтар теҙеп уйнап ултырһам да, ике күҙем ишек менән урам яҡ тәҙрәләре араһында йүгерә. Шул саҡ әсәйем магазиндан ҡайтып инә һәм ҡалтыранған тауыш менән: «Хоҙайым, Йәнбикә апай үлеп киткән», – ти ҙә, илап ебәрә. Мин аптырап ҡалам: «Кем әле һуң Йәнбикә апай? Йәнбикә апай?.. Йәнбикә апай… Һа-а-а! Ул бит! Ул бит!..» Уҡ булып тышҡа атылам, ләкин урам ҡапҡаһын сығып өлгөрмәйем, әсәйем тотоп алып, тыпырсындырып күтәреп, өйгә кире индерә лә шарылдап илаған мине күкрәгенә ҡыҫа. ҡосаҡлашып илайбыҙ.
Әхирәтемдең әсәһен ерләргә бөтә ауыл, хатта мәктәп уҡыусылары ла сыҡты. Беҙҙә улай бәләкәй балалы кешеләрҙең үлгәне юҡ, һәр хәлдә, мин белгәндән. Шунлыҡтан был күренеш барыһы өсөн дә бик ауыр булһа, миңә икеләтә ҡыйын. Әхирәтемде йәлләүҙән йәнем әрней, тик уны етәкләгән таныш булмаған ағай-апайҙар янына бара алмайым. Ситтән генә йәлләп ҡарайым. Әхирәтем әллә ни иламай, ул таш ҡурсаҡ шикелле ҡатып ҡалған, ә бына апаһы, минең кеүек йомшаҡ, нескә йән, оҙаҡ үкһеүҙән үҙәге сиҡылдап киткән.
Бер нисә көндән һуң әсәйем әхирәтемә барырға рөхсәт итте. Барһам, тегеләр апаһы менән матур күлдәктәр кейешеп, өрөк ярып ашап ултыра. Үәт, әй! Мин ҡайғырып йөрөйөм, тамағыма аш бармай, төн һайын ҡурҡыныс төштәр күреп, ҡурҡып уянам да, әсәйем менән атайым түшәгенә йүгерәм, ә былар өрөк яра! Үпкәләп, боролоп сығып киткем килә лә, ‒ улай итә белмәйем шул. Өйҙәрендә йөрөгән ят кешеләрҙән тартынып, ишек төбөндә тапанып тора бирәм. «Үт», – тиҙәр миңә.
– Былар кемдәр ул? – тип һорайым әхирәтемдән шыбырлап ҡына, ят кешеләр яғына ымлап.
– Апайым менән еҙнәм, алыҫтан килделәр, – ти әхирәтем.
Уларҙың шундай ҙур апайҙары булғанын белмәгәнлектән, хайран ҡалам. Әхирәтем, мине тағы ла нығыраҡ аптыратырға булып:
– Беҙҙең ишшыу ҙур ағай ҙа бар ул, еңгәй менән улар ныҡ-ныҡ алыҫта йәшәй, – тип ебәрә. Шул ваҡыт ҡына стеналарҙа торған төҫлө кәртешкәләрҙәге бөҙрә сәсле апайҙың һәм һалдат формаһындағы ағайҙың кем икәнлеген аңлайым.
Әхирәтем артыҡ бер ни ҙә булмаған кеүек йөрөй, тик бер аҙ тауышы ғына баҫыла төшкән. Миңә оло ҡулъяулыҡ эсендәге көмөш аҡсаларын күрһәтә һәм:
– Әйҙә, магазинға барып һағыҙ алайыҡ, – ти. Быны ишетеп йөрөгән теге ҙур апай ҙа:
– Барығыҙ-барығыҙ, нимә теләйһегеҙ, шуны алығыҙ, мә, мин үҙемдең хәйерҙе лә ҡушам, – тип, беҙгә тағы ла бер ҡулъяулыҡ тинлектәрҙе һуҙа. Зөлфиә генә, кәйефе минеке кеүек үк булыпмы, өлкән апайҙарының: «Уйнап ал, һеңлем, улайтып тик ултырыр­ға ярамай», – тип өгөтләүенә күнмәйенсә, өйҙә ҡалды.
Мин дә магазинға барырға риза түгелмен, шулай ҙа башҡа сарам юҡ. Барып, дүрт шаҡмаҡ һағыҙ, тышына Олимпиада айыуы төшөрөлгән ике шоколад, ике шешә лимонад алып сыҡтыҡ. Һатыусы апай, әхирәтемде күҙ йәштәрен йәшерә-йәшерә арҡаһынан һөйөп, кеҫәләребеҙгә имгес кәнфиттәр ҙә тултырып ебәрҙе. Магазин эргәһендәге кескәй генә сиҙәмле убасыҡҡа ултырып алдыҡ, әхирәтем «байлығын» теҙеп һалды ла ҡалған аҡсаһын һанарға кереште. Шәп һанай ул, математиканан миҫалдарҙы иң беренсе сисеп, гел «бишле» ала. Ә мин иншаны һәйбәт яҙам.
Ултыра торғас, күптән күңелемде өйкәгән һорауымды бирәм:
– ҡыйынмы… әсәйең үлгәс?
Зәлиә бер мәлгә генә һанауынан туҡтап торғандай итә лә, эшен дауам итә:
– ҡыйын буғайны… Һәҙер у һәтте түге.
– Нисек… «у һәтте түге»?! – мин хатта ҡысҡырып ебәрәм.
– Уйлағым килмәй ул турала, апай, ул турала күп уйларға ярамай, тине.
Асыуымдан сәсәй яҙам:
– Әгәр ҙә… әгәр ҙә минең әсәйем үлгән буһа… Мин былайтып шикалат ашап утырғансы… лучшы… лучшы үҙем дә үлер инем!
Әхирәтем берсә ҡулындағы шоколадына ҡарай, берсә миңә, унан:
– Нишләп? – ти.
– Әсәйһеҙ кеше йәшәй алмай инде ул!
Унан, һаман да аптырап миңә төбәлеп ултырған әхирәтемдең ҡулынан шоколадын тартып алып киҙәнеп ҡырға ташлап ебәрәм дә, бик мөһим мәсьәләне хәл иткәндәй:
– Әсәйең үлгәс, һиңә лә үлергә кәрәк! – тип өҙәм.
Зәлиә ҡурҡып китә:
– У-уй, ҡурҡам, мин күрҙем, унда, ҡәберҙә, ҡурҡыныс! – ти.
Тәүге тапҡыр һүҙемде бирмәҫтән:
– ҡурҡма! ҡурҡһаң, әйҙә, мин дә һинең менән бергә үләм, – тим.
Был тәҡдимгә әхирәтем дә күнә төшә:
– Һы. Ярай атыу, тука һин алдама, – ти.
Унан тағы ла бер яуапһыҙ һорау тыуа: нисек итеп үлергә? Икебеҙ ҙә кешенең нисек үлеү мөмкинлеген белмәйбеҙ икән дә.
– Әсәйең нисек итеп үлде? – тим мин.
– Йоҡларға яттыҡ та, ул иртәнсәк үлгән ине, – тип яуаплай был.
– Улай булғас, бөгөн йоҡларға ятҡас, беҙ ҙә шулайтып үлербеҙ, – тигән ҡарар сығарам.
Шулай килешеп, инде килешкәс, теге күстәнәстәребеҙҙе ашап, тантаналы рәүештә айырылышабыҙ.
ҡайтҡас, иртәгә иртәнсәк буласаҡ хәлдәр­ҙе уйлап, күңелем тулып ыҙалата. Илайым да ебәрәм, илайым да ебәрәм. Әсәйем: «ҡуй, балам, кеше ҡайғыһын улай яҡын алма», – тип йыуата, ә мин уның һайын үкһейем. Саҡ йоҡлатып ебәрәләр үҙемде.
Иртәнсәк торһам… тороп киләм дәһа – үлмәгәнмен! Бик аптырайым. Әсәйем эштән бушатҡансы, Зәлиә хаҡында белергә теләп, тәҡәтем ҡорой. Ниһайәт, әсәйем ҡустымды ҡулымдан алып, һөйә-иркәләй имеҙергә ултырғас та, Зәлиәләргә ҡарай сабам. Етеп килеүемә үҙе ҡапҡаһынан сығып уҡ ҡарап тора. Теп-тере!
– Нишләп үлмәнең?! – тип ҡысҡырам килеп етер-етмәҫтән.
– Һин үлмәгәс!
– Ә һин ҡайҙан белдең? – тим, аптырап.
– Әллә. Белдем инде, үҙең алдағас, – ти был үпкәләп.
Тамам хайранбыҙ. Ни эшләргә? Тора торғас, Зәлиә:
– Кинолағы ниместәр ҙә юҡ шу, улар булһа, исмаһам, атырҙар ине, – тип ҡуя.
Кинола күргән, автоматтары менән тырылдап ғәйепһеҙ кешеләрҙе атып йөрөгән фашистарҙы күҙ алдына килтереүҙән теҙ быуындарым ҡалтырап китһә лә: «Эйе шул», – тип килешкән булам мин дә.
Унан ауылда кемдәрҙең тағы ла нисек үлгәнлеге хаҡында иҫләй башлайбыҙ. Айнурҙың олатаһы, Рәйсәнең өләсәһе, тағы Зиләнең өләсәһе… Нишләптер барыһы ла ятҡан-ятҡан да, үлгән дә ҡуйған. Улай ғына булмай бит!
Тора торғас, остағы бер ағайҙың ике-өс йыл элек һыуға батып үлгәнлеге хәтеребеҙгә төшә лә, шулай итергә булып, йылға буйына йүгерәбеҙ. Әле һыу инә башламағанбыҙ, ныҡлап эҫетмәгән, шунлыҡтан йылға буйы ла буш. «Әйҙә лә әйҙә» тип, бер-беребеҙҙе ҡотортоп, башта йылғаның һай, унан сөмөрәк урындарын кисәбеҙ. Кисеп йөрөйбөҙ-йөрөйбөҙ ҙә, балтырҙарыбыҙға еткәндәй булһа, йәһәт кенә һайға тартабыҙ. Нисектер, йәшкелт-күгелйем тулҡындар эсенә бер ҙә генә лә сумып юғалырға йөрәк етмәй. Үлге килмә-ә-әй!
Аяҡтарҙы һыу һурып ағартҡансы йылға кискәс, беребеҙҙең дә сөмгә ятырға ҡыйыулығы етмәй, ярға сығабыҙ.
– Үҙең ҡоторттоң да, үҙең ҡурҡаһың, – тип турһайырға уйлай әхирәтем.
Нисек тә аҡланырға тырышам:
– Сразы бумай инде. Әйҙә, хәҙер ҡайтып тамаҡ ашап киләбеҙ ҙә шунан батырбыҙ. О-ой! Миңә ишшыу ҡаҙ себештәренә ем ултыртырға кәрәк бит!
Үлем дә, әхирәтем ҡайғыһы ла китә, йән-фарманға өйгә ҡарай йүгерәм. Әсәйемдең уйынға биргән ваҡыты күптән үткәндер инде.
Төштән һуң һуңыраҡ сыҡтым. Әлеге йылға буйына төштөк. Үлемдең еңел генә бирелмәгәнлеген хәҙер инде аҙмы-күпме төшөнгән кешеләр булараҡ, һүҙһеҙ генә килешеп, башта ярҙа ултырып, һөйләшеп алырға булдыҡ. Әхирәтем миңә быға тиклем билдәле булмаған серҙәрен систе, мин дә уға ҡайҙа ниндәй хазиналар йәшергәнемде, кемде оҡшатҡанымды, ҡасан ҡайҙа нимәләр күргәнемде, ишеткәнемде теҙеп һалдым. Унан беҙҙең серләшеү хыялдарға күсте. Хыялдар киләсәккә, киләсәк «ҙурайғас»ҡа барып тоташып, әкиәти һүрәтләүҙәргә әйләнде. Зәлиә: «Унда минең ҡыҙ-ҙ-ҙыл ғына осло тағалы туфлиҙарым була ла, йәш-шел генә күлдәгем була», – тигәндә, уны бүлдереп: «Минең сәстәрем ошо-олайтып өйөлөп тора ла, ҡулымда мынауындай ғына сәғәт була…» – тип дауам итәм. Һүрәтләүемдән үҙебеҙҙең йәш уҡытыу­сы апайыбыҙҙы таныған әхирәтем, бирешмәҫкә тырышып: «Әһә, һиңә! Улай булғас, Заһир ағай минең егетем була!» – тип һала. Йәнәһе, мин уҡытыусы апай­ҙың төҫөн «алғас», ул уның егетен тартып ала инде. Китә бәхәс, китә еңеш, китә кемуҙарҙан «ҙурайғас»тағы шәплектәр менән маҡтаныу! Бер-беребеҙҙе тыңламаҫтан, арығансы ҡысҡырышыу әхирәтемдең:
– Һин теге ваҡыт математиканан «ике» алдың әле! – тигәненән һәм минең:
– Ә һин бер көн уҡытыусыны, йоҡлап ҡалдым, тип алданың. Һин унда апайыңа үсегеп дәрескә килмәнең! Һин – еңмеш! – тиеүемдән һуң мәғәнәһен юғалта:
– Алдаҡсы!
– Аңра!
– Бисура!
– Һинең ҡустың – маңҡа!
– Һинең апайың – илаҡ!
– Һинең әсәйең – уҫал!
– Ә һинең әсәйең… үлгән!
Аңғармаҫтан әйтелгән был һүҙҙәр кинәт икебеҙҙе лә ысынбарлыҡҡа ҡайтара. Минең әйткәнемдән ҡотом оса. Ауыҙымды усым менән ҡаплап, күҙҙәремде түңәрәкләндереп, әхирәтемә тексәйеп торам. Хәҙер, хәҙер илап ебәрер, тип көтәм. Тик ул иламай. ҡыҙышып баҫҡан еренән йыуашайып, кире ярға сүгәләй. Мин дә эргәһенә ултырам да, йылғаға ҡарап, шым ғына:
– Яңылыш әйттем… – тим.
– Ярай, – ти ул, – мин дә апай менән талашам да яңылыш ҡына: «Әсәйгә әйтәм», – тип ҡысҡырам, ә ул юҡ та инде.
Уның был һүҙҙәренән һуң миңә лә еңелерәк булып ҡала. Һөйләшеү тағы ла ауыҙға-ауыҙ терәгән әхирәттәр серләшеүенә әүерелә.
… Икенсе көндө лә, өсөнсө көндө лә беҙ бата алманыҡ. ҡыйыулыҡ та етмәне. Шулай уҡ кескәй генә йәнебеҙҙә йәшәгән һәм көндән-көн нығына, ҙурая, ҡеүәтлерәк була барған йәшәү көсө, үрмәле гөл ише ҡармап алып тотто беҙҙе. Әле үҙебеҙ аңлай ҙа һәм белә лә алмаған был ҡөҙрәт беҙҙе яҡты донъяға көн һайын нурлы күҙҙәребеҙҙе шар асып ҡарап уянырға, ғәмһеҙ уйнап-көлөргә, бер-беребеҙ менән аралашып туймаҫҡа һәм донъяның тағы әллә ни төрлө мөғжизәүи кисерештәрен, шатлыҡ-ҡыуаныс­тарын, бәхетен, мөхәббәтен һәм, бәлки, ҡайғы-хәсрәттәрен дә татып ҡарарға өндәне лә өндәне.
Һәм бөгөн дә тоям мин ул көстө. Әхирәтемде, дөрөҫөрәге, бала саҡ әхирәтемде хәҙер инде күп йылдар күргәнем булмаһа ла, икебеҙҙе бөтөнләй ике төрлө яҙмыштар осортоп алып киткәндә лә, уның да ана шул көс ярҙамы менән ғүмер итеүен беләм… тоям. Йәшәү көсө ул.

Миләүшә ҡАҺАРМАНОВА.
Сибай ҡалаһы.










Оҡшаш яңылыҡтар



Бүләк тапшырылды. Ә конкурс дауам итә

03.06.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Бүләк тапшырылды. Ә конкурс дауам итә


Финат ЗАМАНОВТЫ оло еңеүе менән ҡотлайбыҙ!

30.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Финат ЗАМАНОВТЫ оло еңеүе менән ҡотлайбыҙ!


Тотоп һөйөрлөк кенә!

30.05.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Тотоп һөйөрлөк кенә!


Дыуан ҡыҙы Айһылыу Шәрипованы оло еңеүе менән  ҡотлайбыҙ!

Тарихымды онотмам, тамырымды ҡоротмам

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Тарихымды онотмам, тамырымды ҡоротмам


Ололарҙы ололайыҡ,  кеселәрҙе кеселәйек!

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Ололарҙы ололайыҡ, кеселәрҙе кеселәйек!


Башҡорт киноһы үҫешһен

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Башҡорт киноһы үҫешһен


Телебеҙҙән оялмайыҡ!

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Телебеҙҙән оялмайыҡ!


“Ерҙә кеше йәшәй икән, теле лә йәшәй…”

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт “Ерҙә кеше йәшәй икән, теле лә йәшәй…”


Мин сәләмәт тормош яҡлы!

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Мин сәләмәт тормош яҡлы!


Әгәр ҙә Салауат Юлаев тере булһа...

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Әгәр ҙә Салауат Юлаев тере булһа...


Үҙебеҙ һайлаған юл

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Үҙебеҙ һайлаған юл


Гәзитебеҙҙең 20-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары

23.05.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 20-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары


Тамырҙарымда башҡорт ҡаны аҡҡаны менән ғорурланам

Улар алдында баш эйәбеҙ

13.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Улар алдында баш эйәбеҙ


Гәзитебеҙҙең 19-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары

13.05.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 19-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары


Мин – россиянмын!

10.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Мин – россиянмын!


Гәзитебеҙҙең 17-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары

29.04.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 17-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары


Гәзитебеҙҙең 16-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары

25.04.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 16-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары


Гөлнур Зиннәтова - еңеүсе!

19.04.2016 - Конкурстар » Йәшлек гүзәле Гөлнур Зиннәтова - еңеүсе!


Гәзитебеҙҙең 15-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары

15.04.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 15-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары


Кешеләрҙең тәнен генә түгел, күңелен дә дауалаясаҡ ҡыҙ

Гәзитебеҙҙең 14-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары

08.04.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 14-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары


Һылыу ҙа, һәләтле лә беҙҙең башҡорт ҡыҙҙары!