НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » Рәмил Ҡолдәүләт исемендәге әҙәби премияға конкурс тамам

Рәмил Ҡолдәүләт исемендәге әҙәби премияға конкурс тамам


Үткән йылдың башында «Йәшлек» гәзите Башҡортостан Яҙыусылар союзы һәм Әбйәлил районы баш­ҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты менән берлектә ҡабатланмаҫ талантлы шағир, драматург Рәмил Ҡол­дәүләт исемендәге әҙәби премия булдырғайны. Йәш таланттарҙы асыу, башҡорт әҙәбиәтенә халыҡта һөйөү уятыу һәм тәрбиәләү, арабыҙҙан иртә киткән сағыу талант Рәмил Ҡолдәүләттең исемен мәңгеләштереү ине уның маҡсаты.

Йыл буйы гәзит битендә Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы булмаған һәр ижадсының әҙәби әҫәрҙәре донъя күрҙе. Жанрҙа ла, темала ла сикләү булманы. Гәзит битендә уҡымлы хикәйәләр, хисле нәҫерҙәр, үҙенсәлекле шиғырҙар баҫылды, анығыраҡ әйткәндә, ике тиҫтәнән ашыу хикәйә, утыҙҙан ашыу йәш ижадсының шиғри шәлкемен уҡып һөйөндө гәзит уҡыусы. Үҙе ике тос китап тигән һүҙ был!
Бәйге тамам. Рәмил Ҡолдәүләттең яҡын дуҫы, күренекле шағир-прозаик Әхмәр Үтәбай, үҙенсәлекле шағир-прозаик, тән­ҡитсе, «Шоңҡар» журналының баш мөхәррире Азамат Юлдашбаев һәм һәләтле шағир-прозаик, «Йәшлек» гәзитенең әҙәбиәт бүлеге мөхәррире Мөнир Ҡунафиндан торған жюри һәр баҫылған әҫәр­ҙе ентекләп ҡарап сығып, Рәмил Ҡолдәү­ләт, Рәйес Түләктәргә лайыҡлы алмаш үҫеренә өмөт бағлап, бәйгелә лайыҡлы эштәр ярайһы уҡ булған тигән һығымтаға килеп, түбәндәге ижадсыларҙы (исемлек алфавит тәртибендә бирелә):
Фәнүзә Биктимерова (Әбйәлил районы), Рәшит Зәйнуллин (Өфө), Айгөл Ишемғужина (Баймаҡ), Мәүлит Кәримов (Стәрлетамаҡ ҡалаһы), Зөлфирә Ҡарағужина (Әбйәлил), Рамаҙан Ҡолмөхә­мәтов (Салауат ҡалаһы), Флүрә Низамова, Иҙрис Ноғоманов (Әбйәлил), Морат Солтанов (Октябрьский ҡалаһы), Аида Хәйретдинова (Балтас), Шәфҡәт Әбйәлилов (Баймаҡ) Рәмил Ҡолдәүләт исемендәге әҙәби премия лауреаттары тип иғлан итә. Ҡотлайбыҙ!
Еңеүселәрҙе ҡотлау тантанаһы шағирҙың тыуған ауылында − Әбйәлил районының Әлмөхәмәт ауылында 17 февралдә үтәсәк. Шуға күрә еңеүселәрҙең тиҙ арала редакцияға, (8347)2-73-46-38 телефонына йә дежур телефонға –8-965-92-32-000 шылтыратыу­ҙарын һорайбыҙ.
Бәйге тамам. Киләһе айҙан яңы ижади бәйге старт аласаҡ.
Мөхәрририәт.

Сығыу ваҡыты 10-02-2012, 09:23 | Ҡаранылар: 2093
|
  • Мәртәбәле конкурсҡа рәхим итегеҙ!
  • Рәшит Назаров исемендәге әҙәби бәйге дауам итә
  • Рәшит Назаров исемендәге әҙәби бәйгегә рәхим итегеҙ!
  • Рәшит Назаров исемендәге әҙәби бәйгегә рәхим итегеҙ!
  • Талантлы шағир һәм драматург Рәмил Ҡол дәүләт исемендәге премия һеҙҙе көтә
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Хужабикәгә кәңәш (15.12.2017)
  • Бисмилла көсө
  • "Ғашиҡ булдым еҙнәйемә"
  • Ҡыҙҙарҙың һылыуҙарын, уңғандарын билдәләнек, “Йәшлек” гүзәле – 2017” конкурсын тамамланыҡ!
  • Яңы йыл ҡаласыҡтары, боҙ һындары... Аҡъяр биҙәге
  • Ҡыш бабай бүләге (хикәйә)
  • Ҡәйнәмә түҙер әмәлем ҡалманы
  • Яңы йылға бүләкле булдылар
  • Иғтибар! Өр-яңы әҙәби конкурс! Ҡәләмеңде ал ҡулыңа! 50 мең һумлыҡ бүләк һине көтә!
  • Йондоҙнамә (8-14 ғинуар)



  • Радио Юлдаш FM