RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » » Донъя менән мөхәббәт идара итһен!

03.12.2011 Донъя менән мөхәббәт идара итһен!

Донъя менән мөхәббәт идара итһен!
Барыһы ла мөхәббәттән башланды... Ике яҡты нур ҡауышты ла, йондоҙ булып, бар ғаләмде балҡытты. Уның яҡтылығы алыҫ-алыҫтарға таралып, тағы ла яңы-яңы йондоҙсоҡтарҙы ҡабыҙҙы.
ҡыштың тәүге көнөндә М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында ун дүртенсе тапҡыр «Йәш ғаилә – 2011» республика конкурсы үтте. Ул йыһан темаһына арналғайны. Билдәле булыуынса, 2011 йыл космонавтикаға бағышланған.
Был конкурсты БР Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты, Йәштәрҙең ижади башланғыстарын тормошҡа ашырыу республика үҙәге ойош­тор­ған. Үҙ төбәктәрендә ошондай бәйгелә финалға сығып, һайлап алыу турын үткән алты йәш ғаилә гала-концерт-конкурста ҡатнашыу хоҡуғын алды.
Өфө ҡалаһынан ике ул тәрбиәләүсе Гөлсәсәк менән Ринат Ғатауллиндар, Бөрйән районының Иҫке Собханғол ауылынан бер ҡыҙ үҫтереүсе Айгизә менән Рәмис Ислам­ғолов­тар, ҡырмыҫ­ҡалы ра­йо­нының Малай ауылынан өс бала ата-әсәһе Миләүшә менән Ғайса Ғәй­фул­линдар, Күмер­тау ҡалаһынан ике малай үҫтереүсе Дилә менән Салауат Ғатауллиндар, Йәр­мәкәй районының Спартак ауылынан бер ул һәм ике ҡыҙ үҫтереүсе Мария менән Евгений Аникиндар, Октябрьский ҡала­һынан бер ҡыҙ тәрбиәләүсе Татьяна ме­нән Василий Га­ле­талар ошо кон­курс­та ҡатнашты. Театр фойе­һында конкурсанттарҙың күргәҙмәһе менән та­нышыр­ға мөмкин ине. Унда һәр ғаиләнең йәшәйеше, йолалары асыҡ күренде.
– Был залда иң сағыу ғаиләләр йыйылған, – тине БР йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры урынбаҫары Руслан Ғиззәтуллин. – Һеҙ республиканың төрлө район-ҡа­лаларынан килгәнһегеҙ, һәр берегеҙ ҡабатланмаҫлыҡ. Әммә бөтәгеҙҙә лә бәхетле ғаилә тормошона нигеҙ бар: ул мөхәббәт, балалар, бер-береңде аңлау. Һеҙ барығыҙ ҙа − еңеүселәр!
Донъя менән мөхәббәт идара итһен!
Ысынлап та, һәр ғаилә үҙенсә матур, һәләтле. Улар өс төрлө конкурста үҙ асылдарын, милли үҙенсәлектәрен тулыһынса сағылдыра алды.
Балаларҙың сығышын ҡарағас, бар ғаилә­ләр­ҙең тотҡаһы ошондай бәләкәс кенә ҡыҙ-малай­ҙар­ҙа икәнлеген яҡшы аңлайһың.
Гран-приға Исламғоловтар лайыҡ булды. Уларҙың сығышы Милләт-ара татыулыҡты нығытыу йылына арналғайны. Дүрт йәшлек ҡыҙҙары Элина бер тамашасыны ла ғәмһеҙ ҡалдырманы. Ул бейергә бик ярата икән. Ата-әсәләре баланы рухлы, мәҙәниәтле итеп үҫтереүгә күп көс һала.
– Ныҡ тулҡынланһаҡ та, еңеүебеҙгә ышандыҡ, – тип шатлыҡтары менән бүлеште Рәмис Әнүәр улы менән Айгизә Вәлит ҡыҙы. − Беҙ студент саҡта, Өфөлә, Салауат Юлаев һәйкәле янында танышҡайныҡ. Бер аҙ осрашҡас, ғаилә ҡорҙоҡ.
Ғаилә башлығы «Геосервис» ойошмаһында эшләй. Ә Айгизә Вәлит ҡыҙы юридик белемле булһа ла, сәнғәткә ғашиҡ күңеле уны мәҙәниәт өлкәһенә алып килә. Ул – хореография уҡытыу­сыһы. Киләсәк­кә ышаныу, бер-береңде хөрмәт итеү, ишетә белеү, сабырлыҡ – ана шул улар­ҙың ғаиләһенең нигеҙе. «Ә кем йортта хужа?» – тигән һорауға Исламғоловтар бер тауыштан: «Икебеҙ ҙә», – тип яуапланы.
Беренсе урынды Күмертауҙан Ғатауллиндар алды, икенсене Өфө ҡалаһынан уларҙың фамилиялашы Ғатауллиндар һәм Галеталар бүлеште, ә өсөнсөгә Ғәйфуллиндар һәм Аникиндар лайыҡ булды.
Шулай уҡ Исламғоловтар менән Ғәйфуллиндарға «Милли традицияларҙы һаҡлағандары өсөн» махсус призы тапшырылды.
Республикала мөхәббәткә сорналған матур ғаиләләрҙең булыуы ҡыуандыра. Һәр ғаилә – ул ғаләмдәге йондоҙ. Улар ни тиклем күберәк булһа, тирә-яғыбыҙ яҡтыраҡ, нурлыраҡ булыр.

Гүзәл БИКМӘТОВА.
Юлай КӘРИМОВ фотолары.










Оҡшаш яңылыҡтар



Бүләк тапшырылды. Ә конкурс дауам итә

03.06.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Бүләк тапшырылды. Ә конкурс дауам итә


Финат ЗАМАНОВТЫ оло еңеүе менән ҡотлайбыҙ!

30.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Финат ЗАМАНОВТЫ оло еңеүе менән ҡотлайбыҙ!


Тотоп һөйөрлөк кенә!

30.05.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Тотоп һөйөрлөк кенә!


Дыуан ҡыҙы Айһылыу Шәрипованы оло еңеүе менән  ҡотлайбыҙ!

Тарихымды онотмам, тамырымды ҡоротмам

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Тарихымды онотмам, тамырымды ҡоротмам


Ололарҙы ололайыҡ,  кеселәрҙе кеселәйек!

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Ололарҙы ололайыҡ, кеселәрҙе кеселәйек!


Башҡорт киноһы үҫешһен

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Башҡорт киноһы үҫешһен


Телебеҙҙән оялмайыҡ!

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Телебеҙҙән оялмайыҡ!


“Ерҙә кеше йәшәй икән, теле лә йәшәй…”

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт “Ерҙә кеше йәшәй икән, теле лә йәшәй…”


Мин сәләмәт тормош яҡлы!

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Мин сәләмәт тормош яҡлы!


Әгәр ҙә Салауат Юлаев тере булһа...

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Әгәр ҙә Салауат Юлаев тере булһа...


Үҙебеҙ һайлаған юл

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Үҙебеҙ һайлаған юл


Гәзитебеҙҙең 20-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары

23.05.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 20-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары


Тамырҙарымда башҡорт ҡаны аҡҡаны менән ғорурланам

Улар алдында баш эйәбеҙ

13.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Улар алдында баш эйәбеҙ


Гәзитебеҙҙең 19-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары

13.05.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 19-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары


Мин – россиянмын!

10.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Мин – россиянмын!


Гәзитебеҙҙең 17-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары

29.04.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 17-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары


Гәзитебеҙҙең 16-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары

25.04.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 16-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары


Гөлнур Зиннәтова - еңеүсе!

19.04.2016 - Конкурстар » Йәшлек гүзәле Гөлнур Зиннәтова - еңеүсе!


Гәзитебеҙҙең 15-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары

15.04.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 15-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары


Кешеләрҙең тәнен генә түгел, күңелен дә дауалаясаҡ ҡыҙ

Гәзитебеҙҙең 14-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары

08.04.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 14-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары


Һылыу ҙа, һәләтле лә беҙҙең башҡорт ҡыҙҙары!