НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » «Яҙғандарым тик мөхәббәт түгел, Мин ғашиҡмын бары донъяға»

«Яҙғандарым тик мөхәббәт түгел, Мин ғашиҡмын бары донъяға»


Бейек тауҙан ҡара – Һаҡмар аға,
Таҫма кеүек һуҙып һалғандай.
Ә ауылда, гүйә, төш һыулауға
Малдар төшөп кенә барғандай.

Бөтә донъя бында ус төбөндә –
Күлдәр ята кескәй көҙгөләй.
Йәйге көндә шатлыҡ һәммәһендә,
Мине генә һағыш өҙгөләй:

Күмдем һөйөүемде кисә генә,
Бына, аша ятҡан ауылға –
Хәнйәр кергән төҫлө күкрәгемә,
Сабырлыҡтар ҡайҙан табырға?

Әсәйһеҙ ҙә ҡалдым ете ай элек,
Мөхәббәтһеҙ йәшәп буламы?
Ниңә һаулыҡ миңә, байлыҡ-милек –
Сәсрәп кенә китһен донъяһы!

Күптәр кеүек теләмәйем һис тә
Үҙ-үҙемә ҡул да һалырға.
Бөтмәгән дә әле наҙлы хистәр,
Яҙырға ла миңә, яҙырға...

Ҡалды, тиеп, һөйөү үкенескә,
Быға тиклем кемдәр яҙмаған?
Һин килерһең минең төштәремә –
Ул бәхетте Тәңрем алмаған,
Аҡылымдан ғына яҙмаһам.

* * *

Алдымда ғына туҙышты аҡ ҡар –
Яланда саба мисәүле аттар.

Мисәүҙә елә икенсе йәшлек,
Ҡайҙа һуң минең шатлыҡ һәм бәхет?

Үткән бөтәһе, елдәй елдереп,
Тап бына шундай мисәү – ат егеп.

* * *
Есениндан
Зәңгәр кистәрҙә, айлы төндәрҙә
Ҡасандыр матур, йәш инем мин дә.

Һис тоттормаҫҡа, ҡабатланмаҫҡа,
Үтте бөтәһе... ситкә... алыҫҡа...

Йөрәк тынсыны, шиңде керлектәр,
Зәп-зәңгәр бәхет! Их, айлы кистәр!

* * *
Эпитафия

Күңелемдә дөрләр хистәремдең
Ялҡын түгел, хатта ҡуҙы юҡ.
Фани донъя кәрт уйыны кеүек –
Алтыһы бар, уйын тузы юҡ...

«Тумыртҡа» тәүбәһе:

Бынан-төгән шиғыр яҙмам,
Исемемде хурға һалмам.
Шиғырһыҙ ҙа йәшәп була –
Һаулыҡ кәрәк! Һис юғалмам.

Дуҫты ерләгәндә...

Р. Түләковҡа...

Яҙмыш мине аямайса
Һынаймы һаман –
Ҡәбер-ташҡа нисәнсе дуҫ
Исемен яҙам?

Ҡарайғанда яҡты донъям
Тарайған гүрҙәр.
Берәм-һәрәм үлеп бөттө
Өрлөктәй ирҙәр.

Әжәл туймай, һаман-һаман
Тығына ғына.
Тик бирешмәм, минең йөрәк
Нығына ғына:

Теште ҡыҫып йәшәйһем бар,
Дуҫтарым өсөн
Ярты быуат йәшнәйһем бар –
Етер хәл-көсөм...

Зилә әхирәткә –
өгөт-нәсихәткәй...


Гәлсәр кеүек шиғри яҙмаларың
Таныш ине журнал-гәзиттән.
Яҙмыш микән беҙҙе язаланы –
Осрашманыҡ икәү нилектән?

Ҡот осмалы яҙмыш һиндә, миндә –
Маңлайҙарға шулай яҙғандыр.
Кисерәйек икәү бөтәһен дә,
Һылтамайыҡ йәнә заманды:

Күрҙем инде, һине донъя баҫҡан,
Шуғамы ни хисте юғалттың?
Үҙем ғазап сигәм яңғыҙлыҡтан,
Ә сабыйҙар һинең – мең алтын!

Йырлай-йырлай бишек көйҙәрен
Һит бит яҙыр инең, моғайын.
Ә мин яңғыҙ, хыялдағы йәрем,
Улым төшкә инә йылмайып...

Уянам да шул саҡ, уйға батам,
Шиғри юлдар, ҡайсаҡ, теҙелә.
Өҫтәлемдә ҡулъяҙмалар ята –
Өс-дүрт шиғри китап (кем белә!)…

Киләсәккә әйҙә, күҙ һалайыҡ –
Ғүмерҙәр бит бик тә хисаплы.
Әйтмәнеңме үҙең – сығарайыҡ
Бергә-бергә шиғри китапты?!

Донъялыҡтың төрлө юҡ-барымы
Һинең хыялдарҙы емерә?
Зарыҡтырма шиғри толпарыңды –
«Урман ҡыҙы», һин бит – шағирә!!!

«Урман ҡыҙы» – Зиләнең шиғри китабы.

Тыуған көнөң менән!

Ҡырҡ эшең өйҙә тулып ята –
Берәй ергә инеп боҫмаһам.
Тау күсерә алыр инем хатта
Бер йыр менән Һине ҡотлаһам!

Шиғри толпар миңә башын эйә,
Ебәрмәйсә таңғы йоҡоға.
Аҡ ҡайындар мамыҡ күлдәк кейә,
Оҙон төндәр бары йонсоған.

Ҡояш көн дә оҙағыраҡ көлә –
Яҙға тиеп тағы бер аҙым.
«Бәйғәмбәрҙең йәше менән, Зилә!!!»
Ҡотлайым да... Бары уйҙарым

Алып китә йыраҡ-йыраҡтарға –
Булмай уны иллә тыйырға.
Күңел тулы наҙым бар саҡтарҙа
Бәхет кенә теләп ҡуйырға

Ниәт бар ҙа, тағы ниҙер етмәй,
Ниҙер етмәй минең исемдән –
Теләйемдер (бер ни өмөт итмәй),
Китмә, китмә, тиеп, төшөмдән!


Йөҙ ҙә бер хәҙис

Юл күрһәттең, Раббым, ти мосолман –
Беҙ барабыҙ һәр саҡ һинең юлдан.
Һин күрһәткән юлдан беҙ барғанда
Түҙемлеккә генә бирсе ярҙам!

* * *
Дуҫыңды һин ныҡ һөйөүҙән һаҡлан –
Бер көн килеп, бәлки, булыр дошман.
Дошманыңды ысын дошман тимә –
Туған булып китер, бәлки, һиңә.

* * *
Үҙе гонаһын тикшерһә
Яҡшымын тигән мосолман
Тикшерергә ваҡыт тапмаҫ,
Башҡалар, тип, ни ҡылған?

* * *
Мәле етһә, һәммәгеҙҙең урыны бер –
Күп тә түгел, аҙ ҙа түгел, бер аршын ер...

* * *
Тәрбиәле бала менән
Тәрбиәле ҡатының
Булмаһа, һин был донъяның
Иң бәхетһеҙ затылыр...

* * *
Тәбиғәт ул – йәшел гүзәллек,
Ул да түгел әммә мәңгелек.
Исрафлама уны һин, кешем, –
Ал үҙеңә кәрәк тиклемен!

* * *

Үҙем теләп килдем
һиңә, шиғриәтем!

Ҡулдар ҡысый – бик күп яҙғым килә,
Төндәр буйы килә яҙаһым.
Яҙмаһам бит шиғри наҙым үлә,
Үлә хисем, үҫә ғазабым.
Үҙем теләп килдем, шиғриәтем,
Һиңә килдем, йәнем ҡушҡанға.
Һин – серҙәшем, дуҫым, мөхәббәтем
Һәм ҡоралым, булһа, дошманға.
Ҡайҙа барып ниҙәр күрһәм дә мин,
Һин булырһың йәнем, намыҫым.
Һиндә ҡалһын бөтә йәм-ғәмдәрем,
Үлһә тәнем, булмаҫ һағышым.

* * *
Йәнем-тәнем менән һөйһәм әгәр,
Йыуатырмын үбеп-ҡосаҡлап.
Йыр яҙырмын һиңә таңға ҡәҙәр,
Исемеңде әйтеп һамаҡлап.
Сәскәләрҙе өҙөр өсөн түгел,
Сәсер өсөн менәм ҡаяға.
Үҙемдән һуң ерҙә тик изгелек
Ҡалдыраһым килә донъяға!

* * *
Йәшлек йылдарымдың ғазаптарын
Дошманым да хатта күрмәһен –
Аямайса иҙҙе, тапанылар
Һөйөүемдең наҙлы гөлдәрен.
Өҙөлдөләр күңелем йырҙарының
Сихри ептән торған ҡылдары.
Йәшәүемдән ерҙә ни мәғәнә,
Меҫкенме мин хәҙер ни бары?
Юҡ. Меҫкен тиеп һис тә әйтмәҫтәр –
Тибә йөрәк, тибә талпынып.
Мәңге һүнмәҫ тигән һөйөү генәм
Аҡ ҡағыҙға күскән йыр булып.
Аңларһығыҙ, тимен, асҡан һайын!
Яҙған китабымдың һәр битен:
Мин – йырсыһы изге мөхәббәттең,
Мин – ҡорбаны яуыз ғәйбәттең.
Яҡшы микән, әллә насар микән:
Уй-хистәргә һис тә юҡ баһа.
Яҙғандарым тик мөхәббәт түгел,
Мин ғашиҡмын бары донъяға!



Шәфҡәт ӘБЙӘЛИЛОВ.
Баймаҡ районы,
Буранбай ауылы.

Сығыу ваҡыты 20-08-2011, 15:27 | Ҡаранылар: 2554
|
  • «Туҡта, дауыл, ярһыма, Йөрәгемдә йыр ғына»
  • Лилиә Һаҡмар: Ҡар өҫтөндәге сабый
  • «Һин – һөйөү ҙә, янып-көйөү ҙә, Шатлығым да, түгер йәшем дә»
  • «Күңел һалыу етмәй, әҙ була ул, Баш һалайыҡ бала – батша тип»
  • «Ялҡынланып янаһың бар, Көл-күмергә ҡалаһың бар»
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • Еҙем-Ҡарандарға оят!
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • Маринадланған кәбеҫтә
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!



  • Радио Юлдаш FM