НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

Ҡотҡарыусы


Мәктәптән ҡайтып килһәм, яр башындағы эскәмйәлә арлы-бирле генә боҙ китеүен ҡарап, Сәлих бабай ултыра. Яҙғыһын-йәйгеһен Ағиҙел буйында тамаша ҡылыусылар күп була. Тик оло кешенең хәсрәткә сумған торошо айырыуса иғтибарымды тартты. Уйлана-уйлана янына барҙым да:
− Һаумыһығыҙ, бабай! Ниңә кәйефегеҙ төшөп ултыра, сатнама һыуыҡтар артта ҡалды бит инде, – тинем. Мин шулай инәй-бабайҙар­ҙың янына туҡталып һөйләшеп китергә яратам.
Бабай:
− Һаубыҙ әле, ҡыҙым! Ҡарт кешенең кәйефе лә олоғая инде, йышыраҡ элеккеләрҙе уйлайһың… – тине лә, тынып ҡалды. – Һин ошо ауылда яҙғы ташҡын ваҡытында бер егеттең баланы ҡотҡарып үҙе һыуға батып вафат булғанын ишеткәнең бармы? – тине ул, әңгәмәләшергә әҙер тороуымды күреп. Мин, ҡыҙыҡһынып:
− Эйе, эйе, беләм. Ысын ҡотҡарыусы һуңынан ғына билдәле булған шикелле, – тинем.
− Эйе, ҡыҙым. Ул минең бала саҡ дуҫым Ғәҙелша ине бит, – тине. Мин:
− Һөйләгеҙ әле, мөмкин булһа, мин уның ысын тарихын өләсәйем хәтерләүе буйынса ғына беләм, – тинем. Бабай:
− Йәштәр элеккегә әллә ни әһәмиәт биреп бармай, шулай ҙа һиңә ул ваҡиғаның ысынын һөйләйем әле, − тине. Мин күптән ауыл халҡы араһында йөрөгән күңел­һеҙ ваҡиғаны тыңларға әҙерләндем.
− Мин әрменән ҡайтҡан саҡ ине. Бер-ике көндән балалыҡ дуҫым, синыфташым Ғәҙелша хеҙмәтен тултырып ҡайтып төштө. Тыуған яҡтарҙы һағынған ике егет көндөҙ хужалыҡ тирәһендә йөрөп, кистәрен элеккеләй урам ҡыҙырабыҙ, йолаһы шул: һалдат кейемендә бөтөн таныштарың, туған-тыумасаң менән күрешеп сығаһың. Ул ҡәһәрле көндө Ғәҙелша менән күпер аша сығып бара инек. Беҙ ҡайтҡанды ғына көткәндәй, Ағиҙелебеҙ тамашаһын күрһәтергә тотондо: шатыр-шотор боҙ китә, бөтөн халыҡ һыу буйына йүгерә. Нисәмә йыл буйы күрһәң дә, һәр саҡ ҡыҙыҡ бит ул боҙ китеүен ҡарау: берәүҙәр теләк теләй, икенселәр хәсрәттәрен һыуға ағыҙа, кемдер балыҡ эләктерергә аҙап­лана… күҙ бәйләнгәнгә тиклем йылға буйы ҡайнап торҙо ла ҡуйҙы. Бер теге ярға, бер быныһына сығып йөрөп ҡарап туйғас беҙ ҙә ҡайтырға булдыҡ. Мин үҙебеҙҙең урамға боролоп, бер аҙ атлай биргәс, йылға түбәһендә ниндәйҙер ҡысҡырышҡан тауыштар ишетеп, шөбһәләнеп, шул яҡҡа кире боролдом. Йүгереп килһәм, яр ситендә ҡалтыранып Ғәбит баҫып тора (ул беҙҙән бер йәшкә өлкәнерәк егет, колхозда эшләп йөрөй), шул ваҡыт ул миңә ҡот осҡос хәбәрҙе еткерҙе:
− Ә Ғәҙелша юҡ булды ла ҡуйҙы… йөҙгән һымаҡ ине, сыҡманысы…
Ҡапыл ғына аяҡ аҫтымда ер убылғандай тойолдо, иҫемә килеп, хәл-әхүәлде бер аҙ төшөнөү менән ситтәрәк шыңшып илаған бәләкәс малайға күҙ ташланым да, Ғәбиткә:
− Алып ҡайт, кешеләр саҡыр! − тип бер-бер артлы әмер бирҙем дә үҙем ҡысҡыра-ҡысҡыра һыу ағышы буйлап йүгерҙем. Ярты төнгә тиклем факелдар тотоп, бәлки, йөҙөп сыға алғандыр, бәлки, берәй мөғжизә менән эләгеп торалыр тип эҙләү һөҙөмтә бирмәне. Яңғыҙ әсәне төҙәлтмәҫлек ҡайғыға һалып, Ғәҙелша дуҫымды Ағиҙел үҙенә алғайны…
Ә Ғәбит, электән үк маҡтансығыраҡ егет, ауылдың геройына әйләнде: кискеһен һыу буйына йүгереп килеп, бәләгә тарыған тиктормаҫ малайҙы ҡотҡарған ҡыйыу егеттең фотоһүрәте менән район гәзитендә мәҡәлә лә баҫылып сыҡты, район үҙәгенән миҙал да килтереп таҡтылар, ә ҡотҡарылған бала өйөндә иң ҡәҙерле кешегә әйләнде… Тик киләһе йыл уҡырға бара торған, тәтелдәп йөрөгән сабый бик ныҡ тетрәнеүҙән сәйер булып ҡалды: һөйләшмәй ҙә, төндәрен йоҡламай һаташа, ни сәбәптәндер ҡулдарына матҡып тотоп алған Ғәҙелша дуҫымдың һалдат фуражкаһын да саҡ ысҡындырып алғандар, ти. Баланы дауахананан дауаханаға алып йөрөй башланылар.
Оҙаҡламай был хәл тураһында хәбәрҙәр тоноҡланды: дуҫымды, һыу ҡайтҡас ҡына табып, ерләй алдыҡ, унан иҫтәлеккә фуражкаһы ғына ҡалды…
Мин ауылда төпләндем, атай-әсәй ҙә олоғая, Ғәҙелшаның әсәһенә лә ярҙам итергә кәрәк, тыуған ауылында донъя көтөргә хыялланған дуҫымдың хыялдарын да тормош­ҡа ашырырға бурыслы тойҙом үҙемде. Кәләшем менән Мәрғиә инәйҙе үҙебеҙҙә йәшәргә күндерҙек, һуңғы юлға ла ҡәҙерләп оҙаттыҡ. Ә ошо тетрәндергес хәлдән һуң ниңәлер Ғәбит менән осрашҡым килмәй башланы, фәжиғәлә ғәйебе булмаһа ла, ул да минең менән күрешмәҫкә тырыша ине, кем белә, бәлки, дуҫымды ҡотҡара алмағанға үҙен ғәйепле һиҙгәндер, баланы эләктереп, ярға ынтылғанда, Ғәҙелша ла арттан йөҙгән һымаҡ ине, ти ҙә инде.
Был ваҡиға һағыштарға сорналып артта ҡала килә ине, бер ваҡыт ауылда яңы хәбәр сыҡты: дауаханаларҙа йөрөтөү, ваҡыт үтеүе һөҙөмтәһелер инде, теге бала телгә килгән, табиптар аңы ла камил тигән диагноз ҡуйған. Ул ата-әсәһенә: «Һыуға тайып төшөп, ҡысҡыра башлағас, иң тәүҙә яныма һалдат ағай һикерҙе, мине тотоп алды, бар көсөнә ярға һелтәгәндә, «ергә ят, ергә ят» тип ҡысҡырҙы, мин уның башына, кейемдәренә йәбешкәнемде хәтерләйем, погондары ла бар ине», − тигән. Тимәк, һуңлабыраҡ тауышҡа йүгереп килгән Ғәбит, һыуҙан ҡотол­ғас, ҡурҡышынан тороп йүгерергә аҙапланған баланы ла, кире сыға алмаған Ғәҙелшаны ла аңғарған, ләкин ни өсөн яһалма батыр булып ҡалырға уйланы икән?
Дөрөҫөн һөйләһә, дуҫымды ла үҙ мәлендә ысын герой итеп ерләр инек…
Яңы ауырыуҙан ҡотолған баланың һүҙен ысынға ла алмаусылар булғандыр, тик ошо хәбәрҙән һуң ауылдан бөтөнләйгә сығып киткән Ғәбиттең ҡылығы барыһына ла асыҡлыҡ индерҙе, намыҫ тигәне бөтөнләй үк юйылып бөтмәгән икән. Ҡайҙалыр сит өлкәлә төпләнгән тиҙәр, ауылға бик һирәк ҡайта ти ине, минең бер ҙә күргәнем булманы. Шулай ҙа элекке йыл осраштыҡ бит. Мин, ғәҙәтемсә, дуҫымды юҡһынып, әрбәк-һәрбәк киткән боҙҙарға ҡарап ултырһам, яурыныма берәү ҡулын һалды. Әйләнеп ҡарамаһам да, Ғәбит икәнен тоя инем.
– Уны барыбер ҡотҡара алмаҫ инем, Сәлих, – тине ул, ауыр көрһөнөп, − сөнки мин йүгереп килгәндә уның һуңғы тапҡыр «малай­ҙы тот» тигән тауышы ғына ишетелде, ҡурҡыуынан шаңҡыған бала аҡырып, аяғына баҫырға тырышып, кире яр ситендәге һыуға ҡолай ҙа китә, ҡолай ҙа китә ине бит… Бала ағып китмәһен тип, уны ярға һөйрәнем, Ғәҙелша сыға алмаҫ тип уйламаным да.
Өндәшмәнем, былай ҙа барыһы ла билдәле бит инде. Олоғайған көнөндә күңеленә еңеллек алыр өсөн миңә хәлдең асығын һөйләп китергә булғандыр Ғәбит, яу үткәс, батырҙар күбәйә, тигәндәй, ҡупырайырға яратыуы менән үҙенә ғүмер буйы күңел ғазабы кисерергә тура килде, − тине Сәлих бабай һәм ҡарашын яр башында һыуға батҡан баланы ҡотҡарыусы дуҫы иҫтәлегенә ҡуйылған постамент яғына күсерҙе…

Әлфинә НӘБИУЛЛИНА.
Бөрйән районы.

Сығыу ваҡыты 20-08-2011, 15:26 | Ҡаранылар: 1762
|
  • Аждаһа
  • Бер көлөшөү – бер ғүмер
  • Т ыр-тыр-трактор
  • Хужа беҙҙең арала
  • Ағиҙелдең урта ағымында Ҡол Дәүләт менән өс көн
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • “Уның үлемен теләп йәшәнем...”
  • Еҙнәм инең (хикәйә)
  • “Кеше үлемендә минең дә ғәйебем бар...”
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (10.11.2017)
  • Мин һәр саҡ табип хатаһы ебәреүҙән ҡурҡа инем...
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (17.11.2017)
  • Ләйсән Ҡаразбаева хәбәр итә:
  • Татлы һөйөүҙән кем туйған?
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (24.11.2017)
  • Имен хеҙмәт итеп ҡайт, Илгиз!



  • Радио Юлдаш FM